Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Почтальон булыу анһат түгел
Шулай ҙа гәзитте ваҡытында уҡығы килә
“Матбуғат баҫмаларын һуңлап алған осраҡта тура беҙгә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайым”, — ти Сибай ҡалаһы почтамты начальнигы Азамат Юлдашбаев гәзит-журналдарҙың һуңлап килеүенә бәйле. Ошо яуап менән танышҡандарҙың күбеһе көрһөнөп ҡуйғандыр, моғайын. Бер Фәхрислам ағай Байышев ҡынамы ни “Башҡортостан”ды һуңлап алған кеше?! Сибай ҡалаһының почтальондары күптән инде гәзит-журналды аҙнаһына бер тапҡыр таратыуға күсте. Шуны белмәйме икән ни Азамат ҡусты?
— “Башҡортостан” гәзитен аҙнаһына бер тапҡыр алып киләләр, — ти мәғариф ветераны, ҡалабыҙҙың почетлы гражданы Рамаҙан ағай Үтәғолов. — “Ватандаш” журналының 6-сы һанын юғалттылар. Июль һанының да яҙмышы билдәһеҙ. Таратыу бүлегенә барып тауыш күтәргәс, бер нисә көн эсендә килтерҙеләр ҙә йәнә оноттолар. Бына бөгөн кесе йома (киске 8 сәғәт) — был аҙнаның бер гәзитен дә күргән юҡ.
Бигерәк тә Сибайҙа сыҡҡан “Атайсал” гәзитен алдырыусылар йыш зарлана. “Мин быйыл да уға яҙылмай ҡалманым”, — ти хеҙмәт ветераны, инвалид Дамир Талип улы Ғәлин. — Быға тиклем гәзит ваҡытында килә ине. Быйыл гел һуңлаталар. Шул мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап, бер нисә тапҡыр Сибай почта начальнигы А. Юлдашбаевҡа ла барҙым. Тикшерергә һүҙ биреп ҡала ла онота. Һуңғы ингәнемдә урынбаҫары Елена Половеневаға мөрәжәғәт иттем. “Почтальондар етешмәй, хеҙмәт хаҡы аҙ, бер кем дә эшкә килмәй”, — ти. Мин: “Был яуап түгел, гәзиткә яҙылғанмын, ваҡытында килтерергә тейешһегеҙ”, — тигәс: “Аҡсағыҙҙы кире алығыҙ! Бүтән беҙҙең аша гәзиткә яҙылып ҡаҡшатмағыҙ! Ана, киосктан алып уҡығыҙ”, — тип аҡыра башланы. Матбуғат баҫмаларына яҙылыусыларға бындай ҡараш дауам итһә, тиҙҙән гәзит-журналдарҙы алдырыусы кеше булырмы икән?”
Ә минең: “Ундай кешеләрҙең бындай яуаплы эште атҡарырға хаҡы бармы икән?” — тип тә өҫтәге килә.
Уйлап ҡараһаң, был ҡылыҡты башҡорт милли баҫмаларына яҙылыуға ҡаршы йәшерен бер аҙым тип тә баһаларға була бит әле.
“Почта менән эшләүе бик ҡыйын, — ти “Атайсал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре. — Һәр эш көнө кемгә гәзит килмәгәнен һәм ни өсөн барып етмәүен тикшереүҙән башлана. Көн һайын биш-алты дәғүә. Аптырағас, гәзиттәрҙе үҙебеҙҙең машинаға тейәп, сортировка бүлегенә түгел, тура таратыу бүлегенә алып барыу юлына күстек. Һөҙөмтә булманы. Барыбер һуңлатып, өсөнсө көнгә генә алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо уҡ хәл Йылайыр, Хәйбулла райондары почта бүлексәләрендә лә ҡабатлана (“Атайсал”ды ул райондарҙа ла алдырып уҡыйҙар).
Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы осоронда почтаның насар эшләүе һөҙөмтәһендә беҙ икенсе ярты йыллыҡта 200 уҡыусыбыҙҙы юғалттыҡ”, — ти улар.
“Ваҡытлы матбуғатты таратыу, үкенескә ҡаршы, беҙгә килем килтермәй. Ләкин гәзит-журналдарға яҙылыусылар бер ниндәй ҙә зыян күрергә тейеш түгел”, — тигәйне “Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы етәксеһе Ирек Ғәлимов “Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюһында. Сибай почтамты хеҙмәткәрҙәре ошо фекерҙең тәүге өлөшөн генә үҙләштергән тигән фекер ҡала. Юғиһә халыҡ тауышына әҙерәк ҡолаҡ һалырҙар ине.
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә