Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Учалы районының Ҡоҙаш ауылында бөгөн күркәм туй тантанаһы. Изге йомала никахлашҡан ошо ауыл һылыуы Лидия менән Өфө егете Шәфҡәтте ғүмерҙәрендәге иң иҫтәлекле һәм сағыу ваҡиға айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, ихлас һөйөп-һөйөлөп, Ирәмәлдәй мәғрур бәхет тауына етәкләшеп менегеҙ. Үҙегеҙ кеүек һөйкөмлө һәм тәүфиҡлы балалар үҫтереп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп донъя көтөгөҙ!

Иң изге теләктәр менән Ғәлиәхмәтовтар, Зәйнуллиндар, Исмәғилевтәр, Сәлимовтар.

* * *

Хәйбулла районының Вәзәм ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Аҡъяр ҡасабаһында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ Фәрҙиә Ишмөхәмәт ҡыҙы Байбулатова (Хунафина) ошо көндәрҙә күркәм юбилейын — 55 йәшен билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙҙе байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, күңел тыныслығы насип булһын, тыуыр көндәр гел шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен. Шәфҡәт тулы матур күңелеңә, хәстәрлекле булыуыңа рәхмәт. Улың Марат, киленең Луиза, ейәнсәрең Эльвина, ейәнең Бәхтийәрҙең изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәткә генә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Мул һәм бәрәкәтле тормош, көтөлмәгән ҡыуаныстар теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән апайҙарың Мөслимә, Зәйтүнә, һеңлең Әлфиә, Әлфирә,
кейәүҙәрең Азамат, Илсур, ҡыҙҙары Азиза.

* * *

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе яҡын кешебеҙ — Флүрә Төхвәтша ҡыҙы Шәйәхмәтова оло байрамын — 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙҙе ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр, бәхет теләйбеҙ. Балаларының изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.

Ҡотлау менән Бөрө ҡалаһынан
Венера менән Марс Кәбировтар,
Өфө ҡалаһынан Фәриҙә менән
Илдар Сәйетбатталовтар,
Резида менән Рәил Шәймәрҙәновтар.

* * *

Көҙ айының үҙенсәлекле бер илаһи миҙгелендә Әлшәй районының Сурай ауылында донъяға килгән тормош иптәшем, атайыбыҙ һәм ҡартатайыбыҙ Вәлиев Илдар Миңлерәсим улын алтын юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, ғүмер юлыңдағы ошо матур миҙгелеңдә һиңә ныҡлы сәләмәтлек, яңынан-яңы ҡыуаныстар, мул тормош теләйбеҙ.
Киләсәк көндәреңдә лә ғаилә усағында балалар-ейәнсәрҙәр игелеген күреп, һәр атҡан алһыу таңға, ҡыҙарып сыҡҡан йылы ҡояш нурҙарына, алтын көҙҙөң муллығына, ғүмерҙең иң гүзәл миҙгелдәренә һоҡланып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, сәләмәт булып, мул тормошта, бәхеттә йәшәргә Хоҙай насип итһен һиңә!

Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлфара, улдарың Илмир, Эльвир, киленең Гөлнара һәм ейәнсәрҙәрең Милана, Эмма.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә