Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таяҡтың ауыр башы ҡайҙа төшә?
Таяҡтың ауыр башы ҡайҙа төшә?Хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында Башҡортостанда башҡорт милли мәғарифын һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Белем биреү өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле йәмәғәтселекте борсоуға һалған күренештәр хаҡында башҡарма комитеттың милли мәғариф һәм фән буйынса комиссияһы рәйесе Фәнзил Санъяров сығыш яһаны.

— Әлеге темаға быйыл инде икенсе тапҡыр әйләнеп ҡайтабыҙ, — тине ул. — Май айындағы ултырышта республикабыҙҙың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышҡайныҡ. Атап әйтелгән төбәктә туған телде лә, дәүләт телдәрен дә өйрәнеү кимәле һәйбәт тип билдәләнек, сөнки беҙ булып киткән мәктәптәрҙең барыһында ла ысынлап та хәл ҡәнәғәтләнерлек ине. Ләкин темаға ҡайтанан иғтибар йүнәлтергә мәжбүрбеҙ: Башҡортостан мәғарифында тормошҡа ашырыла башлаған ҡулайлаштырыу сәйәсәте, бөтмәҫ үҙгәртеп ҡороуҙар милли мәғарифҡа, айырыуса башҡорт телен уҡытыуға ҡамасаулай, хатта ҡаршы килә.
Фәнзил Бүләк улының фекеренсә, милли-төбәк компоненты буйынса бер ниндәй ҙә проблема булырға тейеш түгел, ни тиһәң дә, беҙҙә был өлкәне яйға һалған хоҡуҡи механизмдар уңышлы эшләй, уларҙың бер генә статьяһына ла үҙгәреш индерелмәгән. Әммә ни сәбәптәндер былтыр тағы 32 башҡорт мәктәбе филиалға үҙгәртелгән, йәғни тулы урта мәктәп статусын юғалтҡан. "Филиалдарҙың 53 проценты — милли мәктәптәр, — тине комиссия рәйесе. — Төп мәктәпкә барған балаларҙың башҡорт телен һәм әҙәбиәтен артабан уҡый алыуы икеле. Был проблеманы киләсәктә ныҡлап өйрәнергә кәрәк".
Былтырғы уҡыу йылында башҡорт балаларының 99,1 проценты туған тел һәм дәүләт теле булараҡ башҡортса уҡыны тип иҫәпләһәк тә, мәктәптә башлыса әсә телендә белем алған йәш милләттәштәребеҙ ни бары 38 процент тәшкил итә. "Башҡорт балаларына туған телен дәүләт теле итеп уҡытыу — башҡа һыймаҫлыҡ мәғәнәһеҙлек, әммә ундай күренеш һаман да киңерәк тарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо турала Мәғариф министрлығында бер ниндәй ҙә аныҡ мәғлүмәт тупланмаған", — тип әсенеүен белдерҙе Фәнзил Санъяров.
Дәүләт телдәрен уҡытыу буйынса ла хәл уйланырға мәжбүр итә. Мәҫәлән, 2006 йылда республикала башҡорт телен дәүләт теле сифатында бүтән милләтле балаларҙың 97 проценттан ашыуы өйрәнгән булһа, хәҙер был күрһәткес — 87 процент самаһы. Сәбәбен Мәғариф министрлығы белгестәре мәктәптәргә белем биреүҙең яңы стандарттары индерелеүе менән аңлата. Комиссия рәйесенең әйтеүенсә, Конституция нигеҙендә дәүләт статусы алған телебеҙгә ундай мөнәсәбәт менән килешергә тейеш түгелбеҙ. "Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан раҫланған Башланғыс дөйөм белем биреүҙең дәүләт стандарттарына күҙ һалһаҡ, дөйөм положениеның 5-се пунктында документтың Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың төбәк, милли һәм этномәҙәни ихтыяждарын иҫәпкә алып төҙөлөүе хаҡында яҙылған, — тине сығыш яһаусы. — Күреүебеҙсә, талаптар тупаҫ боҙола, уҡыу йорттарына һаман да республика Конституцияһын, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф тураһындағы ҡанундарын һанға һуҡмаған уҡытыу пландары көсләп тағыла. Бөгөн саң ҡаҡмаһаҡ, Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы иҫтәлек дәфтәре генә булып ҡаласаҡ".
Фәнзил Бүләк улының һүҙҙәренсә, быйылдан IV класта уҡытыла башлаған "Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре" тигән дәресте башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә үткәрергә ҡарар иткәндәр. "Беҙ бының менән дә һис килешә алмайбыҙ. Башҡортостан Республикаһы үҙ халыҡтарының мәнфәғәтен яҡлай, үҙ ҡанундарының теүәл үтәлешен тәьмин итә алмаҫлыҡ хәлдә түгел бит!" — тине ул.
Комиссия рәйесе ҙур әүҙемлек менән ҡабалан-ҡарһалан алып барылған ҡулайлаштырыуҙың милли белем усаҡтарының, ауыл мәктәптәренең күпләп ябылыуына килтереүен оло проблема тип атаны. Айырыуса башҡорт мәктәптәре зыян күрә, башлыса туған тел уҡытыусылары эшһеҙ ҡала, тине ул. Әлбиттә, сығыш яһаусы бер-ике баланан ғына торған кластарҙы һаҡларға тырышыуҙың мәғәнәһеҙлеген аңлай, сөнки был осраҡта белем биреүҙең сифаты, баланың үҫеше тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә мөмкин түгел. "Әммә ябылаһы һәр мәктәп тураһында ата-әсәләр, киң йәмәғәтселек алдан фекер алышырға тейеш, — тине Фәнзил Санъяров. — Бөгөн министрлыҡ та, мәғариф идаралыҡтары ла 5,5 миллиард һумлыҡ аҡсаны экономиялау менән генә мәшғүл. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, унан һуң халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырғанда милли мәктәптәрҙе нисек һаҡлап ҡалдылар, артабан үҫтерҙеләр икән?"
Өфөләге башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары ла ауыр осор кисерә. Баш ҡала мәктәптәренә уҡыусыларҙы йәшәгән урынына ҡарап туплауҙың эҙемтәһе был. Комиссия рәйесенең билдәләүенсә, Өфөлә милли гимназия һәм лицейҙар унға ла тулмай. Ни бары бер-ике процент тәшкил иткән шул уҡыу йорттарын да һаҡлап ҡала алмаҫбыҙмы ни, тип әсенде ул.
Фәнзил Бүләк улы биргән мәғлүмәттәр буйынса, З. Биишева исемендәге 140-сы гимназияға быйыл беренсе класҡа ҡабул ителгән 41 баланың 20-һе, 102-се гимназияға тәүләп килгән 100 уҡыусының 23-ө генә башҡорт. "Былай барһа, тиҙҙән бындай милли мәктәптәрҙә алтаҡталарҙың үҙгәрәсәге көн кеүек асыҡ, — тине сығыш яһаусы. — Йән башына ҡарап финанслауҙан ҡурҡып, ҡаш төҙәтеү урынына күҙ сығармайбыҙмы?"
Комиссия рәйесе башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәренә, йәмәғәт ойошмаларына милли мәғариф мәсьәләләрен хәл итеү менән даими шөғөлләнергә тәҡдим итте. "Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, киң йәмәғәтселек һәм ата-әсәләр уҡыу пландарын раҫлауҙа ҡатнашыу, мәктәп етәкселеге менән бергәләп эшләү хоҡуғына эйә. Бөгөнгө шарттарҙа уларҙың әүҙемлегенә, хәлде дөрөҫ аңлауына иҫәп тотабыҙ", — тине ул.
Фәнзил Санъяровтың фекеренсә, һәр бәләлә Федераль үҙәкте ғәйепләп ултырыу килешмәй, тырышҡан һәм ҡурҡмаған хәлдә мәсьәләне хәл итеү юлын табырға мөмкин. Ул бер нисә район хакимиәтенең мәғариф идаралығын өлгө итеп күрһәтте. Баҡһаң, ауыл мәктәптәрен ябылыуҙан һаҡлап ҡалғандар, башҡорт теле дәрестәре һанын элеккенән кәметмәүселәр бар икән. Шуныһы ғәжәп: был бигерәк тә "башҡорт районы" тип һаналмаған төбәктәргә хас.
Артабан сығыш яһағандарҙың фекере төрлөсә булды, шулай ҙа бер кем дә милли мәғариф өлкәһендәге етешһеҙлектәрҙең күбәйеп китеүен инҡар итмәне. "Республиканан ситтә йәшәүсе башҡорттарға әсә телен өйрәнеү йәһәтенән нығыраҡ ярҙам итергә кәрәк", "Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттар менән осрашып, хәлде аңлатайыҡ", "Мәктәп директорының милли мәғариф буйынса урынбаҫары вазифаһын тергеҙеү мөһим" тигән тәҡдимдәр бик урынлы яңғыраны.
Я. УСМАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20