Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йорттары күркәм, үҙҙәре уңған
Йорттары күркәм, үҙҙәре уңғанҠайҙа ғына барһаң да, бар ауылды нурға күмеп, матурлығы менән һәммәһен дә һоҡландырып ултырған күркәм йорттар осрай. Сираттағы геройҙарым менән дә осраҡлы ғына таныштым.
Баймаҡ районының Төрөкмән ауылына юл төшкәс, кәрәкле йортто эҙләп, яңылыштан Әлфиә менән Батыр Харрасовтарҙың өйөнә керҙек тә иҫ киткес матурлыҡтан бер аҙға баҙап ҡалдыҡ. Бар ерҙә тәртип, сәскәләрҙең күплегенән һушың китерлек, ә инде ихата эсендәге ҡоймала майлы буяуҙар менән төшөрөлгән һүрәтте күргәс, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ бермә-бер артты, тиҙерәк хужалар менән танышырға ашыҡтыҡ.
Һүрәттәрҙе барыһын да (соланда, верандала, хатта өй эсендә) ҡыҙҙары Эльвина эшләгәнен белгәс: “Ә ул рәссаммы әллә?” — тип һорап ҡуйҙы юлдашым. Рәссам түгел икән, буласаҡ табип, әле медицина университеты студенты. Әммә бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә ярата, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика художество мәктәбен тамамлаған. Йәй көндәрендә яратҡан буяуҙарына тотоноп, төрлө һүрәт эшләү менән мауыға. Ҡыҙҙарының йорттарындағы матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙыра алыуына ата-әсә лә сикһеҙ шат. Ә Әлфиә Вәкил ҡыҙы сәскәләр үҫтереү менән йәштән шөғөлләнә. Өйҙәрендә ниндәй генә гөл юҡ! Уларҙы тәрбиәләргә кесе ҡыҙы Алһыу ҙа ярҙам итә. Өлкән ҡыҙҙары Руфина ла әсәһе юлын һайлаған, Бөрө фармацевтика училищеһын тамамлап, әле Өфө ҡалаһында эшләй. Кинйә улдары Салауатҡа ни бары һигеҙ ай, ата-әсәһе, апайҙары янында иркәләнеп, рәхәтләнеп үҫә.
Ғаилә башлығы Батыр Ғәлфәүр улы үҙ эшен асҡан. Ҡуртымға ер алып, игенселек менән шөғөлләнә. Быйыл иген үҫтереүселәргә ауыр йыл булһа ла бирешергә теләмәй. Ә йорттағы бар эш хужабикәнең иңенә төшә. Әммә барыһына ла өлгөрә Әлфиә Вәкил ҡыҙы. Ул үҙе Төрөкмән ауылы дауаханаһында эшләй, әле декрет ялында.
Ысынлап та, һәр ауылдың киләсәге тыуған ерендә төпләнеп, уға ҡот һәм йәм өҫтәп, яңы йорт һалып, балалар үҫтереп йәшәгән йәш ғаиләләргә бәйле. Әлфиә менән Батыр Харрасовтар тап шундайҙар рәтендә. Уларға ҡарап һоҡланырға, өлгө алырға кәрәк, татыу йәшәүҙәре, балаларына юғары белем бирергә тырышыуҙары, уларҙың һәләттәрен бар яҡлап асырға булышлыҡ итеүҙәре, күңелдәренә матурлыҡ һәм изгелек орлоғо һалырға ынтылыуҙары маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Ә бит бар тәрбиә өйҙән, ата-әсәнән килә. Ояһында ни — осҡанында шул, ти халыҡ.
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә