Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостан мөғжизәле утрауҙы хәтерләтә!” — тип һоҡланды Владимир өлкәһенән килгән ҡунаҡтар
“Башҡортостан мөғжизәле утрауҙы хәтерләтә!” — тип һоҡланды Владимир өлкәһенән килгән ҡунаҡтарФилософия фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһының Владимир ҡалаһы филиалының социаль-гуманитар кафедраһы мөдире Евгений Ямханов менән педагогия фәндәре докторы, Владимир дәүләт университетының махсус педагогика кафедраһы профессоры Сергей Завражинды күптән инде Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы менән ғилми хеҙмәттәшлек бәйләй.

“Башҡорттар
боронғо халыҡ икән...”


Владимир ҡалаһы ҡунаҡтары, Стәрлетамаҡ педагогтарының бик көслө булыуын, уҡытыу процесының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп, осрашыуҙы эшлекле, фәһемле үткәреүҙәре өсөн хужаларға ҙур рәхмәт әйтте. Ғалимдар беҙгә тәүге тапҡыр килгәнлектән, республикабыҙҙың тарихи, иҫтәлекле урындары менән ихлас танышты. Өс көн буйы улар менән сәйәхәт итеүҙән, Башҡортостандың төбәктәрендә булыуҙан барыбыҙ ҙа ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙек.
Ҡунаҡтар иң тәүҙә Өфөнө барып күрергә ашҡынды. Тыуған яҡты өйрәнеү музейының ҙурлығы, экспонаттарҙың байлығы уларҙы таң ҡалдырҙы.
— Бер нисә сәғәт эсендә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше менән яҡындан танышып, үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡ астыҡ, — тине Евгений Александрович. — Башҡорттар бик боронғо халыҡ икән, бай тарихы һоҡландырҙы, шул уҡ ваҡытта фажиғәле биттәренең күплеге, ҙур һынауҙар аша үтергә мәжбүр булыуы уйға һалды. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеү йәһәтенән бик үҙенсәлекле музей. Беҙҙең Владимир ҙа Рәсәйҙең иң боронғо һәм бай тарихлы ҡалалары иҫәбенә инә, музейҙарыбыҙ ҙа бар, тик һеҙҙәге кеүек ифрат күп экспонат тупланмаған.

Милли батырыбыҙҙы яҡшы беләләр

Салауат Юлаев һәйкәле янында ла булдыҡ.
— О-о! Һәйкәлде ғәжәйеп матур урынға, Ағиҙел йылғаһының ярына ултыртҡандар! — тип һоҡланды юлдаштарымдың береһе милли батырыбыҙҙың мөһабәт һынына яҡынлашыу менән.
— Салауат Юлаев тураһында күп ишеткәнем, уҡығаным булды, башҡорт халҡының ғорурланырлыҡ улы ул. Үтә йәшләй ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы күтәрелгән, яу сапҡан шәхес. Ҡулға алғас, үҙен ныҡ язалағандары тураһында ла беләм. Халыҡ геройы тураһында төрлө фекер йөрөүе мөмкин. Кемдеңдер уны баш күтәреүсе, ил тыныслығын боҙоусы тип фашларға маташыуы ихтимал, тик беҙ был фекер менән килешә алмайбыҙ. Ниндәй генә халыҡты алма, әгәр уның ер-һыуын талаһалар, тыныс йәшәргә ирек бирмәһәләр, иртәме-һуңмы, улар барыбер ҡулына ҡорал тотоп көрәшкә сығырға мәжбүр буласаҡ. Ә бына Салауаттың Эстонияла тотҡонлоҡта һәләк булып ҡалыуы хаҡында белмәнек, — тине Сергей Александрович.
Артыҡ ҙур булмаған майҙансыҡта халыҡтың күплегенә, һәйкәл янына бер-бер артлы туйҙар килеүенә һоҡланып ҡарап торған юлдаштарым был йәмле урындың ҡаланың ғына түгел, республикабыҙ тормошонда мөһим роль уйнауына шаһит булды.

Торатау итәгендә

— Стәрлетамаҡҡа килгәндә үк был үҙенсәлекле тауға иғтибар иткәйнек, әлегә тиклем уға оҡшаш тәбиғәт мөғжизәһен күргәнебеҙ юҡ ине, — тине Евгений Ямханов. — Торатау тураһында ишеткәнем булһа ла, уның яҙмышына артыҡ иғтибар бирмәгәйнем. Ошо ғәжәйеп тәбиғәт байлығына ҡул һуҙырға теләүселәрҙең булыуы борсолорлоҡ шул.
Әлбиттә, был мәсьәләгә төрлөсә ҡарарға мөмкин. Иҡтисади яҡтан, тау төрлө ҡаҙылма байлыҡтарға бай, уны эшкәртеүсе предприятиелар ҙа яҡында ғына. Тик мәсьәләнең икенсе мөһим яғы ла бар бит әле. 5 — 10 йыл ҡаҙынырҙар, сеймалын алып бөтөрөрҙәр, ә аҙаҡ нимә? Торатау бөгөнгө хәлендә күберәк файҙа килтерәсәк, тип уйлайым. Мәҫәлән, уның итәгендә туризм менән шөғөлләнеүселәр өсөн база булдырырға мөмкин, ул да үҙенә күрә байтаҡ килем килтерәсәк.
— Ябай халыҡтың ошо изге тауҙы һаҡлап ҡалыр өсөн дәррәү күтәрелеүе тураһында ишеткәс, башҡорттарға ҡарата хөрмәтебеҙ айырыуса артты, — тип өҫтәне профессор Сергей Александрович та.

Мораҙым тарлауығында

Өфөләге тыуған яҡты өйрәнеү музейы буйлап сәйәхәт ҡылғанда, Сергей Александрович Мораҙым мәмерйәһенең фотоларын, һүрәттәрен оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң: «Был мәмерйәне бик тә күргем килә, барып ҡайтайыҡ», — тип уй-теләген белдергәйне. Шулай итеп, беҙ һис уйламаған ерҙән Күгәрсен яҡтарына йүнәлдек. Юл буйы ҡунаҡтар Башҡортостандың тәбиғәтенә һоҡланды, хис-тәьҫораты менән уртаҡлашты. Республикабыҙҙа ерҙәрҙең буш ятмауы юлдаштарымды хайран ҡалдырҙы. Баҡтиһәң, уларҙың тыуған яғында баҫыуҙар тейешенсә эшкәртелмәй ҙә, сәселмәй ҙә икән.
— Ҡайҙа ҡарама баҫыу: арышы ла, бойҙайы ла, көнбағышы ла, сөгөлдөрө лә – нимә генә юҡ! — тип һоҡланды ғалимдар. — Күрәһең, урындағы халыҡ ерҙең ҡәҙерен белә һәм файҙаһын да күрә. Башҡортостанды Белоруссия менән сағыштырырға була, унда ла баҫыуҙар күп.
«Мораҙым тарлауығы» милли паркы Мораҙым ауылы янында, Оло Эйек йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Ял көнө булғанғамы, ял итеүселәр ифрат күп ине. Күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләренән килеүселәр ҙә етерлек булып сыҡты.
— Ҡаялы тауҙар өҫтөңә ауып килгән төҫлө, — тип ғәжәпләнде гүзәллекте күреп туя алмай Сергей Завражин.
Мәмерйә күрергә тип килһәк тә, эсенә үк инергә мөмкин булманы. Унда ни бары биш градус йылы тигәс, һыуыҡ тейҙереүҙән ҡурҡтыҡ. Милли парк биләмәһендә ял итеү базаһына ла, балалар лагерына ла урын табылған. Ауылдарҙың береһендә туҡталып, Альберт бабай менән Миңлесара инәйҙәрҙә сәй эсеп сыҡтыҡ. Ҡымыҙ, ҡорот, мейестә бешкән ауыл икмәге, башҡорт балы менән һыйланып, оло кинәнес кисерҙе ҡунаҡтар. Төпкөл ауылда йәшәһәләр ҙә, төрлө гәзит-журнал алдырып уҡыған ҡарт менән ҡарсыҡҡа аптырау ҡатыш һоҡланып ҡуйҙылар.
— Ауылдарығыҙ төҙөк, газ, һыу үткән. Ғөмүмән, Башҡортостан оло илдәге мөғжизәле бер утрауҙы хәтерләтә, — тип әйтеп ҡуйҙы Сергей Александрович, машинала тирә-яҡты күҙәтеп килә торғас.
Владимир ҡалаһы ҡунаҡтары Башҡортостанға аяҡ баҫҡас та, Стәрлетамаҡ менән танышып сыҡҡан икән. Ғалимдар билдәләүенсә, ул — республикабыҙҙың иң үҫешкән ҡалаларының береһе. Юлдарҙың төҙөклөгө, урамдарҙың таҙалығы, йәшеллектең күплеге лә иғтибарҙарынан ситтә ҡалмаған.
Сит-ят төбәк кешеләренең республикабыҙға биргән юғары баһаһы күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Уларҙы беҙ йәшәгән ерҙең хозур тәбиғәте, халҡының ябайлығы, ҡунаҡсыллығы әсир итә. Шуныһы үкенесле: күп осраҡта беҙ үҙебеҙ ошо матурлыҡты, ҡабатланмаҫ ҡиммәттәрҙе баһалап еткермәйбеҙ.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә