Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Силәбе — таланттар төйәге
Силәбе — таланттар төйәгеҺуңғы осорҙа айырым төбәктәрҙең тарихын ентекле өйрәнеү, шул ерлектә ижад ителгән рухи ҡиммәттәрҙе туплау һәм арҙаҡлы шәхестәрҙе барлау эштәре йәнләнә төштө. Әнүәр Әсфәндиәровтың “Ауылдар тарихы” хаҡындағы хеҙмәттәре, Фәнүзә Нәҙершинаның “Рухи хазиналар”, Әлим Зариповтың “Әй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт”, Рәүеф Насировтың “Ете һыу башы”, Рәүеф Шаһиев төҙөгән “Учалы — алтын бишегем” исемле район энциклопедияһы — шуға асыҡ дәлил. Был хеҙмәттәр тыуған яҡ тарихын өйрәнеүҙә мөһим сығанаҡ, яуаплы һәм изге эштәрҙең матур башланғысы булды.
Билдәле булыуынса, әүәлдән ерлектәге материалдар белем һәм тәрбиә сығанағы булған. Һәр төбәктең данлы батырҙары, абыҙҙары, сәсәндәре, ҡурайсылары, йырсылары легендаларҙа, йыр-риүәйәттәрҙә мәңгеләштерелеп, халыҡтың ғорурлығына әүерелгән. Хәҙер мәғариф өлкәһендә тыуған яҡты өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә, ул уҡытыу концепцияһының бер йүнәлеше булып нығынды. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ишмөхәмәт Шарапов: “Борон-борондан башҡорт халҡы йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә тыуған төбәк материалдарын бик уңышлы файҙаланған. Хатта мәҙрәсәләр булмаған осорҙа ла ололар һүҙе, тыуған төбәк үҙенә күрә белем һәм тәрбиә биреүсе мәктәпкә әүерелгән”, — тип яҙҙы. Силәбе башҡорттарының рухи донъяһын йыйыу, туплау һәм өйрәнеү заман талабы булып ҡала.
Силәбе — боронғо башҡорт ере. Ғалимдар раҫлауынса, халҡыбыҙ был төбәктә боронғо Төрки ҡағанаты (VI–VIII быуаттар) осоронан алып йәшәй. Быны ата-бабаларыбыҙ ҡушҡан ер-һыу атамалары ла иҫбатлай. Тағанай, Илмән тауҙары, Торғаяҡ, Киҙәгәс, Арғужа, Ҡалды, Тәхәлем, Өйәлге, Маян күлдәре, Мейәс, Тинес, Ҡараһыу йылғалары һаман байтаҡ сер һаҡлай. Халыҡ уларҙың исеменә бәйле әҫәрҙәр ижад иткән. Шундай гүзәл тыуған яҡтың быуаттар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрен белеү — тарихи хәтерҙе яңыртыу ул.
Силәбе башҡорттарының фольклоры элек-электән тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалимдар һәм яҙыусыларҙың тикшеренеү үҙәгендә булды. ХIХ быуатта П. Кудряшев, А. Бессонов, Д. Зеленин кеүек урыҫ ғалимдары ла иғтибар итә. ХХ быуаттың тәүге яртыһында Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Барый Әлмөхәмәтов, Әхнәф Харисов кеүек ғалимдар халыҡ ижадын йыйыу менән шөғөлләнә. 1936 йылда “Сүкем батыр” ҡобайыры табыла. 1938 йылда Ғәлимов Сәләм әсәһенән “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” иртәген яҙып ала. 60-сы йылдарҙа Силәбе яҡтарына махсус ғилми экспедиция ойошторола. Кирәй Мәргән “Йыр дәфтәре” (1964) китабындағы фольклорсы яҙмаларында тап шул хаҡта яҙып ҡалдырған. Салауат Ғәлин, Ниғәмәт Шоңҡаров, Әхмәт Сөләймәнов кеүек фольклорсы-ғалимдар силәбеләрҙең рухи донъяһын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. “Башҡорт халыҡ ижады” томдарында Силәбе ерлегендә йыйып алынған рухи ҡиммәттәр ҙур ғына урын биләй.
ХХ быуат аҙағында ла Силәбе башҡорттарының рухи донъяһына иғтибар һүрелмәй. Башланған эштәр артабан үҫтерелә. Хөрмәт Бикҡоловтың йырҙарҙан торған “Силәбе моңдары” (1989) тигән китабы баҫыла. Хәйҙәр Хәйҙәровтың “Туй йолалары” (1991), Дамир Вәлиевтең “Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы” (1996) китаптары донъя күрә. Бөгөн был изге башланғысты Силәбе дәүләт университетының шәрҡиәт бүлеге белгестәре һәм студенттары дауам итә.
Һүҙ ыңғайы шуны әйтке килә: заманалар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күңелендә ижад осҡоно һүнмәгән. Тарихи йырҙар, шаян таҡмаҡтар, һағышлы сеңләүҙәр, дини мөнәжәттәр, аҡыллы мәҡәл-әйтемдәр халҡыбыҙҙы һәр дәүерҙә оҙатып йөрөгән. Ауылдарҙа тирә-яҡҡа билдәле һүҙ оҫталары булған. Улар тыуҙырған ижад өлгөләре телдән телгә күсә килгән. 60-сы йылдар тәьҫораттары менән уртаҡлашып, ғалим Салауат Ғәлин: “Экспедиция барышында тиҫтәләрсә сәсән асыҡланды: Һибәт Даянов, Маһинур Шаимов, Яхъя Хәмзин, Сәләхетдин Насретдинов, Әхмәтйән Сабитов, Шәйхулла Мәғәсүмов, Ҡазый Моратов, Шәмсетдин Йәлилов”, — тип яҙҙы.
Халыҡ ижады көслө урғылған урында рух ҡаҡшамай. Бай традиция ерлегендә талантлы әҙиптәрҙең үҫеп сығыуы ла тәбиғи. Ғәлимов Сәләм, Ҡадир Даян, Мөхәмәтйәров Хәй, Кәтибә Кинйәбулатова кеүек һоҡланғыс шағирҙар, асылда, шундай һутлы ерлектә тыуған. Уларҙың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә.
1906 йылда Силәбе ҡалаһында мосолман китапханаһы асыла. Артабан был изге китап йорто, төбәктә “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенән ҡала, икенсе мәҙәни үҙәккә әүерелә. 20-се йылдарҙа Нурислам Бабичев (Шәйехзада Бабичтың ағаһы) китапхананың мөдире була. Шул йылдарҙа ҡаһарман шағир Ш. Бабичты мәңгеләштереү йәһәтенән китапханаға уның исеме бирелә. Силәбе башҡорттары яҙмышында китап йорто бөйөк шағирҙың исеменә тоғро ҡалып, мәҙәни-ағартыу усағы булараҡ, байтаҡ әһәмиәтле эш башҡара.
Силәбеләрҙең күңел донъяһы даръялай тынғы белмәй. Дәүер бөгөлдәрендә үҙ юлынан яҙмай, өмөт, ышаныс менән йәшәүен дауам итә. Төрлө осорҙа йыйып алынған бай халыҡ ижады һәм тупланған нәфис әҙәбиәт өлгөләре ошо фекерҙе ҡеүәтләй.
Ҡамса МОРТАЗИН,
филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә