Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы үрҙәргә илһамланып
Яңы үрҙәргә илһамланыпБДУ-ның Сибай институтында студенттарҙың һәләтен үҫтереү, талантын асыу маҡсатында төрлө түңәрәктәр, студиялар эшләп килә. Мәҫәлән, «Ете ырыу» халыҡ, «Эдельвейс» эстрада бейеүҙәре ансамбле, башҡорт театры студияһы һ.б. Шиғриәткә ғашиҡ һәм үҙҙәре лә ҡәләм тирбәтеүсе студенттар өсөн ойошторолған «Инеш» әҙәби түңәрәге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Нәйлә Ыласынова менән түңәрәктең эше, уның ижади пландары хаҡында ҡыҫҡаса әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

— Нәйлә Азамат ҡыҙы, үҙегеҙ алып барған түңәрәктең үткән юлы хаҡында ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине?
— «Инеш» әҙәби түңәрәге 1997 йылда педагогия факультетының деканы, филология фәндәре кандидаты, профессор Илдус Бүләков тарафынан ойошторола. Ул мәлдә мин үҙем дә институттың студенты һәм түңәрәктең әүҙем ағзаһы инем. Илдус Бүләков етәкселек иткән осорҙа түңәрәккә, институтта «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» бүлеге булмағанлыҡтан, нигеҙҙә, «Педагогика һәм башланғыс кластарҙы уҡытыу методикаһы» бүлеге студенттары йөрөй. Артабан төрлө йылдарҙа “Инеш”кә танылған шағирә Гөлназ Ҡотоева, филология фәндәре кандидаты Рәғиҙә Истәкова етәкселек итә. Айына ике тапҡыр үткәрелгән ултырышҡа йәш ҡәләм тирбәтеүселәр теләп йөрөй. Студенттар бер-береһенең ижад емештәре менән яҡындан таныша, уларға үҙ баһаһын бирә, фекерҙәрен әйтә. Түңәрәккә йөрөүсе һәр кем ҡанатланып, көс-дәрт, илһам ала.
— Ижад ителгән әйберҙәрҙең матбуғатта баҫылыуы ла мөһим бит әле…
— Әлбиттә. Түңәрәктең эше йылдан-йыл төрләнә, ижад офоҡтары киңәйә бара. Тәүге эштәребеҙ институттың «Юлдаш», ҡаланың «Атайсал», «Сибайский рабочий» гәзиттәрендә баҫылһа, хәҙер «Йәшлек» гәзитендә, «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдарында ла донъя күрә. Әйткәндәй, «Инеш» түңәрәге ағзаһы, V курс студенты Илгиз Ишбулатовтың «Мин – осар ҡош» китабы З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте тарафынан «Йәш тауыштар» серияһында баҫылып сыҡты. 2007 йылда түңәрәктең 10 йыллығына арнап, «Инеш» тауышы» исемле йыйынтыҡ нәшер иттек. Был китапта төрлө йылдарҙа түңәрәктә шөғөлләнгән йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ижад емештәре тупланды. Шулай уҡ Рита Хәсәнова менән Раушания Уйылдановаларҙың «Бар булмышым хыял ғына…» тип аталған китаптары донъя күрҙе.
— Әйткәндәй, түңәрәктә шөғөлләнгән йәштәр араһында әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһен үҙ итеүселәр ҙә юҡ түгел…
— Эйе, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт юлын һайлаған йәштәребеҙ байтаҡ. Мәҫәлән, Ләйсән Мараҡанова — «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире, Илгиз Ишбулатов — «Киске Өфө», Данил Әбделғәзин «Атайсал» гәзиттәрендә эшләй. Рита Хәсәнова — М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлегендә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина – Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, Зөлфиә Ҡотдосова Ғафури районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып хеҙмәт итә. «Инеш» әҙәби түңәрәге ағзаларының барыһы ла яҙыусы булып китмәһә лә, киләсәктә әҙәбиәтте яратҡан, матурлыҡты күрә белгән, ижадты үҙ иткән башҡа һөнәр оҫтаһы булып танылһа ла, тимәк, бында юҡҡа йөрөмәгән, тип әйтер инем.
— Артабанғы пландарға килгәндә…
— Киләһе йыл «Инеш»тең ойошторолоуына 15 йыл тула. Ошо уңайҙан икенсе китабыбыҙҙы сығарырбыҙ тигән өмөттәбеҙ. Әле I курс студенттары араһынан һәләтле йәштәрҙе эҙләйбеҙ. Өмөтлө йәш шағирә Әлфирә Мәжитованың яҙмаларын әҙәбиәт майҙанына сығарыу, талантлы йәштәрҙе үҫтереү, улар ижадына йүнәлеш биреү – төп маҡсатыбыҙ.
Әйҙәгеҙ, һүҙҙе «Инеш» түңәрәге ағзаларына биреп, гәзит уҡыусыларға уларҙың ижад өлгөләрен тәҡдим итәйек.
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә