Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәй армия менән көслө. Ләкин уның нигеҙен тәртипһеҙлектәр ҡаҡшата...
Баш һүҙҙең тәүге юлдары элегерәк һәр хәрби комиссариаттың ишегенә лозунг булараҡ эленгәйне, мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) кабинеттарына, хәрби часть “КП”-ларының стенаһына ла беркетелде. Ысынлап та, илдең ҡеүәте, донъяла тотҡан урыны, үҙаллылығы, бөтөнлөгө туранан-тура армияға бәйле. Бөгөн беҙҙә уның хәле нисек, ил һаҡсылары ҡайһылай көн итә, ата-әсә улдарының яҙмышы өсөн хәүефләнмәйенсә, һалдат хеҙмәтенә оҙата аламы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты, үҙәк матбуғат, Интернет селтәре мәғлүмәттәренән файҙаланып, бергәләп табырға тырышырбыҙ.

Үҙгәртәбеҙ. Ҡоралланабыҙ.
Сифаты ғына булһын!


Бер кемгә лә сер түгел: армияның хәле, ҡеүәте һуңғы ике тиҫтә йылда бик ныҡ ҡаҡшаны. Хатта, ҡайһы бер хәрби белгестәр әйтеүенсә, ул тарҡалыу хәленә етте. Ҡайһылары, бының сәбәбен СССР заманына бәйләп, ил оборонаһы шул ваҡытта уҡ ҡаҡшағайны, тип ебәрә. Ләкин ул замандарҙа хеҙмәт итеүселәрҙең береһе лә бының менән риза булмаҫ. Илдең донъяла тотҡан урынына ҡарап ҡына ла армияның нигеҙе ҡаҡшамауы тураһындағы хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген әйтеп була. Тик сәйәсмәндәрҙең алдан күрә белмәүе, сит илдәр алдында бәлтерәүе арҡаһында ғына донъяла иң ҙур ил 15-кә бүленде, уның менән бергә иң көслө армия ла ярлыланып, шунса өлөшкә тарҡалды. Был, билдәле, оборона сәнәғәте тармағын емерҙе, дөйөм армияның көсөн ҡаҡшатты. Варшава килешеүе юҡҡа сыҡты, НАТО илдәре, башҡа бәләкәй илдәр ҙә беҙҙең менән иҫәпләшмәй башланы.
Бөгөн, 20 йыл үткәс, ошо ярсыҡтарҙы йыйыу, нығытыу менән шөғөлләнәбеҙ. Ә ваҡыт көтмәй, сит илдәр армияһының ҡеүәтен йылдан-йыл нығыта, яңынан-яңы техника, ҡорал уйлап сығара. Шул уҡ ваҡытта... беҙгә лә һата. Эйе, беҙ — ҡасандыр көслө оборона заводтары, һәләтле хәрби конструкторҙар, ил ҡеүәте өсөн тотош институттар эшләгән ил — сит илдән ҡорал һатып алабыҙ! Ҡасан ғына әле беҙҙең ҡорал донъяла иң яҡшыларҙан һанала ине. “Сер”леләре бихисап булды — ЦРУ, башҡа ил разведкаларының шпиондары хәрби серҙе асыр өсөн көнө-төнө эшләне, дезинформация саралары эшкә егелде. Бөгөн иһә бар донъяға: “Беҙҙең ҡорал сит ил аналогтарынан ҡайтыш”, — тип белдерергә тартынмайбыҙ.
Йыл һайын Ҡыҙыл майҙандан хәрби парад үтә: ил ҡеүәте өсөн ғорурлыҡ кисерәһең, киләсәгебеҙ өсөн тынысланаһың. Баҡһаң, күп техника ошо парадҡа ғына эшләнгән тиерһең — һаман күпләп сығарыуға ҡуйылмаған, йә иһә оборона сәнәғәтенә заказдар бик аҙ бирелгән. Уның ҡарауы, үҙебеҙҙең “иҫкергән” ҡоралды донъяның “өсөнсө илдәр”енә һатабыҙ ҙа “алға киткәндәр”енән һатып алабыҙ. Шундай шик тыуа: Оборона министрлығы айырым, оборона сәнәғәте айырым эшләй һымаҡ. Уртаҡ тел таба алмайҙар төҫлө.
Элегерәк Оборона министрлығында ғәскәрҙәргә ниндәй ҡорал бирелеүе, һатып алыныуы йәки финанслау программалары тураһында өндәшмәһәләр, хәҙер был йәһәттән ҡайһы бер асыҡлыҡ индерә, халыҡ белергә “тейешле”һен йәшермәй башланылар. Был, билдәле, уларҙың “сер”ҙе асырға теләү ниәтенән түгел. Нисек кенә булмаһын, мәғлүмәт саралары хәҙер төрлө өлкәләргә үтеп инә башланы, имеш-мимештәр тыуҙырылыуы ла ихтимал. Шулай булғас, граждандарҙың күпмелер кимәлдә хәбәрҙар булыуы мөһим.
Йыш ҡына хәрби көстәрҙе ҡоралландырыуҙың 2011 — 2020 йылдарға ҡаралған дәүләт программаһы телгә алына. Тәүҙә оборона заказын үҙебеҙҙең хәрби сәнәғәт заводтарына үтәү, сит илдәрҙән яңы техника һатып алыуҙы финанслау өсөн 20 триллион һум аҡса кәрәк булһа, һуңынан, “плюс” һәм “минус”тарҙы иҫәпләп ҡарағас, был һан 23 триллионға барып баҫты. “Лента. ру” сайты хәбәр итеүенсә, 2011 йылдың февралендә ҡабул ителгән дәүләт программаһы тулыһынса тиерлек техника паркын яңыртыуҙы күҙаллай. Бүленгән сумманың 20 триллионға яҡыны Рәсәй Оборона министрлығына китә, ҡалғанын Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары бүлешәсәк. Шулай уҡ Тышҡы разведка хеҙмәте, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәте, “Росатом” дәүләт корпорацияһы, башҡа шундай ил именлеге һағында тороусылар ҙа буш ҡалмаясаҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн хәрби техника 10 процентҡа ғына яңыртыла, ә дәүләт программаһы уны 70 – 80-гә еткереүҙе күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй һауа көстәренең зенит-ракета ғәскәрҙәре техник яҡтан тулыһынса яңыртыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта сит илдең яңы ҡоралдарын һатып алыу буйынса ла эш башланды. Мәҫәлән, Рәсәй менән Франция былтыр ике “Мистраль” тибындағы вертолет йөрөтөүсе десант карабы эшләү буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Әйткәндәй, дүрт карапҡа дәүләт-ара килешеү 2010 йылда уҡ төҙөлгәйне. Уның буйынса ике вертолет йөрөтөүсе Францияла, икеһе беҙҙең заводтарҙа сығырға тейеш. Десант караптары һатып алыу Рәсәйгә 1,2 миллиард евроға төшәсәк. Тәүгеһе уның 2014 йылға, икенсеһе 2015 йылға килтерелергә тейеш. “Мистраль” менән бергә Рәсәй проект буйынса техник документ та аласаҡ. Ул иһә яңы Рәсәй караптарын проектлағанда ҡулланыласаҡ. Рәсәй оборона министры Анатолий Сердюков әйтеүенсә, проектты хәрбиҙәр хуплаһа, караптар яҡын арала етештерелә башлаясаҡ.
Парадокстар ҙа килеп сыҡҡылай. Үҙебеҙҙә сығарылған техника бик ҡиммәт икән. Мәҫәлән, ҡоро ер ғәскәрҙәренең баш командующийы Александр Постников белдереүенсә, Т-90 танкының береһе 118 миллион һум тора. “Был хаҡҡа өс “Леопард” һатып алып була”, — ти ул.
АК-74 сериялы “Калашников” автоматтарын хәҙер Оборона министрлығы һатып алмаясаҡ. Эш шунда: хәрби көстәрҙә уның запасы тейешенән ун тапҡырға артыҡ. Был иһә армияға 15–20 йылға етәсәк. Ошо ваҡыт эсендә хәрбиҙәр “Ижмаш”ҡа яңы төр автомат етештереү буйынса заказ бирмәксе. Әлегә конструкторҙарға аныҡ ҡына әйтелмәһә лә, “ижмаш”сылар ҡоралды “АК-12” тип нарыҡлап, элекке “Калашников” автоматының механикаһын ҡалдырасаҡ. “АК-12”-нән һул ҡул менән дә, уңы менән дә берҙәй атып буласаҡ. Көбәге яҡшыртылып, төрлө типтағы патрон менән атырға мөмкин, заманса прицелдар ҡуйыласаҡ, көбәк аҫтын “гранатометтар” менән тулыландырып буласаҡ”, — тип белдерә завод вәкиле Михаил Валов. Рәсәй хәрбиҙәрен “АК-12” ҡыҙыҡһындырмаһа, “Ижмаш” уны сит илгә һатасаҡ, шуға ла көбәге 5,45, 5,56 һәм 7,62 мм-лы патрондарҙан атыуға көйләнәсәк.
Ракеталарға ҡаршы оборонаны (ПРО) нығытыу — илдең именлеген һаҡлауҙың төп бурысы, сөнки НАТО илдәре ғәскәрҙәре беҙҙең сик буйына тиклем килеп етте тиерлек, төрлө һылтау табып (террорсыларға ҡаршы көрәш, Ирандың ядро ҡоралынан һаҡланыу һ.б.), ракеталарын урынлаштырыуын беләләр. 2011 йылдың ноябрендә ул саҡтағы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Калининград өлкәһендә “Искәндәр” оператив-тактик ракеталар комплексын етештереүҙе йәйелдерәсәгебеҙ тураһында белдерҙе. Был иһә Американың Европала ракетаға ҡаршы оборона системаһы төҙөлөүенә ҡаршы мәжбүри аҙым булды. Маҡсаты — нисек тә Ҡушма Штаттарҙы Европала “ПРО” төҙөү ниәтенән һүрелдереү. Ләкин тегеләр ыжлап та бирмәне, уйламаны ла. Яуап итеп, 2011 йылдың 29 ноябрендә Ҡаҙағстандың Һары-Шаған полигонында Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡулланылған ракеталарға ҡаршы А-135 стратегик системаһын һынап ҡараны. Шунда уҡ Рәсәй Оборона министрлығы яңы системала “Ватан хәрби сәнәғәтенең үҫешен” күрҙе. Хәҙер Мәскәүҙе сит ракеталарҙан һаҡлау өсөн алыҫ, уртаса һәм яҡын араға осоусы яңы ракета эшелоны ҡулланыласаҡ. Улар дошмандың теләһә ҡайһы бейеклектәге баллистик ракеталарын юҡ итергә һәләтле.
2012 йылға хөкүмәт дәүләт оборона заказын финанслауҙы 1,769 триллионға тиклем арттырҙы, шуларҙың 1,109 триллионы Оборона министрлығына китәсәк. Сағыштырыу өсөн: былтыр хәрбиҙәр 580 миллиард алған. Ә 2013 йылға дәүләт оборона заказын үтәүгә 2,236 триллион һум тотоноласаҡ, 2014 йылға — 2,625 триллион. Яҡындағы өс йылға ошо маҡсатта 6,63 триллион һум ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, күрһәтелгән сумманың 60 проценты үҙебеҙҙең заводтарҙан, сит илдәрҙән яңы техника, ҡорал һатып алыуға китәсәк.

Төрлө юл яҡшы, тик уңышҡа өлгәшелерме?

Армияның көс-ҡеүәте ҡоралға ғына бәйләнмәгән. Уның төп нигеҙе — юғары хәрби белемле офицерҙар, һау-сәләмәт, рухлы һалдаттар. Урыҫ штыгының көсөн элек тә улар билдәләгән: Альп тауҙары аша сыҡҡан Суворов ғәскәре, Мәскәүҙе тәүҙә ҡалдырырға мәжбүр булып, һуңынан кире яулап алған Кутузовтың күп милләтле ополчениеһы, рухлы хәрбиҙәре, Гитлер фашизмын өңөндә дөмөктөргән совет һалдаттары... Быларҙың барыһы ла хәҙер тәртипкә, хәрбиҙәрҙең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә, йәш егеттәрҙе хеҙмәткә әҙерләүгә бәйләнгән.
Хәрбиҙәрҙең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә килгәндә, улар тураһында күп яҙыла, ил түрәләренең теленән төшмәй, федераль кимәлдә генә түгел, төбәктәрҙә лә фатирҙар бүленә, байтаҡ эш атҡарыла. Миҙалдың икенсе — бик һөйләнелмәгән, ҡуйыртырға теләмәгән яғына күҙ һалғы килә.
Тәртип тигәндән, моғайын, иң элек устав буйынса ҡоролғаны түгел, киреһенсә, тәртипһеҙлеге — “дедовщина” (“олатайлыҡ” тип әйтергә тел әйләнмәй, беҙҙең халыҡта олатай — изге һүҙ, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кеше) күҙ алдына баҫалыр. Беҙҙең заманда “яҡташлыҡ” та бар ине. Уныһы хәҙер ҙә етерлектер: Кавказ, Урта Азия халыҡтарынан сыҡҡан һалдаттар үҙҙәрен гел өҫтөн, һауалы тотто, яҡташтары өсөн үлеп барҙы, башҡаларға ҡанһыҙыраҡ булды. Бына ошо уставса булмаған ике мөнәсәбәт хөкөм һөрә армияла. Әлбиттә, быларға ҡаршы төрлөсә көрәшеп ҡаранылар һәм әле лә шулай: тәртип боҙоусыларҙы дисбаттарға оҙаталар, бер саҡырылыштан булған һалдаттарҙан торған рота, батальондар туплайҙар. Икенсеһенә туҡталып үткәндә, уныһы уңышҡа өлгәшмәне — көслөрәктәр “бабай” урынында ҡала, көсһөҙөрәктәрҙең ҡулынан сепрәк төшмәй. Әйткәндәй, офицерҙар быға күҙ йома, сөнки армиялағы “бабайлыҡ” улар өсөн ҡулай ине: казармаларҙа — тәртип, кем йыйыштырһа ла барыбер түгелме ни? Дөйөм күрһәткестәр буйынса ла подразделение алда.
Көрәштең яңы алымы — Ҡушма Штаттарҙағы, ғөмүмән, НАТО илдәрендәгесә, контракт буйынса хеҙмәт итеү, тәжрибәле белгестәрҙән торған хәрби подразделениелар төҙөү. 27 йәшкә тиклемгеләр контрактсы була ала, сөнки кәмендә өс йылға килешеүгә ҡул ҡуйыла. Был юлға барыусыларҙың күпмелер өлөшөн патриотлыҡ тойғоһо, хәрби хеҙмәткә ылығыу тәшкил итһә, “гражданка”ла эш юҡлығы ла ошо юлға баҫтыра. Тәүҙән үк эш хаҡы ярайһы юғары ине — 10–30 мең һум самаһы. Стажына, званиеһына, һалдаттың башҡарған бурысына ҡарап артыуы ла мөмкин. Хәҙер иһә иң бәләкәй күләм 25 мең һумға еткерелде. Тағы мөһим шарт — өс йылдан һуң Оборона министрлығы иҫәбенән льготалы ипотекаға торлаҡ алыу мөмкинлеге. Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн частар аҙ. Миҫалға Алкиндағы хәрби часты алып була. Шуға ла егеттәр Һамар, Екатеринбург, Тольятти һымаҡ Үҙәк хәрби округына ҡараған ҡалаларға оҙатыла. Тажикстанда, Дағстанда, башҡа ерҙә урынлашҡан частарҙа хеҙмәт итәләр.
Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинский белдереүенсә, былтыр төбәктән 1100 ир-егет контракт төҙөгән, быйыл иһә был һанды арттырыу күҙаллана. “Хеҙмәткә контракт буйынса барырға теләүселәрҙе эҙләп табыу проблемаһы юҡ, тик уларҙың күбеһе яңы ҡағиҙәләргә тура килмәй”, — ти баш комиссар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләсәктә армияны башлыса контракт буйынса хеҙмәт итеүгә ҡорабыҙ тиһәләр ҙә, бөгөн уның ҡасан тормошҡа ашыуы билдәле түгел. Тимәк, “бабайлыҡ” мәсьәләһе лә хәл ителмәй ҡала. Уның контрактсылар араһында ла булмауына ышаныуы ҡыйын.
Хәрби көстәрҙе төрлө яҡлап үҙгәртеп ҡороуға килгәндә, профессиональ сержанттар корпусын ойоштороуҙы ла атап үтергә кәрәк. Эйе, элек сержант званиеһы бирелә ине: “учебка”ла ярты йыл уҡыу ҙа етә торғайны, һәйбәт хеҙмәт итһәләр (башлыса уҫал, үҙ һүҙле, отделение, взводты “ҡул”да тоторлоҡтарға), “лычка” таҡтылар. Хәҙер иһә профессионалдар тураһында һүҙ алып барыла. Сәбәбе күптер. Ләкин береһен атап үтер инем: офицерҙар төнгөлөккә (дежур булғанынан тыш) казармаларҙа ҡала алмай, уставса булмаған мөнәсәбәттәр “отбой”ҙан һуң башлана.
Ләкин сержанттар менән тәьмин итеү бик аҡрын бара. Бөгөндән армияға 250–300 мең профессиональ сержант кәрәк. Яңы хәрби реформалар прапорщиктар составын да тарҡатты. Рязань һауа-десант училищеһында 2,5 йыл буйы сержанттар әҙерләнәсәк. Башҡа урындарҙа – 3 ай. Төрлө реформалар, тәжрибәләр үткәргән арала казармаларҙа “бабайлыҡ” барыбер дауам итә. Реформа тигәндән, ни өсөндөр беҙ бар йәһәттән дә сит илдәргә оҡшарға тырышабыҙ: “уларҙа прапорщиктар юҡ — беҙгә лә кәрәкмәй”, “донъяла шулай — беҙ кемдән кәм”... Ләкин бит Рәсәй армияһының үҙ традициялары булған, әле лә бар, артабан да буласаҡ. Сержант составына килгәндә, сағыштырыу өсөн таблица килтерәйек.

Рәсәй Ҡушма Штаттар
армияһы армияһы
(мең кеше) (мең кеше)
Рядовойҙар 687 621
Офицерҙар 400 218
Профессиональ
сержанттар 0 547
Нисбәт 1,37:1,0:0,0 2,85:1,0:2,5

Сәбәптәр, сәбәптәр...

“Бабайлыҡ” тураһында яҙған саҡта, хәҙерге быуын “белгестәре”, уның нигеҙен Рәсәй армияһына килтереп бәйләп, сәбәптәрен һуңғы ике тиҫтә йыл эсенән эҙләй. Әммә ептең осо һуғыштан һуңғы осорға барып тоташа. Ауыр, үлемесле яу ҡырҙарын үткән, ләкин ут тынғас та өйҙәренә ҡайта алмаған йәш яугирҙәр “действительный” хеҙмәттә ҡалдырыла. Был, билдәле, күптәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра: дүрт йыл һуғыш, тағы өс йыл — армия хеҙмәте! Бына ошонда һәм һуңғы 10 – 15 йылда бөрөләнә лә инде “бабайлыҡ”. Ә үткән быуаттың 70-се йылдарында “гражданка”лағы “дөйөм ятаҡ” системаһы үтеп инә башлай. Армиялағы тәртип эстән тарҡала. Тағы ла яҡташлыҡ өҫтәлә. Нисек кенә тәртипһеҙлектәрҙе тиргәмәйек, унда беҙҙең тормош көҙгөләгесә сағыла, ҡырҡыу төҫ ала. Бөгөнгө 13 – 16 йәшлек үҫмерҙәрҙең үҙен тотошон, ҡырыҫлығын, ҡайһылыр осраҡта ҡанһыҙлығын ҡарайыҡ та, тегендә — ир-егеттәр коллективында — киләсәктә ни булырын күҙаллайыҡ. Армия һинең ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнгәнеңде һорап тормай. Һалдат формаһы кейҙеңме — ул барыһы өсөн дә бер: тәртип, форма, холоҡ, көс. Шуны ла әйтеү мөһим: армия хислеләрҙе, аҡыллы булып ҡыланғанды яратмай. Ҡушалар икән — үтә, ҡушмаһалар, тау емерелеп төшһә лә — әйләнеп ҡарама.
“Бабайлыҡ”тың ҡот осҡос эҙемтәләре — ир-егеттә кешелек сифаттарын ғына бөтөрөп ҡалмай, күңелен, тәнен йәрәхәтләй, ғүмерен ҡыя. Әлбиттә, был турала өндәшмәүҙе хуп күрәләр. Суицидҡа япһарып, егеттәрҙең “мамочкин сыночек” булыуына, ауырлыҡтарға түҙмәүенә бәйләйҙәр, “өйҙән сүп сығарған” журналистарҙы ғәйепләйҙәр.
Горбачев, Ельцин демократияға “тәҙрә асҡас”, изоляцияланған илгә бер аҙ уның елдәре үтеп инде. Һалдат әсәләре, Кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы комитеттар төҙөлдө. Ошо мәл мәғлүмәт саралары ла цензуранан ысҡынды, төрлө темаға асыҡтан-асыҡ яҙа башланы.
1990 йылдың 14 октябрендә “Ваймарер Тагест-пост” гәзите СССР ваҡытында тәүге тапҡыр “бабайлыҡ” буйынса суд процесында еңгән рядовой Олег Ляминдың белдереүен баҫа. Лямин әйтеүенсә, 1988 йылда ГДР территорияһында ғына ла 800 (!) һалдаттың ғүмере ҡыйылған. Күбеһе “бабайлыҡ” балтаһы аҫтында. Уның хеҙмәттәше Игорь Гардов үлер алдынан бер нисә көн элек әсәһенә былай тип яҙған: “Бухенвальд ҡурҡыныс һүҙ түгел. Бухенвальд бөгөн Совет армияһында дауам итә...” (“Школа ненависти и насилия”. Международное общество прав человека Франкфурт-на-Майне”, 1991).
Алда телгә алғанса, йәмғиәттә ризаһыҙлыҡ тыуҙырмаҫ, армияға саҡырылыш барышына ҡамасауламаһын өсөн “бабайлыҡ” арҡаһында һәләк булғандар тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт бирелмәй. Был аңлашыла. Етмәһә, часть командирҙары ла “өҫкә” ысынбарлыҡты еткермәй — суицидты, һалдаттарҙың тән йәрәхәте алыуын уларҙың “йомшаҡлығы”на ҡайтарып ҡалдыра.
Ваҡытында Башҡортостандың Һалдат әсәләре комитеты менән эшләргә, мәҡәләләр яҙырға тура килде. 1994 йылда “аҫылынып үлгән” Бәләбәй егете Николай Степановтың, 1997-лә Саҡмағош районының Йомаш ауылынан “үҙенә ҡул һалған” Василий Никитиндарҙың ғаиләһендә булып, ата-әсәләре менән күрештем. Ике ғаиләлә лә улдарының үҙ-үҙенә ҡул һалмауын, ә “бабайлыҡ” ҡорбаны булыуын раҫлайҙар. Ике егетте лә частарынан оҙатып килгән хәрбиҙәр тейешенсә ерләшмәй: Никитиндың кәүҙәһен Өфө вокзалына почта поезында килтерәләр ҙә, шунда уҡ ата-әсәһенә тапшырып, китеп тә баралар; Степановтарҙың улын...
— Оҙатыусылар табутты астырмаҫ өсөн ни генә вәғәҙә итмәне. Әммә Коляның дуҫтары уларҙы тыңламаны — асты... Биттәре сыйылып, күгәреп бөткән. Танауы ҡыйшайған, нимә менәндер һуғылған кеүек эҙе бар. Маңлайына һалынған сепрәк аҫтында — ярыҡ, — тип өҙгөләнде әсә. — “Ысынлап та аҫылынып үлде. Бер үҙенә бер шешә араҡы күтәреп эсте лә сығып китте. Һуңынан аҫылынған”, — тине оҙатып килеүселәр. Шул тиклем ғәрләндем, бар халыҡ алдында, мәрхүмдең рухын рәнйетеп, бер шешә араҡы эсте, тип торалар. Быға береһе лә ышанманы. Коля ул тиклем араҡы эсә алмаҫ ине...
Һуңынан, әлбиттә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Экспертиза ҡағыҙы ебәрелә. Эксперттар былай тип яҙа: “Аҫылынған саҡта элмәктең муйын өлөшөн ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә быуылып үлгән. Тикшергән саҡта асыҡланған маңлай һәм танау өлөшөндәге иҙелгән урындар үлер алдынан ғына тупаҫ әйбер менән һуҡҡандан барлыҡҡа килеүе мөмкин. Химик тикшереү ваҡытында мәйеттең ҡанында этил спирты табылмай...”
Хәрби часть командиры хатынан: “Хәҙер матди ярҙам тураһында. “Хәрби хеҙмәткәрҙәр статусы” һәм Рәсәй Федерацияһы ҡарарына ярашлы, туғандарына аҡсалата компенсация хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғанда ғына бирелә...”
Минеңсә, часть командиры Соловьев, башҡа йөҙҙәрсә ошондай осраҡ арҡаһында һәләк булған һалдат ата-әсәләренә яҙған командирҙар бер нәмәне генә “онота”: улар ҡул аҫтында хеҙмәт иткән һалдаттар араһында уставҡа ярашлы булмаған мөнәсәбәттәр өсөн етәксегә ниндәй закондың ҡайһы статьяһы ҡарала икән?
Белгестәр иҫәпләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй хәрби көстәрендә уставҡа ярашлы булмаған мөнәсәбәттәр ҡырҡа артҡан. Баш хәрби-тикшереү идаралығы етәксеһе, Рәсәй Тикшереү комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Сорочкин, үткән йылдың һөҙөмтәләренән сығып, былай тине: “Бөтә хәрби округта һәм флотта хеҙмәткә саҡырылғандар араһында енәйәт ҡырҡа артты. Бөтә төр тәртип боҙоу һәм кешенең әйберен тартып алыу осраҡтары буйынса енәйәттәрҙең 90 проценты улар тарафынан ҡылына”. Әле 2009 йылда ғына Оборона министрлығынан, йәмғиәткә армияла енәйәт ҡылыу аҙая бара, тип белдергәйнеләр. Быларҙан тыш, оборона министры Анатолий Сердюков армияны “кеше йөҙлө” итергә тырыша башланы: ата-әсә улдарын хәрби эшелондарҙа часть ҡапҡаһына тиклем оҙата ала, дауаханаларҙағыса “тыныс сәғәттәр” булдырылды, хатта киләсәктә “увольнение”ға ябай кейемдә сығырға, тыуған төйәгенә яҡын хеҙмәт итеүҙе ойошторорға ла мөмкин булыуы тураһында әйтте. “Бер йылға тиклем хеҙмәтте ҡыҫҡартыу шуға алып килде, — ти генерал Сорочкин, — хәҙер саҡырыусыларҙың яртыһы үҙен “бабай” тип иҫәпләй. Быларҙың бөтәһе лә тәрбиәсе офицерҙар составын ҡыҫҡартыу юҫығында бара”.
Рәсәйҙең баш хәрби прокуроры Сергей Фридинский: “Хәҙер талау, “йәштәр”ҙең әйберен тартып алыу буйынса енәйәт эше арта. Мәҫәлән, был йәһәттән ул 1,5 тапҡырға үҫкән. Телефондарын, аҡсаларын талап алалар”.
Ни өсөн хеҙмәт ваҡытын бер йылға ҡалдырҙылар? Армия, берҙән, йәштәрҙе үҙенә тартып торорға тейеш ине. Икенсенән, “бабайлыҡ”ты йүгәнләү өсөн. Һөҙөмтәлә бөгөн рәсми рәүештә хеҙмәттән тайпылған 200 мең һалдат иҫәпләнә, енәйәт ҡылыу кәмемәй. Сәйәси һәм хәрби анализ институты директоры Александр Шаравин әлеге хәлде “бабайлыҡ” түгел, “казарма хулиганлығы” тип ҡарарға кәңәш итә, сөнки ярты йыл ғына алда хеҙмәт иткән һалдат яңы саҡырылыусы алдында “бабай” була алмай. Иң тәүҙә көсһөҙҙәрҙең, коллективҡа инә алмағандарҙың телефонын, аҡсаһын тартып алалар, бирмәгәндәрҙе туҡмайҙар икән, “бабай”лыҡ артҡы планға сигенә. Хәҙер һәр һалдаттың тиерлек кеҫә телефоны бар — теләһә ҡайһы ваҡыт ата-әсәһенә, һалдат әсәләре комитетына шылтырата ала. Тимәк, уставҡа ярашлы булмаған һәр мөнәсәбәт теркәлергә мөмкин — енәйәт тә рәсми рәүештә артасаҡ. “Элек ата-әсә ялыу менән йөрөмәне, — ти Рәсәйҙең Һалдат әсәләре комитеты рәйесе Валентина Мельникова, — сөнки, улыма оторо ҡыйын булмаһын, тип иҫәпләне. Хәҙер хәл башҡаса. Армиялағы тәртипһеҙлектәрҙә министрҙың “йомшаҡлығы” ғәйепле түгел. Аҫтағы структуралар, алым шул килеш ҡалды бит...”

Егеттәр үҙ бурысын үтәр ҙә ул...

Ошондай тәртипһеҙлектәр, командирҙарҙың үҙ бурысына бармаҡ аша ҡарауы арҡаһында күпме һалдаттың ғүмере ҡыйыла: суицид юлына баҫалар, атышалар, туҡмайҙар. Мәҫәлән, 1997 йылда булған хәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек: Свердловск өлкәһендә өс һалдат, ҡоралланып, частарын ҡалдыра — “Жигули” машинаһы хужаһын үлтерә. Аҙна ла үтмәй, яҡташыбыҙ — Өфө егете А. Воганов Абхазияла бергә хеҙмәт иткән ун “дуҫ”ын ата, аҙаҡ үҙе атыла...
Һуңғы ике тиҫтә йылда армияла иҫкергән боеприпастарҙы юҡ итеп, яңы төрҙәре менән тулыландырыу бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башлыса “уйынсыҡ” мина, снаряд шартлатып ҡына өйрәнгән (хеҙмәт ике йыл сағында 6 ай күнекмә үткәрә инеләр, хәҙер — бер йылға ҡалдырылғас — өс-дүрт ай менән сикләнәләр), мәктәп партаһынан ғына сыҡҡан малайҙар башҡара был эште (киләсәктә тәжрибәле контрактсыларға йөкмәтәсәктәр). Мәҫәлән, 2009 йылдың ноябрендә Ульяновск ҡалаһында машиналарға снаряд тейәгәндә һигеҙ һалдат шартлап һәләк була. Шуларҙың дүртәүһе — Башҡортостандан. Икәүһе — офицер, икәүһе — һалдат. Тағы ике яҡташыбыҙ яралана. Егеттәр контракт буйынса Алкин-2-лә хеҙмәт иткән. 2000 йылдың авгусында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылына ҡайғылы хәбәр килә — Рәғип Ибраһимов фажиғәле вафат була. Рәсми яуап — “катерҙағы бензин еҫенә ағыуланған”. 2012 йылдың 1 июлендә флагшток-тимер сым алып китеп барған саҡта Алкин-2-ләге часҡа ҡараған полигонда курсант Нестеров электр тогына һуғыла.
2011 йылдың апрель башында Стәрлетамаҡ егете А. Лукиндың мәйетен цинк табутта ҡайтаралар. Рәсми яуап — “Уссурийск ҡалаһына кузовта барған саҡта ҡолап төшөп, баш йәрәхәтенән үлгән”. Күптән түгел генә Ырымбур өлкәһенең Донгус ҡасабаһында хеҙмәт иткән Хәйбулла егете Артур Ҡыуандыҡов менән хеҙмәттәше Андрей Демьянюк 122 мм-лы снарядтарҙы юҡ итеү өсөн соҡорға теҙгән саҡта береһе шартлай — егеттәр ҡаты яралана...

Йомғаҡлау һүҙе

Мәҡәлә былай ҙа тыныс булмаған күңелдәргә ойотҡо һалырға, хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш алдынан ҡамасауларға теләгәндән яҙылманы. Ата-әсәләргә һалдат — ил һаҡсылары үҫтергәндәре өсөн рәхмәт йөҙөнән, беҙҙең улдарыбыҙ Рәсәй тигән бөйөк илде яҡламаһа, кем тыныслығыбыҙ һағында торор тигән мәнфәғәттән дә, ғәзиздәребеҙ өсөн йөрәк әрнегәндән дә ҡулға ҡәләм алынды. “Беҙ, ата-әсәләр, малайҙар үҫтереп армияға ебәрәбеҙ — бурысты үтәйбеҙ ҙә ул, — тигәйне хәрби комиссариат алдында улын оҙатҡан бер әсә, — тик ил етәкселәре, хәрбиҙәр улар алдындағы бурысын үтәрме? Армия енәйәтселектән арынырмы?” Ошо һорау күңелде һыҡрата — яуап табып булмай. Рәсәй Армияһы ҡорал менән дә, тәртип яғынан да көслө булһа, әсәләр ҙә улдарын хәрби хеҙмәткә шомланып оҙатмаҫ ине...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 827

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 773

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 482

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 802

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874