Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Арғаяштың арҙаҡлы ҡыҙы
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Мәтәл ауылында яҡты донъяға килә Динә Азат ҡыҙы Талхина. Тик ул 2007 йылдың 27 февралендә арабыҙҙан китте.

Динә апайҙы ерләгән көндә бик ҡаты һыуыҡ булды. Халыҡ телендә ундай көндө “төкөрөк төшкөһөҙ һыуыҡ” йәки “осоп барған ҡош туңып төшөрҙәй һыуыҡ” тип нарыҡлайҙар. Аҡ донъяға һөйөп, яратып баҡҡан яҡты күңелле Динә Талхинаның йылдар буйы ҡаты сирләүе, һыҙланыу-әрнеүҙәре, теш ҡыҫып сабырлыҡ һаҡларға тырышыуы тәбиғәттә шундай сағылыш тапҡандыр...
Сабыр аҡыллы, көслө рухлы, “ҡаратырыш” кеше ине ул. Кешеләргә изгелекле, йылы һүҙле, яҡшы мөнәсәбәттән туҡылғайны ғүмер юлы. Шәхсән үҙем оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, уның терәк-таяныс булырҙай кәңәш-төңәштәрен мәңге онотасаҡ түгелмен, улар әле лә иң хәл иткес мәлдә ярҙамға килеп, күҙҙе ҡаплаған пәрҙәне күтәргән һымаҡ. Әҙәм балаһы тормош юлынан атлағанда абына-һөрөнә, хаталана-яңылыша йәшәргә өйрәнә. Янында кәрәк саҡта тел ярҙамы тейерҙәйҙәр булһа, ярты бәхеттер, тим. Динә Талхина шундай заттан ине. Киҫәтә лә, ҡурсалай ҙа белә, кәрәк икән, тейәрен генә әйтеп тә ала...
Йөрәк йылыһын да, күңел яҡтыһын да яҡындары, ҡәләмдәштәре, авторҙары менән йомарт бүлешеп йәшәне. Уның менән аралашыу үҙе бер ғүмер була торғайны. Һүҙ ҡайһы ғына даирәгә ҡағылмаһын — үҙ ҡарашы, фекере булыр, аҡыл ҡеүәһенең киңлеге һоҡландырыр ине. Уның менән аралашыу мөмкинлегенә эйә булғандар был фекер менән тулыһынса килешер. Мин, үҙ сиратымда, шундай кеселекле, кешелекле кеше менән осраштырып, бергә эшләү насип иткәненә Хоҙайыма мең рәхмәтлемен. Хатта Башҡортостан китап нәшриәтендә лә бер осорҙараҡ эшләй башлағанбыҙ.
1987 йылда Динә Талхинаға нәфис әҙәбиәт редакцияһында балалар әҙәбиәте буйынса яуаплы мөхәррир вазифаһын йөкмәттеләр. Уға тиклем корректор, дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары редакцияһында мөхәррир булып эшләне. Һәр урында үҙен ныҡышмал, тырыш хеҙмәткәр булараҡ ҡылыҡһырланы. Балалар әҙәбиәте буйынса мөхәррир вазифаһын да үҙенә генә хас тилберлек менән тартып алып китте. Балалар өсөн китаптар матур һүрәтле, зауыҡлыраҡ донъя күрә башланы. Ә инде 1992 йылда яңы ойошторолған балалар әҙәбиәте бүлегенә мөдир итеп тәғәйенләнгәс, Динә апай башлаған эшен тағы ла дәртләнеберәк дауам итте. Нәшриәт кәштәләрендәге ҡулъяҙмаларҙы барлап сығып, яҙыусыларға заказдар биреү зарурлығын төшөнә ул. Танылған әҙиптәр менән бер рәттән яңы ҡәләм тирбәтә башлаған йәштәрҙе лә йәлеп итеп, тематик йүнәлешле заказдар биреп, ҡулъяҙмалар кәштәһен байытыу хәстәрен күрҙе. Кескәйҙәрҙе, йәш үҫмерҙәрҙе ылыҡтырырлыҡ һүрәттәр эшләрҙәй рәссамдарға заказдар бирелде. Туҡһанынсы йылдар башында заман талаптарына яуап бирерлек, тиражы утыҙар, иллешәр мең дана булған балалар китаптары күренә башланы.
Динә Азат ҡыҙы бик тынғыһыҙ кеше ине: профком рәйесе булып һайланғас, “Китап” нәшриәтенә эшкә килгән йәштәрҙе дөйөм ятаҡҡа урынлаштырыуын, балаларына ясле-баҡса юллауын, фатир алырға сираты еткәндәргә, баҡса өсөн ер участкаһы алырға теләүселәргә үҙе йөрөп ярҙам итеүен һаман да рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ. Ә шул уҡ ваҡытта төп эшеңде — бүлек мөдире эшен дә, мөхәррирлекте лә тел тейгеһеҙ итеп башҡарырға, киләһе йыл өсөн тематик планды әҙерләргә, ҡулъяҙмаларҙы ла ваҡытында тапшырырға, рәссамдар заказдарҙы һуңлатмай килтерһен өсөн уларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, беренсе һәм икенсе корректураны уҡып ебәрә һалырға, ҡайһыһыналыр баҫмаға ҡул ҡуйырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, бихисап бында һаналмаған башҡа эш-көштәр...
Коллегамдың авторҙар менән итәғәтле мөнәсәбәтен 1992 йылда, балалар әҙәбиәте бүлегендә мөхәррир булып эшләй башлағас, күрҙем. Күрҙем һәм хайран ҡалдым, сөнки ундай ихласлыҡ, ҡәләм тирбәтеүсенең кемлегенә ҡарамай — ул йәш кешеме, арҙаҡлы яҙыусымы — берҙәй йылы мөнәсәбәтте, ижади киң күңеллелекте табыу, ай-һай, бик ауыр. Тәүге ижад емешен ҡосаҡлап нәшриәт тупһаһын атлап үткән йәш кешеләр әле лә онотмайҙыр бындай ихласлыҡты. (Ул саҡта ҡулъяҙмаларҙы туранан-тура нәшриәткә килтереп була ине. Хәҙер — Яҙыусылар союзы консультанттары аша әҙәби секцияларҙа тикшерелеп, секция протоколы менән генә ҡабул ителә). Динә Азат ҡыҙы йәш ҡәләмдәшенең ҡулъяҙмаһын шул минутта уҡ ҡарап, мөмкин булғанса уҡып, кәңәштәрен, ҡайтанан эшләргә аныҡ тәҡдимдәрен әйтеп, авторҙы ҡанатландырып, күңелен үҫтереп ҡайтара торғайны...
Уҙенең шиғырҙарын тормош тәжрибәһенең һығынтыһы тиһәң дә булалыр. Кемдәргәлер өгөт-нәсихәт уҡығандай ҙа тойолоп китәлер. Нисек кенә булмаһын, күргән-кисергәнен бәйән итә шағирә, халыҡ мәҡәл-әйтемдәрен ҡушып яҙған шиғырҙары ла байтаҡ. Өләсәһенең өйрәтеп әйткәндәре лә шиғырҙарына инеп киткән. Уны йыш телгә алыр, яратып һөйләр ине: “Ҡәртнәйем, Хоҙай яратҡан кешеһенә бәләкәйерәк ҡаза биреп, ҙурынан һаҡлар, тиер, былай тиер ине”, — ти торғайны.
Динә апайҙың шиғриәте үҙенсәлекле, ундайҙарҙы сәхнәнән уҡымайҙар. Ул күҙгә-күҙ ҡарашҡандай, күңелдән күңелгә уҡыусы менән һөйләшә. Халҡыбыҙҙың тел хазинаһын бөртөкләп йыйып, нағышлап сиккәндәй, шиғыр юлдары туҡылған. Ул юлдар һине тормош асылы тураһында уйландыра, күңелдең нескә ҡылдарына ҡағылып хисләндерә, фәһем бирә, зиһенде ҡуҙғыта. Семәрле һүҙ-биҙәктәрҙә телебеҙҙең моңон, наҙын, көсөн, ҡеүәтен, байлығын, матурлығын тойоп күңел, күреп күҙ ҡыуана. Уй-хистәр өйөрмәһе, ел-дауылдай, берсә һине ҡайҙалыр осортоп алып китә, берсә, “һин ер кешеһе, эшең дә, ашың да ерҙә, тыуған-үҫкән, көнгә баҡҡан үҙ илеңдә, артыҡ осонма, табандарың — ерҙе, ер йылыһын тойғанда ғына һин — кеше” тигәндәй, ысынбарлыҡҡа ҡайтара. Шағирәнең кисерештәрен үҙеңдекеләй тоя башлайһың, хыялдарың шиғыр юлдарында терелгәндәй, яҡтырғандай булып китә, йәки уның һыҡрау-һыҙланыуҙары йөрәкте семетеп, йәшәү ҡәҙере, мәғәнәһе тураһында уйға һала.

Һәр әйткән һүҙем
Булмаҫ татлы йөҙөм,
Булыр дары,
Булыр дарыу.
Атыр, ватыр,
Дауалар,
Булыр иркен һауалай.
Шоңҡарҙай осор һүҙем,
Иркәләп кеше күҙен!

Динә Талхинаның да рухы — ижади ҡомартҡыларында, уны күреп-ишетеп белгән кешеләр күңелендә йәшәй, ҡыҙы Линда, ейәндәре Арыҫлан менән Асҡарҙа дауам итә.
Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА,
З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21