Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырыбыҙҙы ниңә “батырырға” маташалар?
Батырыбыҙҙы ниңә “батырырға” маташалар?Милли геройыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдарында, бихисап ижади эштә, фәнни хеҙмәттәрҙә, ер-һыу атамаларында һәм башҡа өлкәләрҙә сағылыш тапҡан мәшһүр батырыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында һаман да беҙгә тулы мәғлүмәт асылып етмәгән кеүек. Халыҡ араһында бөгөн дә шәхесебеҙ хаҡында төрлө һүҙ ишетергә тура килә. Ысынлап та, кем һуң ул Салауат Юлаев? Ни өсөн уға бәйле ике төрлө ҡараш йәшәп килә? Тарихты белмәүме, вайымһыҙлыҡмы, маңҡортлоҡмо? Әлбиттә, республика етәкселеге, яҙыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тарафынан уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарылды, әммә былар ғына аҙ, күрәһең. Күргән-кисергәндәрем, ишеткәндәрем ошолай уйларға һәм һығымта яһарға мәжбүр итте лә инде.

Милләт ғорурлығымы, юлбаҫармы?

Бынан бер нисә йыл элек райондың “Табын” гәзите редакцияһына күптәнге танышым, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бер башҡорт ағайы килеп инде. Донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырғандан һуң гәзит биттәрендә хәрбиҙәр, илһөйәрлек темаһына аҙ урын бирелеүе өсөн битәрләп алды. “Бер юлбаҫар, ат ҡарағы Салауат тураһында яҙып ятаһығыҙ, ә Муса Гәрәев кеүек ысын геройҙар хаҡында ниңә өндәшмәйһегеҙ?” — тип туҙынып уҡ китте ул. Ағайҙы бер аҙ тынысландырғас, Салауат Юлаевтың халҡы өсөн азатлыҡ көрәшенә күтәрелгән батыр, үҙ иленең ысын ватансыһы булыуын төшөндөрөргә тырышып ҡараным, әммә ул аңларға ла теләмәне, мин тәҡдим иткән китаптарҙы уҡыуҙан баш тартты. Үҙен ысын башҡорт тип иҫәпләгән запастағы милиция полковнигының милли геройҙы һанға һуҡмауы, хатта юлбаҫар, ҡараҡ тип битәрләүе ныҡ аптыратты, борсоуға һалды.
Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тулыуҙы билдәләргә йыйынып йөрөгән мәлдә бер йәш кешенең: “Бер бунтовщиктың тыуған көнөн билдәләргә йыйынабыҙ”, — тип ризаһыҙлыҡ белдереүе лә күңелгә яра һалғайны. Былтыр иһә Стәрлетамаҡтағы 2-се мәктәп-интернатты тамамлауыбыҙға 25 йыл тулыу айҡанлы класташтар осрашыуына йыйылғайныҡ, шунда һүҙҙән һүҙ сығып, арабыҙҙан берәү “Салауатты милли герой тип атау төптө хата” тип беҙҙең “күҙҙе асмаҡсы” булды.
Бындай имеш-мимеш һөйләү мәғлүмәтһеҙлектән, тарихты белмәүҙән килә. Эйе, заманында Салауат яуы (тарих дәреслектәрендә Е. Пугачев етәкселегендәге 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы) баҫтырылғандан һуң Екатерина II башҡорт батырының исемен телгә алыуҙы ла тыйған, буйһонмағандарҙы язаға тарттырғандар. Бөгөн Салауатҡа ҡарата булған кире ҡарашты тап шул Әбей батша сығарған махсус указдың йоғонтоһо тип аңларға кәрәктер. Батыр ҡулға алынғандан һуң уны 75 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыуҙары, ике тапҡыр ҡолаҡ, танау япраҡтарын ҡырҡып алыуҙары, маңлайына ҡыҙған тимер менән “З.Б.И.” (“злодей”, “бунтовщик”, “изменник” һүҙҙәренең ҡыҫҡаса яҙылышы) тамғаһын һалыуҙары, уның хаҡында төрлөсә яманлап һөйләүҙәре шауҡымы, күрәһең, эҙһеҙ үтмәгән. Екатерина II үлгәндән һуң да бик күп йылдар дауамында Салауат тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләргә ҡурҡҡандар, батша власы, башҡорттар тағы яуға күтәрелер тип, уның батырлығын онотторорға тырышҡан.
Әммә халыҡ ауыҙына иләк ҡаплап булмай: Салауат Юлаев тураһында йырҙар, шиғырҙар ижад ителгән, килер быуындарға легендалар һөйләп ҡалдырылған. Батырыбыҙҙың оҫта ғәскәр башлығы ғына түгел, ҡурайсы, шағир-импровизатор ҙа булғанлығы хәҙерге быуынға мәғлүм.

Әҙәбиәттә батыр образы

Яҙмаларҙа Салауат Юлаев хаҡында бик һуңлап иҫкә ала башлайҙар. Бөйөк әҙип Александр Пушкин башҡорт батыры тураһында әҫәр яҙырға хыяллана, әммә уны архив документтарына яҡын юлатмайҙар. Шулай ҙа юғалып ҡалмай урыҫ шағиры, Ырымбур губернаһына килеп, башҡорттарҙан Салауат тураһында легендалар, риүәйәттәр яҙып алып ҡалыуға өлгәшә. Архив документтарын төплө өйрәнмәү Пушкинды ла хаталандыра. Үҙ әҫәрендә ул Салауаттың атаһы Юлайҙы 1740 йылғы Ҡараһаҡал яуында ҡатнашҡан “ҡарт бунтовщик” тип атай. Ә 1774 йылдағы һорау алыуҙа тотҡон Юлай Аҙналин үҙе тураһында “45 йәштәмен” ти. Тимәк, ул 1729 йылғы булып сыға. 1739 — 1740 йылдарҙа 10-11 йәшлек Юлай Аҙналин бер нисек тә ихтилалда ҡатнаша алмаған. Ә бына уның атаһы Аҙналының ҡатнашыу ихтималлығы бар.
Тарихсылар яҙып ҡалдырыуынса, Салауаттың олатаһы Аҙналы заманына күрә бик уҡымышлы, ике телдә лә уҡый-яҙа белгән кеше була, улдарын, ейәндәрен дә белемле итергә тырыша. Белеме, абруйы булмаһа, 33 кенә йәшендә улы Юлайҙы волость старшинаһы итеп ҡуйырҙар инеме ни? Бәләкәйҙән ил-йорт яҙмышын, халҡының нисек көн итеүен күреп үҫкән зирәк Салауат, байҙарҙың, түрә-ҡараның халыҡты ҡурҡытып та, алдап та ерҙәрҙе баҫып алыуын, башҡортто төрлөсә йәберләүен күреп, ҡулына ҡорал алырға мәжбүр була.
Урыҫ әҙәбиәтендә Салауат образына ХIХ быуатта Пушкин, Игнатьев, Нефедовтар мөрәжәғәт итһә, ХХ быуатта Степан Злобин “Салауат Юлаев” романын яҙып, батырҙың рухын мәңгеләштереүгә тос өлөш индерҙе. Шулай уҡ Инга Гвоздикова, Виктор Сидоров кеүек эҙәрмәндәр Салауат Юлаевтың тормош юлын өйрәнеп, халыҡҡа еткерҙе. Башҡорт яҙыусылары, ғалимдары был эшкә һуңлабыраҡ тотондо. Ирек Аҡманов, Әнүәр Әсфәндиәров, Марат Ҡолшәрипов, Салауат Таймасов, Мирас Иҙелбаев, Морат Рәхимҡолов, Радик Вахитовтар уның тормош юлын ентекле өйрәнде. Салауат Таймасов Салауаттың яуҙаштарының тулы исемлеген төҙөүгә өлгәшһә, һәүәҫкәр тарихсы Радик Вахитов уның шәжәрәһен китап итеп баҫтырып сығарҙы. Күләмле әҙәби әҫәрҙәргә килгәндә, Мостай Кәримдең “Салауат” трагедияһын, Яныбай Хамматовтың “Салауат”, Мирас Иҙелбаевтың “Юлай улы Салауат” романдарын, Аҫылғужаның “Салауаттың йәше” роман-эпопеяһын, Булат Рафиҡовтың “Эйәрләнгән ат” повесын (тарихи фараз), Ғайса Хөсәйеновтың әҫәрҙәрен миҫалға килтерергә була. Шиғриәттә Салауат образына мөрәжәғәт итмәгән башҡорт шағиры юҡтыр тиһәм, хаталанмам.
Күренеүенсә, башҡорт әҙәбиәтендә Салауат образын сағылдырған әҫәрҙәр байтаҡ ҡына. Уларҙың мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ. Әммә Ғәли Ибраһимовтың Кинйә Арыҫланов тормошона арнап яҙған, тарихи ысынбарлыҡты сағылдырған, өс китаптан торған “Кинйә” романы кеүек әҫәр әлегә юҡ Салауат Юлаев тураһында. Унан килеп, ижади әҫәрҙәр араһында Салауат образын ҡапма-ҡаршылыҡлы итеп һүрәтләгәндәре лә осрай. Әлбиттә, әҙәби әҫәрҙең документтарға нигеҙләнеүе мотлаҡ түгел, әммә әҙиптәр тарихи ысынбарлыҡты инҡар итмәһә ине. Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романында был бик асыҡ сағыла. Дөрөҫ, автор Салауат тураһында әҫәр менән үҙен дә, Салауатты ла донъя кимәлендә танытты. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның сценарийы буйынса кинофильм төшөрөлөп (Салауат ролендә — Арыҫлан Мөбәрәков), совет яугирҙәренә күрһәтелгәс, улар, рухланып, дошманға ҡаршы тағы ла аяуһыҙыраҡ алышҡан.
Был ваҡиғаларҙан һуң бик күп һыу аҡты, ил ҡоролошо ла, идеология ла үҙгәрҙе. Совет ҡоролошонда йәшәгәс, С. Злобин шул заман талабына ярашлы хеҙмәт иткән. Бөгөн килеп, беҙ уны тәнҡитләй башлаһаҡ, быға һис тә хаҡыбыҙ юҡ. Шул уҡ ваҡытта “Салауат Юлаев” романындағы Салауат образының тарихи ысынбарлыҡҡа тап килмәгән урындарын халыҡҡа еткерергә тейешбеҙҙер. Әйтәйек, уның хәҙерге Ғафури районы биләмәһендә урынлашҡан Табын ҡәлғәһендә (боронғо ҡәлғә урынынан алыҫ түгел хәҙерге Табын ауылы урынлашҡан, ә ҡәлғә Шауғара тауына яҡын булған) карателдәрҙән ҡасып ятыуы, мәрйәгә өйләнеүе, үҫмер сағында өс йыл буйы каторжан Хлопуша менән урманда ҡасып йөрөүе — торғаны менән бер уйҙырма. Әҙип был осраҡта үҫмер башҡорт егетенең элекке завод эшсеһе менән бергә дуҫлашып йөрөп, урыҫ телен нисек ныҡлап өйрәнә алыуын нигеҙләргә тырыша. Хәҙер мәғлүм булыуынса, Салауат Юлаевтың ата-әсәһе — ислам тәғлимәтен яҡшы белгән, мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам иткән, балаларына ла шуны өйрәткән абруйлы кешеләр. С. Злобин үҙ әҫәрендә урыҫ-башҡорт дуҫлығын күрһәтеү өсөн Салауатты казак ҡыҙына өйләндерә. Ә бит Табын казактары заманында башҡорт ихтилалдарын баҫтырып тороу өсөн ойошторолған махсус отряд булған. Әбей батшаның Табын ҡәлғәһе тирәләй 25 саҡрым радиуста башҡорт ауылдары булмаҫҡа тейеш тигән махсус указы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Ысынлап та, Табын крепосына яҡын башҡорт ауылдарын көслөк менән күсергәндәр һәм был күренеш райондың географик картаһында бөгөн дә асыҡ сағыла. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә, үҙ дошманының йортонда Салауат карателдәрҙән ҡасып та ята алмаҫ, уларҙың ҡыҙына ла өйләнмәҫ ине.

Беҙҙең төбәктә Салауат эҙҙәре

Салауат Юлаевтың Ғафури районы биләмәһендә ҡасан, ҡайһы урындарҙа, ауылдарҙа булғанлығы төплө өйрәнелмәгән. Яҙма сығанаҡтарҙа яҡташ әҙиптәребеҙ Әнүр Вахитов, Шакир Насиров, Нурислам Шәйхулов, легенда, риүәйәттәргә, топонимик атамаларға таянып, Салауаттың беҙҙең район биләмәһендә булыуын үҙ ижадында сағылдырҙы. Унан килеп, батырҙың ҡылысы ла беҙҙең район биләмәһендә — Ҡобантау тауы итәгендә — табылған. 2006 йылда Салауат Юлаевтың Малаяҙ ауылындағы музейында был ҡылысты күрергә насип иткәйне, әммә музей хеҙмәткәре уның Ҡорбантау итәгенә нисек барып ятҡанын аңлата алманы. Ә бит Салауатты үҙ тыуған яғында ҡулға алалар. Яугир булараҡ, уҡ-һаҙаҡһыҙ, ҡоралһыҙ йөрөмәгәндер бит. Әлбиттә, был тәңгәлдә тарихсы ғалимдарыбыҙға асыҡлыҡ индерәһе бар әле.
Салауаттың беҙҙең райондан сыҡҡан яуҙаштарын, ил-йорт башлыҡтарын, старшиналарҙы ла аҙ беләбеҙ. Тарихҡа билдәле булғандарынан Кәлсер-Табын волосы старшинаһы, ошо төбәктә ихтилал етәкселәренең береһе булған Һабай Ҡотлинды (Һабай ауылы) билдәләп үтергә була. Унан Ишемйәр, Иманғол, Ибраһим исемле улдар ҡалыуы ла билдәле. Кәлсер-Табын волосынан старшина Юлғотло Ғүмәров, Кесе Табындан Мәсәғүт Ишҡаев (Мәсәғүт ауылынан, хәҙерге урыны билдәһеҙ ауыл), Гәрәй-Ҡыпсаҡ ырыуынан Арыҫланбәк Маҡшиғолов (Үрге Ташбүкән ауылы), Ҡотлоғужа Сапарғолов (Ҡотлоғужа ауылы, старшина) һәм башҡалар яу башлығы булып таныла. Хәҙерге район биләмәһендәге һәр ауылдан тиерлек кем дә булһа Салауат яуында ҡатнашҡан.
Әлбиттә, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән, башҡа яҡтарҙан да Салауат яуында ҡатнашып, батырлыҡ ҡылғандар, үҙ халҡының азатлығы өсөн көрәшкәндәр бихисап. Беҙгә уларҙың исемдәрен асыҡлайһы, киләсәк быуындарға еткерәһе бар. Тик шул сағында ғына Салауатты “ат ҡарағы”, “юлбаҫар” тип битәрләргә маташыусылар булмаҫ, милли геройыбыҙ өсөн күкрәк ҡағып ғорурланыусылар артыр.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 22.09.2012, 16:13
    Рэхмэт, Самат! Бик моhим тема кутэргэнhегез.Гомумэн, мэкэлэлэрегеззе яратып укыйым.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872