Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишектәргә йоҙаҡ элеп, дәүләт отормо?
1 сентябрь —
Мәктәптә беҙ бөгөн.
Был — беҙҙең ашҡынып,
Һағынып көткән көн.
Һәр яңы уҡыу йылына ошондай ябай, ихлас күңелдән әйтелгән шиғырҙар тәьҫоратында аяҡ баҫабыҙ. Белем көнө балалар, уҡытыусыларға ғына түгел, мәктәп һуҡмағын үткән барлыҡ кеше өсөн үтә ҡәҙерле, тулҡынландырғыс мәл булып ҡала. Икенсе туған йортон һағынған, белем үрҙәрен яңы көс менән яуларға әҙер уҡыусыларҙың дәрт-дарманы өлкәндәргә лә күсә, гүйә тотош йәмғиәттә яңы тормош башлана кеүек. Ошондай рухи терәк булған мәктәптәребеҙ үҙ тәрбиәләнеүселәре өсөн артабан да алға әйҙәгән, йәшәүгә ынтылыш биргән юғары көс булып ҡала алырмы?

Һөҙөмтәһеҙ хеҙмәттәр мөһимерәкме?

Күрше төбәктәрҙә булғанда, гел шуға иғтибар итәм: уларҙың бәләкәй ауылдарындағы мәктәптәр ябай шәхси йорттарҙан айырылмай тиерлек. Балалар бик үк ҙур ҙа, яңы ла булмаған бинала белем ала. Шул саҡта күңелдә үҙебеҙҙең Башҡортостан өсөн ҙур ғорурлыҡ уяна. Беҙҙә бит һәр ауыл тиерлек өр-яңы, мөһабәт белем усағына эйә. Оло юл буйынан үтеп киткәндә лә был мәктәптәр әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ауылы бик үк күҙгә салынмаған хәлдә лә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо белем усаҡтарының бер өлөшө быйылғы уҡыу йылын тып-тын, буш көйө ҡаршылай. Бөгөн, Белем көнөндә, уларҙа китап-дәфтәр ҡыштырҙауы ишетелмәй, балаларҙың шат тауышы яңғырамай, ҡыңғырау ҙа өнһөҙ. Ҡулайлаштырыуҙың ҡорбаны булған был уҡыу йорттарының әсе яҙмышын властағылар Рәсәйҙә йән башына түләү системаһы индерелеү менән бәйләй. Урындағы халыҡтың “мәктәп бөтһә, ауыл да бөтә” тигән оранына улар: “Ауылды үҫтерегеҙ, шул саҡта мәктәбе лә булыр”, — тип кенә яуап бирә. Ике яҡта ла дөрөҫлөк бар — инҡар итә алмайбыҙ. “Һәр уҡыусы — ҡаланыҡы ла, ауылдыҡы ла — берҙәй белем алырға хоҡуҡлы. Ниндәйҙер сәбәп менән үҫештән туҡтап ҡалған ауылдың яҙмышы өсөн бала ғәйепле түгел. Ул башҡа тиңдәштәре кеүек заманса белем алырға тейеш”, — тигән фекер менән дә килешмәйенсә булмай. Әммә ауылға иғтибарҙы арттырыу, унда йәшәү өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тыуҙырыу шул уҡ властың бурысы түгелме? Ниңә барлыҡ ғәйепте ябай халыҡҡа өйәбеҙ? Киләсәген тыуған ерендә күреп, уның өсөн ниҙер эшләргә тырышып ятҡан кешеләрҙе һуңғы өмөтө — мәктәптәренән дә яҙҙырыу, ысынлап та, ауылдың тамырына балта менән сабыуға тиң бит.
“Балаларға йыраҡҡа йөрөп уҡыу өсөн барлыҡ уңайлыҡтары булған автобус бүленә” тигән һүҙҙәр ҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙыра. Иртә менән торорға кәрәклеге, техниканың боҙолоу ихтималлығы, теләгән һәр түңәрәктә шөғөлләнеү мөмкинлегенең сикләнеүе һымаҡ мәсьәләләр менән бергә күмәкләп бер мәктәптә белем алырға мәжбүр уҡыусылар араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә уйға һала. Ситтән килгән балалар ят ерҙә үҙҙәрен “икенсе сортлы” итеп тоймаймы? Белем усағы урынлашҡан ауылдыҡылар уларҙы ситләтмәйме? “Беҙҙең мәктәп!” тип ныҡлы әйтә алмаған ерҙә тырышып уҡыу мөмкинме?
Быйылғы мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә Президент Рөстәм Хәмитов белем биреү өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы 20 процентҡа кәметергә ҡушты. “Әммә был эш мәктәптәрҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә башҡарылырға тейеш түгел, — тине ул. — Эске резервтарҙы эҙләгеҙ”.
Шуға ҡарамаҫтан, редакцияға килгән хаттарҙан күренеүенсә, кәңәшмәнән һуң да мәктәптәрҙе ябыу дауам итте. “Яңы уҡыу йылы башланыуға ун көн тирәһе ваҡыт ҡалғас, район етәкселеге беҙҙе ҙур борсоуға һалды, — тип яҙа Баймаҡ районының Семеновка ауылы мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәһе. — Мәктәбебеҙ ябылды. Район хакимиәте башлығы был хаҡтағы ҡарарға 20 августа ҡул ҡуйған...” Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылы халҡы ла редакцияға ошо мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте. “Төбәгебеҙҙә милли мәктәптәр бөтөнләй ҡалмаҫмы ни?” — тип әсенә улар.
Мәғарифтағы һәр үҙгәрештең белем биреүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелеүе зарур. Ҡулайлаштырыу ниндәй генә бурыстар ҡуймаһын, мәктәпкә, уҡыусыларға зыян килтерергә тейеш түгел. Әммә, алда телгә алынған хаттарға ҡарағанда, бихисап тикшеренеү, методик үҙәк, һөҙөмтәһеҙ хеҙмәттәр, йәғни аныҡ эш күрһәтмәй, урын биләп кенә ултырған ҡайһы бер кадрҙар белем усағынан өҫтөнөрәк, кәрәклерәк булып сығамы?
Һорау ифрат күп. Шулай ҙа ҡулайлаштырыу тулҡынының ваҡытлы хәл икәненә ышанғы килә. Властағыларҙың үрҙә әйтеп үтелгән “Ауылды үҫтерегеҙ, шул саҡта уның мәктәбе лә булыр” тигән вәғәҙәһе был өмөткә ҡуҙ һалғандай. Тыуымдың артыуы, йәштәрҙе ергә яҡынайтыуға, йүнселлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән программалар ышанысты тағы ла нығыта.
Кеше күп осраҡта барҙың ҡәҙерен белмәй. Әле буш торған белем усаҡтары биналарын халыҡ һаҡлап ҡына тотһон ине. Юғиһә балалар баҡсаларының яҙмышы ҡабатланыуы ихтимал. Кәрәкмәй тип, заманында уларҙы икенсе ойошмаларға таратып, хәҙер үҙҙәре урынға ҙур ихтыяж кисерә. Шуның кеүек, биргәнеңде кире ҡайтарып алам тигәндә лә, һуң булыуы бар.

“Аҡһөйәктәр” тәрбиәләп, илгә эшсе талап итәбеҙ

Ауылға йән өрөү, уны заманса үҫтереү өсөн маҡсатлы, ҡаратырыш һәм, әлбиттә, һөнәрле булыу кәрәк. Боронғо ата-бабаның кәсептәрен тергеҙеп, уларҙы әлеге тормошҡа яраҡлаштырып, күпме кеше бынамын итеп донъя көтә! Был ауылдарҙың мәҙәниәт йорто ла, мәктәбе лә гөрләп эшләп тора, һәм уларҙы берәү ҙә яба алмай.
Халҡыбыҙҙың борондан килгән һөнәрҙәренә мәктәптә үк өйрәтә башлау зарур. Күптән түгел ошо фекерҙе тормошҡа ашырыуға тәүге ҙур аҙым яһалды: быйылдан республиканың 39 мәктәбендә умартасылыҡ дәрестәре уҡытыла башлай. Быға алдан әҙерлек алып барылды, педагогтар махсус курс үтте. 2011 — 2015 йылдарҙа Урал аръяғында умартасылыҡты үҫтереү планына ярашлы, уҡытыу программаһына ингән дәрестәр өсөн айырым кабинеттар, умарталыҡтар булдырыу ҡаралған. Мәктәптәрҙе кәрәкле методик әҙәбиәт, күргәҙмә әсбап һәм видео материалдар менән тулыландырыу дауам итә.
Ғөмүмән, бөгөнгө заманда һөнәрле кеше ота. Юғары белемле булам тип, ҡалала бер нисә йыл буйы аҡса түгеп, аҙаҡ эш таба алмай ыҙаланып йөрөгәнсе, бәләкәйҙән күңелеңә яҡын шөғөл буйынса камиллашыу отошлораҡ түгелме? Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, әле ауылдарҙың йөҙөн тап шундай юлды һайлаған кешеләр билдәләй. Улар ситтә байлыҡ эҙләгәндәрҙән күпкә бәхетле: муллыҡта ғүмер итеү менән бергә күңелдәре лә тыныс — үҙ ереңдә солтандай йәшәүгә ни етә! Йәш быуынға ошоно аңлатып үҫтергәндә, бәлки, ауылдарҙың тамыры өҙөлөүгә юл ҡуйылмаҫ, уларҙы “ҡулайлаштырыу” кеүек һүҙҙәр ҙә урап үтер ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғарифтағы үҙгәрештәр хеҙмәт тәрбиәһенә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Әйтәйек, Берҙәм дәүләт имтиханы уҡыусыларҙы партаға бәйләп ултыртҡандай булды. Уҡый ғына күрһендәр тип, хәҙер ата-әсә, уҡытыусылар балаларға эш ҡушырға ла ҡурҡып тора. Йәш быуынды хеҙмәткә өйрәтеү онотолоп бара һымаҡ. Был үҙ сиратында балаларҙы ялҡаулыҡҡа өйрәтә. Ҡулына көрәк менән сүкеш тә тота белмәгән “аҡһөйәктәр” үҫтерәбеҙ түгелме? Уларҙан ниндәй яҡты киләсәк өмөт итергә мөмкин? Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ “йәштәр һөнәри уҡыу йорттарына бармай, илгә эшселәр кәрәк!” тип оран һалабыҙ. Тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә мәктәптә үк өйрәтеү яйға һалынһа, киләсәктә эшсе көстәргә әлегеләй мохтажлыҡ кисермәҫ инек, моғайын. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, ауылдар ҙа яҡлаусыһыҙ ҡалмаҫ ине.

Телһеҙ киләсәккә юлыҡмайыҡ

Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу быйыл ниндәй йүнәлештә барыр? Ҡулайлаштырыу касафаты иң тәүҙә милли мәктәптәргә ҡағылыу сәбәпле, хәүефләнергә урын бар. БДИ-ға әҙерләнеү маҡсатында башҡа фәндәргә иғтибарҙың ниндәйҙер кимәлдә кәмеүе берәүгә лә сер түгел. “Башҡорт теле миңә йыр дәресе кеүек еңел, унда ял итеп сығам”, — тигәйне баш ҡаланың абруйлы бер гимназияһында белем алған уҡыусы. Баланың һүҙҙәрендә ике яҡлы мәғәнә ятҡандай. Бер яҡтан уйлағанда, уҡыусыға әсә теле дәресе шул тиклем танһыҡ һәм ҡәҙерле. Шул уҡ ваҡытта: “Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыуға бик еңел ҡарамайбыҙмы? Улар икенсе планға күсмәнеме?” — тигән һорау тыуа. Был мәсьәләнең етдилеген ныҡлап төшөнөп етмәйбеҙ кеүек. “Башҡортостан” гәзитендә Мәрйәм Бураҡаева, Рафаэль Аҙнағолов, Ләлә Бейешева һәм башҡаларҙың туған телдең баланың үҫеше, киләсәге өсөн ни ҡәҙәр мөһим икәнлеген аңлатҡан мәҡәләләре даими донъя күрә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ил мәғарифында барған дөйөм тулҡын тәьҫирендә, остаздарыбыҙҙың һүҙе ҡоро саҡырыу булып аҙашып йөрөй.
Башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ үҫеше ҡәнәғәтләнерлек түгел. Аҙмы-күпме эш бар, әлбиттә. Әммә һаман бер урында тапанабыҙ, алға аныҡ йүнәлеш таба алмайбыҙ. Бының төп сәбәбен дәреслектәрҙең ҡатмарлы, аңлайышһыҙ булыуында күрәбеҙ. Был әсбаптарҙы берәү ҙә ҡулыбыҙға килтереп тоттормаҫ — күп һүҙ һөйләгәнсе, уларҙы күптән төҙөргә ваҡыт түгелме?
Ҡайһы берәүҙәрҙең башҡорт телен дәүләт теле булараҡ танып етмәүе лә эшкә аяҡ сала. Мәҫәлән, милли матбуғат баҫмаһында эшләгән бер хеҙмәткәрҙең: “Өфөнөң ошо урынында башҡорт гимназияһы — берҙән-бер белем усағы. Барлыҡ ата-әсә балаларын шунда бирергә мәжбүр. Ә мәктәптә башланғыс кластан алып башҡорт теле уҡытыла! Нимәгә инде ул?” — тигән һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен һуҡҡан кеүек тәьҫир иткәйне. Аңһыҙлыҡмы был, әллә республиканың дәүләт телен танырға теләмәүме? Үҙебеҙҙең милләттәштәр араһында ла шундай фекер йөрөткәндәрҙең булыуы айырыуса ҙур хафаға һала. “Башҡорт телен башҡаларға көсләп уҡытабыҙ”, — тип ысҡындыралар. Закон нигеҙендә ҡабул ителгән дәүләт телен республикала йәшәгән һәр кем белергә тейеш. Заманында ауырлыҡ менән яуланған ҡаҙанышыбыҙҙы үҫтерергә, артабан камиллаштырырға бурыслыбыҙ түгелме?

* * *
Мәғарифты үҫтереүгә төбәк ҡаҙнаһынан быйыл 45 миллиард һум аҡса бүленгән. Тимәк, барлыҡ сығымдарҙың өстән бер өлөшө киләсәк быуынды үҫтереүгә бүленә тигән һүҙ. Ошо ғәйәт ҙур сығымдар һөҙөмтәле тотоноламы, мәғариф тармағы мәсьәләләрен хәл итәме? Әллә бөтә эш әлеге яманатлы ҡулайлаштырыу һәм ауыл мәктәптәренә йоҙаҡ элеү менән сикләнәме?
Дилбәр ИШМОРАТОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Шамиль
    Шамиль от 03.09.2012, 15:59
    Афарин, Дилбэр! Проблеманын остонэ басканhын. Теманы артабан да дауам итергэ кэрэк.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872