Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дуҫлыҡ күпере нығый
Дуҫлыҡ күпере нығыйХәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Күрше өлкәләге ҡәрҙәштәребеҙҙең телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлауҙа хәйбуллаларҙың да өлөшө бар. Улар күршеләренә рухи аҙыҡ өләшә, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙә ярҙам итә. Башҡорт булып та башҡорт булып йәшәүҙән мәхрүм булған милләттәштәребеҙҙең күбеһе (дөрөҫөрәге, олораҡ быуын) бындай осрашыуҙарҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Күптән түгел хәйбуллалар өлкәнең Ҡыуандыҡ районына сираттағы осрашыуға барып ҡайтты. Был юлы улар Ҡыуандыҡ ҡалаһына яҡын ғына урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдарының береһе Ибраһимда булды.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары М. Баймырҙина, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Х.Ибраһимов һәм мәҙәниәт йорто артистарынан торған вәкиллекте Ибраһим ауылы халҡы яҡты йөҙ менән ҡаршыланы. Йәйҙең уртаһы, эштең ҡыҙыу сағы булыуға ҡарамаҫтан, зал милләттәштәребеҙ менән шығырым булды. Сараны Ибраһим ауыл биләмәһе башлығы В. Харченко асып, хәйбуллаларҙы сәләмләне һәм биләмәләге ун ауылда барлығы 15 милләт вәкиле үҙ-ара татыу йәшәгәнлеген әйтеп үтте. Шуныһы ҡыуаныслы: бында һәр халыҡҡа ҡарата ихтирам һәм иғтибар булдырылған, һәр кем үҙ телендә аралаша, һөйләшә ала. Артабан һүҙҙе күптән түгел генә Ҡыуандыҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайланған Зәйнетдин Рамаҙанов дауам итте һәм хәйбуллалар менән артабан да дуҫ һәм берҙәм булыу теләген еткерҙе.
Миңзәлә Баймырҙина Ырымбур өлкәһендәге милләттәштәребеҙҙе шефлыҡҡа алыуҙары, уларға рухи һәм мәҙәни ярҙам күрһәтеүҙәре, быйыл ғына бында бишенсе тапҡыр килеүҙәре тураһында һөйләне. Быға тиклем улар Гай районының Яңы Воронеж ауылында, Ҡыуандыҡ, Орск ҡалаларында һәм Сурайҙа булған.
— Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ике яҡ өсөн дә файҙалы, — тине үҙ сығышында Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы. — Бындай осрашыуҙарҙың телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа әһәмиәте ҙур. Башҡортса һөйләшергә зар-интизар булған милләттәштәребеҙ үҙ телдәрендә аралашып, халҡыбыҙҙың моңло йырҙарын ишетә, дәртле бейеүҙәрен ҡарай, гәзит-журналдар, китаптар алыу бәхетенә ирешә. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа бергәләшеп, кәңәшләшеп, бер төптән булып эш итәйек. Дуҫлығыбыҙ тағы ла нығынһын, киләсәктә һеҙҙе Хәйбулла районында көтәбеҙ.
Эйе, был матур традиция дауам итә. Быйыл өлкә башҡорттарын Хәйбуллаға һабантуйға саҡырғандар. Хәйбуллалар осрашыуға буш ҡул менән йөрөмәй: башҡортса китаптар, гәзиттәр, дисктар, Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтен сағылдырған һүрәттәр, ҡурай яһау оҫтаһы Риф Дилмөхәмәтовтың ҡурайҙарын да алып килгән. Халыҡ бигерәк тә һәүәҫкәр артистарҙың сығышын йылы ҡабул итте. Айырыуса “Сулпан” вокаль ансамбле йырҙарын, Йәмил Баймырҙиндың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауын көслө алҡыштарға күмде. Концерттан һуң күмәкләшеп “ритайым”ға бейеүҙәренән ырымбурҙарҙың ни тиклем башҡорт моңон һәм бейеүен һағыныуын тойорға мөмкин ине. Күҙҙәре осҡонланып, йөҙҙәре нурланып киткән милләттәштәребеҙҙең рәхмәте сикһеҙ, шатлығы ҙур. Осрашыуҙан һуң берәү ҙә ҡайтырға ашыҡманы, үҙ телдәрендә аралашып, күңелдәренән урғылған хистәр ташҡынын тыя алмай, күптәре күҙ йәшенә ирек бирҙе. Тап шул көндә үҙенең 73 йәшен тултырған Рафиҡ Килдебаевҡа “Башҡортостан” гәзитенең махсус блокнотын, ручкаһын һәм календарын бүләк иткәс, ағайыбыҙҙың күңеле тулып китте. “Башҡорт теленә һыуһайбыҙ, үҙ телебеҙҙә һөйләшкән ауылдаштар йылдан-йыл кәмей. Йәштәр русса аралашыуҙы хуп күрә. Элек мәктәптә башҡорт телен уҡыталар ине, хәҙер уныһы ла юҡ. БЮТ каналы күрһәтмәй, “Юлдаш”ты тыңлай алмайбыҙ, ваҡытлы матбуғат тураһында әйтеп тә тормайым. Үгәйһетелгән кеүек сит ерҙә йәшәүе еңел түгел. Башҡортостан артистары ла беҙҙе онотто”, — тип күңелен бушатты Рафиҡ Хәким улы. Уның һүҙҙәренә ауылдың ағинәйе Рауза Көлсәйетова ла ҡушылды: “Хәйбуллаларға рәхмәт! Рәхәтләнеп йырҙарын тыңланым, бейеүҙәрен ҡараным, хатта йәшлегемә әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Йышыраҡ килегеҙ!”
Алыҫ араларҙы яҡынайтҡан, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған ике район араһындағы дуҫлыҡ, рухи һәм мәҙәни күпер артабан да нығыныр, үҙ-ара бәйләнештәр дауам итер, тағы ла осрашыуҙар булыр әле тигән изге ниәттә таралышты һәр кем.
К. ИШБУЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә