Генералдың биографияһында асыҡланмаған урындар бар әле. Дәүләт архивында һаҡланған тыуыу тураһындағы таныҡлығынан алынған яҙыуға ҡарағанда, Биштәкә ауылының беренсе мәсетендә 1899 йылда тыуғандар араһында бишенсе булып Миңлеғәлим исемле ир бала теркәлгән. “Атаһы — башҡорт Минһажетдин Фәхрислам улы, әсәһе — башҡорт Бибитайфа Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы”, тип яҙылған. Бында һүҙ генерал Миңлеғәле Минһаж улы тураһында барғанлығына шик юҡ.
Уның ҡайһы бер туғандары хәҙер Фәхрисламов фамилияһын йөрөтә. Атаһының исеме мосолманса тулыһынса яҙылған. Һуңынан ҡыҫҡартып Минһаж, урыҫса Минназ тигәндәр. Ә Миңлеғәленең исемендәге һуңғы “м” хәрефен 14 йәшендә Якимов пароходлығына эшкә урынлашҡанында, танытма алғанда ҡолаҡҡа ҡатыраҡ писарь төшөрөп ҡалдырғандыр. Йәшен ярты йылға кәметеүен аҡтар армияһына алыныуҙан ҡотолоу өсөн эшләгәндер, тип фараз итергә булыр.
Атаһы Минһажетдин ауыл хужалығы менән бик аҙ шөғөлләнә, ғүмеренең күберәк өлөшөн Ағиҙел, Кама, Волга буйҙарында бурлаҡ булып үткәрә. Улы Миңлеғәлене 1913 йылдың яҙында “Урал” пароходына йөксө-матрос итеп урынлаштыра. Үҙе 1920 йылда вафат була. Ғаиләлә төп ауырлыҡ әсә иңенә төшә. Ул ауылда байҙарға эшләй. Ураҡ урып, кер йыуып, мал көтөп, балаларының өҫ-башын ҡараған, тамағын туйҙырған, 1909 йылда донъя ҡуя.
1910–1912 йылдарҙа Миңлеғәле Арыҫлан ауылында (Биштәкәнән 3–4 саҡрым) мәктәптә уҡый. Шуғалыр майор Миңлеғәле Шайморатов 1938 йылда яҙған автобиографияһында: “Мин 1899 йылдың 15 авгусында Ҡырмыҫҡалы районының Арыҫлан ауылында тыуҙым”, — тип яҙа.
Миңлеғәленең ағаһы Әхмәтгәрәй 1918 йылда Һамар яғында чехтарға ҡаршы алышта һәләк була. Өс йәшкә кесе ҡустыһы Абдулла, 1926 йылда армиянан ҡайтып, ситтә йәшәй. Һеңлеһе Ғәлимә Арыҫлан ауылында тормошта була.
“1919 йылдың 12 апрелендә, — тип яҙа Шайморатов үҙенең биографияһында, — Колчак 1899, 1900 йылда тыуғандарға мобилизация иғлан итте. Мине лә саҡырҙылар. Апрель аҙағында Өфөгә хәрби пунктҡа оҙаттылар, унда биш-алты көн торҙоҡ. Май башында Колчак армияһы Бәләбәйҙән сигенә башланы. Беҙҙе Себергә оҙатырға булдылар, ләкин күп кенә егеттәр барактан ҡасты. Мин дә ҡастым. 30–35 көн Затонда, Благовещен урманында, Чесноковкала (Өфөгә яҡын) аҡтарҙан ҡасып йәшәнем. 9–10 июндә беҙҙең яҡты Ҡыҙыл Армия частары биләне. Мин 1919 йылдың 18 июнендә үҙем теләп Ҡыҙыл Армия сафына баҫтым”.
Ошонан алып һуңғы көнөнә тиклем уның тормошо армиянан айырылғыһыҙ була. Граждандар һуғышында ике тапҡыр яралана. Госпиталдән дауаланып сыҡҡас, хәрби курстарҙа уҡый. Уға башта хәреф танырға, урыҫса яҙырға өйрәнергә, шунан ғына хәрби белемде үҙләштерергә тура килә. 1921 йылда Ҡазандағы кавалерия курсын уңышлы тамамлай, взвод командиры дәрәжәһен ала.
1924 йылда уны Мәскәүгә Кремль хәрби мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. 1934 йылдың апрелендә Фрунзе исемендәге хәрби академияның махсус факультетын тамамлай. Инглиз, уйғыр, ҡытай телдәрен яҡшы белә. 1934–1937 йылдарҙа Ҡытайҙың Синьцзянь провинцияһында һуғыш операцияларына етәкселек итә. Һуңынан генштабта эшләй. 1936–1942 йылдарҙа майорҙан генерал дәрәжәһенә тиклем үрләй.
Һуғыш башланғанда полковник Шайморатов кавалерия полкын етәкләй, декабрҙән — 112-се дивизия командиры.
1943 йылдың 6 февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡараған 8-се (һуңынан 7-се гвардия) кавалерия корпусына, дошман тылына рейд яһап, тимер юлдарҙы киҫеү, бәйләнештәрен өҙөү бурысы йөкмәтелә. Шайморатов дошман танкыларына ҡаршы һыбайлыларҙы ебәреү ҙур юғалтыуҙарға килтерәсәген әйтә. Уның был фекере ҡайһы берәүҙәргә оҡшамай. Тик 23 февралдә, генерал рейдтан сыҡҡанда һәләк булғас ҡына, уның фекере менән килешәләр. Әммә һуң була инде...
1943 йылдың 23 мартында: “7-се корпустың штабынан рейдтан сыҡҡанда Шайморатов яраланғас, уны санаға һалып ебәрәләр, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ”, — тип тә донесение яҙалар. Шуғалыр ҙа генералдың шәхси эшенә “Пропал без вести, 23.11.43” тип яҙып ҡуялар. Ләкин Шайморатовтың һәләк булғанын күргән кеше булмай. Ниндәйҙер майор Бабаев 1943 йылдың 7 апрелендә: “Генерал-майор Шайморатов адъютанты менән генерал-майор Бористовты эҙләп китте, шунан һуң уны ла, адъютантын да күреүсе булманы”, — тип доклад яҙа.
Генералдың хеҙмәт кенәгәһенә лә, 1943 йылдың 18 июнендәге ГУКНКО ҡарарына ярашлы, “хәбәрһеҙ юғалды” тип яҙыла. Һуңынан (1948 йылда булыуы мөмкин) “жене Ольге Павловне пенсия положена по должности командира 16-ой гвардейской дивизии” тигән яҙыу менән тамамлана ул кенәгә. (Ольга Павловна икенсе ҡатыны булалыр. Тәүгеһе, генералдың 1938 йылда яҙған автобиографияһына ҡарағанда, Елена Степановна Утешева). Тимәк, рәсми фекер шундай — генерал Шайморатов хәбәрһеҙ юғала, һуғышта төрлө хәл булыуы мөмкин. Һөҙөмтәлә уның батырлығына ла бер ниндәй ҙә баһа бирелмәй.
Шуға күрә, шик-шөбһә дәүеренә ярашлы, имеш-мимеш хәбәрҙәр тарала. Уны яҡшы белгән яуҙаштары, әлбиттә, ундай хәбәрҙәргә ышанмай һәм 1948 йылда республика етәкселегенә уға Герой исеме юллап мөрәжәғәт менән сығыш яһай. 11 декабрҙә партияның өлкә комитеты етәксеһе Сабир Ваһапов, хөкүмәт башлығы Насир Ураҙбаев һәм Юғары Совет президиумы рәйесе Ғилман Ниғмәтйәнов шул мәсьәлә буйынса Сталинға хат яҙа. Хатта полковник Шайморатовтың дивизияны төҙөүҙәге эшмәкәрлеге, һуғыштағы ҡаһарманлығы, хөкүмәттең дивизияға биргән юғары баһаһы күрһәтелә һәм уға Герой исемен, Өфөлә һәйкәл ҡуйырға рөхсәт биреүҙе һорайҙар.
Хат яҙыр алдынан 1948 йылдың октябрендә Башҡортостан хөкүмәте, генералдың нисек һәләк булғанын һәм ҡайҙа ерләнгәнен билдәләү өсөн комиссия төҙөп, Ворошиловград өлкәһенә ебәрә. Комиссия рәйесе итеп депутат Сабир Ҡадиров, комиссия ағзалары итеп суд медицинаһы эксперты профессор В. Кузнецов, “Кызыл таң” гәзите редакцияһының яуаплы секретары урынбаҫары К. Ғәбитов, ТАСС фотохәбәрсеһе Л. Яҡупов тәғәйенләнә.
Хөкүмәт комиссияһы, генералдың һәләк булыуына ҡағылышлы материалдарҙы өйрәнеп, ерләү урынын асыҡлап, түбәндәге һығымтаға килә:
“1. 112-се Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһының командиры генерал-майор М.М. Шайморатов Тыуған ил өсөн көрәштә Дебальцево районынан сыҡҡанда 1943 йылдың 23 февралендә иртәнге сәғәт 8 менән 9 араһында, Штеровка ҡасабаһынан 1 саҡрымда, Ивановка ауылынан 4 саҡрымда урынлашҡан йырында ҡаһармандарса һәләк була.
2. Генерал-майор Шайморатовтың кәүҙәһе немец патрулдәре тарафынан билдәһеҙ генерал мәйете булараҡ табыла һәм 1943 йылдың февраль аҙаҡтарында, немецтарҙың ҡушыуы буйынса, Петровский исемендәге завод эшселәре тарафынан йырында, Романов ҡаяһына ҡаршы урында, ерләнә.
3. Донбасс азат ителгәс, билдәһеҙ генералдың мәйете, шул һуғышта һәләк булған башҡа офицерҙарҙыҡы менән бергә, 1943 йылдың октябрендә Штеровка ҡасабаһы баҡсаһында хөрмәтләп ерләнә.
4. Ерләнгән билдәһеҙ генералдың Шайморатов икәнлеге бик күп шаһиттарҙың күрһәтеүенсә, фоторәсем һәм портреттар буйынса билдәләнә.
5. Мәйетте эксгумациялау ҙа генерал Шайморатов икәнлеген раҫлай.
6. Шулай итеп, Штеровка эргәһендәге һуғышта һәләк булған һәм шунда уҡ ерләнгән билдәһеҙ генерал мәйете генерал-майор Шайморатов икәнлеге асыҡлана.
7. 1948 йылдың 20 октябрендә комиссия, генерал-майор Шайморатовты асыҡлағас, уның мәйете 5273-сө хәрби часть урынлашҡан Петровский исемендәге завод еренә күмелә”.
Акт төҙөп, Башҡортостан хөкүмәте комиссияһы ағзалары ҡултамғаларын һала. Хәрби частың штаб начальнигы, майор Ляшков ерләү тураһында белешмә бирә.
1950 йылдың 9 ноябрендә тағы бер хатты етәкселәребеҙ Иосиф Сталин исеменә ебәрә. Был осорҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе булып Фәйзерахман Зағафуранов эшләй. Ниндәй яуап килгәндер — архив ҡағыҙҙарында табылманы, һәр хәлдә ул кире яуап була.
“Оттепель” тигән йылдарға бәйле булғандыр: 1957 йылдың 30 апрелендә генералдың яуҙаштарынан 14 кеше тағы бер ынтылыш яһай. Юғары Совет рәйесе З. Нуриевҡа асыҡ хат яҙалар. Улар: артполк командиры С. Хәбиров, дивизия командиры ярҙамсыһы Ш. Ханнанов, политбүлек башлығы урынбаҫары С. Ҡадиров, смерш етәксеһе М. Кузнецов, парткомиссия секретары И. Фәттәхов, дивизия комиссары М. Нәзиров, гәзит мөхәррире Ә. Ихсанов, фотохәбәрсе Л. Яҡупов, финанс етәксеһе А. Хәбиров, генералдың шоферы И. Шәрәфетдинов, дивизия гәзите секретары Ш. Насиров, баш хирург А. Дәүләтов, разведка командиры Ш. Ғайсин, полк командиры ярҙамсыһы А. Гәрәев.
Генералға Герой исемен биреүҙән тыш, кәүҙәһен Өфөлә ерләргә, Цюрупа урамындағы яңы скверға генерал Шайморатов исемен бирергә, 400 йыллыҡ юбилейға (Рәсәй менән берләшеүгә), уның ҡатынын, генералдар Кусимовты, Беловты, дивизияның барлыҡ геройҙарын, офицерҙарын саҡырырға тәҡдим итәләр.
Зыя Нуриев Шишов тигән берәүгә, һығымта яһарға тип, 15 майҙа күрһәтмә яҙа. Ә ул бәндә, генералдың һәләк булыуы тураһында аныҡ яуап юҡ, тикшерелгән мәйеттәрҙең береһен дә генералдыҡы икәнен ышаныс менән әйтеп булмай, яуҙаштарының да күрһәтмәһе төрлөсә, тип яуап бирә.
23 сентябрҙә шул уҡ ҡағыҙға хөкүмәт башлығы Вәли Нәбиуллин, Шишовҡа ризаһыҙлығын белдереп, бер ниндәй нигеҙһеҙ генералдың вафат булыуына шик индерергә маташа, был мәсьәләне Өлкә Комитеттың бюро ултырышына ҡуйырға һәм үҙебеҙҙең тәҡдимде Үҙәк Комитетҡа ебәрергә, тип яҙа. “Тупланған барлыҡ материалдар буйынса генерал Шайморатовтың һуңғы һулышына ҡәҙәр башҡорт халҡының тоғро улы икәнлеге мәғлүм”, — тип яҙа В. Нәбиуллин. Был турала ул 25 сентябрҙә Нуриев исеменә айырым хат та яҙа. З. Нуриев, был мәсьәләне бюроға ҡуйырға, тигән резолюция һала. Тик эш оҙаҡҡа һуҙыла. 1958 йылдың 4 майында З. Нуриев, Ф. Зағафуранов, В. Нәбиуллин ҡултамғалары менән генералдың, дивизияның ҡаһарманлығы тураһында тағы бер хат Үҙәк Комитетҡа ебәрелә.
Архив документтарында был хаҡта ла яуап табылманы. Уны телефон аша биреүҙәре лә ихтимал, әммә ыңғай яуап булмай. Был эшкә беҙҙең ил ағалары С. Буденныйҙы ылыҡтыра. Күренекле маршал 1958 йылдың 23 июлендә Үҙәк Комитетҡа хат яҙа: “Башҡортостан етәкселәренең генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында Үҙәк Комитетҡа үтенесе тураһындағы хәбәрен алдым. Мин М.М. Шайморатовты көслө рухлы, һәләтле дивизия башлығы, патриот булараҡ беләм. Дошманға ҡаршы барған ҡаты һуғыштарҙа ул үҙен оҫта ойоштороусы, кавалерия етәксеһе итеп, шәхси ҡаһарманлыҡ, ғәйрәтлек күрһәтте. М.М. Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреү уның дошманға ҡаршы күрһәткән батырлығын дөрөҫ баһалау булыр ине һәм совет кешеләрен илебеҙгә ысын күңелдән бирелгәнлек рухында тәрбиәләргә хеҙмәт итер ине. Башҡортостан етәкселәренең үтенесен хуплайым”.
Архив документтары күрһәтеүенсә, демократия бик сонғор заманда илебеҙ етәкселәре лә, генералдың яуҙаштары ла бер фекерҙә эш итә. Ләкин, нисек кенә тырышмаһындар, “боҙ” урынынан ҡуҙғалмай.
Дамир КҮСКИЛДИН,
тарихсы-архивсы.