Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эштең һөҙөмтәһе бар
Эштең һөҙөмтәһе барРәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе ярты йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны. Кәңәшмәлә шулай уҡ өр-яңы бурыстар, уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнде.
Быйыл да страховкалаусыларҙың бурыстарын түләтеү буйынса ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, Фондтың эшен ыңғай баһаларға мөмкин. Барыһы ла сағыштырыуҙа күренә. 2011 йылда страховка иғәнәләренә идара итеүҙә һәм средстволарҙы тотоноуҙа яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелһә, быйыл да уңыштар ҡыуандырырлыҡ.
2012 йылдың тәүге яртыһында страховкалауҙың бөтә төрҙәре буйынса иғәнәләр туплау коэффициенты үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда күтәрелгән.
Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалауға иғәнәләр 3418,8 миллион һум тәшкил итте, был — 2012 йылға планлаштырылған сумманың 55,1 проценты тигән һүҙ (үткән йылдың ошо осоронда был һан 3092,2 миллион һум ине, үҫеш — 10,6 %). Эш урынында бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ страховкалауға страховка иғәнәләре 705664,8 мең һум тәшкил итте (планлаштырылған йыллыҡ сумманың 52,2 проценты). Ә былтырғы ошо осорҙа 604 250,8 мең һумлыҡ страховка иғәнәләре йыйылғайны (үҫеш 16,8 %).
Страховкалаусыларҙың страховка иғәнәләре иҫәбенә тотонған дөйөм сығымы беренсе ярты йыллыҡта — 3997 095,4 мең һум (үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 143052,6 мең һумға кәмегән). Сәбәбе билдәле: 2011 йылдың беренсе кварталында дөйөм килемгә һалым түләүсе предприятиеларҙың алдағы йылдар өсөн сығымдары ла иҫәпкә алынды.
Төбәк бүлексәһендә 93 583 страховкалаусы иҫәпләнә. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховка буйынса хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙә үҙҙәре теләп ҡатнашҡан страховкалаусылар һаны ла артып, 798-гә етте.
Быйыл 209 страховкалаусы менән ирекле мөнәсәбәттәрҙең туҡтатылыуын да әйтергә кәрәк.
Фонд етәкселегенең филиал директорҙары алдына ҡуйған төп бурысы — недоимкаларҙы (һалымдың ваҡытында түләнмәй ҡалған өлөшөн) кәметеү. Өсөнсө квартал — хәл иткес осор, йыллыҡ күрһәткестәр нигеҙҙә туғыҙ ай эсендә формалаша. Шуға күрә страховкалаусыларҙың ҡайһы бер категориялары менән ныҡышмалы эш алып барыу талап ителә. Улар барыһынан да элек — бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар, бюджет ойошмалары. Быйылғы ҡоролоҡ менән бәйле күп кенә ауыл хужалығы етештереүселәре, уларҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмалар ошо исемлекте тулыландырҙы.
Бурыстарҙы мотлаҡ рәүештә һәм үҙ ваҡытында түләтеү өсөн законда ҡаралған сараларҙы недоимкаларҙы арттырған бөтә страховкалаусыларға ҡарата ла ҡулланыу мөһим. Ярты йыл буйы ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барылды. Һөҙөмтә бар — Фонд бюджеты 130 миллион һумға тулыланды.
Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының тағы ла бер мөһим бурысы — производствола бәхетһеҙлек осраҡтарын һәм профессиональ сирҙәрҙе кәметеү буйынса иҫкәртеү сараларын финанслау. Ошо средстволар ярҙамында предприятие хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән тотош саралар комплексын тормошҡа ашыра. Әлеге ваҡытта иҫкәртеү эшенә Фонд тарафынан 124 миллион һум аҡса бүленгән. Эш урындарында бәхетһеҙлек осраҡтарының һәм профессиональ сирҙәрҙең һиҙелерлек кәмеү проценты программаның тәьҫирлелек күрһәткесе булып тора.
Халыҡҡа дөрөҫ, аңлайышлы мәғлүмәт биреү буйынса ла әүҙем эш алып барылды. Бөтә яңылыҡтар Фондтың сайтына урынлаштырыла, страховкалаусы һәм страховкаланғандар өсөн дә тейешле мәғлүмәт бар. “Ҡыҙыу линия” бәйләнеше уңышлы эшләй. Матбуғат биттәрендәге сығыштарҙан тыш, ай һайын граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола, семинарҙар үткәрелә.
Шуныһы шатлыҡлы: эштең һөҙөмтәһе бар, һуңғы йылдарҙа граждандар тарафынан дәғүәләр ҙә, һорауҙар ҙа аҙайғандан-аҙая.
Эҙләү-мониторинг системаһы мәғлүмәттәренә һәм Фондтың идара итеү бүлегенең анализлау һөҙөмтәһенә таянып, төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлегенә баһа биреүсе күрһәткес иҫәпләнгән.
Төбәк бүлексәһендә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалау буйынса страховка иғәнәләренә ҡарата недоимка өлөшө 0,81 процент тәшкил итә (Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 1,23%, Волга буйы федераль округында — 1,68%). Күреүегеҙсә, Фондтың Башҡортостан бүлексәһендә хәл күпкә яҡшыраҡ. Кисектерелгән бурыс өлөшө дөйөм бурыс структураһында 16,4% тәшкил итә, был күрһәткес йылдың ике кварталында 4,1 пунктҡа кәмене.
Фондтың илдең социаль именлегенә, дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүе бәхәсһеҙ. Социаль страховка институты көн үҙәгендә торған мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы тормошҡа ашырыуҙа уйланылған етди аҙымдар яһай.
Раушания КӘБИРОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә