Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йылмайыуы — үҙе бүләк
Йылмайыуы — үҙе бүләкҒаиләбеҙ менән Гүзәл Байбулдина алып барған “Йырым булһын бүләгем” тапшырыуын көтөп алабыҙ. Яғымлы тауышы, ихласлығы, мөләйемлеге менән күңелгә үтеп инә ул. Меңдәрсә тамашасыға матур ял, байрам кәйефе бүләк иткән ҡыҙҙың үҙе хаҡында күберәк белге килә.
Мәүлиҙә ИМАНҒОЛОВА.
Туймазы районы.


Редакцияға ошондай хат килгәс тә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына юл тоттом. Алсаҡ йөҙөнән нур бөркөлөп торған телеэкран “йондоҙо”н сираттағы тапшырыуҙы әҙерләп йөрөгәндә осраттым.

– Сәләм, Гүзәл! Хәлдәр нисек?
— Һәйбәт! Әле генә отпускынан сығып торам.
– Ҡайҙа ял иттегеҙ?
– Тәүҙә иптәшемдең тыуған яғында, Әбйәлилдә. Яҡтыкүлдә рәхәтләнеп һыу индек, ҡояшта ҡыҙындыҡ, унан – үҙебеҙҙә. Минеңсә, атай-әсәйең менән бергә булыуҙан да матурыраҡ ял юҡ. Йәй көнө ауыл кешеһе өсөн эш бөтәһе түгел. Ошо арала уларға әҙерәк ярҙамлашып ҡалыу күңелгә ниндәйҙер кинәнес, рәхәтлек тойғоһо бирә.
– Күп ҡыҙҙар бәләкәйҙән телевидение “йондоҙо” булыу тураһында хыяллана. Ә һин нисек килеп юлыҡтың?
– Телевидениела эшләрмен тип уйлағаным да, хыялланғаным да булманы. Барыһы ла осраҡлы ғына килеп сыҡты. Сәнғәт академияһының яңы ғына асылған театр белгесе бүлегендә уҡып йөрөгән саҡ. Ул мәлдә Земфира апайым (Земфира Байбулдина – бер туған апаһы) “Сәләм” тапшырыуында эшләй ине. Бер көн ул: “Отпускыға ебәрмәйҙәр, генераль директор, урыныңа үҙең кеүек алмашсы тап, ти. Гүзәл, әйҙә, минең урынға эшләп тор әле, ҡулыңдан килергә тейеш”, – тигәс, бик шөрләһәм дә, риза булдым.
— Өйрәнеп китеүе ауыр булманымы?
— Ул саҡты уйлаһам, әллә нисек ҡыйын булып китә. Эфирға сығыр алдынан аяҡ ҡалтырай. Һүҙҙәремде бутап, яңылышып ҡуймайым, аҙаҡ ауылдаштар, таныш-тонош күҙенә нисек күренермен, тип үҙ-үҙемде “ашайым”. Ситтән ҡарағанда ғына бындағы эш еңел, матур кейенеп, һыланып-һыйпанып ҡына йөрөгән кеүек тойола. Ә ысынында иһә үтә лә ауыр, яуаплы хеҙмәт ул. Төрлө өлкәләге һөнәр кешеләрен, дәрәжәле, абруйлы ҡунаҡтарҙы тапшырыуға саҡырабыҙ. Улар менән йәнле, ябай, һәр кемдең күңеленә ятышлы әңгәмәләр ойошторорға кәрәк. Һәр тапшырыу алдынан эҙләнәһең, ҡунағыңдың һөнәренә ярашлы һорауҙар әҙерләйһең. Экран алдында улар юғалып ҡалмаһын тип йәнә хафаланаһың. Ҡайһы саҡ дәрәжәле кешеләр ҙә, тапшырыу башланһа, баҙап ҡала. Юҡ, был һөнәр минеке түгел, китермен ул тигән уй ҙа була торғайны. Һуңынан осратҡан кешеләр, ҡайһылай матур алып бараһың, тигәс, үҙемдә ышаныс артты.
— Ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғандыр?
— Өлгөрмәй башлағас, уҡыуымды тамамлап ҡуяйым тип, телевидениенан киттем. Диплом алғас, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлегенә эшкә урынлаштым. Бер саҡ алып барыусыларға конкурс иғлан ителгәс, таныш-тонош: “Һинең урының телевидениела, бар, ҡатнаш”, – тип өгөтләй башланы. Дәртләндергәс, йөрьәт иттем. Шунда тауыш режиссерҙары апайымды саҡырып: “Земфира, ҡара әле, ҡара, бер ҡыҙыҡай һин булып ҡылана, тауышы ла, хәрәкәттәре лә хәс һинеке һымаҡ”, – ти икән.
– Бөгөн һин телевидениела үҙ кеше, “Йырым булһын бүләгем” тигән тапшырыуҙы алып бараһың. Ә бының өсөн актерлыҡ һәләте кәрәкме?
— Беҙ халыҡтың үтенесе буйынса эшләйбеҙ. Башлыса туғандарын, дуҫ-иштәрен тыуған көндәре менән ҡотларға теләүселәр мөрәжәғәт итә. Беҙ уларҙың байрамын йәмләргә бурыслы. Шуға ла тел байлығы ла, актерлыҡ һәләте лә кәрәк. Аралаша белеү ҙә мөһим. Ҡыҫҡаһы, һәр хәрәкәтең, йылмайыуың менән халыҡтың күңеленә оҡшарға тейешһең. Шул саҡта ғына һине тамашасы үҙ итәсәк.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ла белге килә…
– Тормош иптәшем Вадим авиация университетын тамамланы. Әле эшҡыуарлыҡҡа тотондо. Эше уңышлы ғына бара кеүек. Улыбыҙ Надирға — дүрт йәш. Хәҙерге балалар ун бер класс белем менән тыуа тигәндәре дөрөҫтөр, күрәһең, ул көндән-көн үҙенең теле менән аптырата. Бер көн шаярып-шаяра. Ахырҙа: “Балам, ул тиклем ныҡ шашма, мине ҡартайтаһың бит”, – тигәйнем, уйланып торҙо ла: “Әтеү атайым да ныҡ шаярғандыр, ибет, шуға ла өләсәйем ҡартайған”, – тимәһенме! Һуңынан: “Әсәй, һиңә ҡартаймаҫ өсөн “Йәшлек эликсиры” алып эсергә кәрәк”, – тип тә ебәрҙе.
— Ялыңды нисек үткәрәһең?
– Ҡайһы ваҡыт ял көндәрендә лә эшләргә тура килә. Ә инде буш ваҡытта йүгерәм, спорт менән шөғөлләнәм. Әҙәби китаптар уҡыйым. Ғаиләмде тәмле аш-һыу әҙерләп һыйларға яратам.
Х. ӘХМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә