Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йондоҙнамә. 10 — 16 сентябрь
Аҙнаның беренсе яртыһында әүҙем эшмәкәрлек йәйелдереп ебәрерһегеҙ. Был оҙаҡламай һөҙөмтә бирер. Үҙ фекерегеҙҙе яҡлау һәм һүҙегеҙҙе һүҙ итеү өсөн көс-ғәйрәтегеҙ ҙә етерлек. Тик артыҡ мауығып китмәгеҙ. Шәхси тормошта мөнәсәбәттәрҙең һыуыныуы ихтимал. Аҙнаның икенсе яртыһында хеҙмәттәштәрегеҙ йә яҡын кешегеҙ биргән вәғәҙәләргә бик ышанмағыҙ.
Дүшәмбе бар ерҙә лә өлгөрөп, бөтөн эштәрҙе лә атҡармаҡсыһығыҙ. Тик ашыҡмау хәйерле. Шишәмбе һөҙөмтәле көн булмаҡсы. Шулай ҙа яңы башланғыстарға тотонмау хәйерлерәк, тамамланмаған эштәрегеҙҙе ахырына еткерер өсөн уңайлы мәл. Шаршамбы – шәхси мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн ҡулайлы ваҡыт. Кесе йома иһә яҡын кешегеҙ күңелегеҙҙе ҡырыр, ә бына эшлекле даирәлә, киреһенсә, уңырһығыҙ. Йома көндө ниндәйҙер яңы эшкә тотоноуҙан, мөһим осрашыуҙарҙан баш тартығыҙ.

ҠУ¢Ы (21.03 — 20.04).

Эшегеҙҙә тауҙар аҡтара алмаҫһығыҙ. Шуға ла өҙгөләнмәгеҙ. Тамамланмаған эштәрегеҙҙе ахырына еткерегеҙ. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ.

БУҒА (21.04 — 21.05).

Көсөргәнешле аҙна көтә. Эштәрегеҙҙе планлаштырығыҙ, биргән вәғәҙәләрегеҙ тураһында онотоп ҡуймағыҙ. Етәкселәрегеҙҙең иғтибар итеүен көтмәгеҙ, йышыраҡ күҙҙәренә салынып, яңы тәҡдимдәрегеҙҙе әйтергә онотмағыҙ.

ИГЕ¢ӘКТӘР
(22.05 — 21.06).

Эске тойомлауығыҙға бик ышанмағыҙ. Етәксегеҙ ҡушҡан эште лә йәһәт кенә атҡарырға ынтылмағыҙ. Сөнки бер нисә көндән уның кире уйлауы бар, көсөгөҙ әрәмгә китер. Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар итегеҙ, кейемгә ҡарап ҡаршы алалар тигән әйтемде онотмағыҙ.

ҠЫЅАЛА (22.06 — 23.07).

Әүҙемерәк булығыҙ. Был аҙнала ниндәй генә осрашыуға саҡырмаһындар, баш тартмағыҙ. Һеҙгә күберәк аралашырға, йышыраҡ кеше араһында булырға кәрәк.

АРЫЅЛАН (24.07 — 23.08).

Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоторға маташырһығыҙ. Барыбер килеп сыҡмаҫ, ошо арҡала мөһим нәмәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырырһығыҙ.

ҠЫ¢ (24.08 — 23.09).

Кеше һүҙенә, кәңәшенә иғтибар итмәгеҙ. Үҙаллы ҡарарҙар ғына ҡабул итегеҙ. Алыҫ юлға сығыу һөҙөмтәле булыр.

ҮЛСӘҮ (24.09 — 23.10).

Хеҙмәттәштәрегеҙҙең яҡлауына өмөт итмәгеҙ. Улар киреһенсә һеҙҙе тәнҡитләр, хаталарығыҙға төртөп күрһәтер. Иғтибарҙы ғаиләгеҙгә йүнәлтегеҙ.

САЯН (24.10 — 22.11).

Һеҙгә етәксе вазифаһын тәҡдим итмәкселәр. Ризалашырға ашыҡмағыҙ. Әле әҙер түгел кеүекһегеҙ.

УҠСЫ (23.11 — 21.12).

Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашырһығыҙ. Эштә лә, шәхси тормошта ла оло йәштәге кешеләрҙең йомошо менән күп йөрөргә тура килер.

ЫЛАҠ (22.12 — 20.01).

Артыҡ бошмаһағыҙ, ҡабаланмаһағыҙ, хәл-ваҡиғалар тап һеҙ теләгәнсә барыр. Яңы техника, программаларҙы үҙләштерә башлағыҙ. Киләсәктә уларҙың файҙаһы тейер.

ҺЫУҒОЯР (21.01 — 19.02).

Ҡушылған эш һеҙгә бик мөһим түгел кеүек тойолһа ла, яңылышаһығыҙ. Уны бөтөн көсөгөҙҙө, фантазияғыҙҙы егеп атҡарығыҙ. Ҙур сығымдар талап иткән әйбер һатып алырһығыҙ.

БАЛЫҠ (20.02 — 20.03).

Иҫәр генә үҙ хатаһында өйрәнә, тиҙәр. Шуға башҡа берәүҙең башынан үткән ваҡиғаларға таянып эш итегеҙ. Яңылыш ҡарар ҡабул итә күрмәгеҙ. Был кәңәш айырыуса эшлекле партнерҙар һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләренә ҡағыла.

Өмөтбикә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә