Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәребеҙҙең аҙымы ышаныслы
Йәштәребеҙҙең аҙымы ышаныслыРәсәй киноһы көнөн һәм Рәсәй анимацияһының 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә беҙ республиканың күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Кино ветерандары союзы рәйесе, Башҡортостан Кинематографистар союзының яуаплы секретары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографисы Фәрит ҒӘБИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Фәрит Фәтих улы, башҡорт киноһы хаҡында һөйләшер алдынан һеҙҙе 75 йәшлек юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең дәртле, оптимистик рухта булыуығыҙҙың сере нимәлә?
— Ҡотлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Сере нимәлә, тиһеңме? Был заман талабылыр. Бөгөн ирҙәр олоғайырға, олпатланырға ашыҡмай, киреһенсә, сәстәренә сал төшкәс, ырамланып эшкә тотона. Йәштәштәрем, минән күпкә олораҡтар ҙа йәмәғәтселек эшендә ихлас ҡатнаша, ҙур эштәр атҡара. Минең дә ҡартлыҡ тураһында уйланып, моңайып ултырырға ваҡытым юҡ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит халҡыбыҙҙа. Шунан мин бейеүселәр нәҫеленәнмен – был да үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ә инде оптимизмға килгәндә... Мин бит алға ҙур пландар алып, шуларҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк тип йәшәгән быуындан. Партия тәртибенә күнеккәнмен: алдыңа алғанһың икән – эшлә!
Мәҙәниәт өлкәһендә күп эшләгәс, Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Нәжиб Асанбаев кеүек заманыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән яҡындан аралашып йәшәү бәхете тейҙе. Һәр кемдең тормош, ижад юлы – үҙе үк тормош мәктәбе. Ә инде республикала исеме киң танылыу алған мәҙәниәт эшмәкәре Клара Ғабдрахман ҡыҙы Төхвәтуллина менән эшләү үҙе бер дәүергә тиң. Ул вулкан кеүек булды. Шуға ла тиңләшерлек, өлгө алырлыҡ шәхестәр етерлек ине.
— Ә беҙ һеҙгә тиңләшәбеҙ. Әйткәндәй, киноға осраҡлы килмәнегеҙ...
— 1990 йылда «Башкиновидеопрокат»ҡа эшкә килгәс кино минең төп эшемә әүерелде. Быға тиклем егерме йыл партия өлкә комитетының мәҙәниәт бүлегендә эшләгән осорҙа ла кино һәм театр мәсьәләләрен хәл итергә тырыштым.
– Шул замандағы киноға бәйле ҡайһы бер хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине...
– Хәтирәләр байтаҡ... 1979 йылда Э. Володарскийҙың «Пугачев» исемле сценарийын ебәрҙеләр. Беҙгә башҡорт тарихына ҡағылышлы эпизодтарҙы өйрәнеп, төҙәтеп, уларҙы төшөрөүгә булышлыҡ итеү бурысы йөкмәтелде. Ул «Мосфильм» киностудияһында төшөрөлөргә тейеш ине. Беҙ, әлбиттә, быға етди тотондоҡ. Салауат районында Салауат Юлаев нәҫеленән бер төркөм егетте, шулай уҡ Абдрахман Ғиләжевтә актерлыҡҡа уҡыған студенттарҙы әҙерләп, Минскиға ебәрҙек. Үкенескә ҡаршы, Кинйә Арыҫлановтың роленә Абдрахман Ғиләжевте тәҡдим итһәк тә, ижади төркөм Ҡалмыҡстандан Юрий Ильянов тигән актерҙы уйнатырға булды. Былай арыу уйнаны. Салауат Юлаев роленә башҡорт циркының артисы Салауат Кирәевте алдылар. Фильмда бер эпизод бар: Пугачев янына башҡорт һыбайлылары килә. Иң алда – ҡурайсы. Был ролде мәшһүр ҡурайсыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов башҡарҙы. Ошо фильмда минең дә өлөшөм булыуына бик шатмын.
Барас Халзановтың «Ай тотолған төндә» киноһында эшләгәнем хәтергә ныҡ уйылған. Башҡортостанда төшөрөргә тейештәр ине, әммә финанслау һуңланы, көндәр һыуынды. Ҡырғыҙстанда, йәмле Ысыҡкүл янында төшөрөргә ҡарар ителде. Беҙгә актерҙар һайлау бурысы йөкмәтелде. Иң-иңдәрҙе һайларға тырыштыҡ. Аҡһаҡалдар ролендә Сәхи Сыртланов, Вәли Ғәлимов, Зәйни Ишдәүләтов кеүек күренекле актерҙарыбыҙ уйнаны. Миңә был проектта актерҙарҙың көнкүреш, эш шарттарын күҙәтеү бурысы йөкмәтелде.
— Башҡорт киноһының бөгөнгөһөн нисек баһалайһығыҙ?
— Мөмкинлектәр күп булмаһа ла, кино хәҙер ныҡлап аяҡҡа баҫа, тип әйтер инем, сөнки тормоштарын башҡорт киноһына бағышлаған, махсус белем алған, перспективалы ижадсылар быуыны үҫеп сыҡты. Уларҙы урта быуын тиһәк, уларға етә көслө йәш быуын аяҡҡа баҫа. Тамсы тама-тама ташты тишә, тигәндәй, башҡорт киноһының даны ла донъя кимәленә күтәрелә башланы. Тик уларға, һис шикһеҙ, төрлө яҡлап ярҙам кәрәк.
Кинематографистар союзының төп маҡсаты – киностудияла, телевидениела, башҡа ойошмаларҙа йәки кино менән шәхсән шөғөлләнгән кешеләрҙе берләштереү. Берҙәм булһаҡ ҡына, беҙ кино тармағын ныҡлап аяҡҡа баҫтыра аласаҡбыҙ. Союз рәйесе Айсыуаҡ Йомағолов менән алға бик ҙур пландар ҡоролдо.
— Ысынлап та, быйыл ғына күпме саралар үткәрелде...
— Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә «Родина» кинотеатрында балалар өсөн «Башҡорт мультәкиәте» тигән ҙур байрам ойошторолдо. Ай һайын киностудияла «Ижади шәмбе» сараһын үткәреү яйға һалынды. Унда союз ағзаһының яңы эше ҡаралып, профессиональ күҙлектән тикшерелә, фекер алышыу үткәрелә. Мәскәүҙәге Башҡортостан мәҙәниәте көндәренә ярашлы, баш ҡала тамашасыларына башҡорт киноһын күрһәтеүгә булышлыҡ иттек.
– Тимәк, киләсәккә ышанысығыҙ ҙур?
— Әлбиттә. Ул минең генә түгел, бөтә халҡыбыҙҙың ышанысы. Йәштәребеҙҙең ошо ышанысты тойоп эшләүе ҡыуандыра.

Зөһрә БУРАҠАЕВА,
«Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә