Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауыл ҡото — етәксенән
Ауыл ҡото — етәксенәнБөгөн ауыл биләмәһе башлығына бихисап эш атҡарырға тура килә. Эшһеҙлек һәм эскелек проблемаларын хәл итеү, ҡулайлаштырыу шарттарында мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һаҡлап ҡалыу, йәштәрҙе ошонда төпләндереү маҡсатында төрлө саралар күреү һәм башҡа мәсьәләләр тап уның иңенә төшә. Баймаҡ районының Күсей ауыл биләмәһе башлығы Сәриә ЙЫҺАНШИНА менән
әңгәмәбеҙ урындағы үҙ идараның бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында
барҙы.
— Сәриә Рәшит ҡыҙы, ауылға етәкселек итеү еңел түгел. Әммә һеҙ был вазифаны ун йылдан ашыу уңышлы башҡарып киләһегеҙ…
— Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн ауылда йәшәү еңел тип әйтеп булмай. Колхоз һәм совхоздарҙың тарҡалыуын бигерәк тә беҙҙең халыҡ ауыр ҡабул итте. Уларҙы ла аңларға була, сөнки ғүмере буйы хужалыҡта эшләп һәм бер көн килеп эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡалыу күптәрҙе упҡын алдына килтерҙе. Йылғырыраҡтары ошо мөмкинлектән файҙаланып, тупланған мөлкәтте тиҙ арала үҙ-ара бүлешеп, шәхси хужалығын булдырыуға өлгәште. Әммә үҙаллы эшләп өйрәнмәгән фермер ҡырағай баҙар шарттарында йәшәргә әҙер түгел ине, шунлыҡтан байтағы нығынып китә алманы. Икенсе сәбәп – беҙҙең ауыл биләмәһенә ҡараған сәсеү ерҙәренең ташлы булыуы ла быға йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Шуға күрә бөгөн бында фермер тип әйтерлек кешене осратмаҫһың.
Беҙҙең төбәктә малсылыҡ менән шөғөлләнеү күпкә отошло. Ерҙең иркенлеге, бигерәк тә сабынлыҡтарҙың күплеге ауыл халҡына ишле мал аҫрарға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Иҫәнбәттә иллешәр баш йылҡы тотҡан, йөҙәр баш һарыҡ үрсеткән, унар баш һыйыр һауып, һөҙөмтәлә бынамын итеп йәшәүсе ғаиләләр байтаҡ. Иң мөһиме — ауылда йәшәргә теләгән кешенең күп булыуы ҡыуандыра.
— Мал көсө менән тигәндәй, уның һөтөн эшкәртергә, итен һатырға ла кәрәк бит…
— Әлбиттә. Кем егәрле, ул йыл әйләнәһенә һөт ризыҡтары һатып, аҡса эшләй. Башлыса Сибайға алып баралар. Шәхси магазиндар аша ла һатыусылар бар. Ҡалаға барып ҡайтыу ҙа рәхәт хәҙер: еңел машина хужалары баҙарсыларҙы ташыу буйынса кәсеп тә асып ебәргән.
Был ике яҡ өсөн дә отошло: ауыр сумкаларҙы күтәреп йөрөргә түгел, йортоңдан уҡ ултырып, кәрәкле ергә бараһың да етәһең. Ауылда һәр кем үҙенсә йәшәргә тырыша, тик уларҙы хупларға ғына кәрәк. Мәҫәлән, йәй буйы еләк һатыусылар ҙа бар. Былтыр ер емешенең ишелеп уңыуы, көҙ бәшмәктең күплеге лә егәрлеләр өсөн табышҡа әйләнде. Ҡайһы бер ғаиләләр еләк һатып ҡына ла бер нисә тиҫтә мең һум аҡса эшләне. Тимәк, матур, етеш йәшәү һәр кемдең үҙенән тора. Эш юҡ тип ҡысҡырып ятҡансы, бар мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Ҡайһы саҡ ниндәйҙер йомошҡа кеше табыуы ла ҡыйын. Тик ятһа ята ул, әммә эшкә саҡырһаң, теләге юҡ.
— 131-се Федераль законға ла туҡталып үтәйек әле. Уның ауыл биләмәһе ҡаҙнаһын тултырыуҙағы ролен нисек баһалайһығыҙ?
— 2006 йылдың 1 ғинуарынан «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында»ғы Федераль закон ауыл биләмәләре эшмәкәрлегенә үҙаллылыҡ бирҙе. Документ урындағы үҙидара органдарының биләмәлә йәшәүсе халыҡтың тормош-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә үҙаллы булыуын белдерә. Ул беҙгә яңы вәкәләттәр, яуаплылыҡ, хоҡуҡтар өҫтәне. Мәҫәлән, юлдарҙы, зыяраттарҙы ҡарау, ауылдарҙы төҙөкләндереү, яҡтылыҡ менән тәьмин итеү һәм башҡалар. Мин етәкселек иткән ауылдарҙа эшҡыуарҙар, фермерҙар аҙ булғанлыҡтан, һалым күберәк физик шәхестәр килеме, ергә һалым, ерҙе ҡуртымға биреү иҫәбенә туплана.
— Иң борсоған мәсьәләләргә килгәндә…
— Юлһыҙлыҡ. Бөгөнгә тиклем Күсей – Сибай араһы ҡот осҡос хәлдә, ташлы, соҡор-саҡырлы юлдан йөрөү — халыҡтың иң ауыртҡан урыны. Юл матур булһа кешеләргә үҙ продукцияһын ҡалаға көнөнә алып барып һатыу өсөн дә мөмкинлек тыуыр ине. Икенсенән, ауылдарҙа эш урындарының булмауы. Шунлыҡтан күпселек ир-ат ситкә эшкә китергә мәжбүр. Әйтеүемсә, халыҡ малды күп аҫрай, әммә күпселек осраҡта һөт, ит ситкә китә. Татарстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килеүселәр уларҙы осһоҙға ғына һатып ала. Кеше бирмәҫ ине, уға ла йәшәргә кәрәк. Ҡайҙалыр алып барырға транспортҡа аҡсаһы йә ваҡыты юҡ.
— Сәриә Рәшит ҡыҙы, төҙөкләндереү йүнәлешендә лә эштәр алып барылалыр? — Әлбиттә, төҙөкләндереүгә йыл әйләнәһенә етди иғтибар бүленә. Әммә ауылдарҙың матурлығы, таҙалығы унда йәшәгән халыҡтан тора. Әгәр ҙә һәр кем үҙенең йорт ихатаһын, тирә-яғын йыйыштыра, мәктәптәр, башҡа ойошмалар үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе рәткә килтерә икән, ул саҡта тәйәгебеҙҙең йөҙө лә күпкә яҡшырасаҡ.
Беҙгә газ килде, әммә бөтөн йорттарға ла барып етмәне. Мәҫәлән, Басай һәм Күсейҙә тик үҙәк урамдарҙа йәшәүселәр генә «зәңгәр яғыулыҡ»тан файҙалана. Әлбиттә, кемдеңдер мөмкинлеге юҡ, ә берәүҙәргә газ торбаһы һуҙылмаған. Быйыл теләге булған һәр ғаиләнең йортона газ киләсәк, килешеүҙәр төҙөлгән, тик Иҫәнбәт тағы ла ситтә ятып ҡала.
— Ауыл хакимиәте башлығы булараҡ, эскелек күренешенә, төрлө хоҡуҡ боҙоуға, әйтәйек, мал урлау осраҡтарына ла битараф ҡалмайһығыҙҙыр?
— Ауылдарҙың бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртыу, ябай халыҡ мәнфәғәтенән сығып эш итеү, уларҙың йәшәйешен тейешле кимәлдә ойоштороу – быларҙың барыһы ла урындағы хакимиәт иңендә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ көмөшкә ҡыуған, араҡы һатҡан кешеләрҙе тотоп, уларға ниндәйҙер яза бирә алмайбыҙ. Быны полиция хеҙмәткәрҙәре эшләргә бурыслы. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы, депутаттар, мәктәп етәкселеге менән берлектә эскелекте яратҡан ғаиләләр, көмөшкә һатыусылар менән эш алып барыла. Малдарҙың юғалыуын да полиция тикшерергә тейеш, тик уларҙың ҡайһы бер ҡанундары халыҡҡа аңлашылмай. Мәҫәлән, улар хайуандың башы, тояғы булған осраҡта ғына малдың юғалыуын танып, эш аса. Әгәр һин малыңдың башын йәки тояғын табаһың икән, эҙләп тормаһаң да була: күптән уны һуйып, ҡайҙалыр алып барып һатҡандар. Икенсенән, мал ҡырҙа юғалһа ла, полиция ғаризаны ҡабул итмәй. Шуға күрә күп осраҡта кеше малын үҙе эҙләргә мәжбүр.
— Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
— Тәү сиратта мәктәптәрҙе япмау мөһим. Балалар баҡсаһы, клубы, почтаһы һәм медпункты булған ауылда йәшәүселәр ситкә күсенеп китмәйәсәк. Ысынлап та, улар эш юҡ тип ултырмай, йүнен табып, донъяһын көтә, балаларын уҡыта, киләсәккә ҙур ышаныс менән ҡарай.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә