Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаулығы юҡтың — ҡәҙере юҡ
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында физик тәрбиәгә иғтибар ҙур
Һаулығы юҡтың — ҡәҙере юҡХәҙер, баҙар шарттарына ярашлы, йәш уҡытыусы, инженер йә булмаһа менеджер төрлө яҡлап үҫешкән, үҙ һөнәрен энәһенән ебенә тиклем өйрәнгән, ижади фекерләгән белгес булырға тейеш. Әммә бының өсөн һанап үтелгән “күрһәткестәр” генә етәме? Халыҡ әйтмешләй, һаулығың юҡ икән, аҡылың да, уңғанлығың да — һуҡыр бер тин. Шуға ла уҡыу йорттарының төп бурысының береһе — студентҡа белем һәм рухи тәрбиә биреү менән бер рәттән, уны физик яҡтан сыныҡтырыу. Һүҙем Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы хаҡында.
Филиалда ундан ашыу түңәрәк эшләй. Студенттар бигерәк тә көрәш, волейбол, саңғы спорты, еңел атлетика, йүгереү, йөҙөү, боксты үҙ итә.
Уҡыу йортонда үҙ ваҡытында бихисап данлыҡлы спортсылар белем алған. Яҡшы йола ғүмерле тигәндәй, бөгөн спорт түңәрәктәрендә тәрбиәләнеүселәр ҡала, республика һәм ил кимәлендәге төрлө ярыш-уйындарҙа уҡытыусы-остаздарының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй — беренселеккә лайыҡ була. Ә кескәй еңеүҙәрҙең ҙур ҡаҙаныштарға илтеүе барыбыҙға ла мәғлүм. Быйылғы уҡыу йылы дауамында ғына ла Р. Хәбибуллин, А. Дунова, З. Ҡаландарова, Д. Сәйфетдинова, Р. Йосопова, Д. Кинйәғолова, А. Федорова, Д. Мансурова, Л. Семенов, И. Исламғолова, А. Чистяков, С. Гасанов, А. Махновский, Д. Щепина, А. Ишмәтов төрлө спорт йүнәлештәре буйынса бихисап еңеү алып ҡайтты. Киләһе Олимпиада уйындарында, донъя кимәлендәге ярыштарҙа улар ҙа ҡатнашыр тип өмөтләнергә ҡала. Студенттар спорт мастерлығына кандидат, спорт мастеры исемен дә яҡлай. Әйтәйек, былтырғы уҡыу йылы Ильяс Әхмәтшинға ҙур уңыш килтерҙе — саңғысы егет спорт мастеры исеменә лайыҡ булды.
...Һүҙ башында йәш белгестең ижади һәм профессиональ һәләте генә түгел, сәләмәтлеге лә мөһим икәнлегенә ишара яһағайныҡ. Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Фекерҙе йомғаҡлап, шуны өҫтәр инем: быйыл вузды тамамлаусылар араһында көрәшсе, спорт мастеры Илдар Моратов та бар ине. Бөгөн ул ил алдындағы хәрби бурысын үтәй һәм махсус ғәскәрҙә (спецназ) хеҙмәт итә (ә ундай ғәскәрҙәргә һалдаттар сәләмәтлеге һәм психик торошо буйынса ғына һайлап алына). Юғары белемле, спортты үҙ иткән, әрме һынауын үткән егеткә, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, лайыҡлы эш табыуы ла ауыр булмаҫ. Ысынлап та, хәҙерге заманда йәшлек менән спорт дуҫ булһа, сәләмәтлегеңде генә нығытып ҡалмайһың, ышаныслы киләсәк тә төҙөйһөң.
Рәмил МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә