Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәрештәнең фәрештәһе булдың
Фәрештәнең фәрештәһе булдыңӘсәй, әсәкәйем! Фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеүеңә ике тиҫтә йыл үтһә лә, һаман һинең менән һөйләшәм, эс-серҙәремде уртаҡлашам. Тормошомда әсе елдәр иҫһә лә, уңыш-бәхет йылмайһа ла... Рәхәт булып китә шул саҡ!

Әсәкәйем, әйҙә, тағы бер килке күңелде бушатып михнәтле лә, әммә бәхетле лә ғүмер йомғағын тағатып алайыҡ әле.
... — Бәпес тыуған, бәпес! — Һин бәхетле йылмайып күҙҙәреңде асҡанһың. — Ҡыҙың бар бит, Мәғиә!
Һуғыштан һуң бер йыл үткәс, 1946 йылдың 23 майында була был хәл. Миңә, әле бер ни ҙә аңламай “мыш-мыш” килеп имеп ятҡан сабыйға, исем дә күптән әҙерләп ҡуйылған. 1945 йылда һуғыш бөткәс, бер айға ғына отпускыға ҡайтып, киренән әрмегә саҡыртып алынған атайым, улыбыҙ тыуһа — Рәил, ҡыҙыбыҙ Рәйлә булыр, тип яҙған икән һуңғы бер хатында. Эйе, ул осорҙа фронтта ышаныс-абруй яулаған, һуңынан Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнашҡан офицер Ватаныбыҙға кәрәк була әле, сөнки һуғыштың әсе яраларын төҙәтеү, ҡаҡшап-миктәгән ғәскәребеҙҙе яңы көс менән тулыландырыу ҙа талап ителә.
Атайым Ғәрифулла Шәңгәрәй улы заманында ике уҡыу йортон тамамлаған (бөгөнгө юғары белемгә торошло), артабан Маҡар районында (хәҙерге Ишембай) төрлө яуаплы эштәрҙә йөрөгән. Урыҫсаға ла шәп булған, хатта бер мәл үҙ ҡулы менән яҙған автобиографияһын күрһәтеп иҫте китәргәйнең, әсәкәйем. Тип-тигеҙ хәрефтәр!.. Ул, 1941 йылда илгә ҡайғы-хәсрәт ябырылғас та, ҡулына ҡорал ала. Тәүҙә өс йәшлек Наиле, бер йәшлек кенә Гөлсирәһе менән һине олатайымдарға — Әптек ауылына күсереп китә. Ғаиләм ауырлыҡ кисермәһен, яңғыҙ ҡалмаһын тип өҙгөләнгәндер инде, бахырҡай!
Минең тыуасағымды белгәс, ике посылка ебәргән: һигеҙен тултырған ағайыма хәрби кейем (кирза итек, гимнастерка, галифе салбар, хатта малайҙарҙың күҙе ҡыҙған пилотка!), апайыма кейем-һалым һәм миңә, тыуасаҡ сабыйға, йүргәктәр менән бәләкәй малайҙар өсөн күлдәктәр (улым булһын тип теләгәндер инде) Ә үҙе хатында: “Көт, оҙаҡламай ҡайтып етәм, Мәғиәм”, тип һөйөнөслө хәбәр еткергән.
Фәрештәнең фәрештәһе булдыңҺуғыштан һуң тыуған балаларға метрика тултырылған урында бушлай ун метр туҡыма, 100 һум аҡса бирелгән. Мин донъяға ауаз һалып егерме көн үткәс, Петровск ауылына ат егеп барып, метрика менән бүләктәрҙе алғанһың, Ғарифуллам ҡайтыуға бер аҙ аҡса ла булды тип ҡыуанғанһың, әсәкәйем. Тик атай ғына... һаман юҡ.
Стәрле баҙарына барғанда өләсәй менән олатай ҡот осҡос хәбәр ишетеп ҡайта: “Ғарифуллаң... мәрхүм булып ҡалған, Мәғиә...” Йә, Хоҙа, атайым мин тыуырҙан биш көн алда ғына яҡты донъяны ҡалдырып киткән! Эй, әсәкәйем! Үҙеңдең әйтеүеңсә, һинең өсөн күк тә, ер ҙә ҡапыл бергә әйләнгән.
— Әлдә һин булдың, бәпесем! Хыялыйға ғына әйләнер инем. Үҙеңде күкрәгемә ҡыҫып имеҙгәндә ҡара ҡайғым таралған кеүек булды. Әйтерһең, бер ҡулымда — йәшәүгә көс өҫтәгән шатлыҡ, икенсеһендә — ауыр күңел яраһы. Бары һин, бәләкәсем, мине бөгөлөп төшөүҙән һаҡлап ҡалдың”, — тип тупылдатып яратҡаның әле лә хәтерҙә.
Миңә лә тиҙ генә Рәйлә булып китергә насип булмай, мулла ҡушҡан тәүгеһе — Бүләкбикә, сөнки атайҙары мәрхүм булған балаларға шундайыраҡ исем нарыҡлағандар. Атайым да һиҙҙеме икән әллә үҙенең үлемен? Һуңғы хаттарының береһендә: “Һин, Мәғиәм, Һәләүек ташҡанда ҡара бәлтәңде кейеп, кәмәлә икенсе ярға сыҡтың да киттең”, — тип төшөн яҙған бит.
Атайымдың һин тапшырған барлыҡ өскөл хаттарын әле лә аманат итеп һаҡлайым, әсәкәйем. Уларҙың һәр береһенән шундай наҙ, һөйөү бөркөлә. Һин үҙең дә, беҙҙекеләй саф, көслө мөхәббәт Ер шарында бик һирәк булалыр, тип әйтә торғайның бит.
Ә бер ҡанатың ҡайырылғас, балаларыңа һиҙҙермәй генә сеңләп-сеңләп илауҙарың...
Атайым үҙенең хаттарында бер ҡасан да күңелһеҙ хәбәрҙәрҙе бәйән итмәгән. Бәлки, һине, балаларының әсәһен, ҡайғыларға һалмайым тигәндер, киреһенсә, йәшәүгә көс-дәрт, рух бирергә тырышҡандыр. Береһендә 1943 йылдың 23 июнендә Ленинград өлкәһендә, Волхов районының Морозовка ауылында концерт ҡуйыуҙары хаҡында ҡыуанып хәбәр иткән. “Батальондан башҡорттарҙан дүрт кеше — мин, Фәйзуллин, Нәҙершин, Сәйетбатталов сығыш яһаныҡ. “Ғәлиәбаныу”ҙы йырлап, “Байыҡ”ты бейенем. Башҡа милләт һалдаттарына ҡарағанда беҙгә нығыраҡ ҡул саптылар! Хатта 14-се һауа ғәскәрҙәренең командующийы, ҡулыбыҙҙы ҡыҫып, рәхмәт әйтте!”
Үҙең дә, әсәкәйем, моңло итеп йырлай торғайның.
Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым...
Ошо йырыңды һуҙғанда, гүйә, йырсы ҡоштар ҙа һайрауынан туҡтап ҡалыр ине.
Көллөһө өсөн дә рәхмәт һиңә, әсәкәйем! Һуғыштан һуңғы михнәтле йылдарҙа өс балаңды асыҡтырмай, өшөтмәй, иңебеҙгә ауырлыҡ һалмай буй еткерттең. Ғәлиә өләсәйем менән Ибраһим олатайымдың ярҙамы ла ҙур булды. Ҡайҙа ғына эшләһәң дә (балалар баҡсаһы, келәт мөдире, йәшелсәселәр бригадиры), бер ҡасан да һынатманың, сәмсел булдың. Шул йылдарҙа уҡ әле Һәләүек йылғаһының үҙәнендә ҡарбуз, ҡауын, ҡыяр, помидор, ҡабаҡ, һуған кеүек йәшелсәне мул үҫтереп алдығыҙ, бөгөн генә ниңәлер ошо кәсеп онотолдо. Намыҫлы эшләнең, барыһына ла яғымлы, алсаҡ булдың. Зирәк аҡылың, сыҙамлылығың, тырышлығың арҡаһында өс балаңды аяҡҡа баҫтырҙың. “Атайығыҙ һуғышҡа киткәндә, балаларҙы уҡыт, белемле кеше кәм-хур булмай, тип васыят әйткәйне. Уның һүҙен тотоғоҙ”, — тип ҡабатлар инең һәр саҡ. Эйе, тормошҡа яҡты өмөт йәшәтте һине, әсәкәйем. Сәсән телле лә булдың. Беҙҙе тәрбиәләгәндә гел генә халҡыбыҙҙың яҡшылыҡ, изгелек тураһындағы мәҡәлдәрен ҡулландың. Шөкөр, беҙгә ошо әйткәндәрең һеңеп ҡалды. Беҙ ҙә балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәребеҙҙе лә шундай өлгөлә тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Наил ағайым Дәүләт именлеге комитетында эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡты. Гөлсирә апайым да — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы — етмеш йәшенә тиклем балаларға белем нуры таратты. Кинйә ҡыҙың мин дә тормошта үҙ юлымды таптым. Шуның өсөн рәхмәт һиңә, әсәкәйем! Көллөгөҙҙөң дә — атайҙың да, олатайым менән өләсәйемдең дә йәндәре ожмахта булһын!
Рәйлә ФӘСХЕТДИНОВА-ФӘЙЗУЛЛИНА,
“Ғәлиә” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең
генераль директоры.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21