Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Черкес өсөн намыҫ ғүмерҙән юғарыраҡ
Черкес өсөн намыҫ ғүмерҙән юғарыраҡРәсәй киңлегендә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй, тип юғары трибуналарҙан һөйләү һәм был турала матбуғатта яҙыу совет осоронан килгән бер ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул ителә. Халыҡтарҙы яҙмыш бер ил граждандары итһә лә, уларҙың һәр береһе ҡабатланмаҫ тарихҡа эйә. Рәсәй граждандары булараҡ, беҙ бер-беребеҙ тураһында ни ҡәҙәр хәбәрҙарбыҙ? Яҙмышыбыҙҙа, тарихыбыҙҙа ниндәй уртаҡлыҡтар бар, бөгөн хәл итәһе уртаҡ мәсьәләләр нимәгә ҡайтып ҡала? Былар хаҡында тәрән һөйләшеү-фекер алышыу булғаны юҡ тиерлек. Аралашыу күберәк мәҙәни саралар уҙғарыу, байрамдарҙа осрашыу менән сикләнә. Кавказ шулай уҡ күп милләтле булыуы менән билдәле, тарихтың төрлө һикәлтәләре аша үтһәләр ҙә, унда ғөрөф-ғәҙәтен, динен һәм йолаларын һаҡлап ҡалған рухлы халыҡ йәшәй. Шуларҙың береһе — адыгтар. Уларҙы европалар “черкестар” тигәнгә күрә (шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәүселәр ҙә), күпселек адыгтарҙы ошо атама менән йөрөтә лә инде. Хәйер, был ғәжәп күренеш түгел, “һай”ҙарҙы “әрмән”, “картвел”дарҙы “грузин” тип атайбыҙ бит. Бөгөнгө әңгәмәсем — Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының танылған журналисы, “Адыгэ псалъэ” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Заурбәк Шалауат улы Жилясов.
Заурбәк Шалауат улы Жилясов Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы Урван районының Кахун ауылында 1960 йылда тыуған. 1979 —1981 йылдарҙа совет ғәскәрҙәре төркөмөндә Германияла хәрби хеҙмәттә була. 1987 йылда М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Уҡыу мәлендә СССР-ҙың Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығы һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының “Отличноға уҡығаны өсөн” билдәһе менән наградлана. Университеттан һуң тыуған республикаһына әйләнеп ҡайта, хеҙмәт юлын үҙ хәбәрсе булып башлай.
— 2012 йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Уйлап ҡараһаҡ, Рәсәй тигән ҙур илдә халыҡтар тиҫтә йылдар, хатта быуаттар буйы бергә йәшәһә лә, бер-береһе тураһында аҙ белә. Тарихты нисегерәк аңлайбыҙ һуң тигән һорау ҙа тыуа, сөнки Рәсәйҙә төйәкләнгән барлыҡ милләт тә бөгөнгө тарих вәкиле. Шулай булғас, беҙҙе уртаҡ иткән ынтылыштар бик күп, һәм аралашып йәшәү ҡыҙыҡ та, кәрәк тә тигән һығымта яһарға мөмкин. Заурбәк әфәнде, һеҙҙең ҡарашығыҙса, тап шулай булһын өсөн ниндәй йүнәлештә эш алып барырға кәрәк? Ниндәй ул беҙ йәшәгән ысынбарлыҡ?
— Рәсәйҙә 150-нән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Барыһы ла тарихи ватанында ғүмер кисерә, йәғни улар нисәмә быуат үҙҙәренең бай тарихына, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡ һаҡлай. Һәр халыҡ үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Тап ошо йондоҙлоҡ тормошобоҙҙо байыта һәм төрләндерә. Шул уҡ ваҡытта: “Минең халҡым боронғораҡ һәм бүтәндәрҙән, бигерәк тә күршемдән яҡшыраҡ”, — тип тәҡрарларға яратҡан кешеләрҙе аңламайым. Был дөрөҫ түгел, сөнки цивилизация тарихы меңәр йыллыҡтар менән иҫәпләнә. Һәр халыҡ, ул боронғо дәүерҙә нисек кенә аталмаһын һәм кем тарафынан ғына йотолмаһын, ошо уҡ юлды үтә. Бөтәбеҙҙең дә атабыҙ — Әҙәм ғәләйһиссәләм һәм әсәбеҙ — Һауа. Ошо урында Ҡөрьәндең бер сүрәһен иҫкә алыу урынлы булыр: “Кешеләр бер халыҡтан ине, ләкин таралыштылар”. Был юлдар черкес сығышлы грузин яҙыусыһы Михаил Лохвицкийҙың урыҫ-кавказ һуғышының фажиғәле биттәренә арналған “Күк күкрәүе” тигән романында эпиграф та. Донъяны нығыраҡ белергә теләп, халыҡтар әкренләп таралыша. Ҡәбиләләр бер-береһен юғалта, тап итешкәндә инде улар бер-береһен танымай, ят ҡәүем тип ҡаршы һуғыша башлай. Күп бәлә үҙебеҙҙең тәү сығанаҡтарыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы белмәүҙән килеп тыуа.
Шулай уҡ йотолоу күренеше лә һәр халыҡҡа хас. Мәҫәлән, черкестар (адыгтар) араһында ла Урусов, Чеченов, Кушхов, Балкаров, Кумыков, Карачаев, Иванов, Татаров, Кажаров һымаҡ фамилиялар йыш осрай. Уларҙың ата-бабаһы ҡасандыр черкестар янына күсеп килгән, һәм фамилиялары ла шулай башланып китә. Тарихтан мәғлүм, адыг мәмлүктәре лә Мысырға 300 йыл идара итә һәм уның үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Иван Грозныйҙың икенсе ҡатыны — ҡабарҙаның юғары кенәз Темрүк Идаровтың ҡыҙы Гошаней (суҡынғандан һуң Мария исемен ала). Рәсәйҙең беренсе генералиссимусы Бекович-Черкасский — адыг милләте вәкиле. Данлыҡлы Запорожье сечын (ойошмаһын) черкестар төҙөй. Украинала әле лә Черкассы өлкәһе бар. Бөтөн Советтар Союзын алып ҡарағанда ла, Черкесов, Черчесов, Черкес, Черкасский, Кабардов, Кабардоковтарҙы һәм башҡаларҙы тап итергә була. Ниндәйҙер сәбәп менән ҡырға сығып киткән һәм шул яҡтарҙа йотолоп ҡалған ырыуҙаштарыбыҙ улар.
Телдәр ҙә шул рәүешле үҫешә. Ҡайһыһын ғына алма, уның 50 проценты самаһын үҙләштерелгән, ситтән ингән һүҙҙәр тәшкил итә. Рус теле менән дә шул уҡ хәл. Тимәк, үҙеңдең милли өҫтөнлөгөң, сафлығың менән маҡтаныу һис кенә лә урынлы түгел. Саф тел һәм саф милләт юҡ. Аралашыу мәлендә халыҡтар бер-береһен байыта, үҙләштерә, ассимилицияға ла дусар була. Һәм, ахыр килеп, теге йәки был милләт вәкиле булыу айырым кешенең, йәғни минең йәки уның, хеҙмәте түгел дә һуң. Ундай гәп һатҡан кешенең дә йә инглиз, йә француз, йә немец булып тыуыуы ихтимал ине бит... Әммә әлеге әйткәндәрем үҙ халҡың, телең, мәҙәниәтең, тарихың менән ғорурланырға ярамай тигәнде аңлатмай. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе теге йәки был милләт вәкиле итеп яралтҡан икән, тимәк, уны күтәреү һәм һаҡлау беҙҙең дә бурысҡа индерелгән. Шул саҡта ғына беҙ үҙ халҡыбыҙҙың лайыҡлы вәкилдәре була аласаҡбыҙ.
— Улай булғас, адыгтар (черкестар) тарихына ла туҡталып китәйек. Улар тураһында бик боронғо яҙмаларҙа телгә алына. Ә ни өсөн бер үк халыҡты төрлө урында төрлөсә атап йөрөтәләр?
Черкес өсөн намыҫ ғүмерҙән юғарыраҡ— Черкестар (ҡабарҙа, адыг, черкес, шапсуг, абазин һәм башҡалар — бер телгә ҡараған адыг халҡы) донъя һәм ил тарихында сағыу эҙ ҡалдырған. Улар үҙҙәренең күп быуатлыҡ тарихында бер нисә тапҡыр дәүләт төҙөй. Бөгөнгө тарихсылар уларҙың тәүге дәүләтен синдтар, йәғни Синдика (б.э. т. ХI быуат) менән бәйләй. Әйткәндәй, беҙҙең республика башлығы Арсен Каноков үҙенең холдингын “Синдика” тип атаны. “Спартак-Нальчик” премьер-лига командаһы футболсыларының күкрәген адыг әләме биҙәй (унда тыныслыҡ символы — өс уҡ төшөрөлгән, улар 12 йондоҙға — 12 черкес ҡәбиләһенә йүнәлтелгән), футболкала шулай уҡ “Синдика” яҙыуы тора. Һуңғараҡ касож-абхаз союзы (б.э.т. VIII – Х быуат) төҙөлә, артабан Боспор батшалығына ҡушылыу, шунан инде Черкесияны төҙөү... Адыгтар үҙҙәренең оҙайлы тарихында төрлө этноним менән билдәле: зихиттар, меоттар, синдтар, дандарийҙар, досхалар, керкеттар, касогтар, каскиҙар һәм башҡалар тип йөрөтөләләр, ХIII быуатта был терминдарҙы антик керкеттан алынған “черкес” атамаһы еңә башлай.
Рус-адыг бәйләнештәре ХV быуаттан нығыраҡ үҫеш ала, Мәскәү кенәзлеге ҡеүәтләнә бара, ләкин Ҡырым ханлығы улар өсөн дә, адыгтар өсөн дә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра тип әйтергә була. Һәм, әлбиттә, көньяҡҡа табан киңәйергә ынтылған Мәскәү дәүләте өсөн көнбайыш Кавказдың көслө этносы — адыгтар менән союз отошло була. Был бәйләнеш сауҙанан тыш, хәрби хеҙмәттәшлек аша ла атҡарыла. 1552 йылда, мәҫәлән, адыгтар урыҫтар, казактар, мордвалар һәм башҡалар менән Ҡазанды алыуҙа ҡатнаша. Ҡабарҙалар менән союз Мәскәүгә Ҡырым ханлығына ҡаршы көрәшеү өсөн дә мөһим һанала.
ХVII — ХVIII быуаттарҙа Осман империяһының төньяҡ-көнсығыш өлөшө тығыҙ аралашып йәшәй. Ҡырым һәм адыг халҡының юғары ҡатламдарында ҡыҙ биреү, кәләш алыу күренеше көслө була. Күп кенә Ҡырым хандарының әсәһе — адыг ҡыҙҙары. Гирей хандың тоҡомдары Черкесияла тәрбиәләнә. ХVIII быуатта Ҡантемир “Оттоман империяһының үҫеше һәм һүнеүе тарихы”нда шулай тип яҙа: “Уларҙың (черкестарҙың) иле татарҙар өсөн мәктәп булып тора, һәм ошо мәктәптә хәрби сәнғәткә, үҙен ирҙәрсә тотоу ҡағиҙәләренә өйрәнмәгәндәрҙе татарҙар “тинтәк” тип атай. Ҡырым хандары улдары донъяға килеү менән черкестарға тәрбиәгә бирә һәм уҡырға ебәрә”.
1763 — 1864 йылдарҙа барған йөҙ йыллыҡ урыҫ-кавказ һуғышы черкес халҡының яҙмышында тәрән яра ҡалдыра. Урыҫ самодержавиеһының колониаль сәйәсәте һөҙөмтәһендә черкестар халҡының ундан туғыҙ өлөшөн юғалта.
“Бүлгелә һәм хакимлыҡ ит” принцибына таянып, черкестарҙы рәсми рәүештә бүлгесләйҙәр, шул арҡала төрлө атамалар ҙа өҫтәлә: адыг, ҡабарҙа, черкес, шапсуг... Улар араһында ситтәр ҡушҡан атамалар ҙа һәм халыҡ эсендәге ҡәбилә атамалары ла бар. Рәсәй Федерацияһында әлеге мәлдә 900 мең черкес (адыг) иҫәпләнә. Улар алты субъектта — Адыгей, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес республикалары, Краснодар, Ставрополь крайҙары, Төньяҡ Осетияла көн итә. Адыгтар өс республикала: Ҡарасәй-Черкесияла — черкестар, Адыгейҙа — адыгтар, Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһында ҡабарҙалар титуллы халыҡ иҫәпләнә.
— Адыгтарҙың байтаҡ өлөшө сит илдәрҙә икәне билдәле. Улар менән бәйләнеш тотаһығыҙмы? Милләттәштәрегеҙ тарихи ватанын хәтерләйме икән?
— Урыҫ-кавказ һуғышы мәлендә, унан һуңғараҡ та, йөҙләгән-меңләгән черкес тарихи ватандарынан көсләп күсерелә. Быуаттар буйы дошманлашып йәшәгән урыҫтар һәм төрөктәр был мәсьәләлә уртаҡ фекер таба: берәүҙәренә аҫаба халыҡһыҙ Кавказ, икенселәренә армияһы өсөн ғәйрәтле яугирҙәр һәм гаремдары өсөн гүзәл заттар кәрәк була. Үҙ ерҙәренән ҡыуылған черкестар Осман империяһында “һыйыныу урыны” таба. Уларҙы күсереү Ҡара диңгеҙ аша атҡарыла, халыҡ менән лыҡа тултырылған караптарҙың байтағы тейешле урынға барып етә алмайынса бата, меңәрләгән халыҡ һәләк була. Бына шуға ла күп черкестар Ҡара диңгеҙ балығын ауыҙына алмай, үҙҙәрен милләттәштәренең мәйетен ашаған һымаҡ тоя.
ХIХ быуаттың уртаһында һәм аҙағында тарихи ватандарынан ҡыуылған черкестар Осман империяһына барып эләгә. Империя емерелгәндән һуң да яңы ватанда көнкүрешен дауам итәләр. Әлеге мәлдә Төркиәлә иң ҙур диаспораны тәшкил итәләр, унда 4,5-5 миллион самаһы милләттәшебеҙ йәшәй, тиҙәр. Израилдә дүрт меңлек диаспора бар. Адыгтар Сирияла, Ливияла, Европа илдәрендә, АҠШ-та, шулай уҡ Яҡын Көнсығыш илдәрендә көн күрә, ләкин был илдәрҙән теүәл мәғлүмәт алып булғаны юҡ. Сирияла яҡынса — 100-200 мең, Иорданияла — 50 — 100, Ливияла 50 мең адыг халҡы бар. Күп милләттәшебеҙ, Аллаһтан тыуған ергә ҡайтарыуын ялбарып, ләкин уны көтөп ала алмайынса, сит яҡтарҙа йән бирҙе. Улар ни бары үҙ халҡын берләштереү хыялы менән йәшәне. Ә бик тә кәрәк булған рухи бәйләнештәр оҙаҡ йылдар буйы урынлаштырылманы. Фәҡәт ярты быуат элек кенә, Мәскәүҙә үткән йәштәр һәм студенттар фестиваленән һуң ғына, был бәйләнеш нығый башланы. Хәҙер аралашыу үҫә һәм камиллаша бара. Байтаҡ милләттәшебеҙ тарихи ватанына әйләнеп ҡайтты, ә ҡайһы берҙәре балаларын уҡырға ебәреүҙе хуп күрә, бында үҙ эшен асҡандар ҙа бар. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы Косово ваҡиғаларынан һуң, Албанияла йәшәгән черкестар Адыгей Республикаһына ҡайтты. Хәҙер федераль һәм республика хөкүмәттәре кимәлендә Сирияла йәшәүсе черкестарҙы тарихи ватандарына ҡайтарыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, сөнки улар бер-береһенә ҡаршы тороусы ике көстөң аманатына әйләнде.
Черкестар ҡайнап торған донъяла берләшеп кенә үҫергә, алға барырға мөмкинлеген яҡшы аңлай. Ҡайҙа йәшәһәләр ҙә, бер-береһенә тартылалар. Шуға ла әле ситтә көн күргән милләттәштәрен ҡайтарыу, черкестарҙы Рәсәйҙең бер субъектына берләштереү, бер әҙәби тел, уртаҡ мәғлүмәти һәм иҡтисади арауыҡ булдырыу кеүек мәсьәлә йышыраҡ ҡуҙғатыла. Ләкин бөтөн ауырлыҡ шунда: тығыҙ йәшәгән адыгтарҙа уртаҡ сик юҡ, улар араһында ҡасандыр урыҫ һәм казактарҙың ауыл-ҡасабаһы барлыҡҡа килтерелгән. Күрәһең, батша замандарында уҡ черкестарҙың берләшеү мәсьәләһе килеп сыҡмаһын тип, был юрамал эшләнгән.
— Интернетта 2014 йылда Сочиҙа Олимпиаданы үткәреүгә ҡаршы материалдарҙы күрергә була. Бының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
— Урыҫ-кавказ һуғышына тиклем бөтөн Ҡара диңгеҙ буйында Азовтан Абхазияға тиклем (әйткәндәй, абхаздар беҙгә туғандаш халыҡ, беҙ абхаз-адыг тел төркөмөнә ҡарайбыҙ) черкестар йәшәгән. Ә Сочи — черкестарҙың убых ҡәбиләһенең баш ҡалаһы. Ана шул һуғыш барышында ҡала емертелә. 1864 йылдың 21 майында Сочи эргәһендәге Ҡыҙыл Яланда урыҫ һалдаттары менән черкестар араһында ҡан ҡойошло һуңғы алыш булып үтә. Черкестар еңелә. Әлеге яланда ҡан ҡойош шул тиклем көслө була, ер ҡып-ҡыҙыл төҫкә инә. Шуға ла уға аҙаҡтан “Ҡыҙыл Ялан” тигән исем бирелгәндер. Ошонда уҡ еңеүселәр “Бөйөк еңеү һәм Черкесияны тамам буйһондороу” хөрмәтенә оло байрам ойоштора. Әллә күпме ваҡыт үтеп киткәндән һуң, “черкес мәсьәләһе” яңынан ҡалҡып сыҡты. Күпселек, һөйәктәр өҫтөндә (ә Ҡыҙыл Яланда меңәрләгән яугир ерләнгән) Олимпиада ише уйындар үткәрелергә тейеш түгел, тип иҫәпләй. Етмәһә, был сара урыҫ-кавказ һуғышы тамамланыуҙың 150 йыллығына тура килә. Шул уҡ ваҡытта Олимпиада уйындарының барыбер Сочиҙа үтәсәген аңлағандар ҙа етерлек, сөнки был — сәйәсәт, иҡтисад, илдең имиджы. Шуға ла улар, үткәнгә икенсе юҫыҡтаныраҡ ҡарап, черкестарға ҡарата геноцид үткәрелгәнен танып, артабан сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тарихи ватанына ҡайтыуына ярҙам итеүҙе һорап, иғтибарҙы ошо мәсьәләгә йүнәлтергә кәрәк, тип һанай.
1992 йылдың 7 февралендә Ҡабарҙа-Балҡар республикаһы Юғары Советының “Урыҫ-кавказ һуғышы йылдарында адыгтарға (черкестарға) ҡарата геноцид үткәрелеүен ғәйепләү” тураһында ҡарары донъя күрҙе, һәм 21 май адыгтарҙың (черкес) Хәтер көнө тип иғлан ителде. Быны Адыгей һәм Ҡарасай-Черкес республикалары ла хуплап сыҡты. Черкестарҙы урыҫ-кавказ һуғышы мәлендә вәхшиҙәрсә ҡырғандары өсөн Рәсәй Президенты Б.Н. Ельцин урыҫ халҡы исеменән рәсми рәүештә үкенес белдерҙе.
2006 йылдың октябрендә төрлө илдәрҙең егерме адыг ижтимағи ойошмаһы Европарламентҡа ХVIII — ХIХ быуаттағы урыҫ-кавказ һуғышында адыг халҡына ҡарата геноцид үткәрелеүен таныуҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Унда шундай юлдар бар: “Рәсәй ерҙе баҫып алыу ғына түгел, ә төп халыҡты тулыһынса юҡ итеү йәки тарихи еренән ҡыуыуҙы маҡсат иткәйне. Рәсәй ғәскәренең төньяҡ-көнбайыш Кавказдағы вәхшилеген бүтәнсә аңлатып булмай”. Бер айҙан һуң Адыгей, Ҡарасай-Черкес һәм Ҡабарҙа-Балҡар республикалары ижтимағи ойошмалары ошо уҡ мәсьәлә буйынса Президент Путинға мөрәжәғәт итте.
— Советтар Союзында Сыңғыҙ Айтматов, Рәсүл Ғамзатов, Мостай Кәрим кеүек шағирҙарҙы һәм яҙыусыларҙы белмәгән кеше булмағандыр. Ул замандарҙа милли республикаларҙың әҙәби һәм мәҙәни үҫешенә ҙур иғтибар бүленде. Адыгтар араһында ла талантлы ижад әһелдәре етерлек, әлбиттә. Шул дәүер яҙыусыларынан кемдең ижадына иғтибар бүлергә кәрәк һәм ни өсөн?
— Ҡәләм оҫталары араһынан Социалистик Хеҙмәт Геройы Әлим Кешоков һәм Дәүләт премияһы лауреаты Исхаҡ Машбашты атар инем. Улар юғары кимәлдәге әҙәбиәт үрнәктәре бирҙе.
— Үҙебеҙҙе бөгөнгө көн өсөн яуаплы тип һанайбыҙ. Заурбәк әфәнде, шундай шәхестәрегеҙ тураһында ла ишетке килә...
— Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Зәүрә Тутованың йырҙарын сит илдәрҙә лә яратып тыңлайҙар. Юрий Темирканов шулай уҡ танылған дирижер. Илебеҙҙең данын көрәш буйынса Олимпиада чемпиондары Кәрим Карданов, Асланбек Хуштов лайыҡлы яҡланы. Иң ҙур ауырлыҡ буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Билал Махов, дзюдосы Әлим Гаданов, Беслан Мудранов менән дә илебеҙ хаҡлы ғорурлана.
— Адыгтар Лермонтовтың билдәле повесындағы Бэла образына нисек ҡарай? Уның прототибы бармы?
— Ысынлап та, бик күп урыҫ яҙыусылары һәм шағирҙары Кавказға ғашиҡ була. Үҙҙәренең иң яҡшы әҫәрҙәрен черкестарға арнай. Шулар араһында Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Лев Толстой һәм башҡаларҙы атарға мөмкин. Лермонтов “Беҙҙең заман геройы” повесында шул дәүер черкес ҡыҙының тоғролоҡ, тән һәм йән сафлығы, һылыулыҡ, тәрбиәлелек, тотанаҡлылыҡ кеүек иң яҡшы сифаттарын һүрәтләй. Ә Мцыри образында черкестың ирек һөйөүсән, ғорур, батыр, буйһонмаҫ рухын сағылдыра:
Я мало жил, и жил в плену,
Таких две жизни за одну,
Но только полную тревог,
Я променял бы, если б мог.
— Адыг халҡы нимәһе менән үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ? Уны донъя ниндәй брендтар аша таный?
— Күп һанлы сәйәхәтселәр черкестарҙы “Кавказдың рыцарҙары” тип атаған. Улар тау халҡының ҡунаҡсыллығына, ирҙәрҙең ғәййәрлегенә, ҡаһарманлығына, ҡатын-ҡыҙҙың нәфислегенә, оҫталығына, тәбиғәттең матурлығына, ерҙең уңдырышлылығына һоҡланған. Черкес өсөн намыҫ һәр саҡ ғүмерҙән өҫтөн, ә яҡшы ат — алыштырғыһыҙ дуҫ. Ҡабарҙа һәм инглиз-ҡабарҙа аттары донъяла иң яҡшы тоҡомло иҫәпләнә. Европаның иң бейек тауы Эльбрус (адыг телендә — Ошхамахо (Бәхет Тауы) — беҙҙең еребеҙҙә. Һәм мөһәжжирҙәребеҙ, мәжбүри күсеп киткән меңәрләгән милләттәшебеҙ был бейеклектән күҙҙәрен ала алмай, тарихи ватандарына ҡасан да булһа ҡайтыуына өмөт итеп йәшәй. Беҙҙең черкес кейеме, ирҙәрҙеке лә, ҡатындарҙыҡы ла, Кавказ буйында иң йәтеш кейем һаналған, уны күрше-тирәбеҙҙә йәшәгән бар халыҡ та үҙ итеп кейгән. Адыгтың боронғо милли әләме бөтөн черкестар өсөн берләшеү символы булып тора. Ул хәҙер Адыгей Республикаһының рәсми әләме һанала.
— Ә йәштәр үҙ тарихы менән ҡыҙыҡһынамы? Йолаларға тоғролоҡ тигәнде нисек аңлайҙар?
— Йәштәрҙең халҡыбыҙ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы көслө булыуына һәм “Адыгэ хабзэ”ны, йәғни ата-бабаларының йолаларын, ҡағиҙәләрен теүәл үтәп барырға тырышыуына бик шатбыҙ. Туған телде, ғөрөф-ғәҙәтте, мәҙәниәтте яҡшы белеүҙе черкес йәштәре һәр саҡ иң алғы планға ҡуя. Тап йәш быуын халыҡты берләштереү мәсьәләһен ныҡ күтәрә, уларҙың төрлө милли хәрәкәттәре һәм ойошмалары бар, берләштереүсе милли әләмебеҙ менән төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Дөрөҫ, йәшлектәре һәм ҡыҙыулыҡтары арҡаһында максимализм менән сирләп алыусылар ҙа бар, ләкин оло быуын уларҙы абруйы менән ныҡ тота.
— Адыгтарҙың мифтары, легендалары тураһында ла белергә ине. Уларҙа ниндәй ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелә?
— Черкестар “Нарт” эпосы менән ғорурлана. Үҙ яҙмаһы булмауға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ быуындан быуынға нарт баһадирҙарының батырлығын шиғри формала тапшырып килгән. Улар хәҙер ҡалын китапты тәшкил итә, өлкәндәр ҙә, үҫеп килгән быуын да яратып уҡый.
— Рәсәйҙең данлы биттәренең береһе — Бөйөк Ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеү. Тап шул һуғыш совет халҡын һис ҡасан булмағанса берләштерҙе, дошманды еңеүгә һәр халыҡ тос өлөш индерҙе. Дәһшәтле йылдар шулай уҡ адыгтарҙың тарихында ла ҙур урын биләй. Черкес егет-ҡыҙҙарының батырлығы тураһында ла ишетке килә...
— Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында черкес халҡы бер булып дошманға ҡаршы яуға күтәрелде. Брест ҡәлғәһен һаҡлауҙан башлап, Берлинды алғанға тиклем ғүмерҙәрен аямай көрәште. Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булдылар, Дан орденының тулы кавалерҙары ла бар, меңәрләгән яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Кубати һәм Кабарда Карданов, Аслангәрәй Масаев, Әхмәдхан Канкошев һәм Хәсән Яхагоевтың ҡаһарманлығы бөтөн илгә билдәле.
1941 йылдың ноябрендә 3500 ҡылысҡа иҫәпләнгән 115-се Ҡабарҙа-Балҡар кавалерия дивизияһы ойошторола башлай. Уны республика халҡы төҙөй. 1942 йылдың яҙында кавдивизия фронтҡа ебәрелә. Данлы хәрби юлын ул Дон далаларында башлай, ауыр оборона алышы алып барып, Сталинградҡа табан йүнәлә. 115-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре 250 көн һәм төн буйы һан яғынан да, ҡорал яғынан да үҙҙәренән өҫтөн дошманға ҡаршы тора, фашистарҙың бронетанк берләшмәһенә һөжүм итә. Улар Ватанға тоғролоҡ, батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. Ҡабарҙаның үҙенән генә 60 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡанлы алыштарҙа ҡатнашты. 40 меңдән (өстән ике өлөшө) ашыуы башын һалды. Беҙҙә һуғыш уты көйҙөрмәгән бер генә ғаилә лә юҡ.
— Әле черкес халҡы ниндәй уйҙар һәм өмөт менән йәшәй?
— Беҙ — ҙур һәм бөйөк илдең бер өлөшө. Бында көн иткән башҡа халыҡтар кеүек үк, тыныслыҡ, үҫеш һәм матур тормош теләйбеҙ. Тарихыбыҙ ниндәй генә фажиғәләр менән тулы булмаһын, уның үтелгән юл икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Беҙгә бөгөнгө көн менән йәшәргә һәм сығышы, зат-ырыуы, байлығы менән түгел, ә изге эштәре, ғәмәлдәре менән баһаланған матур киләсәккә ынтылырға кәрәк. Әлеге мәлдә черкестар йәшәгән урындарҙы хозур тәбиғәтле, изге күңелле, ҡунаҡсыл халҡы булған ерҙәге йәннәт тип атайым. Әллә ни күп тә булмаған ваҡыт эсендә халҡым быуаттарға торошло юл үтте. Кавказда ғилми-техник потенциалдың юғары кимәле тупланған. Адыгей, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасай-Черкес республикаларында, Краснодар крайында меңләгән шифахана, пансионат һәм ял йорто миллиондарса халыҡты ҡабул итергә әҙер. Халыҡ-ара туризм үҙәге, альпинизм һәм тау саңғыһы спорты булған Эльбрус, Зәңгәр күлдәр, Чегем шарлауығы, эҫе һәм һыуыҡ сығанаҡлы минераль һыуҙар бихисап туристы матурлығы, сафлығы менән үҙенә йәлеп итә.
Рәсәй Федерацияһы — үҙенсәлекле ил. Күпме халыҡ һәм дин. Уларҙың һәр береһенән берәр бөртөк кенә ыңғай үрнәк алған хәлдә лә, беҙ иң бай, азат, алға киткән дәүләткә әйләнәсәкбеҙ. Тап шуға ынтылырға кәрәк тә инде.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523