Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡасабаның тере шаһиттары
Түбә ҡасабаһында Нәғимә Ғәбделлатиф ҡыҙы менән Ғәбиҙулла Хәмит улы Мөхәмәтрәхимовтар ғаиләһе йәшәй. Әлбиттә, уларҙы электән белһәм дә, яҙмыштары менән яҡындан танышырға форсат теймәне. Бына, ниһайәт, ыҡсым ғына йыйыштырылған ике бүлмәле өйҙәрендә уларҙың ғүмер йомғағын һүтәбеҙ...
Ғаилә башлығы Ғәбиҙулла ул саҡта даны тирә-яҡҡа таралған Түбә-2 башҡорт урта мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға бара. Әммә ғаиләләге тормош ауырлыҡтары уға башланғыс белемде генә алырға мөмкинлек бирә. Ун икеһе генә тулған үҫмергә Түбә фабрикаһына алтын йыйыусы булып эшкә төшөргә тура килә. Сөнки яңғыҙ әсәһен һәм үҙенән бәләкәйерәк ике үҫмерҙе ҡарау һис тә еңел булмай. Бында бер нисә йыл тирәһе хеҙмәт серҙәренә төшөнөп быуынды бер аҙ нығытып алғас, ул артабан тағы ла яуаплыраҡ һәм хәүефлерәк урынға күсергә — аҫта, ер ҡатламында, тир түгергә ҡарар итә. Йәш забойсы ололар менән бер рәттән тырышып эшләй, нормаһын арттырып үтәгәне өсөн ғаиләһенә аҙыҡ-түлекте күберәк алып ҡайта. Хатта уның исеме фотоһы менән бергә рудниктың Почет таҡтаһына индерелә. Егет Совет Армияһы сафына баҫа һәм шул йылдарҙа үҙенең тырышлығы менән шоферҙар әҙерләү курсына уҡырға инеп танытма алыуға өлгәшә. Шунан һуң ғүмере буйы үҙенең яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер, механик булып намыҫлы хеҙмәт юлы үтә.
Дүрт йылдан ашыу хеҙмәттә булғандан һуң Ғәбиҙулла Хәмит улы Түбә руда идаралығында бер нисә йыл рәттән шофер булып эшләй, унан Семеновскиҙағы байыҡтырыу фабрикаһына юллама буйынса ебәрелә һәм Сибайға руда ташый. Ике ҡасабала ла шахталар ябылғас, тәжрибәле шофер Түбә байыҡтырыу фабрикаһында, һуңға табан тимер-йоҙаҡ изделиелары заводында механик була. Кесе йәштән уҡ техникаға булған һөйөүе арҡаһында төрлө маркалы машиналар, үҙйөрөшлө тракторҙар менән эш итергә тура килә уға. Хаҡлы ялға сығыуына сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, уға кәңәш алыу, техникаларын ҡаратыу йәки ремонтлатыу өсөн килеүселәр бихисап. Уның фиҙаҡәр эше “Хеҙмәт батырлығы”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Һикһән өсөнсө йәше менән барыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да теремек, йор һүҙле, һәр кем менән ихлас күңелдән аралаша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, былтыр, күптәрҙе аптыратып, өр-яңы етенсе моделле машина һатып алды һәм уны Өфөнән үҙе рулдә ултырып алып ҡайтты.
Ғаиләнең төп таянысы булған Нәғимә Ғәбделлатиф ҡыҙының яҙмышы ғаилә башлығыныҡына ауаздаш. Әйтерһең дә, улар, йәштән үк һөйләшеп, бер юлдан киткән. Ун дүрт йәшлек ҡыҙ үҙе һымаҡ тиҫтәгә яҡын үҫмер менән Түбә байыҡтырыу фабрикаһында алтын йыуа, руданы ҡағыҙ тоҡтарға тултырып, машинаға тейәп, уны күрше ҡалалағы заводҡа оҙата. Унда бер нисә йыл эшләгәндән һуң шахтала руда тейәп, ер өҫтөнә сығарыуҙа ҡатнаша. Аҙаҡтан Семеновскиҙа ла шундай эштә бер нисә йыл тир түгә. Ирҙәр менән бер ҡатарҙан ауыр эштәрҙе башҡарған Нәғимә апай: “Мең михнәттең дә бер рәхәте булыр әле”, — тип тешен ҡыҫып булһа ла түҙә, бер эштән дә баш тартмай. Заманаһы ла шуны талап итте. Шуның менән бер рәттән йәштәрҙе үҙ артынан эйәртеп эш ысулдарына өйрәтергә лә йыбанманы. “Тәүҙәрәк илке-һалҡы ғына тотонһалар ҙа, һуңға табан, һәр эшемде отоп алып, минеңсә башҡарырға тырыштылар, хатта нормаларын минән арттырып та үтәгәндәре булды”, — тип хәтер төйөнөн тарата Нәғимә апай.
Эйе, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләү уға дәрт тә, дарман да бирә. Күп йылдар байыҡтырыу фабрикаһының ҡатын-ҡыҙҙар бригадаһына етәкселек итте. Нәғимә Ғәбделлатиф ҡыҙының бригадаһы алдынғылар рәтендә йөрөнө һәм фабриканың Почет таҡтаһынан төшмәне, үҙе бер нисә тапҡыр Түбә ҡасаба Советына һәм район Советына депутат итеп һайланды.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә