Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » «Ер аҫты батшалығы»ндағы сәмле алыш
«Ер аҫты батшалығы»ндағы сәмле алышРеспубликаның металлургия сәнәғәте — Башҡортостан иҡтисадының ныҡлы терәге. Көньяҡ Уралда тау сәнәғәтенең визит карточкаһына әүерелгән «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған Хәйбулла руднигының «Юбилей» ятҡылығында шахта йөгөн тейәү-ташыу машиналары операторҙары араһында I Бөтә Рәсәй беренселегенең үтеүе лә быға асыҡ миҫал.
«Башҡорт баҡыры» йәмғиәте 2006 йылдың майынан файҙалы ҡаҙылмаларға бай «Юбилей» ятҡылығында эш алып бара. Ҡатлам-ҡатлам булып ятҡан мәғдәнде үҙләштереү өсөн «Юбилей» карьеры, руда келәте, машина-транспорт һәм уларҙы ремонтлау цехтары, экспресс-лаборатория, янғын һүндереү депоһы, идара офисы төҙөлгән. Шулай уҡ йәмғиәт юғары ҡеүәтле тау сәнәғәте техникаһына ла эйә. Бында үҙйөрөшлө «Хитачи» һәм «Камацу» экскаваторҙары, дизель быраулау станоктары һәм бульдозерҙар ярҙамында ер өҫтөн аҡтарыу, мәғдән табыу һәм ташыу кеүек эштәр башҡарыла. Йылдан-йыл «ер аҫты батшалығы»нда заманса ҡеүәтле техниканы «йүгәнләү» ҙә матур йолаға әүерелә бара. Быйыл эште еңеләйтеү маҡсатында «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте донъяла тиңе булмаған тау-шахта ҡоролмаһы етештергән «Атлас Копко» (Atlas Copco) компанияһынан ике йөк тейәү-ташыу техникаһы һатып ала. Тап ошо яңы быуын техникаһын һынау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, техниканың ҡеүәтен асыҡлау ниәтендә тәүге тапҡыр ойошторолған Бөтә Рәсәй чемпионатында илдең төрлө төбәгенән килгән 13 оҫта үҙ-ара көс һынашты. Бәйгелә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан, «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенән, шулай уҡ Магадандан, Чукотканан, Норильск, Гай ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Улар барыһы ла өр-яңы тау техникаһын файҙалана белеү оҫталығын күрһәтте.
Шахта йөгөн тейәү-ташыу машиналары 14 мең килограмм йөк күтәрә ала. Машина заманса уңайлыҡтарға һәм хәүефһеҙлек талаптарына яраҡлаштырып эшләнгән. «Ер аҫты батшалығы»нда барған алышта ҡатнашыусылар машина менән эш итеү һәләтен, шахта йөгөн тейәү-ташыу ҡағиҙәһе менән хәүефһеҙлек техникаһы буйынса белемен, сослоғон һәм оҫталығын күрһәтә алды.
Ярыштың тәүге төрө яңы быуын техникаһында эш итә белеү, ер аҫты шахтаһынан ҡаҙылма сығарыу ине. Айырыуса тиҙлеккә иғтибар бирелде. Бәйгенең икенсе өлөшөндә операторҙарҙың ҡаҙылманы йөккә тейәүе баһаланды. Бында етеҙ эшләүҙән тыш, тағы ла ун алты талапты үтәү мотлаҡ ине. Шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен боҙмауға ла ҙур иғтибар бирелде. Ярыштың һәр төрөндә иң яҡшы һөҙөмтәләр асыҡланды. Мәҫәлән, Гай тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле Юрий Пипа ике һоҫоуҙа 55 тонна ҡаҙылма тейәп, яңы рекорд ҡуйҙы. Быға тиклем күрһәткес 34 тонна ғына тәшкил иткән. Юғары ҡаҙанышы өсөн Юрий Константиновичҡа махсус бүләк тапшырылды.
Артабан машина операторҙары баскетбол майҙанына сыҡты. Бында улар ҙур һоҫҡо менән туп уйнатырға тейеш ине. Был юлы ла улар һынатманы: барыһы ла тиерлек тупты сетка аша төшөрә алды. Һәр эштең үҙ нескәлеге тигәндәй, яңы быуын техникаһын “йүгәнләүселәр” бер осраҡта ла юғалмай, үҙ оҫталығын күрһәтеп, барыһын да хайран итте. «Атлас Копко» компанияһы етештергән йөк тейәү-ташыу машинаһында эшләгән илдең иң оҫта операторы тип Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан Марсель Әмиров танылды. Марсель Марс улының хеҙмәт стажы — 13 йыл. «Машинаның мөмкинлектәре күп булыуы эште тиҙ һәм таҙа башҡарырға булышлыҡ итә», — ти еңеүсе. Икенсе урынды «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле — Сибай ҡалаһынан Раил Мәжитов яуланы.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә