Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсә йөрәге һәр саҡ көтә...
Әсә йөрәге һәр саҡ көтә...Һуғыш – афәт, уның бер ваҡытта ла еңеүселәре лә, еңелеүселәре лә булмай, сөнки низағлашҡан һәр яҡтан да кеше ғүмерҙәре ҡыйыла... Ә инде ил күге имен булғанда, ҡайҙалыр алыҫта – сит-ят ерҙәге утлы нөктәлә – ғәзиз ғүмере өҙөлгән ир-егеттәребеҙ бигерәк тә йәл: йәшәргә лә йәшәргә ине бит уларға...
Ватан алдында изге бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү, уларҙы онотмау – тереләрҙең мөҡәддәс бурысы. Ошо көндәрҙә Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яҡташтарға арналған һәйкәл асылды. Сарала район етәкселеге, Бөтөн Рәсәй "Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов, Хәрби хәрәкәт ветерандарының Башҡортостан союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов, билдәле йырсы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айҙар Ғәлимов, Нуриман һәм Иглин райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин һәм башҡалар ҡатнашты. Һәйкәлде асыу хоҡуғы Афғанстандағы, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалдар менән бүләкләнгән Наил Ғимашевҡа, Илгиз Бәҙретдиновҡа, Эдуард Есеновҡа, Ренат Фәйзуллинға бирелде. Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә ғәзиз ғүмере өҙөлгән егеттәрҙең ата-әсәһе исеменән Римма Исрафилова сығыш яһаны, уның һағышлы һүҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Сарала шулай уҡ ағалы-ҡустылы Гәрәевтәр ҙә бар ине. Тырыш, татыу ғаиләлә биш ир бала үҫкән, уларҙың дүртәүһе хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан. Бала саҡтан хеҙмәткә күнеккән, бер-береһенә һәм ата-әсәһенә терәк, ярҙамсы булырға өйрәнгән, спорт менән мауыҡҡан егеттәрҙең яҙмышы — китап яҙырлыҡ.
...Армияға тәүҙә Вәхит юлланған. Ҡулына ҡорал тотоп, ил сиген һаҡлаған ағайҙы ҡустылары бер аҙ көнләшеп тә, ҡыҙығып та көткәндер: бергәләп яҙған оҙон, йылы хаттар ошо хаҡта һөйләй. Вәхит Гәрәев совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙа ҡатнашҡан, йөҙмә транспортерҙа Пяндж йылғаһы аша һалдаттарҙы ташыған.
Һалдат тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға ла өлгөрмәгән, ҡустыһы Филүскә сират еткән. Уға Германияла хеҙмәт итергә тура килгән. Хәйер, Филүс унан һуң армия сафына саҡырылған ҡустыһы Заһит иңенә ниндәй һынауҙар төшәсәген күҙ алдына ла килтермәгәндер... Үткән быуаттың 90-сы йылдарында – илдәге буталсыҡ осорҙа тажик-афған сиген һаҡлаған Заһит күргән-кисергәндәрен әле лә һөйләргә яратмай: үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға, бихисап дуҫын юғалтырға мәжбүр булған... Әммә Гәрәевтәр ғаиләһен һынауҙар алда ла көткән икән. Өс ағаһына ла Хоҙай Тәғәлә әрме һурпаһын татырға насип иткәс, Илдус менән Айҙар армия сафына бармай ҡаламы һуң?
...Башҡортостанға юлланырға бер нисә генә ай ҡалғас, Илдус хеҙмәт иткән часты Чечен Республикаһына оҙатасаҡтары билдәле була. Унда иһә тәүге "Чечен кампанияһы" бара: һуғыш, ҡан ҡойош... Грозный ҡалаһын дошмандан һаҡлаған өс ай мәхшәрҙе (күпме кешегә ҡайғы алып килде ул!) Илдус ғүмерҙә лә онотмаясаҡ.
Икенсе Чечен һуғышы михнәттәрен Гәрәевтәрҙең төпсөгөнә – Айҙарға кисерергә тура килә. Снаряд ярсығынан ҡулы яраланып, бер йыл самаһы госпиталдә ятып сыға ул.
Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте киң: көслө рухлы, булдыҡлы, илһөйәр биш ул үҫтергән Фәнирә менән Сәйфетдин Гәрәевтәрҙең биш улы ла хәрби хеҙмәттән имен-аман тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, ғаилә ҡорған. Барыһы ла бынамын итеп тормош көтә, балалар тәрбиәләй. Ҡыҙғаныс, был бәхетле көндәрҙе атай менән әсәй генә күрә алмай: икеһе лә яҡты донъя менән хушлашҡан инде. Йөрәк аҫтында йөрөткән, ҡәҙерләп үҫтергән ғәзиз сабыйыңды “утлы нөктә”нән көтөү, ай-һай, еңел түгел шул...
Елена ҠОРБАНОВА.
Нуриман районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә