Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ирек Кинйәбулатовтың “Бородино” балладаһын уҡығас...
Мәҡәл инсаниәтселекте бәлә-ҡазанан ҡотҡарырға Алла алдында имтихан тотҡан Сәмреғош һымағыраҡ. Шул хозурлыҡ шәфәғәтлелеген иман иткән Хызыр Ильяс кеүек тә. Хоҙай юлсыһы Сәмреғош менән Хызыр Ильяс ҡайҙа, ҡасан, ҡайһы ерлектә, ниндәй илаһиәттә барлыҡҡа килгәнлекте самалау икеле булғандай, мәҡәлдең һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо сифатында яралғанлығын да асыҡлау ситен. “Айбарлы ирҙәр бар сағында, баҙынмаҫ дошман илемә”, — ти башҡорт. Был — халыҡ ижады ынйыһы.
Халыҡ батшанан өҫтөн. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, сөнки ул Ил, Ватан, Кеше яҙмышы өсөн борсолоп йәшәй. Ә батша күберәк үҙ йәне, үҙ ҡаны, үҙ мәнфәғәте менән ҡуҡырая. Йософ Баласағуни әйтмешләй: “Аҙмы дәүләт-илдәр йән-тәслим итте; Үлмәҫ тойолған батшалар бар ҙа китте” (“Ҡотодғу белек” (“Мөхәббәт” — С.П.) поэмаһы, ХI быуат). “Батшаһы ниндәй — иле шундай” тигәне лә халыҡ ижады гәүһәре. Халыҡ уны киреһенсә лә әйтә: “Халҡы ниндәй — батшаһы шундай”. Тимәк, затһыҙ илдән заңлы батша сыҡмай.
Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың “Бородино” тигән поэма-балладаһын уҡып сыҡҡас (“Башҡортостан”, 2012, 7 июнь), ошо хаҡта ихлас күңелдән, мөкиббән уйланырға тура килде.
Бөгөнгө башҡорттар — донъя-ғәләм әһәмиәте булған “Урал батыр” поэмаһы ижад иткән ҡаһарман холоҡло ырыу, ҡәбилә, ҡәүемдәр тамырынан олонланған, шунан тимерҙәй ныҡ ботаҡтар ебәреп, баллы япраҡтар балҡытҡан халыҡ. “Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр” тигән әйтем дә бар. Алыҫ Көнсығышта чин (боронғо ҡытайҙар), һун (боронғо төркиҙәр) ҡәбиләләре йәшәй. Икеһе лә көслө зат. Уҫал үгеҙҙәрҙәй һөҙөшөү быуаттарға һуҙыла. Утлы алыш мөгөҙҙәре һынғас ҡына туҡтала. Солох төҙөлә. Дуҫлыҡ ҡаҙаны ҡайнай. Ҡуй ите бешә. Абзан мәс (боронғо төрки телдә — күп эсеү) булғансы эселә. Тик чин хәйләһе төлкөнөкө ише генә түгел икән. Төрлө шайтанлы ҡотҡо таратып, айырым ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән һундарҙы бер-береһенә яман күрһәтеп, уларҙы үҙ-ара һуғыштырыу маҡсатына өлгәшә чиндар.
Һундар тарҡала. Уларҙың бер өлөшө беҙҙең эраның баштарында Урал тауҙарының көньяҡ-көнсығыш урындарына, хәҙер беҙ йәшәгән ерҙәргә килеп етә. Тора-бара Иҙел (Волга) йылғаһының урта ағымы төбәктәренә барып яйлашалар. Бына ни өсөн кәрәк айбарлы ирҙәр. Дуҫ битлеге кейгән дошман, ана, ни ҡылана. Ана ҡайҙа мәҡәл-әйтем тамыры. Ил — ир иңендә, тип тә әйтелә. Ир — ил иңендә, тигәне лә бар.
Поэзияға мөкиббән ғашиҡ, унан йәм, тәм тапҡан шағирҙың “Бородино”һын ҡат-ҡат уҡыным. Быға тиклем Ғайса Хөсәйенов, Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Нәжиб Асанбаев, Наил Ғәйетбай, Муса Ғәли кеүек әҙиптәр әҫәрҙәренең сәнғәтсә эшләнеше, тел-өслүб үҙенсәлеге тураһында ғилми хеҙмәттәр ҙә баҫтырғайным инде. Шуларҙан һуң “Бородино”ны яҙғанда ниндәй тел оҫталығы күрһәтә Ирек Кинйәбулатов? Ҡыҫҡаса әйтһәк, матурлыҡтың ябайлыҡта икәнлеген аңлап яҙа шағир. Л.Н. Толстой фекеренсә, ҡабатлап әйтһәң уның өсөн халыҡ теле — шифалы диңгеҙ. Һүҙҙе мәҡәл-әйтем, фразеологик әйтем, ҡанатлы кәлимә менән башлауымдың сере асыҡлана булһа кәрәк. Ғайса Хөсәйенов “Ҡанлы етмеш биш” тигән романында батшаның баш күтәреүселәр дауылынан ҡурҡыуын халыҡтағы “шыр ебәрә” тигән фраза менән мыҫҡыллағайны. Урыҫтар алабарман тураһында: “Мечта Наполеонская, голова как у пастуха”, — ти. Башҡорттар: “Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ”, — ти. Дөрөҫөн әйткәндә, Наполеон алйот та, алабарман да булып сыҡты. Ирек Кинйәбулатов уның ысын йөҙөн башҡорт халҡының көлкөлө һүҙе “маташыу” менән аса: “Наполеон да аҡыл алмай Мәскәү, тип һаташҡайны. Ваҡытлыса ғына булһын, уны алып маташҡайны”.
1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын үткәргәндә, Ирек Кинйәбулатовтың ут эсендә ҡайнаған Бородино мәхшәре тураһында әҫәр яҙыуы үҙе бер айбарлылыҡ! Мин был һүҙҙәрҙе 11 июлдә яҙам, ҡояш ҡыҙҙыра. Өфө ут эсендә ҡайнай һымаҡ. 1943 йылдың 11 июлендә Башҡортостандың Иглин районындағы Таутөмән, Покровка ауылдарында ойошҡан миномет полкын Курскиҙың утлы дуғаһына килтереп яйлаштыралар. Унда һауа эҫелеге бөгөнгө Өфөнөкө ише генә түгел ине. Тимер сыҙамаҫлыҡ. Ерҙә танктар ҡоторған үгеҙҙәй һөҙөшә. Күктә самолеттар ажғырып сүкешә. Күктә Сәмреғош та, ерҙә Хызыр Ильяс та тамуҡ утынан да яманыраҡ дөрләгән ошондағы һуғышта кешеләр яҙмышы өсөн ут йотоп хафаланғандыр, моғайын. Башҡортостандың соҡор эсендә боҫоп ултырған бер ҡараңғы, наҙан ауылының ҡыштарын туң тиреҫ, йәйен бесән сабып, яҙ, көҙ айҙарында һабан һөрөп үҫкән кәтүк буйлығы сандыр малайы — мин дә шунда инем. Беҙҙең полк урыҫса — “469-й отдельный минометный полк ставки Верховного командования”. Башта тоҫҡаусы инем, унан — расчет командиры. Һуғышта “Башҡорт полкы” тип йөрөтөлдө ул. Туҡай әйтмешләй: “Беҙ һуғышта арыҫландан көслөбөҙ, Беҙ тыныста аттан артыҡ эшләйбеҙ”. Полк Курскиҙың утлы дуғаһында ла, Днепрҙы кискәндә лә, Көнбайыш Европа (Польша, Румыния, Чехословакия, Германия, Венгрия) илдәрендә һуғышҡанда ла айбарлы ҡаһарманлыҡ, тактик-стратегик оҫталыҡ күрһәтте. Һуғыш ялҡыны беҙҙең өсөн Германияның Дрезден ҡалаһында 1945 йылдың 9 майында һүнде. Нәҡ бына Башҡортостанда быйыл булған эҫе көндәр кеүек ине Дрезден һауаһы. Былар “Бородино” әҫәрендә лә һүрәтләнә бит. Ихлас әйтәм, Иректең поэмаһындағы Дрезден һүҙен күргәс, ер йөҙөндә титаник илаһилыҡ булып балҡыған был мәшһүр ҡала өсөн йөрәгем йәнә бер мәртәбә тетрәнде. Былай ти шағир:
Лейпцигта, Дрезденда ла бар
Батыр башҡорттарға һәйкәлдәр.
Тик Өфөлә генә һәйкәлдәр юҡ,
Елгә оса халыҡ әйткәндәр.
Дөрөҫ уйлайһың, Ирек! Һин һәм мин яратҡан Дрезден хаҡында йәнә шуны әйтке килә. Һуғыш бөтөп бара. Икенсе фронт (Америка, Англия) Дрездендың көнбайыш төбәген бомбаға тотоп емерҙе. Совет Армияһы үҙ өлөшөнә төшкән көмөшөн бер генә бомба менән дә бысратманы. Беҙҙең һуғыштағы айбарлылыҡ ине был. Фашизмды хәрби техника менән генә түгел, аҡыл айбарлылығы, рухи бөйөклөк менән дә еңдек. Дөрөҫ: Дрезден өсөн мин союздаштарға, һин үҙебеҙҙекеләргә үпкәле. Йөрәгемдә икенсе ҡара төйөр ҙә шашына. Курскиҙың утлы дуғаһынан дүрт процент ҡына фронтовик иҫән сыҡҡанбыҙ (был һан һуғыштан һуң иҫәпләнгән). Курск дуғаһында беҙҙең еңеү фашизмды тар-мар итеү ине ул. Кемдер роман яҙыр тип 20 йыл көттөм. Урыҫ яҙыусылары ниңә уйланмай был хаҡта? Ватан яҙмышы ҡыҙыҡһындырмаймы? 72 йәштә үҙемә тотонорға тура килде. Романды “Яҙмыш ҡорбандары” тип атаным. Күктәге Сәмреғош, ерҙәге Хызыр Ильяс шәфәғәтелер, бәлки.
Ундай шәфәғәтлелек “Бородино” әҫәрендә лә бар. Ундағы һуғыш картинаһында һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо сараһы сиратлаша. Сираттар ҡосағына патриотик, эстетик, хеҙмәт тәрбиәһе ынйылары яйлаша. “Бородино” — киң ҡоласлы әҫәр. Унда үрҙә иҫкә алынған чин һәм һундарҙан башланған тарихи ваҡиғалар сағылдырыла. Башҡорт халҡының героик көрәше кәүҙәләндерелә. Баланың заманға ярашып тыуыуы, яңы осор заңы елдәре менән ҡағылып-һуғылып үҫеүе, көрәш сылбыры ныҡ булған илдең ипле йәшәүе, дуҫлыҡ тойғоларының бөйөклөгө, төрлө мәҡәл-әйтемдең эске алтыны үҙгәрә барыуы кеүек етди мәсьәләләр ҙә авторҙың фекер тәрәнлеген көмөшләндерә. Әйтәйек, тарихи ысынбарлыҡҡа таянып эш итһәк, “Айбарлы ирҙәр бар сағында, баҙынмаҫ дошман илемә” тигән мәҡәлдең беҙҙең быуат баштарында барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Утлы һуғыш йылдарында бөтөн ауырлыҡты үҙ яурынына алған айбарлы ҡатын-ҡыҙ булманымы? Шуны уйлаптыр, Ирек “Бородино” утында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын да ҡайната. Бөйөк Ватан һуғышында төнгө осоусы Мәғүбә Сыртланова (Бәләбәй ҡыҙы), Ләйлә Санфирова (Өфө ҡыҙы) Советтар Союзы Геройы тигән айбарлы исемгә лайыҡ була.
Австрияла миңә Ҡаһым түрә эҙҙәренә баҫып йөрөргә тура килде. Ул эҙҙәр әле һаман ҡайнар, данлы, заңлы. Ул эҙҙәргә Ирек мине “Бородино”ла йәнә килтереп баҫтырҙы. Ҡаһым түрә ише башҡа тарихи шәхестәр ҙә бар әҫәрҙә. Башҡорт халҡының киң күңеллелеге, хозурлығы, ҡаһарманлыҡ сифаттары ергә бәйләнешле рәүештә лә асыҡлана. Был әҫәрҙе мәктәп программаһына индерергә ине. Уның тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур бит.
Суфиян ПОВАРИСОВ,
филология фәндәре докторы,
БДУ профессоры, Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872