Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рухлы дәүләт Дәүләкән
Рухлы дәүләт ДәүләкәнӘхиәр Хәкимов менән Бөтә Союз пионерҙар лагеры “Артек”ка китеп барғанда, поезда “таныштым”. Уның мажаралы ваҡиғалар тураһында “әңгәмә”һен тыңлап, ваҡыт үткәнен дә тойманым хатта. Был танышлыҡ уның “Ҡуштирәк” исемле романы ине. Шунан алып Әхиәр Хәкимов минең йөрәккә “ҡуштирәк” булып тамыр йәйҙе һәм ошо “тирәк” төбөндә “Думбра сыңы”н тыңларға, “Һауыр ҡумта”лағы данлы тарих “Өйөрмә”һенә эләгергә тура килде.
Дәүләкән районы халҡы данлы яҡташтарының береһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең М. Горький, Башҡортостандың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхиәр Хәкимовтың тыуған көнөн йыл һайын хөрмәтләп иҫкә ала. Быйыл оло әҙибебеҙҙең хәтер кисәһенә Башҡортостан Яҙыусылар союзынан бер төркөм ҡәләм оҫталары ла килеп төштө. Дәүләкәндәге “Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы” директоры Гөлүсә Арыҫланова арҙаҡлы ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп ҡаршы алды. Кисә Рәми Ғариповтың Әхиәр Хәкимовҡа арнаған “Ут илауы” исемле шиғыры менән башланып китте. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирек Тимерхан улы Ғәйнуллин, хакимиәт башлығы Закир Ғизелхаҡ улы Бикбулатовтың сәләмен еткергәндән һуң, ҡыҫҡаса ғына райондың хәле менән таныштырҙы: “Дәүләкән халҡы тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, — тине ул. — Яңы предприятиелар асыла, эшһеҙҙәр юҡ тиерлек. Йыл ҡатмарлы килеүгә ҡарамаҫтан, мул ғына уңыш йыйып алынды”.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғон: “Кисә генә Әхиәр ағайҙың ҡатыны Лидия апай менән һөйләшеп алдым. Ул беҙҙең бында киләсәгебеҙҙе ишетеп ҡыуанды, барығыҙға ла ҡайнар сәләмен еткереүемде һораны.
Дәүләкәндәр әҙәбиәтебеҙгә бик ихтирамлы, үҙҙәре лә рухиәтле халыҡ. Ғөмүмән, әҙәбиәт менән дуҫ кешенең эше төрлө йәһәттән дә уң була”, — тип Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейына китаптар бүләк итте.
Әҙиптәр Йыһат Солтанов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Фәниә Чанышева, Азат Мағазов, Гөлнур Яҡупова, Ринат Камал, Әхмәҙин Әфтәх, Рәиф Әмиров, Фәрзәнә Аҡбулатова, Марис Нәзиров, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Әхиәр Хәкимов тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, әҫәрҙәрен уҡыны.
Яҙыусының йорт-музейында “Дим” әҙәби-ижад түңәрәге эшләп килә. Уның ағзаһы Гөлшат Саматова түңәрәктең эше менән таныштырып: “Беҙҙең өсөн был йорт шиғриәт Мәккәһе кеүек. Гөлүсә һылыу тырыш, музейҙың ишеге ябылғаны юҡ. Һуңғы ваҡытта, китап уҡыусылар бөтә, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бының менән килешмәйем. Китап уҡыйҙар ул. Халыҡсан тел менән яҙылған, фекерле әҫәрҙәр кәштәлә саң йыйып ятмай”, — тине. Гөлшат апай Мостай Кәримдең “Сигеү сигә ҡыҙҙар” исемле шиғырын уҡып, күңелдәрҙе һағышҡа һалды, хатта күҙҙәргә йәш төйөлдө. Шулай уҡ Баймаҡ ҡыҙы, 30 йылдан ашыу Дәүләкәндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Миңзилә Хәлилова, Клара Ниғмәтуллина, Зөләрәм Снегирева апайҙарҙың сығышын ҡунаҡтар ихлас алҡышланы.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторған хәтер кисәһе күңелдәрҙә яҡты хистәр ҡалдырҙы. Киләсәктә лә ошондай изге сәфәрҙәргә юл төшөп торһон.

С. НӘЗИРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә