Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Онотола яҙған мөхәррир
Ғаффан Ғафаровты ни өсөн вазифаһынан бушаталар?
“Башҡортостан” гәзитенең тарихына ҡағылышлы материал туплағанда, аптырап ҡалдым. Гәзиттең 75, 85, 90 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгәндә, бөтә баш мөхәррирҙәребеҙ тураһында ла яҙғанбыҙ, бер Ғаффан Ғафар улы Ғафаровты ғына “онотҡанбыҙ”.
Ғаффан Ғафаровтың биографияһын асыҡламаҡ булып, редакцияла эшләп пенсияға сыҡҡан Файыҡ Мөхәмәтйәнов менән Юныс Әхмәҙиевкә лә мөрәжәғәт итеп ҡараным. Илеш районынан, тине улар икеһе бер ауыҙҙан. Мөхәррир булғансы ҡайҙарҙа эшләгән, эштән бушатылғас, тормош юлы нисек булған? Был һорауҙарым яуапһыҙ ҡалды. Аптырап, Илеш районының “Маяҡ” гәзите мөхәррире Айһылыу Хәйретдинова менән бәйләнешкә индем. Айһылыу Зәки ҡыҙы ла бер ни ҙә асыҡлай алманы. Хатта районда Ғаффан Ғафаров хаҡында бөтөнләй белмәйҙәр икән. Ғәжәп. Хәҙер һәр район һәм ҡалала тиерлек музейҙар эшләй, күренекле кешеләр хаҡында энциклопедиялар сығарыла. Мөхәррир һынлы мөхәррир тураһында тыуып үҫкән районында ла мәғлүмәт булмағас, ғәжәпләнмәҫ ереңдән ғәжәпләнерһең. Өлкә гәзитенә баш мөхәррир итеп теләһә кемде ҡуймайҙар ҙа баһа! Бәлки, ул Илештән түгелдер?..
Һорауҙар... Һорауҙар...
Яуапты Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивында таптым. Ғаффан Ғафар улы Ғафаровтың “дело”һы 33 биттән тора. 1944 йылдың 1 июлендә асылған һәм 1962 йылдың 9 декабрендә тамамланған (фонд 122, опись 124, дело 132). “Дело”ға Ғаффан Ғафаровтың үҙ ҡулы менән яҙылған өс автобиографияһы, алты баһалама һәм башҡа документтар теркәлгән.
Ғаффан Ғафар улы 1910 йылдың апрелендә Өфө губернаһы Бөрө кантонының Илеш олоҫо Ябалаҡлы ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Белеме — юғары. 1944 йылда Мәскәүҙә ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы үҙәк гәзиттәр курстарында уҡый, 1948 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен ситтән тороп тамамлай.
Атаһы менән әсәһе Октябрь социалистик революцияһына тиклем һәм унан һуң да игенселек менән шөғөлләнгән. 1930 йылдан — “Искра” колхозы ағзалары. 1947 йылдың 7 октябрендә яҙған автобиографияһында Ғаффан Ғафаров түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: “Һуғышта ҡатнашманым. Туғандарым Хәсән менән Рәфғәт 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булды. Атай-әсәйем (уларға 65-әр йәш) минең ғаиләмдә йәшәй”.
Ғаффан Ғафаров 18 йәшенә ҡәҙәр ата-әсәһе янында була. Тыуған ауылы Ябалаҡлыла клуб мөдире һәм ауыл Советында практикант булып эшләй. 1928 йылдың сентябренән 1931 йылдың декабренә тиклем Дүртөйлө районы Исмаил ауылындағы Ленин исемендәге балалар хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә һәм уҡый. 1932 — 1933 йылдарҙа Башҡортостан комвузының әҙерлек курсында шөғөлләнә. 1933 йылдың ғинуар — сентябрь айҙарында ВКП(б)-ның Ейәнсура район комитетында инструктор булып эшләгәс, Башҡортостан комвузының партия бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағас, Ғаффан Ғафаровты Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссариаты органы — “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһына эшкә ебәрәләр. Ул бында яуаплы мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара. Артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә дауам итә. 1938 йылдың майынан 1942 йылдың ғинуарына тиклем әҙәби хеҙмәткәр, хеҙмәтсәндәр хаттары һәм ауыл хужалығы бүлектәре мөдире була. 1942 йылдың ғинуарынан 1943 йылдың июленә тиклем Ленин орденлы “Дүртөйлө” МТС-ында сәйәси бүлек начальнигы булып эшләй. Өлкә комитет бюроһының 1941 йылдың 27 декабрендә булып үткән ултырышы ҡарары менән башта Ғаффан Ғафаровты Көйөргәҙе районының “Таймаҫ” МТС-ына ебәрергә ҡарар сығаралар. 1942 йылдың 12 ғинуарында ҡарар үҙгәртелеп, Ғаффан Ғафар улы Дүртөйлөгә китә. МТС-тарҙа сәйәси бүлек бөтөрөлгәс, яңынан “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите редакцияһына ҡайта. ВКП(б) Өлкә комитеты ҡарары менән 1943 йылдың 17 авгусында яуаплы мөхәррир урынбаҫары, 1949 йылдың ғинуарында яуаплы мөхәррир итеп раҫлана. Ғаффан Ғафаров гәзиткә 1955 йылдың декабренә тиклем етәкселек итә.
Ғаффан Ғафаров нисек эшләгән һуң? “Дело”ға тегелгән белешмәләр ике төрлө фекер тыуҙыра. Баһаламаларға ҡарағанда, мөхәррир үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәгән тип уйларға була, әммә КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты секретары Х. Сайранов ҡул ҡуйған белешмә бөтөнләй киреһен һөйләй. Ғафаровтың ниндәйерәк кеше булыуын һәм нисек эшләүен күҙ алдына баҫтырыу өсөн “дело”лағы автобиографиялар, баһаламалар менән танышып үтәйек.
Ул 1927 йылда комсомолға инә, 1931 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. 1941 йылдың 23 декабрендә яҙған автобиографияһынан күренеүенсә, 1927 — 1938 йылдарҙа тәүге комсомол ойошмаларына секретарь итеп һайлап ҡуялар. Дүртөйлөлә балалар хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнгән саҡта уҡ колонияның комсомол ойошмаһына етәкселек итә. Крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡығанда ла, Бөрө ҡалаһында совет партия мәктәбендә белем алғанда ла (1931-1932 йылдар) комскомитет секретары һәм партком ағзаһы була. Башҡортостан комвузының партия бүлегендә уҡығанда күп тиражлы “Ленин юлынан” гәзитенең (партия комитеты органы) мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. СССР, РСФСР һәм БАССР Юғары Советтарына һайлауҙар ваҡытында агитатор һәм һайлау комитеты ағзаһы була. Редакцияның агитколлективына етәкселек итә.
Ғафаров хилафлыҡтарын да йәшермәй. 1938 йылда уға ВКП(б)-ның Киров райкомы тарафынан “ялағайлыҡ һәм ялғанлыҡ” өсөн партия язаһы бирелә. Ләкин 1939 йылда ВКП(б)-ның Молотов райкомы ҡаты шелтәне ғәмәлдән сығара.
Баһаламаларына тел-теш тейҙерерлек түгел. Мәҫәлән, Мәскәүгә уҡыра китер алдынан яҙылғанында ошондай юлдар бар (уға ВКП(б)-ның Өлкә комитеты секретары Соболев ҡул ҡуйған): “Өлкә гәзиттәрендә һәм журналдарында, шулай уҡ МТС-тың сәйәси бүлеге начальнигы булып эшләгәндә лә Ғ. Ғ. Ғафаров иптәш үҙен ыңғай яҡтан күрһәтте. Эштә инициативалы, тәртипле”.
“Ғафаров иптәш Ленин-Сталин партияһы эшенә һәм Совет Ватанына тоғро. “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең яуаплы мөхәррире Ш. Ғимаев. 1946 йыл, 29 октябрь”.
“Ғ. Ғ. Ғафаров иптәш гәзиттә етди материалдар һәм мәҡәләләр менән йыш сығыш яһай. Хәбәрселәр активына етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнаша, һөнәри һәм сәйәси кимәлен күтәреү буйынса даими хәстәрлек күрә. “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең тәүге партия ойошмаһы секретары М. Кәримов. 1947 йыл, 18 октябрь”.
Дәүләтебеҙ яуаплы мөхәррир Ғаффан Ғафаровтың хеҙмәтен юғары баһалай. Большевистик матбуғатта оҙаҡ йылдар һәм емешле эшләгәне өсөн Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Башҡорт АССР-ының 30 йыллығы айҡанлы 1949 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын ала. 1954 йылда XXIII Өлкә партия конференцияһында Башҡортостан Өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана.
Эшләмәгән кеше генә хаталанмай. Әлбиттә, гәзиттә орфографик хаталар ҙа киткәндер. Өлкә комитетында ултырыусыларҙың асыуын ҡабартҡан мәҡәләләр ҙә донъя күргәндер. Ошаҡ, аҫтан эш йөрөтөү ҙә үҙенекен иткәндер. Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, “дело”лағы бер белешмәгә мөрәжәғәт итәйек. Унда яҙылғандар мөхәррир Ғаффан Ғафаровты ни өсөн вазифаһынан бушатыуҙарына асыҡ миҫал. Белешмә шул осорҙа хөкөм һөргән мөхитте күҙ алдына баҫтырыу өсөн башҡортсаға тәржемә ителмәйенсә урыҫса бирелә.
“Справка
о причинах освобождения тов. Гафарова Г. Г. от работы редактора газеты “Совет Башкортостаны”
Редактор газеты “Совет Башкортостаны” тов. Гафаров с возложенными на него обязанностями не справляется. Газета ведется на низком идейно-политическом и культурном уровне. Она обходит важнейшие вопросы хозяйственного и культурного строительства. Во многих случаях газета дезориентирует читателей, искажает действительность, иногда проявляет бестактность в отношении к газете “Советская Башкирия”, выходящей на русском языке, выступая с необоснованными опровержениями публикуемых в ней материалов.
Тов. Гафаров, как редактор республиканской газеты, в работе допускает беспринципность, а в отдельных случаях занимает явно непартийную линию. Для критики на страницах газеты неугодных ему райкомов и их руководителей тов. Гафаров привлекает людей, справедливо наказанных этими районами. Так было с неоднократным выступлением газеты по Учалинскому району, а также с корреспонденцией по Чекмагушевскому району.
На недостатки газеты “Совет Башкортостаны” и на неправильное поведение тов. Гафарова Обкомом КПСС указывалось неоднократно. Однако из этих указаний тов. Гафаров практических выводов не сделал, недостатков в работе газеты и в поведении не устранил.
Секретарь Башкирского обкома КПСС Х. Сайранов”.
Вазифаһынан бушатылғас, Ғаффан Ғафаров ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта хәрби серҙәрҙе һаҡлау буйынса идаралыҡ (Главлит) начальнигы булып эшләй.
Ғаиләһе хаҡында бер нисә һүҙ. Автобиографияһынан күренеүенсә, ҡатыны Зәйнәп исемле. 1945 йылдан ВКП(б) ағзаһы, 5-се поликлиникала теш врачы булып эшләй. Ғаиләлә өс бала — Ира, Валерий һәм Светлана үҫә.
Ғаффан Ғафар улы Ғафаровтың ғүмере оҙон булмай. 52 йәшен тултырғас, ул 1962 йылдың 9 декабрендә вафат була.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: “Башҡортостан” гәзите мөхәррирҙәренең береһе лә редакцияла пенсия йәшенә еткәнсе эшләй алмай. Берәүҙәре золом ҡорбаны була, икенселәрен юғарыраҡ вазифаға үрләтәләр, ә өсөнсөләрен Ғаффан Ғафаров кеүек эшенән ғәйеп табып ҡыуалар.
Факил Мырҙаҡаев




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21