Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһында
“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындаКиләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр...


Сибай ҡалаһы Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ирәндек армыттары итәгендә урынлашҡан. Өфөнән 521 километр алыҫлыҡта. Халҡы — 64 меңдән ашыу.
Ҡаланың барлыҡҡа килеүе баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығын тикшереү һәм үҙләштереү менән бәйле. 1913 йылда һоро тимер рудаһы ер өҫтөнә сығып ятҡан урында Иҫке Сибай барлыҡҡа килә. 1939 йылда ҡаланың үҫешендә ҙур роль уйнаған руда ятҡылығы табыла. Ауыр һуғыш йылдарында баҡыр иретеү заводы асыла. 1948 йылдың 25 мартында илдең төҫлө металлургия өлкәһендә иң ҡеүәтле булған баҡыр-көкөрт комбинаты төҙөлә. 1955 йылдың 21 ноябрендә Сибайға ҡала статусы бирелә. Бөгөн Сибай — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендәге сәнәғәт, белем, мәҙәниәт үҙәге. Бөйөк шағирыбыҙҙың ошо шиғри юлдары тап уның хаҡында әйтелгән төҫлө:

Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур,
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр...

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындаХәлит СӨЛӘЙМӘНОВ, ҡала хакимиәте башлығы:
— Сибай ҡалаһы — республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәген берләштереп тороусы үҙәк. Бында бигерәк тә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләре ныҡлы үҫешкән. Ҡалала ике юғары уҡыу йорто, биш профессиональ урта белем биреү усағы бар. Төрлө райондарҙан һәм күрше өлкәләрҙән килгән биш меңдән ашыу йәш кеше беҙҙә белем ала. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһына ярашлы, ҡала дауаханаһында төбәк һаулыҡ үҙәге булдырылды. Бөгөн Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла районы халҡына кәрәкле медицина ярҙамы алыу өсөн баш ҡалаға йөрөү кәрәкмәй. Заман талаптарына яуап биргән эндоскопия, рентгенология, маммография, электромиография, компьютер томографы хеҙмәттәренән һәр кем файҙалана ала. Шулай уҡ Сибайҙа төбәк өсөн махсуслашҡан республика медицина учреждениелары урынлашҡан.
Мәҙәниәт өлкәһендә уңыштарыбыҙ һанап бөткөһөҙ. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, Сибай дәүләт филармонияһы, республикабыҙҙағы берҙән-бер балалар театры “Сулпан” уңышлы эшләй. Йәй айында үткән “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсының юғары кимәлдә ойошторолоуы ла быға асыҡ миҫал. Сибайҙар өсөн өр-яңы кинотеатр ҡайтанан эш башланы, башҡа ҡалаларҙағынан бер ҙә ҡалышмай, тамашасылар 3D форматта кино ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Бөгөн ҡала иҡтисадына тос өлөш индергән Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан шахта үтеү идаралығы һәм башҡалар тотороҡло эшләй. Һигеҙ ай йомғаҡтары буйынса дөйөм сәнәғәт етештереү күләме 106 процент тәшкил итте, 5 миллиард 935 миллион һумлыҡ продукция етештерелде. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Әлеге көндә уларҙың һаны 2 512-гә етә. 2011 йылда эшҡыуарлыҡтан 65 миллион һум һалым йыйып алынды (дөйөм ҡала ҡаҙнаһының 27 проценты).
Һуңғы ваҡытта төҙөлөш эштәренең киң ҡолас ала барыуы шатландыра. Йыл башынан 10844 квадрат метр майҙанда торлаҡ тапшырылды, был күрһәткес үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 33 процентҡа күберәк. Граждандарҙы йәшәргә яраҡһыҙ йорттарҙан күсереү программаһына ярашлы, биш йорт файҙаланыуға тапшырылып, 56 ғаилә торлаҡ аласаҡ. Шулай уҡ ҡалала һуғышта һәләк булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, йәштәр программалары буйынса яңы өйләнешкән һәм күп балалы ғаиләләргә торлаҡ биреү уңышлы атҡарыла. Социаль торлаҡ төҙөү программаһына ярашлы, тағы ике йорт төҙөү ҡаралған. 42 фатир етем балалар һәм бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Оҙаҡламай 220 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, мәҙрәсә йорто файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарын 2011– 2015 йылдарҙа иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһына ярашлы, ҡалала яңы производстволар асыу, ҡеүәтле инвесторҙар йәлеп итеү буйынса аныҡ саралар күрелә. Июнь айында Сибайҙа үткән “Урал аръяғы-2012” төбәк-ара инвестиция форумында төбәк үҫеше өсөн файҙа килтерерлек 11 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Улар иҫәбендә Магнитогорск ҡалаһының “Ситно” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан ҡала элеваторында тәүлегенә 600 тонна етештереү ҡеүәтенә эйә булған тирмән һәм көнбағыш эшкәртеү заводын төҙөү тора. Проекттар уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, ҡалала эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ Мәскәү өлкәһе Химки ҡалаһының “Глобал Эдж” компаниялар төркөмө “СибайЛесПром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте майҙансығында ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү хаҡында һөйләшеүҙәр алып бара.
Сибайҙа тиҙҙән ҙур байрам — Ҡала көнө үткәрелә. Ул төрлө конкурстарға, мәҙәни сараларға, концерт программаларына ифрат бай буласаҡ. Көҙгө йәрминкәләр ҡала тормошона яңы биҙәк өҫтәне, быйыл да халыҡ ҡышҡылыҡҡа етерлек ит, бал, май туплай ала. Төҙөкләндереү эштәре бөгөн дә дауам итә, урам һәм ихаталарға асфальт түшәлә, яҡтыртыу системаһы реконструкциялана.

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындаАлтын һуҡмаҡҡа ышаныслы аҙымдар менән

Яңы уҡыу йылын сибайҙар күтәренке күңел, яҡшы әҙерлек менән башлап ебәрҙе. Быйыл бөтәһе 773 ҡыҙ һәм малай беренсе класҡа уҡырға килде. Ҡала мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Әхмәҙулла улы ХӘСӘНОВТАН яңы уҡыу йылындағы бурыстар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтеүен һораныҡ. Һүҙ — уға:

— Бөгөн Сибай ҡалаһының мәғариф өлкәһен 14 мәктәпкәсә, 14 дөйөм һәм өс өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, бер коррекцион мәктәп, ике балаларҙы йәйге һауыҡтырыу лагеры тәшкил итә. Ҡала мәғариф системаһының төп йүнәлеше — “Беҙҙең яңы мәктәп” башланғысында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы фән һәм мәғариф советы тарафынан ҡуйылған талаптарҙы үтәү. Уҡыусыларға өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреүгә, уларҙың үҙаллылығын үҫтереүгә, һаулығын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә.
Төп проблемаларҙың береһе — мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһына урынлаштырыу. Был мәсьәләне ҡала хакимиәте ярҙамы менән ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Арҡайым ҡасабаһында республика ярҙамында “Балалар баҡсаһы — башланғыс мәктәп” комплексы үҙ ишектәрен асты. Яҙ көнө эш башлаған “Сулпылар” балалар баҡсаһында 140 бала тәрбиәләнә. Шулай уҡ ҡалала ике шәхси, өс ғаилә формаһындағы балалар баҡсаһы төркөмдәре уңышлы эшләп килә. Шуныһы ҡыуаныслы: Көнсығыш биҫтәһендә ике балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
Сибай ҡалаһының мәғариф өлкәһе республикала лайыҡлы урын биләй. Абруй һәм билдәлелек төрлө конкурс һәм ярыштарҙа яулаған еңеүҙәр менән генә түгел, ә йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙе юғары кимәлдә ойоштороу, уҡытыусыларҙың эш шарттарын яҡшыртыу һөҙөмтәһендә яуланған. Айырыуса йәш педагогтарға ҙур иғтибар бирәбеҙ, төрлө методик ярҙам күрһәтәбеҙ. Яңы эш башлаған уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында ҡала хакимиәте башлығының премияһын булдырҙыҡ. 30 мең һумлыҡ грантҡа дәғүә иткән туғыҙ бәйгесе өс турҙа төрлө һынау үтте. Сибай гимназия-интернат мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Тимур Әхмәтйәнов еңеүсе тип танылды.
Шулай уҡ республика кимәлендә уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә “Ирәндек” лицейынан Татьяна Вершинина, Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалия Байбулова, 8-се мәктәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсинә Мөхәмәтғәлиналар төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. Балалар ижады үҙәге белгесе Елена Каплина иһә “Йыл педагогы” исеменә лайыҡ булды. Уҡыусыларыбыҙҙың да уңыштары ҡыуандыра: ҡала буйынса Рәсәй, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс һәм олимпиадаларҙа 28 призлы урын яуланған. Бигерәк тә гимназия, 9-сы лицей, гимназия-интернат уҡыусылары юғары әҙерлек өлгөһө күрһәтте. Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәре лә йылдан-йыл яҡшыра, һөҙөмтә ҡыуаныслы. Быйылғы сығарылышта 36 уҡыусы мәктәпте — алтын, 33-ө көмөш миҙалға тамамланы. 427 уҡыусының 426-һы имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы.
Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ла мәғариф идаралығы ҙур иғтибар бүлә. Рәсәй лагерҙары араһында беренсе урынды яулаған “Шифа” ял лагерынан тыш, ҡалала бер санаторий-профилакторий, өс лагерь, мәктәп яны, профилле һәм палатка лагерҙары эшләне. 1 222 бала ҡала ситендәге лагерҙарҙа, 310-ы Сибай санаторий-профилакторийында ял итте. Дауахана янындағы көндөҙгө стационарҙа күптәр һаулығын нығытты. Шул уҡ ваҡытта 445 үҫмер мәшғүллек үҙәге ярҙамында эш менән тәьмин ителде.

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһында“Беҙҙең кейемде төрлө илдәрҙә күрергә мөмкин”

Ҡасандыр бөтә республикала билдәлелек яулаған тегеү фабрикаларының береһе Сибайҙа урынлашҡанын күптәр хәтерләйҙер әле. Илдә барған үҙгәрештәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ла урап үтмәне. Эшһеҙ ҡалған әллә күпме хеҙмәткәр, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған өс ҡатлы бина етемһерәп ҡалғандай тойолдо.

Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа ҡалала еңел сәнәғәт тармағы ҡайтанан яңы һулыш кисерә. Былтыр тап ошо тегеү фабрикаһы бинаһында Магнитогорск ҡалаһының “Фома” бренды менән сығарылған аяҡ кейеме фабрикаһының филиалы асылһа, хәҙер иһә Санкт-Петербургтың “Махсус кейем” сауҙа йорто” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Көньяҡ Урал филиалы эшләй. Рәсәйҙә киң билдәле “МОДЕРАМ” ҡеүәтле компанияһының Сибай ҡалаһын һайлауы юҡҡа түгел, сөнки бында әҙерлекле эшсе ҡулдар бар. Элекке тәжрибәле тегенселәрҙе ҡайтанан йыйып, уларға эш урындары тәҡдим итеү ике яҡ өсөн дә отошло. Бар ҡорамалдар сит илдән махсус заказ буйынса ҡайтарылған. Заманса автоматлаштырылған “JUKI” маркалы электр теген машиналары деталдәре Японияла эшләнеп, Венгрияла йыйылған. “Тиҙлеге хәтәр шәп, уңайлы, — ти тегенселәр, — рәхәтләнеп эшләйбеҙ”. Замандан артта ҡалмаҫ өсөн “Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындаөр-яңы теген машиналарын үҙләштерергә тура килә уларға.
— Махсус кейемдәрҙе бесеп тегеү эшен генә башҡарабыҙ, — ти филиал директоры Илдар Сафин. — Был заказдар Санкт-Петербургта урынлашҡан предприятиенан килә, һатыуҙы ла улар ойоштора. Беҙ уларҙың заказын ваҡытында өлгөртөп, машинаға тейәп ебәрергә бурыслыбыҙ.
Кем нисек, күпме тегә, нисә операция башҡарырға өлгөрә — һәр тегенсегә эш хаҡы тап шуларға ҡарап билдәләнә. Кемдер планын арттырып үтәй, кемдер уны тултыра ла алмай. Кадрҙар мәсьәләһен хәл иткәндә ҡаршылыҡтарға осрарға тура килде. Эш юҡ тип зарланырға яратыусылар күп булыуына ҡарамаҫтан, фабрикаға килергә теләүселәр аҙ булып сыҡты, сөнки беҙҙең хеҙмәт егәрлелек, тилберлек, түҙемлек талап итә. Күптәр бындай ҡәтғи талаптарға әҙер түгел, шунлыҡтан бер нисә көн эшләгәс тә китеп юғалыусылар булды.
“МОДЕРАМ” компанияһы илдәге гигант предприятиелар менән эш итә, “Транснефть”, “Алроса”, “Газпром”, “РЖД”, “Роснефть”, “Дальмостстрой” кеүек исемдәре киң билдәле предприятиеларға махсус кейем тегеү менән шөғөлләнә. Был компанияның филиалы Белоруссиянан башҡа Рәсәй ҡалаларының “Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындабереһендә лә юҡ. Тимәк, Сибайҙағы Көньяҡ Урал филиалы тегенселәре хеҙмәттәре менән ғорурланырға тулыһынса хаҡлы. Шуныһы ҡыҙыҡ: ошоғаса Урал тау-металлургия компанияһы холдингына ингән Сибай таусыларына махсус кейем Белоруссия фабрикаларында тегелгән. “Киләсәктә таусылар үҙебеҙҙә тегелгән кейемде кейәсәк”, — ти оҫталар.
Ҙур, яҡты бинала әллә күпме машина артында оҫталарҙың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Һәр рәт буйлап махсус тегелгән комбинезондар бер-береһенә күсә генә бара. Тегенселәрҙең тилбер ҡулдары уларҙы йәһәт кенә алып, үҙенә тәғәйен операцияны башҡарып, эргәһендәге күршеһенә оҙата. Шулай итеп, көн дауамында уларҙың ҡулынан йөҙҙән ашыу махсус кейем үтә.
— Һәр эштең үҙ сере, үҙ яйы бар. Һөнәребеҙҙе яратабыҙ, хатта айҙар буйы тик бер төрлө әйберҙе тегеү ҙә һис ялҡытмай, — ти оҫталар.
Бесеү цехында барыһы ла тәжрибәле мастерҙар эшләй. Сибай тегеү фабрикаһында Галина Кожевникова 37 йыл эшләһә, Валентина Выдринаның хеҙмәт стажы — 20 йылдан ашыу. Элекке кадрҙарҙы бергә туплау, уларҙың тәжрибәһен файҙаланыу һәм өйрәнеү — филиал етәкселеге өсөн оло табыш.
Нисек кенә булмаһын, еңел сәнәғәт тармағының ҡалала тамыр йәйеүе, 100-гә яҡын кешегә эш урыны булдырыуы, киләсәктә был һанды икеләтә арттырырға теләүе хуплауға лайыҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, Сибайҙа тегелгән махсус кейемдең киләсәктә бар донъяны яулаясағына ышаныс ҙур.

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындаӨс ҡатлы балалар баҡсаһы буласаҡ!

“Әле республикала балалар баҡсаһы йәшендәге 10 баланың алтауһы ғына баҡсаға йөрөй. 40 меңдән ашыу сабый сиратта тора. Беҙ мәсьәләне яңыса хәл итергә булдыҡ. Өс йылда, 2011 йылды ла индереп, беҙгә балалар баҡсаларында 25 мең урын булдырырға кәрәк”.

(Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенән).

Быйыл Сибай халҡын йәнә оло шатлыҡ көтә. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә 220 урынға иҫәпләнгән өс ҡатлы балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төҙөлөш эштәре республика ҡаҙнаһы иҫәбенә адреслы инвестиция программаһына ярашлы төҙөлә. Объекттың хаҡы — 120 миллион һум. “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәренең балалар баҡсаһы ҡалала иң матуры булмаҡсы. Бында заман талаптарына яуап биргән йоҡо, туҡланыу, уйын бүлмәләре, кескәйҙәрҙең һаулығын нығытыуға булышлыҡ иткән спорт залы, бассейн буласаҡ. Шулай уҡ бәләкәстәрҙең һәләттәрен үҫтереү маҡсатында иркен, ҙур бейеү залы ҡаралған.
Әле төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле: тәүге ҡатта барлыҡ эштәр тамамланған, оҫталар икенсе ҡатта стенаны тигеҙләү һәм биҙәү менән шөғөлләнә. Төҙөүселәр һыуыҡтар башланмаҫ элек өсөнсө ҡаттағы эште тамамлау өсөн бар тырышлығын һала. Бөгөн бында йөҙгә яҡын кеше эшләй.
— Күп ата-әсәләрҙе ҡыуандырасаҡ, кескәйҙәрҙең икенсе өйөнә әүереләсәк балалар баҡсаһы йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ, — ти “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Нур Азамат улы Тажетдинов.

Таусы һөнәре һәр саҡ маҡтаулы

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә. Ҡала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Сибай тау предприятиеһында әлеге көндә ике меңдән ашыу кеше эшләй, күбеһе — шахтерҙар.

Филиал директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, әле 790 мең тонна мәғдән сығарылған. Был планға ҡарата — 105 процент. Комбинаттың уң ҡанаты булған Сибай байыҡтырыу фабрикаһының да эш ҡеүәте тотороҡло. Бөгөн бында 857 мең тоннанан ашыу руда эшкәртелгән. 11 мең тоннанан ашыу баҡыр концентраты етештерелгән.
Һуңғы ай йомғаҡтары буйынса предприятие 3,3 миллиард һумлыҡ продукция эшкәрткән. Уртаса эш хаҡы 15 процентҡа артҡан, әле 26 мең 178 һум тәшкил итә. Сентябрҙән ул тағы ла 5 процентҡа күтәреләсәк. Киләсәктә комбинаттың ҡеүәтен арттырыуҙа мәғдән запасының булыуы мөһим. Шунлыҡтан бөгөндән үк руда базаһын киңәйтеү, яңы ятҡылыҡтар табыу, геология тикшеренеүен йәйелдереү буйынса байтаҡ сара күрелә. Уҙған йылда ошо эштәргә 30 миллион һум аҡса бүленеүе лә юҡҡа түгел.
Һуңғы ваҡытта мәғдән сығарыу һәм эшкәртеүҙең ҡеүәтен арттырыу маҡсатында комбинат юғары ҡеүәтле тау сәнәғәте техникаһы менән тулыланған. Быйыл дүрт үҙбушатҡыс, ике тейәү-ташыу машинаһы, быраулау ҡоролмалары һатып алынған. Яңы техника ярҙамында ер өҫтөн эшкәртеү, мәғдән сығарыу, тау массаһын ташыу йәнләнгән.
Шуныһы ҡыуаныслы: Сибай комбинаты етәкселеге таусыларҙың социаль мәсьәләләренә йөҙ менән боролған. Эшселәрҙең балалары йыл һайын йәмле Талҡаҫ буйындағы “Ҡайынҡай” лагерында, “Ғәҙелша” турбазаһында ял итә. Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә тиҙҙән 35 фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Комбинат хеҙмәткәрҙәре шахтерҙар өсөн төҙөлгән йорттан дөйөм хаҡының 10 процентын алдан түләп, ҡалған сумманы ун йылға процентһыҙ түләү шарты менән фатир алыу мөмкинлегенә эйә. Предприятие күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ҡалала үткән төрлө мәҙәни, спорт һәм сәнғәт байрамдарына йыш ҡына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Ҡасандыр таусылар ҡалаһы статусы биргән Сибай тау-байыҡтырыу комбинатының киләсәккә ышаныслы аҙымдары иртәгәһе көнгә өмөт уята. Тимәк, таусыларҙың хеҙмәте әле булһа дәрәжәле, маҡтаулы һәм кәрәкле.

Хаҡы арзан, файҙаһы күп

Китапханалар һәр осорҙа ла халыҡтың белем һәм мәҙәни кимәлен күтәреүҙә ҙур роль уйнаған. Сибай ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре бөтәһе 10 китапхананы берләштерә. “Китап ене” ҡағылған хеҙмәткәрҙәр йылына 30 мең 590 уҡыусыны ҡаршы ала.

Дөйөм фондта 222 меңдән ашыу дана китап иҫәпләнә. Һуңғы ваҡытта “халыҡ китап уҡымай” тип һөйләргә яратһаҡ та, белем йортонан кеше өҙөлмәй. Уҡыусылар, студенттар, урта һәм оло быуын вәкилдәре үҙҙәренең зауығына тап килерҙәй китап һайлай. Шулай уҡ бында шәжәрә байрамдары, “түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеүҙәр, әҙәби осрашыуҙар ойошторола, төрлө клубтар эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы Миңзәлә Исхаҡова етәкләгән коллектив татыулығы, берҙәмлеге менән айырылып тора.
Бигерәк тә тыуған яҡты өйрәнергә теләүселәр күп. Ҡасандыр тыуған яҡтың тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеү, яҡташ яҙыусыларҙың ижадын пропагандалау, халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында барлыҡҡа килгән бүлек 2003 йылда китапхана булараҡ асыла. Тәүге көндән алып уға Фәғилә Бәҙретдинова етәкселек итә. Тап уның башланғысы менән бында “Мираҫ”, “Серҙәш” клубтары ойошторола. Фәғилә Сәйет ҡыҙы ҡаланың уҡыу йорттары менән берлектә даими эш алып бара, бында фәнни-ғәмәли конференциялар үтә. Үҙ тамырҙарын юллап, шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн фондта “Шәжәрә” базаһы, “Йәйғор төҫө” исемендәге энциклопедик электрон ресурс, Сибай ҡалаһының әҙәби картаһы бар.
Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған Биктимеровтар, Бикташевтар шәжәрәләре ҡала буйынса иң яҡшыһы тип танылды. 2009 йылда рухи үҙәк “Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы” дипломына лайыҡ булды. Рәсәй тарихы йылы һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап фәнни-ғәмәли конференция үткәрелгәс, сығыш яһаусыларҙың докладтарын бергә туплап, ҙур йыйынтыҡ сығарғандар. Әле лә улар яңы асыштар юлында. Юҡҡа ғына Сибай ҡалаһының рухи мәҙәни үҙәгенә әүерелгән тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһына халыҡ ашҡынып йөрөмәй шул…

“Башҡортостан” гәзите – Сибай ҡалаһындаЗамандаштар йылъяҙмаһы

Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Таңһылыу Ғәйнуллина ҡала халҡына оло бүләк яһаны. Сибай ҡалаһында йәшәүсе замандаштары хаҡында ҡасандыр үҙе яҙған мәҡәләләрҙе туплап, “Яҙмыштарҙа — йәйғор төҫтәре” исемле китап сығарҙы.

Геройҙары араһында ниндәй генә яҙмышлы кешеләр юҡ! Әммә һәр береһенең үҙ йөҙө, тормошта үҙ юлы, маҡсаты бар. Ошо ҡабатланмаҫ үҙенсәлекте, әлбиттә, күҙәтеүсән, ҙур тәжрибә туплаған ҡәләм оҫтаһы ғына таба ала.
Таңһылыу Ғәйнуллина һәр геройының яҙмышын, тормошон, уның ҡала өсөн ниндәй ҙур файҙа килтереүен хистәр тәрәнлеге, образдар бөтөнлөгө, халыҡсан тел менән биреүе өсөн дә хуплауға лайыҡ.
“Яҙмыштарҙа — йәйғор төҫтәре” китабын уҡыған һәр кем Сибай ҡалаһының тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, мәҙәниәтенә яңы биҙәктәр өҫтәгән, мәғарифын киң офоҡтарға алып сыҡҡан билдәле шәхестәр, үҙ эшенең оҫталары, талантлы етәкселәр хаҡында таныша ала. Шулай уҡ йыйынтыҡта журналистың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәре лә урын алған. Сибайҙың данлы ҡыҙҙары һәм улдарының хеҙмәтен һүрәтләгән был китап һәр кемдең күңеленә хуш килер, киләсәктә үҙ уҡыусыларын табыр, тип ышанабыҙ.
Махсус битте Кәримә Усманова әҙерләне. Автор фотолары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874