Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ике сәғәттә — 30 мең һум
Ике сәғәттә — 30 мең һумХәҙер ҡала баҙары һәм магазиндарынан аҙыҡ-түлек алһаң, икеләнмәйенсә ашап булмай: ҡыяр менән помидорҙың ысын тәме лә, еҫе лә тойолмай; иттән аш бешерһәң, тоҙлоғо юҡ; картуфы ла картуфҡа оҡшамаған. Ошондай химикатлы ризыҡтан тамам биҙгән өфөләр йыл да көҙгө йәрминкәләрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Ауыл уңғандары менән ҡала халҡы, ниһайәт, уҙған ял көндәрендә егермегә яҡын йәрминкә майҙанында осрашты.

Ауыл хужалығы продукцияһының ни тиклем танһыҡ икәнлегенә Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда инандыҡ. Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылынан Фирүзә менән Йәнис Вахитовтар алып килгән бер баш тана итен ике сәғәттә үк һатып бөтөп ҡайтырға йыйына ине.
— Иттең килограмын, һөйәкле йә һөйәкһеҙ булыуына ҡарап, 200 — 240 һумдан һаттыҡ. 30 мең һум килем алдыҡ, — тине хужабикә.
Сауҙа уңышлы барғас, Вахитовтар киләһе йәрминкәләрҙән дә ситтә ҡалмаҫҡа булған. Ҡала халҡына тәҡдим итер тауары күп уларҙың: ҡураларында егерме баш һыйыр малы, биш ат, әллә нисә тиҫтә һарыҡ, йөҙләгән ҡаҙ, күркә һәм башҡа ҡош-ҡорт бар.
Пенсионер Марина Хәбирова майҙанға йәшелсә алырға сыҡҡан. "Помидорҙың килограмы — 40 һум. Сағыштырмаса арзан", — тип полиэтилен тоғон көскә күтәреп ҡайтып китте ул.
Өфө ҡыҙы Алина Сәғитова менән бал теҙелгән кәштәләр эргәһендә таныштыҡ. Йәш генетик татлы ризыҡтың сәләмәтлек өсөн файҙаһын яҡшы аңлай. Умартасылар менән һатыулашып, бер нисә төр бал алды. "Шәкәр, кәнфит һәм шоколад урынына бал ғына ашайым. Был ҡышҡа етмәй ҙә ҡалыр әле", — тине һылыуҡай.
Йәрминкәлә 700 грамлыҡ һауыттағы йүкә балын — 400, ҡарабойҙай менән сәскәнекен 300 һумға тәҡдим итәләр. Стәрлетамаҡ районының Рязановка ауылынан Наил Кузеевтың әйтеүенсә, сит төбәктә Башҡортостандың "һары алтын"ын күпкә ҡиммәтерәккә һатып алалар.
— Йүкә сәскә атҡан мәлдә умарталарҙы Ғафури районының Сәйетбаба ауылына алып барабыҙ. Һуңынан Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарына күсерәбеҙ, — тине тәжрибәле умартасы.
Ғаилә башлығы, сирек һауыттағы балды әйләндереп-әйләндереп, бал араһында ҡалған һауа түңәрәген уйната. Татлы ризыҡтың сифатын шулайтып тикшерәләр икән. Умартасының ҡатыны Рәйлә ханым иһә һатып алыусыларҙың һауытына бал һалып өлгөртә алмай.
— 150 тирәһе умартабыҙ бар. Бал ҡорто етештергән продукцияның береһен дә әрәм итмәйбеҙ. Һеркәһен дә, һитәһен дә һатыуға ҡуябыҙ, — ти Наил Кузеев.
Ит, бал һәм йәшелсәнән тыш, йәрминкәләрҙә ҡымыҙ, һөт, ҡаймаҡ, сыр, хатта быйма менән ойоҡбаштар ҙа һатылды. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек алырға өлгөрмәгән өфөләр бошонмаһын, сөнки ауыл хужалығы уңғандары алдағы аҙналарҙа ла киләсәк. Башҡортостандың барлыҡ райондарынан тиерлек килтерелгән муллыҡ һәммәһенә етерлек.
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә