Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылда хәл үҙгәргән
Беҙгә яуап килде
«Башҡортостан» гәзитенең 27 июнь һанында (№124-125) Рәсимә Яхинаның ауыл халҡы исеменән яҙған «Ярҙам көтәбеҙ» тигән мәҡәләһе баҫылды. Унда автор Әбйәлил районындағы Әхмәт ауылының ташландыҡҡа әйләнеүе, юлдарҙың насар булыуы, клубтың йүнләп эшләмәүе, медпункттың ябыҡ тороуы тураһында әсенеп яҙғайны. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районы хакимиәтенән яуап килде, уны һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ:
«Ҡырҙас ауылы биләмәһенә ингән Әхмәт ауылында 46 йортта 250-ләп кеше йәшәй. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, шәхси эшҡыуар асҡан магазин бар.
Алты йортҡа телефон үткәрелгән, тағы ла теләүселәргә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Кеҫә телефоны ла һәйбәт тота. Эш урындары, әлбиттә, бик аҙ, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы төшөнкөлөккә бирелмәй, район үҙәгенә, Магнитогорск ҡалаһына эшкә йөрөй, күпләп мал тота, етеш, мул тормошта йәшәй.
Халыҡ күберәк үҙ транспортында йөрөй, бынан тыш, ике кеше үҙҙәренең еңел автомашинаһында такси хеҙмәтен ойошторҙо. Коммерция нигеҙендә ойошторолған автобус маршруты ябылды, сөнки унда йөрөргә теләүсе юҡ. V класҡа балаларҙы Ҡырҙас урта мәктәбенә өр-яңы мәктәп автобусы йөрөтә. Шоссе юл һалынған, ҡыш көндәре лә ҡарап, таҙартылып тотола. Ағас бүлеүҙең һуңғы йылдарҙа ныҡ сикләнеүе сәбәпле, ауылда бура бурау, ағас эшкәртеү алып барылмай. Ауылды кис ваҡытында яҡтыртыуға ла иғтибар бирелә, лампочкалар өҫтәп ҡуйылды. Улар алмаштырып торола. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында төп хеҙмәткәр декрет ялында булғас, Ҡырҙастан фельдшер аҙнаһына ике тапҡыр килеп, халыҡты ҡабул итте. Апрель айынан төп хеҙмәткәр үҙ эшенә сыҡты. Клубта саралар даими үткәрелә, әлеге көндә ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек бара. Клуб та, мәктәп тә бөгөн төҙөк, сәскәгә күмелгән, ҡараулы. Йәштәр һуңғы йылдарҙа ауылда өй һалып төпләнә.
Әхмәт ауылы халҡы, республикала иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, сәләмәт йәшәүгә ынтыла. 2010 йылда ауыл халҡы ҙур әҙерлек менән шәжәрә байрамын үткәрҙе, төҙөкләндереү буйынса бик күп эштәр башҡарылды. Хат авторының, райондың бөтөнләй икенсе төбәгендә йәшәүе сәбәпле, ауылда булған үҙгәрештәрҙе белмәүе ихтимал.

Әбйәлил районы хакимиәте
башлығы Р. Сыңғыҙов».




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә