Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булған бит сая ирҙәр!
Бынан дүрт-биш йыл элек Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан Миңлебикә һәм Хәлфетдин Яҡуповтарҙың ғаиләһе менән танышыу насип булғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, ул яҡтарға үҙемдең әҡрәбәмде эҙләп табыу маҡсатында барғайным (әсәй яғынан олатайымдың атаһы — Рысҡужанан). Шуларҙың береһе Хәлфетдин Ғималетдин улы булып сыҡты.
Миңлебикә еңгәй менән Хәлфетдин ағай тиң-тигеҙ ғүмер итеп, матур ғына йәшәп ята ине. Дүрт балалары ла уҡытыусы һөнәрен һайлаған: Рәжәп Яҡупов — эргәләге Ҡаҙмаш мәктәбе директоры, Сәлимә Баймаҡ районында Татлыбайҙа уҡыта, Фәрит нигеҙ йортта ата-әсәһе менән бергә йәшәй, Ҡаҙмаш мәктәбендә эшләй, Вәлимә иһә Өмөтбайҙа балаларға белем бирә.
Ошо матур ғаилә йөҙөндә ҡәрҙәштәремде табыу бер ҡыуаныс булһа, Хәлфетдин ағайҙың атаһы Ғималетдин Яҡуповтың тормош сәхифәләре халҡымдың данлы үткәне өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо уятҡайны. Әле һөйләйәсәк тарихты район үҙәгендә лә, Ҡаҙмаш ауылында ойошторолған шәжәрә байрамында ла ишеткәйнем инде мин.

“Якупов, прощай!”

Ғималетдин ярты йәшендә генә атайҙан ҡала. Әсәһе, өс сабыйын ташлап, Ҡолғана яҡтарына иргә сығып китә. Өлкәнерәктәрен, Усман менән Хәсибәне, Троицкиҙағы балалар йортона алып китәләр, ә имсәк бала Ғималетдинды бер бәғерһеҙе тиҙәк араһына ырғытып ҡалдыра. Яҡшембәт ҡарт баланың ҡулы ҡыбырлауынан уның тере икәнлеген белеп ҡалып, Ғималетдинды өйөнә алып ҡайта. Ҡарсығы Көнһылыу менән сабыйға кәзә һөтө эсереп үҫтерәләр. Тора-бара ҡарыуҙан ҡалған ҡарттарҙың бала аҫрарлыҡ хәлдәре ҡалмай. Асҡарҙан килгән ҡоҙа тейешле кешеләренә: “Апҡайт һин ошо баланы, йомошоңа эшкинер”, — тиҙәр. Шулай итеп, Ғималетдин Асҡар ауылына килеп эләгә.
Эшкә тилбер, ҡыйыу булып үҫә Ғималетдин. Һалдатта ла йөрөп ҡайта. Ҡайтҡас, Таһир ауылынан Йосоп ҡарттың Шәмсикамал исемле ҡыҙын әйттерәләр. Кәләшен алырға ла өлгөрмәй Ғималетдин, япон һуғышы ҡалҡа. Ике метрға яҡын оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле, көслө Ғималетдин тылда ҡала алмай. Егет разведкаға эләгә.
...Бер ваҡыт өс разведчик, улар араһында Ғималетдин Яҡупов та була, дошман тылына китә. Текә, яланғас тау әллә ҡайҙарға йәйелгән. Ике һалдат тау башынан атлай, ә башҡорт егете аҫтан, тау битләүендәге юлдан бара. Иптәштәренең: “Якупов, прощай!”— тигән һүҙҙәренән албырғап ҡалған Ғималетдин ни булғанын уйлап өлгөргәнсе, уны дүрт япон һалдаты уратып та ала. Бер хәл дә итеп булмай, ҡыуып алып китәләр егетте. Япондарҙың ҡулында — араҡы шешәһе, уртлай-уртлай киләләр. Ғималетдинға ла тәҡдим итәләр, ул баш тарта, ә үҙе дошман һалдаттарының әкренләп иҫерә барыуын күреп ҡыуана. Күҙ ҡырыйы менән генә тегеләрҙе күҙәтә: мылтыҡтарын артҡа күсергәндәр, ғәҙәти кейемдәге, ҡоралһыҙ Ғималетдинға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары һүрелә башлаған да шикелле. Бер аҙ барғас, тәүәккәл егет, үҙ-үҙенә фарман биреп, көтмәгәндә алдараҡ килгән дошман һалдатына ырғый, уның штыклы мылтығын тартып алып, ике дошманды сәнсеп үлтерә, икәүһен мылтыҡ төйҙәһе менән иҫәңгерәтә һуға.
Шулай итеп, часҡа ике “тел” менән ҡайта Ғималетдин. “Һине әсирлеккә алғандар, нисек ҡотола алдың?” — тип ышанмай торалар. Комиссия төҙөйҙәр. Егет үҙе менән булған хәлде һөйләп бирә, әйҙәгеҙ, тағы ике японды күрһәтәм, ти. Барһалар, ысынлап та, икәүһе үлеп ята. Иҫән ҡалғандарынан һорау алалар, бик ҡиммәтле мәғлүмәт бирә “тел”дәр.
Ә Ғималетдиндың күкрәгенә быға тиклем алып өлгөргән бронза Георгий тәреһе эргәһенә көмөшө өҫтәлә. Полк командиры уға үҙенең алтын сәғәтен бүләк итә, йәнә 25 һум аҡса ла бирәләр ҡыйыу разведчикка.

“Һин иҫәнме ни?”

Бер тауҙы ала алмай, ете көн, ете төн алыша беҙҙең һалдаттар япондар менән. Йоҡо ла, ал-ял да юҡ. Ғималетдин ағас төбөнә ышыҡланып, дошманды күҙәткәндә йоҡлап китә. Төш күрә: имеш, япон һалдаты эргәһенә үк килеп баҫҡан... Уянһа, тау башынан уларға табан япондар ябырылышып килә. Ҡулбашына эләккән пулянан Ғималетдин тәгәрәп китә. Эргәһендәге иптәше, уны салғыйынан һөйрәп, аҫҡа табан шыуыша.
Аҙмы-күпме ваҡыт үткәндән һуң, япондар менән килешеү төҙөлә. Ике яҡ һалдаттары ҡосаҡлашып күрешә. Тыныслыҡ урынлаша.
Ғималетдинды Порт-Артурҙан Петроградҡа госпиталгә оҙаталар. Вагонға киндер туҡыманан сәңгелдәк аҫып, егетте шунда һалалар, сөнки ултырып та, ятып та барыр әмәле булмай. Яраһы ул арала ҡортлай башлай. Тәҙрәнән тышты күҙәтеп барған яугир иҫен юғалта. Госпиталдә Ғималетдинды моргка сығарып ташлайҙар.
— Бер заман күҙҙәремде асып ебәрһәм, ян-яғым тулы үлектәр. Дер ҡалтырата, һыуыҡ, — тип хәтерләр булған һуңынан яу батыры. — Ярай әле, шинелде һалдырып өлгөрмәгәндәр.
Бөтә көсөн туплап, яралы һалдат моргтан сығыу яйын ҡарай.
— Һин иҫәнме ни? — тип иҫтәре китә госпиталь хеҙмәткәрҙәренең.
Уны дауалай башлайҙар.
Бына шунда осраша ла инде Ғималетдин Николай Икенсе менән. Батша ҡаһарман башҡорт егетен үҙ госпиталенә күсертә. Баһадир кәүҙәле һалдат һауыҡҡас, бер йылға яҡын Николай Икенсенең һағында хеҙмәт итә.
— Батша һанаттарын йыйғанда, ишек төбөнә һаҡҡа гел мине ҡуйҙылар, — тип һөйләгән аҙаҡ балаларына Ғ. Яҡупов. — Ғаиләңде бында алдырайыҡ, тулыһынса дәүләт ҡарамағында булырһың, тиһәләр ҙә, мин баш тарттым. Тыуған яҡты бик һағынғайным шул... Ихтыярың, тине батша.
Япон һуғышының 64 батырын Ҡышҡы һарайға бүләкләүгә йыялар. Урамда халыҡ эркелешә. Кешеләрҙе үткәрмәҫ өсөн ике яҡлап тимер селтәр һуҙалар. Батырҙарҙы түргә ултырталар. Батша һәр ҡайһыһының алдына орден һалып сыға, ә батшабикә, ике ҡыҙын эйәртеп, наградаларҙы һалдаттарҙың күкрәгенә тағып йөрөй. Һуңынан дүрт сәғәтлек мәжлес ойошторола. Музыка уйнап тора, өҫтәлдәрҙә — йәнең теләгән ризыҡ-тәғәм.
— Бер сәғәттәй ҙә тойолманы шул мәжлестәре, — тип һағынып та, үҙенең бөтөнләй башҡа донъяны күреү бәхетенә ирешеүенә аптырай биреберәк тә һөйләр булған Ғималетдин олатай.
Алтын Георгий тәреһенә Ғималетдин Яҡупов шул саҡта лайыҡ була.

Батша бүләге

Тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтҡан яугир кәләше менән матур ғына йәшәп алып китә. Тик донъяға килгән һәр балаһы үлеп тик тора.
Ғималетдин оҫта ҡурайсы булған, моңо менән барыһын да таң ҡалдырған. Йыл һайын йәйләүгә сығыр алдынан ул йәйәүләп үтәнән-үтә Троицкиға юлланыр булған. Ағаһы менән апаһын шулай эҙләп таба ул. Усман ағаһы Баҡырүҙәктә алтын йыуыуҙа йөрөй. Әхмәр яҡтарынан кәләш тә алып ебәргән. Апаһы Хәсибә, белем алғас, юрист булып китә.
1907 йыл булһа кәрәк. Ҡаҙмаш мәктәбенә нигеҙ һалған осор. Ҡолағашҡа йәйләүендә йәйләгән Ғималетдин менән Шәмсикамал һәйбәт ҡыуыш ҡора. Бер көндө тарантас арбаға ат еккән ике ят кеше килеп туҡтай. Урыҫтар икән. Арбанан һандыҡ һөйрәп төшөрәләр. Эсе тулы кейем-һалым, һабыны ла бар. Тик эстәге йоҙағын ҡуптарып алып бөткәндәр. Ғималетдин менән ҡатыны аптырап китә.
— Батшанан бүләк, — ти ҙә тегеләр ҡайтыр яҡҡа борола.
...Һандыҡты район үҙәгендәге төбәкте өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ХХ быуат аҙаҡтарында бер әсмүхә сәйгә алмаштырып алып китә.
Ғималетдин менән Шәмсикамалдың һуңғараҡ донъяға килгән өс балаһы иҫән-һау үҫеп етеп, ғаилә ҡора, сабыйҙар үҫтерә.
Әйткәндәй, Ғималетдин олатайҙың бер туған ағаһы Усман — танылған йырсыбыҙ Хәсән Усмановтың олатаһының атаһы.
Ҡаһарман яугир лайыҡ булған Георгий тәреләренең яҙмышы ла ҡыҙыҡлы.
Рысҡужа ауылынан дүрт саҡрым ғына алыҫлыҡта Рәмиевтәр приискыһы булған. 1921 йылғы йотлоҡта Шакир Рәмиев, дүрт бот он биреп, алтын тәрене алып китә.
— Көмөш тәре мин килен булып төшкәндә лә бар ине әле, — ти Хәлфетдин ағайҙың хәләл ефете Миңлебикә еңгәй. — Ҡәйнәм уны иретеп, ҡыҙына беләҙек эшләтте.
1873 йылда донъяға килгән Ғималетдин Яҡупов 1955 йылда вафат була. Ҡарсығына: “Сәйҙе сеүәтәгә яһап бир” — тип өндәшә. Күрәһең, ҡулдарының хәлһеҙлеген тойғандыр. Аҡһаҡал ҡулындағы сеүәтә әллә ҡайҙа ырғып китә. Шул минутта ғәжәйеп яҙмышлы ҡарт яугир ҙә йән бирә.
Ғүмерен иленә арнаған, тыныс тормошта колхоз эшенән ҡалмаған Ғималетдин Яҡуповты ауылдаштары хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата.
Батырҙың улы Хәлфетдин ағайҙың яҙмышы ла бик фәһемле. Ләкин быныһы инде — икенсе тарих.
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Әбйәлил районы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Минсылу Фаритовна
    Минсылу Фаритовна от 07.10.2012, 21:47
    У Гималетдина Якупова было четверо детей(!). Хальфетдин, Иштимер, Асма и Хосна.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872