Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бар яраштыра, юҡ талаштыра
Фани донъяла барлыҡ мөнәсәбәттәрҙе лә закон сиктәренә һыйҙырып булмай. Мәҫәлән, әлеге кешелек цивилизацияһы йәмғиәттә байҙар менән фәҡирҙәр нисбәтенең ни сама булырға тейешлеге тураһында фәнни тәҡдимдәр эшләп өлгөрмәгән. Уның ҡарауы, социология менән политология фәндәре йәмғиәттең тотороҡлолоғо унда урта синыф вәкилдәренең иҫәбенә бәйле икәнен яҡшы белә. Икенсе донъя һуғышына саҡлы бер генә быуат та тыныс йәшәмәгән Көнбайыштың байтаҡ дәүер ҡанлы конфликттарһыҙ ғүмер һөрөүе, көнкүреш сифатын байтаҡҡа яҡшырта алыуы урта синыфтың йәмғиәттәге процестарҙы “тотоп тороуы”на ишара. Дөрөҫ, ХХI быуат Францияһын, Германияһын, Австрияһын ғына түгел, хатта донъя цивилизацияһының танылған өлгөһө — Бөйөк Британияны ла дер һелкеткән сыуалыштар булды, ләкин был етеш тормош эҙләп ситтән килгән, британдарҙан фәҡир йәшәгән күскенселәрҙең күбәйеүенә бәйле.

Урта хәлле ғалимдар беҙҙә бармы?

Билдәле, урта хәллеләр беҙҙә лә юҡ түгел. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, улар ил граждандарының 20 проценты самаһы ғына. Министрлыҡтың фаразы буйынса, алдағы 2020 йылға хәтлем был ҡатлам вәкилдәре 10 процентҡа артасаҡ. Рәсәй, нефть һәм газ менән сауҙа итеүҙән арынып, сәнәғәттең башҡа тармаҡтарын үҫтереүгә өлгәшһә, уның икеләтә күбәйеүе лә ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән бөтәһе лә асыҡ түгел.
Рәсәйҙең урта хәллеләре кемдәр һуң? Министр урынбаҫары А. Клепачтың һүҙҙәренә ҡарағанда, исемлектә — валюта һәм фонд баҙарында, нефть-газ тармағында, тимер юл транспорты, электр энергияһы етештереү кеүек тәбиғи монополияларҙа һәм финанс өлкәһендә эшләүселәр. Чиновниктың исемлеге ошоноң менән тамам да, әммә Рәсәйҙең урта синыф вәкилдәре улар менән генә сикләнмәй. Идара итеү, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, мәхкәмәләрҙә, эшҡыуарлыҡта, сауҙала килем туплағандарҙы фәҡирҙәр исемлегенә индереп булмай.
Рәсәйҙә урта хәллеләр рәтенә айлыҡ килеме бер мең долларға еткән, еңел машинаһы, торлағы һәм банкта иҫәбе булған граждандар индерелә икән, тармаҡ министрҙарының һәр береһе ике урта синыф кешеһенә торошло айлыҡ килемгә эйә булыуын инҡар итергә ярамай. Шулай уҡ федераль һәм солох судьяларын да. Отставкаға сыҡҡандан һуң да уларҙың айлыҡ килеме урта хәлленекенән байтаҡҡа юғары. Шул уҡ ваҡытта бер мең доллар килем менән генә урта синыф вәкиле статусына дәғүә итеп буламы икән, тип шик белдереүселәр ҙә юҡ түгел. 30 мең һумға Рәсәй шарттарында еңел автомобиль һәм шәхси торлаҡ һатып алырға мөмкинме? Банкта иҫәп асыу өсөн дә “артыҡ” аҡса кәрәк бит әле. Ә ғаилә? Министрлыҡ быныһын, күрәһең, иҫәпкә алып тормаған. Хәйер, урта синыф буйынса мәғлүмәттәрҙең донъя статистикаһы өсөн әҙерләнеү ихтималлығы ла бар бит. Әйтәйек, 4,3 мең һум кеүек йәшәү минимумы стандарттарынан сығып. Шул да мәғлүм булһын: Европала урта синыфты үҙ критерийҙарынан, мәҫәлән, илдәге уртаса эш хаҡынан сығып билдәләйҙәр.
Көнбайыш цивилизацияһынан айырмалы, беҙҙең урта хәллеләр араһында аҡыл хеҙмәте менән көн итеүселәр, йәғни ғалимдар, мәғариф, медицина, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр күренмәй. Хәйер, был да ғәжәп түгел, сөнки атап үтелгән тармаҡтарҙа ҡаҙна мөмкинлегенән сығып эш хаҡы алалар. Милли тикшеренеү университеты — Юғары иҡтисад мәктәбе директоры Я. Кузьминов фекеренсә, беренсенән, “бюджетниктар” үҙ хәлен яҡшыртыу маҡсатында граждандарҙан ришүәт алып, көндәлек коррупцияны барлыҡҡа килтерә, икенсенән, дәүләт тарафынан түбән баһаланыуы үҙе үк был хеҙмәт һөҙөмтәһенең түбән сифатлы булыуына булышлыҡ итә. Ә Рәсәй ҡаҙнаһының бер ҡасан да тулы булғаны юҡ, сөнки Европа үлсәмдәре буйынса иң күп һалым түләргә бурыслы олигархтар был “изге” социаль бурыстан азат.

Дәүләт “ярҙамы” ҡайҙа юллана?

Ә интеллектты һанға һуҡмаған йәмғиәт алға бара алмай һәм был тезисты ватан ерлегендәге күп миҫалдар менән раҫларға мөмкин. Юғары белем, аҡыл хеҙмәте дәрәжәһенең төшөүенең йәмғиәттә түбән инстинкттарҙың көсәйеүенә килтереүен беҙ бөгөндән күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, 2009 йылда донъя финанс көрсөгө көсәйгән мәлдә Германияның бер төркөм хәлле гражданы, үҙҙәренең килеменә һалымды... арттырыуҙы һорап, федераль хөкүмәткә мөрәжәғәт итте! Патриотик тойғо — ярҙам йөҙөнән. АҠШ-тың бер нисә миллионеры һәм миллиардеры ла үҙ аҡсаларын мәрхәмәтлек фондына тапшырҙы. Рәсәйҙә иһә донъя баҙарында нефть һәм газ менән уңышлы һатыу итеүҙән йыйылып, Тотороҡлолоҡ фондына күсерелгән бер нисә триллион һумдың 1,5 триллионын... банктарға өләшеп бирҙеләр. Был “ярҙам”, шунда уҡ валюта баҙарына йүнәлеп, илдә инфляцияның көсәйеүенә булышлыҡ итте. Ә бит фонд аҡсаһы иҫәбенә эшҡыуарлыҡты үҫтереп була ине.
Урта синыфҡа эре ҡалаларҙа пассажирҙар ташыусы коммерция автобустарын йөрөтөүселәрҙе лә ҡыйыу индерергә мөмкин, сөнки уларҙың айлыҡ килеме — бер мең долларҙан ашыу. Үкенескә ҡаршы, Европа илдәрендә уңышлы эшләгән һалым сәйәсәтенең бында ла “теше үтмәй”. Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫарының фаразы ышандырмай, сөнки чиновник тармаҡ иҫәбенең ниндәй алымдарға таянып эшләнеүен дә атамаған. Рәсәйҙең Премьер-министры В. Путиндың октябрҙә “Берҙәм Рәсәй” ағзалары менән Череповец ҡалаһында осрашыуҙа яһаған сығышынан күренеүенсә, һигеҙ йылда партия проекттарын ғәмәлгә ашырыуға 33, йәғни йыл һайын дүрт триллион һум кәрәк буласаҡ! Федераль ҡаҙнаның өстән бер өлөшө тигән һүҙ был. Шул уҡ ваҡытта 20 триллион һумдың именлек хеҙмәтенә һәм армия менән флотты ҡайтанан ҡоралландырыуға тотоноласағы был сығымдарҙың ыңғай социаль эҙемтәләр килтермәйәсәгенә ишара. Яңы юлдар һалыуға, булғандарын тәртипкә килтереүгә тотоноласаҡ 8,3 триллион һумдың да яҡын арала урта хәллеләрҙе ишәйтеүгә булышлыҡ итәсәге һис тә ышандырмай.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү фарыз

Рәсәйҙең баҙар иҡтисады ҡора башлауына егерме йыл тулып уҙҙы. Илдә һаман көслө эшҡыуарҙар синыфы юҡ. Ноябрь урталарында матбуғатта былтыр Рәсәйҙә мәрхәмәтлек сараларына 9,7 миллиард доллар, йәғни тулайым эске продукттың 0,9 проценты күләмендә аҡса тотонолоуы хаҡында яҙҙылар. Үҫешкән илдәрҙә был уртаса — 6,5, ҡайһы берҙәрендә 10 процентҡа етә. Урта синыфтың эшмәкәрлеген баһалаған критерийҙың ошонан да сағыуырағын ҡайҙан тапмаҡ кәрәк! Әлбиттә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында ике тиҫтә йыл һүҙ алып барған дәүләттә хәлле синыф ысынлап нығынып китә алһа, яҡшы килемлеләр ҙә, бәлки, 30 – 40 процентҡа етер ине. Етер ине, сөнки Икенсе донъя һуғышында зыян күргән Көнбайыш Германия иҡтисадына Европала сәнәғәт етештереүе буйынса икенсе урынға сығыу өсөн ни бары ун йыл кәрәк булды.
Дөрөҫ, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ныҡлы һәм ышаныслы финанс ярҙамы кәрәк. Рәсәйҙә тик үҙ кеҫәһен ҡайғыртҡан “аҡса һуғыусы” ваҡ-төйәк банктар — дөйә тубығынан, ә бына Көнбайыштағы кеүек арзан кредит өләшеп, үҙенең иртәгәһен хәстәрләгәндәре күренмәй. Хатта Һаҡлыҡ банкы ла өлгө күрһәтеүҙән ситләшә. Бер нисә йылға бирелгән 25 процентлыҡ кредит менән эшҡыуарлыҡҡа тотонорға батырсылыҡ итеүселәр һирәк. Һуңғы осорҙа йондоҙлоҡтоң Һыуғояр эраһына инеүе менән бәйле Рәсәйҙә “алтын осор” киләсәк, тип юраусылар күбәйҙе. Ләкин юрау — ысынбарлыҡ түгел.
Бөгөнгө шарттарҙа граждандарҙың социаль хәлен яҡшыртыу буйынса киҫкен саралар күреү фарыз. Минеңсә, был эшмәкәрлектең Рәсәй Конституцияһының 7-се статьяһында нығытылған “Рәсәй Федерацияһы — үҙ граждандарының лайыҡлы тормошо өсөн шарттар тыуҙырған социаль дәүләт” тигән принциптан сығып эш иткән закондарға, Һалым кодексына төҙәтмә индереүҙән башланыуы мотлаҡ. “Бюджетниктар”ҙың хеҙмәте лә ниндәйҙер дәрәжәлә лайыҡлы баһаланыуы мөһим. Көнбайыштағы кеүек 50 – 60 процент уҡ булмаһа ла, илдә йәшәгән һәр ун кешенең дүртеһе урта хәлле булып китһә, тотороҡлолоҡтоң һаҡланасағына ышаныс артасаҡ. “Бар яраштыра, юҡ талаштыра”, ти бит халыҡ.
Мәхмүт ХУЖИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә