Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һыу ҡәҙере Ер йөҙөндә эсәр һыу бөткәс беленер

Хәҙер тәбиғәткә һаҡсыл булырға кәрәклекте, эсәр һыуҙы бик һаҡлап тотонорға, ҡәҙерләргә икәнлекте кешелек донъяһы яҡшы аңлай. Ер йөҙөндә булып торған төрлө ғәрәсәт кешелек донъяһын хафаға һала. Әммә аҡса, аҙғынлыҡ ҡоллоғона төшкән кешелә шишмәләрҙе һаҡлау ҡайғыһы юҡ. Шуға йылға, шишмәләр аша күперҙәр бармы-юҡмы, инештәр ағамы, әллә бысраҡҡа тонсоғоп ҡалдымы – уны хәстәрләгән иманлылар юҡ. Хатта дин әһелдәре үҙҙәре лә был турала уйлап ҡарамай. Ҡабатлап әйтәм: Ер йөҙөндә эсәр һыу ҡороһа, ерҙә кешелек донъяһы ла бөтәсәк. Ҡөрьәндең һыуҙы ҡәҙерләргә, самалап тотонорға, артығын тәләфләмәҫкә ҡушыуын онотмайыҡ.
Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә зыярат ҡылырға барған һайын йәнем көйә: барлыҡ килеүселәр, Манһыр утарында йәшәүселәр үҙҙәре лә Урғаҙа йылғаһын бысратып, уны машина менән кисеп үтә. Әүлиәбеҙҙең яратҡан йылғаһын һис бер йәлләп тормайынса, Урғаҙа аша юл һалып бөткәндәр. Был ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыуға бәрәбәр. Ҡөрьән уҡып, олатайҙың рухын шатландырам тигәнсе, уның яратҡан йылғаһын әрһеҙләп, бысратып, Аллаһы Тәғәләнең рәнйешенә дусар булабыҙ түгелме? Ишетеп белеүебеҙсә, бында һәр килгән кеше саҙаҡа ҡалдыра. Хәллерәктәренең муллап биреп китеүе мәғлүм. Шул аҡсаны файҙалы эшкә сарыф итеп, йылға аша бер күпер һалдырып булыр ине. Ошо яҙманы уҡығас, бәлки, берәй изге йән табылыр, Аллаһ ризалығы өсөн Урғаҙа аша күпер һалдырыр.
Артабан «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» повесынан өҙөк килтерәм.
“… Ныҡ ҡына ҡартайған атаһын тиҙерәк ҡайтып күрергә ни саҡлы ашыҡһа ла, Жәлил Ғиниәт улы шоферына үҙен шишмә буйында ҡалдырыуҙы һораны.
Бына уның ожмахтай ғәзиз төйәге – Ҡаранйылға ауылы! Ул өс яҡтан ҡамалып, тауҙар менән уратып алынған. Ауылдың көнбайыш яғынан ҡалын ҡара урман менән ҡапланған яҫы Ҡарауыл тауы, уны ҡурсалап ҡосағына алырға теләгән әсәләй, уратып Мәндем йылғаһы аға. Саҡ ҡына барғас, тәпәшәгерәк тауҙар теҙмәһе китә: Нурыш тауы, унан ары ҡалҡып торған бер ҡаяны Уртый текәһе тиҙәр, арыраҡ көнсығышта – Кәзәташ тауы, унан – Олотау, төньяҡта — Йәнекәй тауы. Тик көнбайыш яҡ ҡына, ауылдың Сәйетбабаға бара торған яғы, бер аҙ тигеҙлек. Был асыҡлыҡ ялан яҡҡа барып тоташа. Аллаһы Тәғәләнең үҙе яратҡан ожмахы ғына шулай матур була торғандыр!
Ауыл халҡының һыулаған һыуы Ҡаранйылға тип атала. Ул Кәзәташ тигән бейек булмаған тауҙан баш ала. Ап-аҡ таштар араһынан өс-дүрт урындан мул ғына булып урғылып сыға ла шунда уҡ сығанаҡтар бергә ҡушыла. Тирә-яҡҡа сафлыҡ бөркөп, терегемөштәй саф һыулы юлаҡ ап-аҡ йомро эреле-ваҡлы таштар араһынан аҫҡа, кешеләр йәшәгән ауыл яғына табан ашыға. Ҡышын да туңмай был шишмә! Ҡаранйылғаның башынан алып Мәндемгә ҡушылған еренә еткәнсе шишмәнең ике яҡ яры ла буйҙан-буйға ап-аҡ йомро таштар менән түшәлгән. Шишмәнең төбөндә лә ялтырап шундай уҡ ап-аҡ таштар ята. Әйтерһең, ожмахтағы кәүсәр шишмәһе. Үҙ ғүмерендә ҡайҙа ғына булманы, ниндәй генә ер-һыуҙы күрмәне, әммә бындай тиңһеҙ гүзәллекте башҡа ерҙә осратҡаны булманы Жәлил ағайҙың. Атаһы Ғиниәт мулла йәй һайын Кәзәташ тауына барып, шишмә баш алған ерҙе ҡарап, таштарындағы мүкте һепереп йыуып, тәрбиәләп, Ҡөрьән сығып, өшкөрөп ҡайта торғайны. Бәлки, был йылға шуға ла бигерәк гүзәлдер?
– Һай, матур шул үҙебеҙҙең Ҡаранйылға! – ти торғайны атаһы, әҫәрләнеп. – Һыуының тәмлелеге ни тора! Бындай хозурлыҡҡа, улым, күҙ тейеүе ихтимал. Ҡаты күҙле кешенән күҙегеп, һыуы ҡороп ҡуймаһын, тим. Шуға ла уны өшкөрөп, тәрбиәләп торам, – Ғиниәтулла мулла йылға аша бер нисә урындан күпер һалдыртҡан. Яҙғы ташҡын күперҙәрҙе ағыҙып алып китһә, бер нисә балта оҫтаһын алып сығып, тиҙ арала киренән рәтләтеп ҡуйған. Йылға аша ат менән кисеп сыҡҡан кешене күрһә, йәне сыға яҙа:
– Мин бывалый һалдат, бомбардир, Мәндемемде бысраттырырға юл ҡуймам! – тип тәртипһеҙҙәргә ҡамсы менән һелтәнгән саҡтары булған, тиҙәр.
Изге хәҙрәттең йолаға әйләнгән был эшен ауылдаштары әле лә дауам итә. Йылға аша ат йә иһә машина менән кисеп йөрөүсе юҡ.
Әүәл был шишмәне Ҡөрьәнйылға тип тә йөрөткәндәр. Шишмә сыҡҡан урындағы таштар Ҡөрьән китабына оҡшап, бүлкәс-бүлкәс булып өйөлөп киткән икән. Шишмә башын Әүлиәләр урыны тигәндәр. Һыуы шифалы тип, барлыҡ тирә-яҡ халҡы Ҡаранйылғанан алып ҡайта торған булған. Йәйен, ҡышын ап-аҡ таштар араһынан урғылған шишмәнең ап-аҡ һыуы көмөштәй ялтырап ятһын өсөн борон замандарҙан ҡалған ғәҙәт буйынса, йылдың-йылы ауыл халҡы күмәкләп сығып, таштарҙың сайын, ләмен селек һепертке менән һепереп, йыуып, таҙартып торған. Бала-саға көтөүе менән йөрөгән сыбар сабағын һөҙгән. Эш бөткәс тә кешеләр таралырға ашыҡмай, яр буйында шишмә һыуынан самауыр ҡайнатып, табын ҡороп, баллап, ҡоротлап, тары күмәсе менән сәй эскән. Шунан таҡмаҡ әйтеп, бейешеү, түңәрәк яһап уйнау киткән. Һәр кемдең үҙ ҡоро, үҙ йыры. Ҡаранйылға шишмәһен таҙартыу, шулай итеп, оло бер байрамға әйләнгән”.
Сәйетбабала уҡытҡан сағында Жәлил үҙе лә, уҡыусы балаларҙы алып, бесәнгә төшкәнсе Ҡаранйылға шишмәһен ҡый-һайҙан таҙарттыра торғайны.

Шишмәнең дә йәне бар


Бәләкәй йылғалар кибеп бөттө, инде ҙур йылғалар ҡороуға табан бара. Шишмәләр, айырыуса изгеләре, кешеләр һымаҡ уҡ ауырый, күҙегә. Уларҙы ләм, мүк баҫа. Яуыз уйлы, ҡомһоҙ, тәкәббер кешеләр килеп йыуынһа, ул бысранып ҡала. Аҙаҡ һыуы һайыға, мүкләнә, таштарын ләм ҡаплай. Тәрбиәләмәһәң, шишмә юҡҡа сыға. Ер шарында күпме шишмә ҡороно. Был хәл кешелек донъяһын хәүефкә һалырға, һағайтырға тейеш тәһә! Һыуҙар ҡорой, улар менән бергә йәшәү тамырҙарыбыҙ ҡорой. Күңел күҙебеҙ һуҡыр булыу сәбәпле, ахырыһы, был хәлгә артыҡ иҫебеҙ китмәй генә йөрөй бирәбеҙ. Мәҫәлән, Миәкә районында Нарыҫтау буйында күргән хәл мине шаңҡытты. Сәхәбәләр ерләнгән ерҙә шифа һыулы бер шишмә бар. Халыҡ уны ололап Әүлиә шишмәһе тип йөрөтә. Кешеләр йәйен-ҡышын әллә ҡайҙан килеп, һыуын шешәләргә тултырып алып китә.
Мин дә быйыл унда булдым. Әммә изге шишмә башына кешеләр ҡойонһон өсөн яһап ҡуйылған ҡоролманы күреп ни әйтергә белмәнем. Тағы ла шул ҡаш төҙәтәм тип күҙ сығарыу һымаҡ булған. Кәйефем ҡырылды. Бынан илле-алтмыш йыл элек өләсәйемдең шишмәләрҙең тере булыуы, энергетик бысраҡлыҡтан ауырыуға һабышыуҙары тураһында һөйләүе иҫкә төштө. Ер-һыу башын бысратып, Аллаһ рәнйешен алабыҙ түгелме?! Ни саҡлы аңһыҙлыҡ! Был тәбиғәт хазиналарына битараф булыуҙан килә. Тәбиғәт байлығын мәңгелек һымаҡ күрәбеҙ. Нәҡ шишмәнең башына ҡоролма эшләп ҡуйғандар. Ҡоролманың эсе икегә бүленгән, бер яғында ир-ат, икенсе яғында ҡатын-ҡыҙ изге шишмәнән биҙрәләп һыу ала ла шунда инеп ҡойона. Кеше үҙенең барлыҡ бысрағын — рухи керен дә, тән ауырыуын да шунда ҡалдырып китә.
(Дауамы. Башы 182-се һанда).
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә