Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң яман сир — ялҡаулыҡ
Иң яман сир — ялҡаулыҡАвтобуста ике ҡатындың әңгәмәһе ҡолаҡҡа салынды.
— Э-эй, хәҙер балаларҙың һаулығы самалы. Ҡыҙымды тағы ла дауаханаға һалдылар. Май аҙағында ашҡаҙаны ауыртып ятып сыҡҡайны, хәҙер аҙ ҡанлылыҡ тиҙәр. Теләгәнен ашай, ауыр эш тә ҡушмайым... Нишләп йыш ауырыйҙыр? — тип аһ-зарын һөйләне береһе.
— Әйтмә лә инде. Балалар бигерәк сырхау, ел иҫкәнгә лә ауырырға тора...
Ысынлап та, бөгөн мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлеге хаҡында борсолмайынса һөйләп булмай. Статистика буйынса, илдә һәр өсөнсө бала тиерлек ауырый, хроник сирҙәр йышая. Сәбәп ниҙә?
— Элек беҙ гел “киҫкен респиратор ауырыу” тигән диагноз ҡуйһаҡ, хәҙер күптәрҙә киҫкен респиратор вируслы инфекция күҙәтелә. Сырхаулыҡтың сәбәбе — хәрәкәт һәм кәрәкле витаминдар етмәүҙә. Өлкәндәр эштән бушамаған, ваҡыт бүлә алмаған заманда йәшәйбеҙ. Шулай ҙа ял көндәрендә телевизор менән компьютерҙы һүндереп, балаларҙы урманға алып барырға йәки бергә уйындар ойошторорға мөмкин. Балаларҙы нисек туҡландырыуыбыҙ ҙа маҡтанырлыҡ түгел: тәм-том, кириешка, поп-корн, ярым фабрикат, — ти Илеш район дауаханаһы педиатры Рәсимә Нафиҡова.
Ата-әсә, балаларын саманан тыш ҡурсалап, иркәләтеп, уларға физик яҡтан нығынырға ирек бирмәүҙәрен аңлап еткермәй. Көн буйы компьютер артында ултырып, ниндәй сәләмәтлек тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин?! Хеҙмәт үҫмерҙәрҙе сыныҡтыра ғына бит, шуны аңлаһаҡ ине. Элек V — X класс уҡыусылары колхозда сөгөлдөр, һуған, картуф үҫтерә торғайны. Әле үҫмерҙәр мәктәптә класс бүлмәһен йыйыштырһа ла ата-әсәләр ризаһыҙлыҡ күрһәтә башлай.
Педиатр әйтмешләй, саф һауала йөрөүҙе лә оноттоҡ. Ғәзиздәребеҙҙе балалар баҡсаһына, мәктәпкә машинала алып барабыҙ. Уларҙы туҡландырыу сифатына ла әһәмиәт бирмәйбеҙ. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, күп әсәләр файҙалы, витаминлы аш-һыу әҙерләр урынға магазиндан билмән, кәтлит һатып алып бешереүҙе, колбаса ҡурыуҙы ҡулай күрә. Уларҙағы консерванттар баланың һаулығын ҡаҡшата.
Консервант тигәндән, үҙәк телевидениенан күрһәтелгән бер тапшырыу иҫкә төштө. Унда ҡандың торошо буйынса кешенең биологик йәшен билдәләүсе белгес күптәргә һабаҡ булырҙай хәлде һөйләгәйне. “Бер әсә ете йәшлек ҡыҙын алып килде. Балам мәктәпкә теләр-теләмәҫ йөрөй, тиҙ арый, уйнамай, һәлкәү, йыш ауырый, тип зарланды ул. Ҡыҙыҡайҙың ҡанын тикшергәс, иҫем китте: организмының торошо етмеш йәшлек әбейҙеке кеүек ине! — ти белгес. — Баланың нимә менән туҡланыуын һорағас, әсәһе: “Рулет, кекстар”,— тип консервантлы ризыҡтарҙы теҙеп алып китте. Уға бындай аҙыҡты башҡа бер ҡасан да һатып алмаҫҡа, балаға йәшелсә, еләк-емеш, һөт ризыҡтары, бутҡа ашатырға, һурпа эсерергә ҡуштым. Бер айҙан һуң теге ҡыҙсыҡты таныманым! Ул шундай йылғыр, тиктормаҫ, көләкәс балаға әүерелгәйне”.
14 йәшлек үҫмерҙәргә медицина тикшереүе үткәреү Илеш районында күпселек балаларҙа һәм ата-әсәләрҙә “дөрөҫ туҡланыу”, “сәләмәт тормош алып барыу” кеүек төшөнсәләргә иғтибарҙы арттырҙы.
Республикалағы 14 йәшлек балаларҙы диспансерлаштырыу былтыр сентябрҙә башланды һәм быйыл да дауам итә. Сара 2011 — 2012 йылдарға Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу программаһына ярашлы ойошторола. Үҫмерҙәрҙе педиатр, невролог, офтальмолог, хирург, оториноларинголог, акушер-гинеколог, уролог-андролог, теш табибы, эндокринолог, ортопед-травматолог ҡарай. Бынан тыш, эске ағзаларҙың торошо тикшерелә, ҡан һәм бәүел анализы яһала. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда 43 876 уҡыусы ошондай тикшереү үткән, 2012 йылда 87 мең үҫмер диспансерлаштырыла.
Илеш районында быйыл 428 баланың сәләмәтлеге тикшерелә. Район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Рәмзиә Фәрхетдинованың әйтеүенсә, үҫмерҙәрҙә, нигеҙҙә, умыртҡа һөйәгенең дөрөҫ үҫешмәүе, яҫы табанлылыҡ, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары, аҙ ҡанлылыҡ, күҙ ауырыуҙары асыҡлана.
Районда, республиканың башҡа төбәктәрендәге кеүек, спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен иҫәпкә алһаҡ, балалар һау-сәләмәт булырға, сынығып үҫергә тейеш һымаҡ. Илештәр өсөн бассейн, спорт түңәрәктәре эшләй, һәр мәктәптең спорт майҙансығы бар. Ҡыш саңғы юлы һалына, каток яһала. Әле физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә, әммә унда ла халыҡ эркелеп йөрөр тип әйтеүе ҡыйын. Был йәһәттән Бишҡурай мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Гөлфирә Иҙрисованың фекере менән килешмәйенсә булмай.
— Хәрәкәттең, спорттың сәләмәтлек өсөн мөһимлеген аңлап, физкультура дәресе хәҙер мәктәптәрҙә аҙнаһына өс тапҡыр үткәрелә. Шулай ҙа уҡыусыларҙың күбеһе әүҙем түгел, спорт менән шөғөлләнергә ялҡаулана. Уларға компьютер ғына булһын. Һау быуынды дәүләт программалары, медицина учреждениелары, диспансерлаштырыу менән генә үҫтереп булмай, хәрәкәт итергә һәм сәләмәт тормош алып барырға кәрәк, — ти педагог.
Лира ГӘРӘЕВА
Илеш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә