Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Мәңге халыҡ хәтерендә

26 сентябрҙә районда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың хәтер көнө билдәләнәсәк.
Уға ярашлы, мәктәптәрҙә һәм мәҙәниәт усаҡтарында батырҙың тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Милли геройҙың шиғырҙарын һөйләү буйынса III төбәк конкурсы, "Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә мәңгелек" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Шулай уҡ батыр тыуған Тәкәй ауылы урынына ҡуйылған стелаға сәскә һалыу, С. Юлаев музейына экскурсия ойоштороу ҡаралған.
"Йүрүҙән", Салауат районы.


Бәләнең башы – һаҡһыҙлыҡ

Быйыл һигеҙ айҙа Мишкә районында 18 янғын сыҡҡан.
Бер кеше һәләк булған (былтырғы күрһәткес – 8), йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ике миллион һумлыҡ матди зыян күрелгән, һигеҙ миллион һумлыҡ милек ҡотҡарылған. 13 ихата ҡаралтыһы, дүрт йорт, ике ауыл хужалығы предприятиеһы бинаһы, бер төҙөлөш вагоны янып юҡҡа сыҡҡан. Бәләнең башы – янғын хәүефһеҙлеге, электр ҡоролмаларын монтажлау ҡағиҙәләрен боҙоу. Тәмәке төпсөгөнән, һаҡһыҙлыҡтан ут сыҡҡан осраҡтар ҙа бар.
"Дружба".


Ветерандар көс һынашты

Ишембай районында Һуғыш хәрәкәттәре ветерандары һәм инвалидтары спартакиадаһы үтте.
Республиканың 27 төбәгенән килгән командалар хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙың һәйкәленә сәскә һалды, урындағы "Витязь" машиналар эшләү компанияһында экскурсияла булды.
Артабан командалар "Нефтсе" стадионында атыу, мини-футбол, мини-баскетбол, арҡан тартышыуҙа көс һынашты. Үҙ-ара аралашыу ветерандарға рухи күтәренкелек өҫтәне.
"Торатау".


Беҙҙекеләргә етеүсе юҡ

Магнитогорск ҡалаһында Б. П. Нагибин исемендәге "Азия-Европа" Бөтөн Рәсәй еңел атлетика бәйгеһе үтте.
Төрлө төбәктәрҙән килгән йүгереүселәр араһында яҡташыбыҙ, Лондон олимпиадаһында ҡатнашҡан Егор Николаев та бар. Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, Николаев "Азия-Европа" бәйгеһенең абсолют еңеүсеһе исемен яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла белореттар алдынғылыҡты бирмәне – яҡташыбыҙ Гөлшат Фазлетдинова еңеүсе булды.
"Белорецкий рабочий".


Китапһыҙ йәшәп булмай

Нефтекамала китапханасыларҙың зона бәйгеһе үтте, унда Краснокама, Илеш райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары вәкилдәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты.
Краснокама үҙәк китапханаһында эшләүсе Людмила Лопаткина "Ғаилә яҙмышы – ил яҙмышында" тигән электрон библиография белешмәһе төҙөгән. Уның буйынса уҡыусылар ситтән тороп китап донъяһы яңылыҡтары менән таныша һәм заказ бирә ала.
Китапҡа һөйөү уятыу йәһәтенән Илеш үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Айгөл Сәйетғәлиева урындағы йылға буйлап кәмәлә йөҙөргә һәм ауылдарҙа туҡтап, төрлө саралар ойошторорға тәҡдим итә. Нефтекаманан Фәйрүзә Хужинаның проекты ла ҡыҙыҡлы тип табылды.
"Красное знамя".


Ете тарафтан ете хәбәрВәт, исмаһам, бәшмәк!

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Хәниф Әхмәтшин автодром эргәһенән үтеп барғанда, юл буйында ғәжәп ҙур аҡһыл-һары туп күреп ҡалған.
Яҡыныраҡ килһә – бәшмәк! Ул тамыры менән ергә шул тиклем ныҡ йәбешкән – өҙөп алғансы бер аҙ көс түгергә тура килгән. 2,2 килограмм тартҡан һаңғырау бәшмәкте Хәниф ағай пакетҡа саҡ һыйҙырып, өйгә алып ҡайтҡан. Был – ифрат тәмле, туҡлыҡлы бәшмәктәрҙең береһе, ти ул. Тимәк, йортта бәшмәк байрамы буласаҡ!
"Огни Агидели".


Иғтибарһыҙлыҡ фажиғәгә килтергән

Үткән төндә Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында ҡот осҡос фажиғә булған.
Иглин районы кешеһе ВАЗ-2106 автомобилендә юл ситенән ҡуҙғалып китергә ниәтләгән һәм "Фредлайнер" йөк машинаһына юл бирмәгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм ике пассажир шунда уҡ һәләк булған.
Туймазы районында иһә ВАЗ-2101 автомобиле көпә-көндөҙ юл ситендә торған йөк машинаһына килеп бәрелгән. Һөҙөмтәлә автомобилдең бер пассажиры һәләк булған, өс кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә