Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем иле ул Рәсәй?!
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан үҙәк телевидение үҙенең “Русские сенсации” тапшырыуы менән, ысынлап та, сенсация тыуҙырҙы. Илдәге миллиондарса ата-әсә балаһын нисек кейендерергә, уҡыу кәрәк-ярағына ҡайһылайтып аҡса еткерергә белмәй ҡаңғырған мәлдә телетапшырыуҙа тәмләп-тәфсирләп ил байҙарының бала-сағаһына күпме аҡса тотоноуы, уларҙың ни хаҡҡа һәм ҡайһылай кейенеүе, нимә ашап-эсеүе, нисек күңел асыуы тураһында һөйләнеләр.
Минең бер танышым:
— Беләһеңме, тапшырыуҙы илап ҡараным, — тине.
— Шулай оҡшанымы, әллә байҙарҙы йәлләнеңме, ана бит, балалары өсөн күпме аҡса түгәләр, — тигәйнем, танышым асыуланып уҡ китте:
— Үҙемде, үҙебеҙҙе йәлләнем. Ҡыҙым V класҡа бара, өҫтөндә йылы кейеме лә юҡ. Бөтә әйбер ҡиммәт, эш хаҡым биш меңдән артмай, ә һин, журналист, ни өсөн шул мәсьәләне күтәрмәйһең?!
Беҙ күтәреү менән генә берәй нәмә үҙгәрһә икән дә бит! Ярай әле, юғарыла иҫкә алған ҡатын айына биш мең һум булһа ла аҡса ала. Ә илдә күпме эшһеҙҙәр, хәйерселәр, фатирһыҙҙар!
Беҙҙә эшһеҙҙәр һаны кәмей бара, тиелә рәсми мәғлүмәттә. Кәмемәй. Арта ғына. Эшһеҙҙәрҙең күбеһен бөгөн бер ҡайҙа ла теркәмәйҙәр. Мәшғүллек үҙәктәрендә бик аҙҙар ғына теркәлә ала, улары ла әллә күпме ҡағыҙ йыйырға, ә инде алты айҙан теркәлеүҙән төшөргә тейеш. Тимәк, миллиондарса кеше бөгөн хатта айына мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала алмай.
Ошоға бәйле, Германиялағы таныштарымдың көнитмеше хаҡында әйтеп үткем килә. Өс балалы был ғаиләлә ата-әсәнең эшһеҙлек буйынса пособиеһына ғына йәшәйҙәр. Көн итмәйҙәр, ә йәшәйҙәр. Ғаиләнең биш бүлмәле фатиры, ике машинаһы, баҡсаһы бар.
— Ә эшһеҙлек буйынса пособие нимәгә етә? — тип һорағас, миңә:
— Ашау-эсеүгә, кейенеүгә иркен етә, ә бына сит илдәргә сәйәхәт ҡыла алмайбыҙ, — тип яуап ҡайтарҙылар.
Беҙҙә түләнгән бер мең һум бер тапҡыр аҙыҡ-түлек магазинына инеп сығырға һәм бер нисә көн туҡланырға саҡ етә.
Халыҡ йәшәмәй бөгөн, ә йәшәргә, иҫән ҡалырға маташа. Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, беҙҙән дә бай әҙәм юҡ икән дә бит... Әллә һүҙ ябай халыҡ хаҡында түгел, Немцов, Абрамович, Прохоровтар тураһында ғына барамы? Бәлки, беҙ күптән “халыҡ” тигән статусты юғалтып, һарыҡ иҫәбенә күскәнбеҙҙер?
Рәсәйҙең валюта резервы артҡандан-арта бара. Инфляция ла кәмей, имеш. Хеҙмәт хаҡы күтәрелә, пенсияны әйтеп тә тормайым. Хәйер, быйыл пенсия мәсьәләһе Путин менән Медведевтың сығышында ғына артты, асылда ул былтырғы кимәлдә ҡалды. Уның ҡарауы, көс структураларының эш хаҡы, ана, ҡайһылай күтәрелде! Ни тиһәң дә, көслөнөкө замана шул.
Хәйерселәр һаны арта, урам сатына сыҡмағандар ҙа артабан нисек йәшәргә белмәй аптырана, күпселек осон осҡа саҡ ялғай.
Үҙәк банк белдереүенсә, илдә йөрөгән аҡсаны 60 – 70 процентҡа кәметкән хәлдә лә Рәсәй үҫеш юлынан барасаҡ икән. Бына бит нисек, баҡтиһәң, беҙ һимереп шашынабыҙ, туйып һикерәбеҙ.
Беҙҙе ялҡаулыҡта кем генә ғәйепләмәй хәҙер. Рәсәй халҡы ялҡау түгел, ышанығыҙ. Беҙ бик көсөргәнешле, ауыр хеҙмәттән башҡа был донъяла бер нәмә лә күрмәгән тормош алып барабыҙ. Китап уҡырға, киноға һәм театрға йөрөргә, ғаилә йәки дуҫтар менән тәбиғәткә сығырға ваҡытыбыҙ юҡ. Аҡсабыҙ ҙа. Ә инде сит илдәргә сәйәхәт итеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Аҙыҡ-түлеккә, транспортҡа, коммуналь хеҙмәткә хаҡтар күтәрелә. Ябай кешенең көнкүреше түбән тәгәрәй.
Бәлки, был ҡасандыр Рәсәйгә килеп, беҙҙең кеүек хәйләһеҙ халыҡтың һөйөүен яулап ҡайтҡан “тимер леди” Маргарет Тэтчерҙың хыялын бойомға ашырыу өсөн атҡарылған сәйәсәттер? Уның: “Рәсәйҙә 15 миллион кеше ҡалһа — еткән. Көнбайышҡа һуҙылған газ һәм нефть торбаларын хеҙмәтләндереү өсөн”, — тигән һүҙҙәрен, моғайын, хәтерләйһегеҙҙер. Әллә АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы етәксеһе Даллестың 1945 йылғы программаһын тормошҡа ашырыумы? Ҡайһы илдә етәкселек үҙ халҡына ҡаршы беҙҙәгеләй мәрхәмәтһеҙ сәйәсәт алып бара икән?!
Эске тулайым продукттың үҫеше – илдең “сәскә атыуын” сағылдырған күрһәткес, тип билдәләргә яратыусыларға бер генә һорау бирге килә: ни өсөн Рәсәйҙә эске тулайым продукт күтәрелгән һайын халыҡ хәйерселеккә төшә бара? Эйе, иҡтисад үҫешәлер, әммә социаль тигеҙһеҙлек тә тәрәнәйә бит.
Әгәр бөгөн Рәсәй кешеләренең күпселеге рәсми мәғлүмәттәргә ышанмай икән — дөрөҫ эшләй. Сөнки улар артында беҙ ил байҙарының — миллионерҙарҙың, юғары вазифа биләгән чиновниктарҙың, топ-менеджерҙарҙың аҡсаһына бәйле күрһәткестәрҙе генә күрәбеҙ. Халыҡтың яртыһынан күберәге өсөн эске тулайым продукт артыуы ла, инфляцияның кәмеүе лә, Рәсәйҙең тышҡы бурыстары бөтөүе лә бөтөнләй башҡа һандар менән баһалана.
Бәғзе бер күҙәтеүселәр, уртаса пенсия күләме йәшәү минимумынан юғарыраҡ, тип раҫларға ярата. Асылда рәсәйҙәрҙең күпселеге әлеге “минимумдан” күпкә түбәнерәк хеҙмәт хаҡы ала. Ә бит йәшәү минимумы ла шартлы күрһәткес. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: шул ғына аҡсаға нисек итеп бер ай туҡланырға, фатир һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләргә, кейем-һалым, бүтән кәрәк-яраҡ алырға, юлда йөрөргә мөмкин?!
Немец дуҫым миңә Германиянан гәзит ебәргән. Унда эш хаҡы беҙҙәге ише киҫкен айырылмай. Иң ҙур айырма ун тапҡыр тәшкил итә. Пенсия буйынса ла шулай уҡ. Мәҫәлән, иң түбән пенсия — 700 евро самаһы, ул яҡынса 28 мең һумға тиң. Был пенсияны ғүмер буйы йорт хужабикәһе булғандар ала. Йәғни үҙенең ғаилә ағзалары өсөн аш-һыу яраштырып, саң һөртөп, йыуып-йышып ултырғандар. Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өй тәрбиәләүҙе, аш бешереүҙе хеҙмәткә лә һанамайҙар, ул көнө буйы эшләп ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙ елкәһендә ҡала. Элек һатыусы булған Валтрауд Энгелдың пенсияһы, әйтәйек, 2000 евро, йәғни 80 мең һум самаһы. Үҙегеҙ иҫәпләп сығарығыҙ ҙа – сағыштырығыҙ. Ошо айырма ла немецтарҙа тәрән ҡәнәғәтһеҙлек, борсолоу тыуҙыра, сөнки Көнбайышта һәр кемде үҙ урынында кәрәкле тип баһалап өйрәнгәндәр. Ә беҙҙәге кеүек 500, хатта мең тапҡырға айырма булһа, ни эшләрҙәр ине икән? Быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын, сөнки Рәсәйҙәге кеүек үк ҡырағай капитализм бүтән илдә, моғайын, йәшәй алмаҫ ине.
Илдең иң бай кешеләренең береһе — “Сибнефть” хужаһы Роман Абрамович — Һарытау ҡалаһында тыуып үҫкән етем. Уның байлығы ун биш миллиард доллар самаһы тәшкил итә. Ул башлыса Англияла Файнинг Хиллдағы йортонда тора. Иордания короле йәшәгән был биләмә миллиардерға 22 миллион долларға төшкән. Англиялағы Найтбридж ҡалаһындағы фатиры ла, Санкт-Петербургтағы һарайы ла, Франциялағы “Де ла Кро” замогы ла күп миллион долларға баһалана. Әйткәндәй, “Челси” футбол клубын стадионы, ҡунаҡханаһы һәм башҡа әкәм-төкәме менән ул заманында 270 миллион долларға һатып алғайны. Роман Абрамовичтың ҡарамағында бер миллиард долларлыҡ “Боинг-737” осоусы офис, бихисап яхта, фатир һәм башҡа монаят бар. Әммә етемлектең бөтә әселеген үҙ елкәһендә татыған миллиардер мохтаждар һәм етемдәр менән бик бүлешә һалып бармай.
Бына шулай... Ә Тамбовта итальяндар балалар йорто төҙөй. Англиянан Маржери Прайс-Джонс исемле ханым Рәсәй интернаттарына даими ярҙам итә.
Донъяның иң бай кешеһе Билл Гейтс малярияға ҡаршы көрәшкә аҡса күсерә: көн һайын өс меңгә яҡын баланың ғүмерен өҙгән был сирҙе бөтөрөүгә ул 200 миллион долларға яҡын аҡса сарыф иткән. Шул уҡ Биллдың СПИД вирусына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән аҡсаһы АҠШ хөкүмәте бүлгән сумманан ун тапҡырға күберәк.
“Ғоrbes” журналы донъяның бай кешеләре исемлегенә егерменән ашыу Рәсәй миллиардерын индергән. Ә “Финанс” журналы белдереүенсә, улар хатта 28 икән. Тик байҙарҙың береһе лә бөгөн халыҡ тураһында уйламай.
Рәсәй империалистарының донъялағы дөйөм хәле нығынғандан-нығына. Заманында Советтар Союзы кеүек ҡеүәтле илде ҡолатып, халыҡ байлығын бушҡа тиерлек үҙләштереп, шәхси милек туплаусылар әлеге ваҡытта шул милекте “эшкә ҡуша” һәм артабан байый.
Әгәр Америка һәм Германия миллиардерҙары үҙ дәүләттәренең иҡтисадын инвестициялаһа, “беҙҙекеләр” капиталды ситкә сығара. Тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыуға ла дәүләт күҙәтеүе юҡ. Рәсәй бизнесы нигеҙендә ҡомһоҙлоҡ, нисек тә күберәк эләктереп ҡалыу, нефтте һуңғы тамсыһына тиклем һығып сығарыуға ынтылыу, ситкә күберәк һатыу кеүек хаяһыҙ маҡсат ята.
Кешене сит кеҫәгә ҡарарға нимә мәжбүр итә? Әлбиттә, социаль ғәҙелһеҙлек йәки килем араһындағы ҡот осмалы айырма ғына түгел. Сабыр һәм түҙемле Рәсәй халҡына бөтәһенә ҡәнәғәт булып йәшәргә әллә ни күп тә кәрәкмәй: донъялар имен торһон да ашарына-кейеренә булһын. Ләкин хаҡтарҙың һаман күтәрелә барыуы, ә Рәсәй етәкселегенең, Гоголдең “Үле йәндәр” исемле романындағы һыҡмырлыҡтан нәҫ баҫҡан Плюшкин кеүек, халыҡтан ҡыҙғанып туплаған миллиардтарҙы дөйөм файҙаға тотонмауы ябай кешеләрҙе йәшәү менән үлем сигенә этәрә. Илде битарафлыҡ баҫа.
Радио ла, телевидение ла бөгөн күберәк байҙар өсөн эшләй. Кешеләрҙең мейеһен татлы сериалдар менән ағыулайҙар. Магазиндарҙа хаҡтар байҙар кеҫәһенә ҡарап билдәләнә. Кем иле ул Рәсәй?!.
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506