Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдарға бай Юлдыбаев
Юлдарға бай Юлдыбаев“Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы Ейәнсура юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығы һәр саҡ алдынғы урындарҙың береһен биләй. Район аша республика әһәмиәтендәге Ира – Магнитогорск, Ырымбур юлы үтә. Унан Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондары халҡы файҙалана. Силәбе өлкәһе, Себер яҡтарынан килгәндәр ҙә ошо юлдан йөрөй.

Идаралыҡ тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Төпкөлдәге Ейәнсура юлдары оҙаҡ йылдар тупраҡтан, күперҙәре ағастан булды.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә һыналыр, ти халыҡ мәҡәле. Был төбәктәге юлдарҙың яңырыуын Вәли Юлдыбаевтың исеме менән бәйләйҙәр: ил эшен иңенә йөкмәп, уңған яҡташтарына таянып, илен-төйәген яҡшы тормошҡа әйҙәгән етәксенең исеме — халыҡ күңелендә. “Юлдыбаев юлдары”. Уға бөгөн рәхмәт әйтәләр, ғорурланып телгә алалар. Фамилияһы ғүмерлек һөнәрен — юл һалыуҙы билдәләр, тип кем уйлаған...
Ейәнсура районының Элмәле ауылында ишле ғаиләлә тыуып буй еткерә Вәли Үлйәбай улы. Тыуған йортонда хеҙмәт тәрбиәһе алып, рухи, физик йәһәттән нығынып үҫә егет. Ғаиләләге 11 бала ла иҫ киткес теремек, эшһөйәр, булдыҡлы. Ана шундай “ауыл” тәрбиәһендә сыныҡҡан Вәли тормошта үҙ урынын таба, районда ғына түгел, республика кимәлендә абруйлы етәксегә әүерелә. Башҡа туғандары ла йәмғиәт өсөн файҙалы шәхестәр, һәр береһе илебеҙҙең төрлө төбәгендә хеҙмәт итә.
Совет Армияһында ил алдындағы изге бурысын үтәгәндән һуң колхозда эш башлай. Унан, Өфөлә автотранспорт техникумын тамамлағас, яҙмышын тыуған төбәге менән бәйләй. Тәүге вазифаһы — Иҫәнғолдағы коммуналь хужалыҡ ойошмаһы етәксеһе. Шул арала юғары белем алырға ла, төрлө хеҙмәт баҫҡыстарын үтергә лә өлгөрә. 1996 йылда үҙ эшенә яуаплы ҡараған, йүнсел, булдыҡлы белгесте Ейәнсура юл төҙөлөш-ремонтлау идаралығына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр.
...Ира — Магнитогорск юлындағы “Ете бөгөл”дө юлаусылар ниндәй михнәт менән үткәнен әле лә хәтерләйҙер. Хәҙер был юлдан йырлап ҡына үтәләр. Идаралыҡты ҡабул итеп алғанда база ла юҡ, кадрҙар етешмәй, биш берәмек техника саҡ “тын ала”. Ә юлдар бөтөнләй насар хәлдә. Вәли Үлйәбай улының эшкә ҙур сәм менән тотоноуын күреп, элекке район хакимиәте башлығы Раил Сарбаев, республика ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре Миңлерәйес Усманов, Наил Ҡотлогилдин, Валерий Ильясов, Шамил Әминов, Закир Әбүбәкиров ярҙам ҡулы һуҙа.
Бына 18 йыл инде Вәли Үлйәбай улы республикабыҙҙың “Көньяҡ ҡапҡаһы” һаналған Ейәнсура төбәгенең юл тармағын яҡшыртыуға көс һала, идаралыҡ иһә “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә яҡшы күрһәткестәре менән абруй яулай, һәр саҡ алдынғылар иҫәбендә билдәләнә.
Идаралыҡ 502 километр юлды төҙөкләндереү өсөн яуаплы. Тәбиғәт шарттары бында еңел түгел: таулы-ташлы, һаҙлыҡлы урындар, шишмәләр, үҙәндәр аша юл һалыу күп көс, оҫталыҡ, тәжрибә талап итә. Бының өсөн ике асфальт-бетон заводы эшләй, “Малиновка” карьерында машиналар тауышы тынмай, ҡырсын һәм ваҡ таш әҙерләйҙәр. Техника етерлек.
Төпкөлдәге һәр ауыл район үҙәгенә асфальт юл менән тоташҡан. Эш күләме йылдан-йыл арта. Етәксе әйтеүенсә, “Беҙҙең мөмкинлектәр менән күберәк эш тә атҡарырға мөмкин. Заказдар ғына булһын”.
Бөгөн идаралыҡта 120 кеше эш менән тәьмин ителгән. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында бирелә. Төҙөүселәргә техника, төҙөлөш материалдары, сәләмәтлек нығытыу өсөн шифаханаларға путевкамы — рәхим ит. Балаларҙың йәйге ялы ла һәйбәт ойошторолған. Ветерандар ҙа иғтибар үҙәгендә. Асфальт һалыусылар, юл тигеҙләүселәр, ҡом-таш түшәүселәр — һәммәһе лә үҙ эшенең оҫталары. Үҙе лә эшһөйәр, уңған булараҡ, вазифаһына яуаплы ҡарағандарҙы хөрмәтләй, ҡурсалай етәксе. Хеҙмәт кешеһен күрә, күтәрә белә. Әйткәндәй, ул район Советы депутаты ла. Яҡташтарының көнитмешен еңеләйтеүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Бына ошондай тотороҡло коллектив туплау, бәлки, бөтә уңыштың нигеҙелер?
Талапсан, етди етәксенең тылы ла ныҡлы. Ғаиләһендә ул — һөйөклө ир, хәстәрлекле атай, ҡәҙерле олатай. Һөйөклө ҡатыны Мәүлиҙә Фәнил ҡыҙы — яҡшы хужабикә, уңған эшҡыуар. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Улдары Эльвир менән Илфат — юрист, Өфөлә йәшәйҙәр.
Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән бүләкләнгән В. Юлдыбаевтың яҡташтары мәнфәғәтендә янып йәшәйһе мәле. Бай хеҙмәт тәжрибәһе киләсәктә лә райондың иҡтисадын күтәреүгә, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыуға хеҙмәт итер. Бының өсөн булдыҡлылығы ла, ихтыяр көсө лә етерлек уның.
Р. ӘМИНЕВА.


“Хөрмәтле Вәли Үлйәбай улы!
Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ — 60 йәшегеҙ тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Тап һеҙ етәкселек иткән осорҙа уңған коллектив, яҡшы техника тупланды, сифатлы асфальт юлдар, ышаныслы күперҙәр һалынды. Район иҡтисадын күтәреүгә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә киләсәктә лә уңыштар, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Ейәнсура юл төҙөлөш-ремонтлау
идаралығы коллективы”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә