Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гәйнә башҡорттарына — матур бүләк
Гәйнә башҡорттарына — матур бүләкЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән өр-яңы ғилми баҫма — “Гәйнә башҡорттары: тарих һәм хәҙерге заман” Пермь крайы халҡы өсөн матур бүләк буласаҡ.

Китап Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы этнология бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән. Унда Пермь крайы башҡорттарының этнографияһы, антропологияһы сағылдырыла. Ғилми баҫма тарихсылар, этнографтар, антрополог, археолог, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм башҡалар өсөн дә файҙалы буласаҡ.
Коллектив монография — институт хеҙмәткәрҙәренең “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге башҡорттар” темаһы буйынса комплекслы этнографик-антропологик тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе ул. Ошо программаға ярашлы һуңғы тиҫтә йылда Ҡурған, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Силәбе өлкәләрендәге һәм Пермь крайындағы башҡорттар тикшерелде.
Әлеге китап хәҙерге Пермь крайының көньяғында, Тол йылғаһы буйында, күпләп урынлашҡан төньяҡ гәйнә башҡорттары составындағы боронғо ырыу-ҡәбиләләрҙең матди һәм рухи мәҙәниәтенә, антропология, этногеномиканың төрлө өлкәләренә арнала.
Төньяҡ башҡорттарының, шул иҫәптән гәйнәләрҙең ырыу-ҡәбилә структураһы, уларҙың килеп сығышы һәм урынлашыу тарихы, ырыу символикаһы Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Р.Ғ. Кузеевтың “Башҡорт халҡының сығышы” (Мәскәү, 1974) исемле фундаменталь монографияһында ентекле асыла. Билдәле булыуынса, Алтын урҙа ҡолатылып, 1552 йылда Урыҫ дәүләте Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң, Волга буйындағы татарҙар һәм финдар көнсығышҡа, боронғо башҡорт ерҙәренә, шул иҫәптән Каманың һул яҡ ярына һәм Тол буйына күсә башлай. Был хәл гәйнә башҡорттарының теленә һәм мәҙәниәтенә йоғонто яһамай ҡалмай.
Хәҙерге гәйнәләр башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә. Пермь крайы мәктәптәрендә уҡытыу татар телендә ойошторолғанға күрә, бындағы һөйләш татар теленә тартым. Пермь башҡорттарының һөйләшенә ваҡытлы матбуғат, радио һәм телевидение, мәсет һәм дини әҙәбиәт ҙур йоғонто яһай, сөнки төбәк башҡорттарын быларҙың барыһы менән дә Ҡазан тәьмин итә. Һөҙөмтәлә гәйнәләрҙең телендә һуңғы 40 — 50 йылда Ә.Н. Кирәев һәм С.Ф. Миржанова тарафынан теркәлгән байтаҡ боронғо күренештәр юҡҡа сыҡҡан.
ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт этнографтары һәм тел белгестәре Пермь крайындағы гәйнәләрҙе эҙмә-эҙлекле тикшерә башлай. Иң элек этнография материалдары йыйыла. 1965 йылда Р.Ғ. Кузеев етәкселегендә Барҙа, Сараш һәм Солтанай ауылдарында тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1984 йылда С.Н. Шитова етәкселегендә экспедиция ойошторола. 1973 һәм 1975 йылдарҙа С.Ф. Миржанова тарафынан диалектология материалдары йыйыла.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы этнология бүлеге мөдире Р.М. Йосопов етәкселегендә гәйнәләрҙә антропологик тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Сәфәр барышында краниология, демартоглифика буйынса мәғлүмәттәр туплана, генетик структураларын өйрәнеү өсөн гәйнәләрҙән ҡан алына, фотоға төшөрөлә.
Китаптың этнографияға арналған өлөшөндә гәйнәләрҙең тарихи биләмәләре, торлағы, кейем-һалымы буйынса материалдар бирелә. Уны тарих фәндәре кандидаты Ш.Н. Шитова яҙған.
Ғалим З.М. Дәүләтшина таҫтамалдарҙағы биҙәктәр миҫалында декоратив-ҡулланма сәнғәтте өйрәнә. Э.В. Миһранова яҙған бүлек гәйнәләрҙең аш-һыуына арнала.
Ошо төбәктәге башҡорттарҙың демографияһы, йолалары, антропологияһы, краниологияһы, палеоантропологияһы буйынса дөйөм мәғлүмәттәрҙе Р. М. Йосопов әҙерләгән.
Китапты нәшриәт магазиндарында, шулай уҡ Интернет-магазиндағы www.kitap-ufa.ru рәсми сайтында электрон төрҙә һатып алырға мөмкин.
Әлиә ҒӘЛИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә