Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һуғыш ветераны һыуыҡ фатирҙа йәшәргә мәжбүр
Бөйөк Ватан һуғышының ҡыҙыу мәле. Белорет ФЗО-һында эштәр әллә ни яйлы түгел. Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға тип ҡабатлаусылар етерлек, ә уҡыусыларҙың күберәген эшкә ҡыуалар. Ҡышҡа әҙерлек һүлпән бара.
Бына бер төркөмдө утын әҙерләргә ебәрҙеләр. Имеш, ауыр эш түгел, урман киҫеүселәр ҡалдырған ағас баштарын, ботаҡтарҙан айырып, бер урынға ташып өйөргә кәрәк. Эйе, бер аҙна эсендә мәктәпте ҡыш буйы йылытырлыҡ утын әҙерләргә.
Урманға килгәс, ат урынына эшләргә кәрәклеге асыҡланды. Туҡланыу ҙа дөрөҫ ойошторолмаған. Нишләйһең, күпселектең һүҙе һәр саҡ өҫкә сыға. Бында ла шул уҡ хәл. Яҡын-тирәләге урыҫ ауылдарынан, ҡаланан килгәндәр хакимлыҡ итә.
Бер көн кис эштән арып ҡайтҡан Басировты ашамлыҡтарҙы ҡарауылларға ҡуштылар. Бүреләр бар урында ҡуян ҡарауылсы була алмай шул. “Бүреләр” оҙаҡ көттөрмәне — икенсе төндә килде. Һорап торманылар, икмәкте алып китеп ашанылар, ә ҡарауылсыны: “Әйтһәң, үлтергәнсе туҡмайбыҙ”, — тип ҡәтғи иҫкәрттеләр.
Басиров уғрылыҡты йәшерә алманы. “Ҡас”, — тип иҫкәртте дуҫтары. Үҙҙәре ас булһа ла, икмәген биреп, юлға оҙаттылар. Ул кеше белмәгән урман юлынан атланы.
...Ҡайҙа ҡарама — фәҡирлек, аслыҡ. Бына оло юлдан урта йәштәге ҡатын килә. Бала күтәргән. Уныһы ашарға һорап илай. Басиров һуңғы һыныҡ икмәген сығарып бирҙе. Сабыйҙың шатлығын күреп, үҙе туйғандай булды. Ҡатын ошо тирәләге мулланың икенсе бисәһе булған икән. Ире төрмәгә оҙатылғас, мал-тыуарһыҙ, өйһөҙ тороп ҡалғас, хәйер-саҙаҡа һорап көн итә.
— Теләктәрем ҡабул була: һиңә көн һайын һаулыҡ, шатлыҡ теләрмен, — ти рәхмәтле ҡатын.
Динислам хәлдән тайып, ауылына ҡайтып етте. Шатланырлыҡ хәле лә ҡалмағайны. Ә кәйефен боҙорлоҡ хәл “һә” тигәнсә килде: күрше әбей килеп инде лә:
— Балам, уҡырға тип киткәйнең, ҡасып ҡайттыңмы? Ул урындан ҡыуып ҡайтармайҙар икән, әммә төрмәнән дә насар, тиҙәр, — тип ҡайғырҙы.
Ғаилә кәңәш ҡорҙо: милиция килгәнен көт тә тор, силсәүит тә йоҡлап ятмай. Шуға күрә Динисламға хәрби комиссариатҡа барырға кәрәк.
Аҙ ғына хәл йыйғас, Динислам Стәрлебаш хәрби комиссариатына килде. Уға һағайып ҡаранылар.
— Мылтыҡ тоторлоҡ хәлең бармы? Бигерәк сибекһең, ашатмайҙармы әллә? — тип һораштылар. — Өс көн бирәбеҙ, әҙерәк ял итеп арыулан да әрмегә оҙатырбыҙ.
Шунан Динисламды хәрби комиссариатҡа саҡырҙылар.

* * *

Нисәнсе көн инде вагон тәгәрмәстәрен тыңлап бара ул. Насар булһа ла, ашаталар. Ә иң мөһиме — ФЗО-лағы кеүек һуғыш суҡмарҙары, мыҫҡыллау тигән нәмә юҡ.
Эшелон Ворошилов ҡаласығына килеп туҡтаны. Уҡсылар полкына эләкте егет. Әлегә өйрәтәсәктәр генә. “Япондар әүҙемлек күрһәтә, бәрелештәр булыуы ихтимал, шунлыҡтан һаҡ булығыҙ”, — тип аңлаттылар. Тиҙҙән барыһы ла асыҡланды: Басиров авиация базаһындағы келәттәрҙе ҡарауыллаясаҡ.
Һуғыш Динислам хеҙмәт иткән ротаны ла урап үтмәй: япондарға ҡаршы алыш башлана. Ә ул хеҙмәт иткән рота самолеттарға бомба ташый.
Икенсе донъя һуғышы тамамлана. Динислам Басиров хеҙмәтен артабан дауам итә. Ете йыл хеҙмәт иткәндән һуң ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға сыға. Иҫән-һау — үҙе ҡыуаныс. Иртә ҡайтҡандар донъяларын рәтләп өлгөргән, ә Динисламға барыһын да яңынан башларға...
Тамаҡ туйҙырыу, ғаилә ҡороу өсөн ауыр йылдар. Динислам ҡала төҙөлөшөн һайлай. Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа ғына йәшәмәһен, ул барыһына ла шөкөр итә.

* * *

Тормоштоң оло һынауҙары аша ҡатмарлы юлдар үтеп, бөгөнгә ҡәҙәр бер тапҡыр ҙа ураҙаны, биш намаҙын ҡалдырмай йәшәй Динислам ағай. Ҡалабыҙҙың дин юлында йөрөгән иң оло йәштәге хөрмәтле аҡһаҡалы ул. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оло хеҙмәт юлын үткән кеше булараҡ, Хөкүмәтебеҙ яғынан ниндәй хөрмәт күрҙе икән? Күрһә, бөгөн һалҡын фатирҙа йәшәр инеме? Етмәһә, бронхит сирле кешегә бишенсе ҡатҡа йәйәү менеүе еңел түгел. Шөкөр итеп йәшәп өйрәнгән диндар, әлбиттә, зарланмай, ә шулай ҙа кемдер “мин — ветеран” тип күкрәк ҡағып, машина, фатир даулап йәшәгәндә, һуғыш һәм оло хеҙмәт юлын үткән Динислам ағай Басиров тормош ваҡлыҡтарынан юғары булып ҡала белгән.
Ишғәле НУРҒӘЛИЕВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә