Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бал ҡортоноң телен умартасы белер...
Бал ҡортоноң телен умартасы белер......Фәйрүзә менән Нәфҡәт Сәрүәровтар, йыраҡ араны яҡын итеп, Өфөгә бал фестиваленә Тәтешленән килгән.
– Йәрминкәлә икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ – беҙҙең балды яратып алалар, – тип ҡыуана ғаилә башлығы.
Бәҙрәш ауылында йәшәгән уңған ғаилә умартасылыҡ менән сирек быуат шөғөлләнә, 120 күс тота икән. Ҡышын, бал ҡорттарын "ялға" оҙатҡас, Сәрүәровтар мал-тыуарға баҫым яһай – ит-һөт етештерә. Ғөмүмән, ауылда эшһөйәрҙәр гөрләтеп эшләй, тос килем ала. Әйткәндәй, ғаилә дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары, 25 йәшлек Нәргиз – төп ярҙамсылары, ғаилә эшен дауам итеүсе.
"Балды ҡайһы яҡтарға оҙатаһығыҙ? Өфө йыраҡ бит..." — тип ҡыҙыҡһыныуыма, Нәфҡәт Кәрим улы Екатеринбург ҡалаһына йыш йөрөүен, унда башҡорт балын бик теләп алыуҙарын әйтте. Күрше Пермь өлкәһендә лә республикабыҙҙың визит карточкаһына әүерелгән татлы ризыҡтың ҡәҙерен беләләр.
Ғөмүмән, 25 – 26 августа баш ҡалала, "Аҡбуҙат" ипподромы алдында ойошторолған "Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге" фестивале республиканың барлыҡ район вәкилдәрен дә йыйғайны. Йәрминкә ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде – быға болотлап торған күк йөҙө лә, кинәт яуып ебәргән ямғыр ҙа ҡамасау була алманы.
Сара сиктәрендә XII Республика умартасылары һәм "Йәш умартасы" VI республика конкурстары үтте. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған оҫталар таһыллығын һынағансы, "Баллы Башҡортостан" тип исемләнгән йәрминкә рәттәрендә сауҙа ҡыҙа барҙы. Балдың ниндәйе генә юҡ! Сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, солоҡ балы, төҫө-тәме лә – төрлөнән. Хаҡтар ҙа бер иш түгел: татлы ризыҡтың килограмын 400-ҙән алып 2000 һумға тиклем һатып алып була ине (өс литрлы банкаһы 1200 һумдан 10 000 һумға тиклем). Аңлағанһығыҙҙыр, иң ҡиммәтле һәм һиммәтле ризыҡ – солоҡ балы – Бөрйән урмандарынан килтерелгән. Ҡырағай ҡорттарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе үҙе бер мөғжизә – сихәтле лә, тәмле лә.
Бәғзе солоҡ хужалары менән әңгәмәләшмәйенсә булдыра алманым. Исламбай ауылында йәшәгән Ғәзинур Ибраһимов, солоҡсолоҡ менән 13 йәштән шөғөлләнәм, ти. Уның бар тормошо ошо үҙенсәлекле, һирәк һөнәргә бәйләнгән. Һүҙгә Ғәзинурҙың төп ярҙамсыһы – еҙнәһе Әхмәҙи Сәғитов та ҡушыла. Ул ғаиләнең 50-ләп солоғо булыуын, ҡайһыларының борондан уҡ нәҫелдән нәҫелгә күсеүен, ҡайһыларын үҙҙәре лә соҡоп яһауын бәйән итте. Бер солоҡтан уртаса ун килограмм бал алалар. "Бындай балдың дымлылығы түбән. Шулай уҡ балауыҙын ҡорт үҙе эшләй – балды әҙер рамға йыймайҙар. Ризыҡтың баһаһын белгәндәр балды йыраҡ тарафтарҙан да килеп ала, хаҡына ҡарамайҙар", – ти Әхмәҙи ағай.
Фестивалдең төп ҡунағы – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та сауҙа рәттәренән үтте, ассортимент менән танышты.
– Башҡорт балының даны барыһына ла билдәле, – тине ул. – Бындай саралар республика өсөн бик кәрәк. Бал етештереү республикала йылдан-йыл арта, әммә тармаҡты үҫтерерлек мөмкинлектәр бар әле. Башҡорт балын башҡа төбәктәргә лә оҙатабыҙ, бер нисә йылдан беҙҙең республика 20-30 йыл элек булған күрһәткескә – 700–800 мең күскә етәсәк. Әлегә иһә был һан – 300–400 мең тирәһе.
Рөстәм Зәки улы солоҡсолар менән аралашты, боронғо башҡорт традициялары буйынса ҡулдан эшләнгән эш ҡоралдары менән танышты. Әлбиттә, балдан да ауыҙ итте, бигерәк тә Бөрйән балын үҙ итеүен белдерҙе.
Сауҙа рәттәрендә бал ғына түгел, башҡа төрлө умартасылыҡ тауарҙарын да күрергә була ине: прополис, балауыҙ, һитә, инә ҡорт һөтө, косметика һәм башҡалар. Республиканың иң оҫта кулинарҙары әҙерләгән 200 килограмлы баллы сәк-сәк иһә байрамдың төп биҙәгенә әүерелде. Йыраҡтан уҡ ҙурлығы, биҙәлеше менән күҙҙе ҡамаштырып торған татлыҡай янына олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Уны тәмләп ҡарауҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
“Халыҡҡа ошондай байрамдар етмәй” тигәнде йыш ишетергә тура килә. Башҡорт балы көнө – шуларҙың береһе. Барыһы ла бик матур ойошторолған, иң мөһиме – халыҡҡа, тимәк, миңә лә оҡшай", – тине ул сара хаҡында. Әйткәндәй, ойоштороусылар фестивалде йыл да үткәрергә ниәтләй. Шул да мәғлүм булһын: ике көн эсендә йәрминкәлә 80 мең тоннанан ашыу бал һатылған – был үҙенсәлекле рекорд!
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә