Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ашығыс ярҙамИптәшем Артур менән “Мир” фирмаһы” туҡталышынан болоҡһоп ҡына ҡайтып киләбеҙ. Ҡояш түҙгеһеҙ итеп ҡыҙҙыра, тын алырлыҡ әмәл юҡ, күкрәк ситлегендә әллә йөрәк, әллә күңел сәбәләнә. Мин өндәшмәйем, Артур алға һонолоп атлаған арала ауыҙ эсенән мығырҙанып һөйләнеп килә:
— Эштәгеләрҙең кемеһе — көньяҡта, кемеһе Европала ял иткән. Минән, ҡайҙа ял иттең, тип һорағас, ҡапыл ғына, һис уйһыҙ: “Ауылда, бесән саптым...” — тинем. Өндәшмәнеләр. Уларға рәхәт, улар ҡарт, барыһы ла бар, донъялары бөтөн, төҙөк, ә беҙҙең, йәш булғас, бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Их, ҡасан ғына ҡартаябыҙ инде!
Үҙем иремдең һүҙҙәрен бүлдермәй генә тыңлап киләм, үҙемдең көлгө килә. Былтыр ғына вуз бөтөрөп өйләнешкәс, Өфөлә йәшәргә тәүәккәлләгәйнек шул.
Ауылдан әсәйем кеше аша ебәргән күстәнәсте йөкмәп, тауыҡ кетәгендәй генә торлағыбыҙға ҡайтып киләбеҙ. Картуф, ҡаймаҡ, икмәк... Артур уйлана биреберәк килде лә тағы һөйләнергә тотондо.
— Ятаҡтан бүлмә йүнләргә ине, бүлмә! Фатирҙың бер бүлмәһен генә ҡуртымға алып, күпме йәшәмәк кәрәк? Әллә... — Хәләлемдең шоморт төҫөндәге күҙҙәре ҡапыл балҡып китте лә шунда уҡ һүнеп ҡуйҙы. — ...Районға ҡайтыр инек тә, унда эш буламы һуң? Икенсенән, кеше ни әйтер? Ҡалала йәшәргә ҡулдарынан килмәй ҡайттылар, тиерҙәр...
— Беҙҙең яҡта “һыймай ҡайттылар” тип сәйнәнерҙәр ине, — һүҙ ҡыҫтырам да тыйнаҡ ҡына көлөп ҡуям. Ирем мине ишетмәне, буғай, һүҙен дауам итте.
— Әллә, Әлфиә... Себер сығып китәйемме?
Уның һүҙҙәренә аптырағандан, сараһыҙлыҡтан көләм.
— Юҡ инде, мин тыуған еремдән бер ҡайҙа ла китмәйем, мин китмәгәс, һин дә... Беҙ тыуған ерҙә эшләргә, йәшәргә тейешбеҙ.
— Тейешбеҙ... — тип үсекләй мине Артурым. — Ә тыуған ер беҙгә бер ни ҙә тейеш түгелме? Мин үҙ еремдә йәшәйем, юғары белемлемен, ниңә мин килмешәк кеүек көн итергә мәжбүр?
— Беҙ тиң... — тип һаҡ ҡына төҙәтәм иремде. — Беҙ килмешәк кеүек көн итергә мәжбүр.
Артурҙың усын ҡыҫа биреп ҡуям, ул, ауыр муҡсаһын беләгенә күсереп, устарымды үбә. Ары атлайбыҙ. Автобус туҡталышы янындағы буй-буй теҙелеп киткән эскәмйәләрҙә халыҡтың кемеһе гәзит уҡый, кемеһе гәп һата. Ҡапыл халыҡ ары-бире йөрөп торған ҡаҡ асфальтта ниҙер ятҡанын шәйләп, күрәш күҙҙәремде ҡыҫа бирәм. Эскәмйә янында... бер егет һуҙылып ятҡансы?! Бынау эҫенән әлһерәп ауҙымы икән әллә? Йөрәге тоттомо? Ҡурҡышымдан ауыҙымды усым менән баҫам, тауышҡа ирем әйләнеп ҡарай. Бармаҡ осо менән егеткә төртөп күрһәттем.
— Ҡара әле... — Мин егеткә ҡаршы бер аҙым яһаным, ә ирем, ҡапыл йәне көйөп, тиктомалдан туҙынып китте.
— Беҙҙең былай ҙа хәстәребеҙ башыбыҙҙан ашҡан! Ә беҙгә кем ярҙам итер?
Ирем ауыҙ эсенән ниҙер һөйләнә-һөйләнә алпан-толпан атлап, икенсе яҡҡа ынтылды. Беләм: иҫ киткес эскерһеҙ, күңелсәк кеше ул Артур. Кешенең күңеле сараһыҙлыҡтан ҡатҡыллана, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙан... Йәнкиҫәгем дә кеше хәсрәтенә, бәләһенә һуҡыр була башланымы ни? Уф, йөрәгем... Күкрәк ситлегендәге йөрәк йәнә өҙгөләнде, ҡыҫып-ҡыҫып ауыртты, тамаҡҡа төйөр булып тығылды.
— Артур, ә, бәлки, уның дә әсәһе барҙыр, ул да уның өсөн борсолалыр, берәй ваҡыт ҡайтып инер тип көтәлер...
Әйтеп бөтөрмәнем, күҙҙәремә йәш эркелде. Башы һуҡҡан яҡҡа китеп барған ирем, һүҙҙәремде ишетеп, ағарынып киткән йөҙө менән ҡырт боролдо ла, бер ни әйтмәй, бер нисә секунд эсендә теге егет янына барып ҡунаҡланы, пульсын тикшерҙе, “Ашығыс ярҙам” машинаһына шылтыратты. Ә мин, Артурымдың башынан һыйпап, иланым да иланым. Их, нисек һағындырҙың һин, әсәй, башты тубыҡтарыңа һалып, бер түгелеп илап алырға ине лә...
Ҡала шаулай, урам тулы халыҡ, барыһы ла ҡайҙалыр ашыға, саба, тәкмәс ата, абынған еренән кире тороп, йәнә алға ынтыла. Беҙ Артур менән баҫып торған ер, гүйә, ҡала тәбиғәтенән бүленеп, айырым утрауға әйләнгән. Артур бисара егеткәйҙең башын ҡалҡытырға тырыша, йәнә телефонына йәбешә, “Ашығыс ярҙам”ды йәһәтләй. Ә мин, беҙҙән башҡа бер кем дә булмағандай, илайым да илайым. Их, әсәй...
“Ашығыс ярҙам” килеп, егетте тейәп сапты. Иҫереп ауған, имеш. Беҙ, ирем менән ҡулға-ҡул тотоношоп, “Мир” фирмаһынан аҫҡа ҡарай атлайбыҙ. Икебеҙ ҙә өндәшмәйбеҙ хәҙер. Артур миңә ҡарап-ҡарап ала. Нисектер күңел бушап ҡалды. Әллә илағанға, әллә башҡа кешенең хәстәре менән булып, онотолоп торғанға...
— Әсәйҙәргә шылтыратып алырға кәрәк, — тине ирем бер аҙҙан. Мин күндәм генә баш ҡағам.
— Әйҙә, — тип йылмаям. Артур ҙа миңә йылмайыу менән яуап бирә. Тынғыһыҙ йөрәк тә, бер аҙ семеткеләп торҙо ла, тигеҙерәк һуға башланы. Көтөп торһон әле хәстәрҙәр. Иртәгәгә тиклем...
Ләйлә САБИТОВА.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә