Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Учалы районының иң ҙур ауылдарының береһе Өргөндә изге ғәмәл тормошҡа ашырыла – иман йорто төҙөлә. Быйыл яҙ ғына башланыуға ҡарамаҫтан, ауылдың үҙәк урамындағы төҙөлөштә эш дәррәү бара – мәсеттең тәүге ҡаты тамамланған. Был йәһәттән өргөндәрҙең генә түгел, башҡа иманлы, изге күңелле кешеләрҙең тырышлығын да инҡар итеп булмай.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Учалы районы Өргөн ауылындағы “Хаммат” мосолмандар дини ойошмаһы вәкилдәре гәзит аша Учалы юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Морат Илһамовҡа, Учалы муниципаль ауыл хакимиәте башлығы Зәки Билаловҡа, шәхси эшҡыуарҙар Вадим Моратшинға, Илгиз Заһиҙуллинға, “Башкирнефтепродукт” акционерҙар йәмғиәтенең Учалы филиалы директоры Ришат Мостафинға, “Көньяҡ Урал” МТС-ының Учалы филиалы етәксеһе Ғәлимйән Хилажевҡа, “Ирәмәл” ярҙамсы станцияһы директоры Вассаф Мөхәмәтовҡа, Учалы район электр селтәрҙәре етәксеһе Ғариф Әйүповҡа айырыуса ҙур рәхмәтен белдерә.
Әйткәндәй, Ғариф Миңлеғәле улы Өргөндә тыуып үҫкән, шуға ла ул, мәсет төҙөүҙә матди ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, төҙөлөшкә шәхсән өлөш индерергә лә ваҡыт тапты: ике тапҡыр өмәгә сыҡты. Дамир һәм Урал Хәсәновтарҙың, Урал Шәйхисламовтың да маҡсатты бойомға ашырыуға индергән өлөшө ҙур. Ауыл халҡы, ғөмүмән, әүҙем: кемдер аҡсалата ярҙам күрһәтә (ошоғаса төҙөлөш өсөн 100 мең һум самаһы иғәнә йыйылған), кемдер өмәлә ҡатнаша. Ике тапҡыр ауыл халҡы изге ниәт хөрмәтенә ҡорбан салдырҙы.
Әлхәмдүлиллаһ, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән башланған эш аҙағына етер, мәсетебеҙҙең манараһы күккә олғашып, ауылыбыҙға иман нуры сәсеп торор!
Мәсет – мосолмандарҙың көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡып, донъяның мәшәҡәттәренән һәм ығы-зығыһынан, уның көн һайын арта барған талаптарынан, ваҡлыҡтарынан арынып, рухи һыйыныу таба торған изге урын. Шуға ла беҙ, ойоштороусылар, иман йортоноң тиҙерәк һәм еңеллек менән төҙөлөүенә өмөт итеп, мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Хәлегеҙҙән һәм йомартлығығыҙҙан сығып, мәсет төҙөлөшөнә аҡсалата иғәнә индергән осраҡта, был сара Аллаһы Тәғәләнең ризалығын алыу, быуаттар төпкөлөнән килгән йоланы атҡарыу тип ҡабул ителер, оло сауап булыр ине. Сөнки элек-электән ғибәҙәтханаларҙы халыҡтың дәррәүлеге, тырышлығы, тәҡүәлеләрҙең хәйер-саҙаҡаһы иҫәбенә төҙөгәндәр, әруахтар өсөн әжерен һорағандар.
Изге эштә – Учалы районының Өргөн ауылындағы мәсетте сафҡа индереүҙә ҡатнашырға теләгегеҙ булһа, түбәндәге иҫәпкә иғәнә күсереүегеҙ һорала:
453732, Башҡортостан, Учалы районы, Өргөн ауылы, Үҙәк урам, 40.
ММРО “Хаммат”
ИНН 0270995170
КПП 027001001
ОГРН/ОГРНИП 1120200001646
Р/С 40703810705000000028
Банк: ООО “Кольцо Урала”
БИК 046577768
кор/счет 30101810500000000768 в ГРКЦ ГУ Банка Росии по Свердловской области, г. Екатеринбург.
“Хаммат” мәсетенең имам-хатибы Салауат РӘСҮЛЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә