Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башлыҡтан уңдыҡ. Зөлфиәнән!
Башлыҡтан уңдыҡ. Зөлфиәнән!Ахман ауыл Советы Ахман менән Иҫке Балыҡлы ауылдарын берләштерә, унда меңдән ашыу кеше йәшәй. Ауылға тиклем асфальт юл һалынған, һыу үткән, йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” ингән. Урта мәктәп, ике китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, бер нисә сауҙа нөктәһе эшләй.
Ауыл биләмәһенә халыҡ мәнфәғәте өсөн үҙен аямаған Зөлфиә Ғарифуллина етәкселек итә. Уның һәр эш көнө ниндәйҙер объектты ҡарауҙан башлана. Халыҡ менән даими осрашып, уларҙың проблемаларын сисеү буйынса эҙмә-эҙлекле эшләй. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Әле юлдарҙы, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү ҡорамалдарын реконструкциялау буйынса ҙур эш алып барыла.
Ер пайҙарын рәсмиләштереү яйға һалынған. Халыҡтың күпселеге пайҙарын иген сәсеү өсөн “Осҡон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡуртымға биргән, ҡайһы берҙәре үҙҙәре күп йыллыҡ үлән сәскән. Ике ауылда ла шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу ойошторолған. Рәйес Ғәлләмов менән Әбәҙиә Сәғиҙуллина “Партнер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә көн һайын туғыҙ центнерҙан ашыу һөт тапшыра.
Дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға Иҫке Балыҡлы ауылындағы Мәктәп һәм Аҡлан урамдарына ҡырсынташ түшәтелгән. Был эште “Баҡалыхимия” йәмғиәте эшсәндәре башҡарған. Ахман ауылының Үҙәк урамына заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. Киләсәктә Ахмандың Йылға аръяғы урамы ремонтланасаҡ. Шулай уҡ электр сымдарын да яңыртырға иҫәптәре бар, яңы һыу скважинаһы төҙөү ҡарала.
— Барлыҡ мәсьәләне халыҡ йыйынында хәл итәбеҙ. Тәүгеләрҙән булып янғынға ҡаршы бригада булдырҙыҡ, уға транспорт, янғын һүндереү ҡорамалдары бүлдек, хатта сирена ла ҡуйҙыҡ. Электр менән тәьмин итеүҙе реконструкциялау программаһында ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләнек, ауыл һабантуйы үткән майҙанда сәхнә лә ҡороп ҡуйҙыҡ, — ти Зөлфиә Шәйех ҡыҙы.
Йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында төрлө темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторола, тәрбиәүи саралар үткәрелә. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ҙа мөһим: шахмат, волейбол, футбол ярыштарында йәштәр ҙур теләк менән ҡатнаша.
Лира ГӘРӘЕВА
Баҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә