Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һыу ҡәҙереҺыу ҡәҙере Ер йөҙөндә эсәр һыу бөткәс беленер

Ер йөҙөндә эсәр һыу кәмегән, шишмәләр ҡороған, йылғалар һайыға барған һайын кешелек донъяһы һыу тураһында күберәк уйлана. Һыуға бәйле төрлө катаклизмдар һәр кемде хәүефкә һала. Күренекле ғалимдар һыу серҙәрен хәҙер бөйөк Раббыбыҙҙың ергә ебәргән изге Ҡөрьәненән эҙләй. Шулай уҡ быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ аҡылына ла мөрәжәғәт итә. Борон: «Ахырызаман етһә, кешенән һыу ҡасыр», – тиер булғандар. Быйылғы ҡоролоҡ, шишмәләрҙең юҡҡа сығыуы, ҙур йылғаларҙың кисеп сығырлыҡ булып һайығыуы боронғолар һүҙен раҫлай түгелме?

Ғүмер сығанағы

Һыу!.. Аллаһы Тәғәләбеҙҙең кешелек донъяһына биргән иң ҙур хазинаһы ул. Был мөғжизә ни бары өс хәрефтән генә тора. Тәү ҡарашҡа яп-ябай һүҙ, ә ниндәй оло көс-ҡөҙрәткә эйә! Ҡөрьәнде, Күкте, Ерҙе, Ер йөҙөндәге барлыҡ тереклекте бар ҡылыусы, йәшәтеүсе Аллаһы Тәғәләбеҙҙең тәхете лә Һыу өҫтөндә, ти дин белгестәре. Дин ғалимдары, Йыһан менән Аллаһ Һыу аша хакимлыҡ итә икән, тигән фекерҙәрҙе лә әйтә. Изге Ҡөрьән һыуҙы бик ҡәҙерләп, самалап ҡына тотонорға, һаҡларға ҡуша. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәләбеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ киң йомартлығы арҡаһында, әлхәмдүлиллә шөкөр, беҙ әлегәсә һыуға мохтажлыҡ кисергәнебеҙ булманы. Ни саҡлы теләйбеҙ, шул саҡлы эсә алабыҙ. Күпме теләйбеҙ, шулай түгеп-сәсәбеҙ. Күҙ алдына килтерәйек – Ер йөҙөндә эсәр һыу ҡороп бөттө, ти. Ни булыр кешелек донъяһы менән? Әҙәм балаһы һыуҙан башҡа йәшәй алырмы? Ашамай күпмелер ваҡыт түҙеп булыр, ә һыу эсмәй бер көн сыҙай алмабыҙ. Кеше генә түгел, Ер йөҙөндәге барлыҡ тереклектең йәшәү сығанағы – һыу. Был һәммәбеҙгә билдәле: ағастар, сәскәләр, һәр төрлө үҫемлек һыуһыҙ йәшәй алмай, ҡороп үлә. Кеше алтын-көмөшкә, гәүһәр-яҡутҡа табына, уны хазина тип атай. Хәҙергә йәшәү сығанағы, йән биреүсе, бар донъяға йәм биреүсе һыуҙың ысын хазина булыуын аңлаусы һирәк. Ул тәбиғәттә тулып торғас, уны күрмәйбеҙ ҙә. Бер нисә йыл ямғыр яумаһа, беҙҙең гөрләп үҫеп ултырған әлеге урмандарыбыҙ ҙа Сахараға, йәнһеҙ ҡом даръяһына әйләнә башлаһа, бер тамсы һыуға зар-интизар булып ултырһаҡ, белерҙәй булырбыҙ һыу ҡәҙерен... Хәлдән тайып, сарсап ятҡанда алтын-көмөшөң, йыйған мөлкәтең, долларҙарың күҙеңә лә күренмәҫ, тик һуң булыр. Шул саҡта: «Ҡулда саҡта ысын хазинаның ҡәҙерен белмәгәнбеҙ», – тип үкенербеҙ.
Башҡортостанда быйыл да ҡоролоҡ хөкөм һөрә. Ямғыр йүнләп яумау сәбәпле, ер өҫтө шаҡмаҡланып ярылды, сәсеүлектәр юҡҡа сыҡты, хатта ҡырҙа бесән үҫмәне. Ә ҡайһы бер яҡтарҙа, мәҫәлән, Краснодар крайында, киреһенсә, ҡойма ямғырҙар яуып, бер нисә минут эсендә Геленджик, Новороссийск ҡалалары дәһшәтле тулҡын ҡосағында ҡалды. Тәбиғәттең был аномаль күренештәре кешелек донъяһын хәүефкә һалырға, уйландырырға тейеш. Бындай катаклизмдарҙың юҡҡа түгеллеген, Аллаһы Тәғәләнең үҙе яралтҡан бәндәләренән риза булмауын, беҙгә иҫкәртеү ебәреүен танырға ваҡыт.
Быйылғы йәй Башҡортостанда бынан алдағы йылдарға ҡарағанда ла эҫерәк булды. Беҙҙең быуын кешеләренә ярай әле һыу бар. Йылға буйына барып һыу инәбеҙ, магазиндан һатып алып булһа ла шишмә һыуын эсәбеҙ. Киләсәк быуынға ошо йылға, шишмәләр ҡалырмы икән? Хәҙер иң ҙур тигән йылғаларыбыҙ ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп урында тауыҡ кисеп сығырлыҡ ҡына булып һайыҡты. Ейәнсура районының Ишле ауылы янындағы юлсылар туҡтап ял итә, һалҡын һыуын эсеп, һыуһынын ҡандыра торған шишмә, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы янындағы Йәншишмә бөтөнләй ҡороп юҡҡа сыҡты. Башҡа төбәктәрҙә лә шундай уҡ хәл. Бындай тиҙлек менән барһа, Аллаһ үҙе һаҡлаһын, бер нисә йылдан һыу инерлек урынды табыуы ҡыйын булыр. Ерҙә һыуҙарҙың һайығыуы, шишмәләрҙең ҡороуы йөрәккә шом һала. Ни өсөн һыу кешенән ҡаса? Был ахырызаман еле иҫеүен иҫкәртеүме әллә? Ә бит уны тиҙ арала еткермәү кешелек донъяһының үҙенән тора: был һәр кемдең иман, тәүфиғына, Аллаһтың барлығын, берлеген таныуына бәйле. Намаҙҙарыбыҙҙа беҙ Аллаһтан ялбарып-ялбарып, иң беренсе, Ер-һыуыбыҙҙың ғүмеренә бәрәкәт һорарға тейешбеҙ. Күпселегебеҙ быны белмәй. Кешеләргә аңлайышлыраҡ булһын өсөн яуапты, бәлки, атай-олатайҙарҙың ер-һыуға мөнәсәбәтенән эҙләп ҡарарғалыр? Был мәҡәләлә борон Табын ырыуы изгеләренең шишмәләрҙе нисек тәрбиә ҡылыуы хаҡында әҫәрҙәремдән өҙөктәр килтермәксемен. Әйткәндәй, Тәбиғәтте, изге шишмәлерҙе һаҡлау темаһы ижадыма үҙенән-үҙе килеп инә.
Яҙғандарымды барлап сығып, аптырап ҡуям, баҡһаң, һәр әҫәремдә был тема сағылыш таба икән дәһә. Әллә минең яҙмалар аша изге шишмәләрҙе һаҡлау кәрәклеген Юғары көс үҙе әйттерәме? Сөнки яҙғанда бер ваҡытта ла уларҙы һаҡлау мәсьәләһен сағылдырыуҙы үҙмаҡсат итеп ҡуйғаным булманы. Һыу ҡәҙере тураһында өләсәйем дә гел иҫкәртеп торор ине. Ул мине бәләкәйҙән шишмәләргә, уларҙың тәменә, йәменә иғтибарлы булырға өйрәтте. Күрше-тирә ҡыҙҙары менән күмәкләп өләсәйемә эйәреп, Теләпәйгә еләккә барабыҙ. Еләклеккә барып еткәнсе, юлыбыҙҙа ете-һигеҙ шишмә осрай. Уларҙы кисеп сығабыҙ. Өләсәйем беҙгә һәр бер инештең һыуын тәмләтә, ҡылыҡһырлай.
– Эсеп ҡарағыҙ әле! Һыуының йомшаҡлығы! Был һыуҙа ҡойонһаң, йәнеңдә лә, тәнеңдә лә кер ҡалмаҫ! – тип беҙ балалыҡ менән аңлап та еткермәгән серле һүҙҙәр әйтә. Өләсәйем, моғайын, шишмәләрҙең һулышын тоя белгәндер. Юҡһа, һәр береһенең үҙенсәлекле тәме, һыуының шифаһы хаҡында әйтеп бирә алмаҫ ине.
– Быныһы Аҡбейек тауының аҡ балсыҡлы еренән баш ала, шуға ла уның һыуы ҡаты, татырлы, теште зәңгетә, аяҡҡа бысылғы булғанда, тәнгә төрлө ҡысыу сыҡҡанда ошо шишмә һыуы менән йыуынырға кәрәк;
– Быныһы тоҙлораҡ, ашҡаҙанға шифалы;
– Быныһында бал тәме бар, йөрәккә файҙалы, сәйҙе ҡара көйҙөрөп сығара…
Ете шишмә – етеһендә ете төрлө тәм! Хайран ҡалырлыҡ! Шулай итеп, һәр шишмәнең һыуын тәмләтеп бара торғас, еләклеккә еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ.
Берәй ерҙә инеш сығып ятҡанды күреп ҡалдымы, өләсәйем: «Бәпәйемде, ҡолонсағымды», – тип уға иркә һүҙҙәр менән өндәшә, еңен һыҙғанып, доғалар уҡый, уны ҡый-ҡыпырҙан, кипкән япраҡтарҙан, сай-ләмдән таҙарта, аҙаҡ инеш башына ултырып, «йәсин» сыға ине. Беҙ, Сәйетбаба ауылы ҡыҙҙары, ошондай күренештәрҙең шаһиты булып үҫтек, шуға ла ғүмерем буйы шишмәләргә иғтибарлы булдым. Әҫәрҙәремә шишмәләр, уларҙы тәрбиәләү, һаҡлау темаһы килеп инеүе юҡҡа түгелдер, тим.

Һәр ғәмәлдең тамыры бар

Дини тәғлимәтте, суфыйсылыҡты, йәшәйеш ҡанундарын өйрәнеү миңә, шишмәләр, йылғалар, ысынлап та, Ер шарының ҡан тамыры икәнлеген аңлатты.
Тамыр… Телебеҙҙә бик йыш ҡулланылған, беҙ анһат ҡына әйткән был һүҙ, баҡһаң, һис тә ябай түгел. «Һыу» һымаҡ уҡ «тамыр» һүҙендә лә оло хикмәт ята икән. Баҡһаң, кешенең генә түгел, һәр үҫемлектең, һәр тереклектең, хатта беҙ йәнһеҙ тип уйлаған нәмәләрҙең, мәҫәлән, таштарҙың да, хатта беҙ йәшәгән планетаның да тамыры бар икән.
Ҡан, кешенең тәнендәге тамырҙар буйлап йөрөп, күҙәнәктәрҙе файҙалы матдәләр менән туҡландырған кеүек, йылғалар, шишмә һыуҙары ла Ер тәне буйлап йөрөп, аҫтын да, өҫтөн дә саф һыу менән һуғара. Изге шишмәләр, сөсө һыу – Ерҙең ҡаны. Кеше тамырында ҡан бысранһа, ул һулып үлгән кеүек, эсәр һыуҙар, ерҙе һуғарған изге шишмәләр бысранһа, Ер шары ла үлегә әйләнер. Изге шишмәләр бәрәкәтендә Еребеҙ хәрәкәт итә.
Әҙәм балаһына эсер өсөн тәғәйенләнгән сөсө һыу, эйе, тәү ҡарашҡа, тәбиғәттә тулып ятҡан һымаҡ тойола. Ысынында иһә, был улай түгел. Йылдан-йыл сөсө һыу күҙгә күренеп кәмей. Ахырызаман етһә, Ерҙә эсәр һыуҙың ҡороп бөтәсәге хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелә. Әммә уны меңәр йылдарға артҡа сигендереү кешелек донъяһының үҙ ҡулында. Бының өсөн тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл булыу кәрәк. Оло быуын кешеләренән ишетеп белеүебеҙсә, күҙ алдында 70 — 80 йыл эсендә күпме шишмә ҡороно, ҡасандыр даръялай йәйрәп ятҡан йылғалар һайығып, тирә-яғын ләм, томбойоҡ баҫып алып, таштары мүкләнеп, ҡаны бысрауҙан ауырыуға һабышҡан кешеләй булып, хәлһеҙләнеп ята. Был йылға, шишмәләргә тәрбиә етмәүҙән килә. Инде ни эшләргә? Нисек һыуҙарҙы ҡороуҙан һаҡларға? Был һорауға яуап алыу өсөн беҙгә атай-олатайҙарҙың тәжрибәһен, алтын аҡылын иҫтә тотоу кәрәктер.
Боронғо кешеләр һыу ҡәҙерен белгән. Һыуҙың йәшәү сығанағы икәнен бик яҡшы аңлаған, йылғаларҙы бысратмаған, шишмә баштарын барып таҙалап, тәрбиәләгән. Һәр кем үҙе тирәһендәге йылғаларҙы үҙе тәрбиәләгән. Борон бабайҙар шишмә, йылғалар аша атлы арба менән кисеп сыҡҡан кешене асыуланып әрләгән: «Эй, мөртәт, башыңа тай типкәнме әллә, ниңә һыуҙы бысратып, йылға аша юл һалып йөрөйһөң, һыуҙың тамырын ҡоротаһың бит, ана, күперҙән сыҡ», – тигәндәр. Кескәй генә инештәр аша ла арба менән үтер өсөн күпер һалғандар.
(Дауамы бар).
Лира Әхмәт-Яҡшыбаева.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872