...ЯРҘАМ ҺОРАЙ
Башҡортса телеграмма ебәрәйек!
Мин 1961–1964 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһында, унан Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегендә уҡыным.
Шул йылдарҙан алып йәнем-тәнем менән үҙебеҙҙең башҡорт теленә ғашиҡмын, донъяла унан да матурыраҡ, яғымлыраҡ тел юҡтыр ул. Урамдарҙа, туҡталыштарҙа башҡортса яҙыуҙарҙы күреү, туған телебеҙҙә һөйләшкәндәрҙе йыш осратыу, әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Милләтебеҙ, уның киләсәген ҡайғыртҡан йөрәкле кешеләр изге эш атҡара, рәхмәт уларға. Әммә беҙгә тынысланырға иртә. Мәҫәлән, башҡортса телеграмма ебәрә алмайбыҙ. Бер көн Мораҡта йәшәгән әсәйемә үҙ телебеҙҙә ҡотлау телеграммаһы бирергә булдым. Ярты сәғәт тиерлек вата-емерә һөйләмемдең һәр хәрефен берәм-берәм әйтеп торҙом. Ә әсәйем, телеграмманы үҙ телебеҙҙә уҡып, ҡыуанысынан иларҙай булып рәхмәт әйтеп шылтыратты. Ҡасан тыуған республикабыҙҙа дәүләт телендә, йәғни башҡортса шыма итеп ҡотлау телеграммаһын биреп, уҡытыусыларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы һөйөндөрөү бәхетенә өлгәшербеҙ икән? Татарстанда инде биш-алты йыл туған телдә телеграммалар бирәләр. Ә беҙ һуң?!
Флүрә ДӘҮЛӘТБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.
...ҺОҠЛАНА
Гармунсы, спортсы һәм ғәҙеллекте яҡлаусы
Ундайҙарҙы тормошта һирәк осратаһың. Бирһә бирә бит Хоҙай Тәғәлә, йомарт өләшә уларға тигән өлөштө: ҡарап тороуға буй-һыны ла бар, ең һыҙғанып эшләрлек эше, тормош йәме – балалар, ейәндәр... Сирек быуат Күгәрсен район суды рәйесе вазифаһын башҡарған Мәрүәт Айбасов тураһында һүҙем.
Уның мыҡты кәүҙәле егет булып үҫеүенә спортҡа һөйөү булышлыҡ иткән. Мәктәпте тамамлаған егет алдында кем булырға тигән һорау тормай – Күмертауҙа яңы асылған педагогия училищеһына уҡырға инә. Унда инде бөтөнләй икенсе мөхит, яңы мөмкинлектәр асыла. Ҡулына диплом алған белгесте Мәҡсүт урта мәктәбендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Шулай булмай: ҡайҙа инде ул саҡта физкультура буйынса шәп белгестәр! Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй: уҡыусылар спортҡа ылыға, матди-техник база нығытыла, ярыштарҙа еңеү килә. Эшенә яуаплы ҡараған, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, һүҙе үткән тырыш егетте тиҙ күрәләр: «Октябрь» совхозының эшселәр комитеты рәйесе итеп үрләтәләр.
Еңел булмағандыр халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртыу, кешеләрҙең ышанысын яҡлау, үҙ артынан эйәртеү. Үҙе спортсы, бер ярыштан ҡалмайҙар, үҙе гармунсы, үҙе ғәҙеллекте яҡлаусы – профсоюз лидеры шул халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейеш тә.
Уҡыу, юғары белем алыу теләге Мәрүәт Айҙар улын ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға килтерә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. Артабанғы тормошон тулыһынса юриспруденцияға арнай. Теүәл 25 йыл элек халыҡ судьяһы итеп һайлап ҡуйыла. Өс йыл үткәс, Күгәрсен районы суды рәйесе вазифаһына күтәрелә, әле лә шул йөктө тарта. Был эшендә бөтә яҡлап та үҙен аса: һөнәри һәм кешелек сифаттары менән хеҙмәттәштәре, халыҡ араһында абруй яулай. Ошо йылдарҙа күпме эш ҡаралған, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрелгән, күпме уйҙар кисерелгән.
Район суды эшмәкәрлегенә ҙур баһаны былтыр бөтә республиканан судьялар кәңәшмәһенә килеүселәр бирә: ҡыҫҡа ваҡыт эсендә реконструкцияланған район суды бинаһы ла, коллектив эшмәкәрлеге лә, эш һөҙөмтәләре лә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған.
Мәрүәт Айбасовтың балалары ла атаһының юлын һайлаған. Улы Рөстәм, ҡыҙы Гүзәл дә – юристар. Мәрүәт Айҙар улы – үҙ ауылының патриоты. Туйөмбәттең бөгөн тирә-яҡҡа балҡып ултырыуында уның да өлөшө бар. Районда иң беренсе булып ошо ауыл урамдарына һыу үткәрелеүе, асфальт түшәлеүе, газ үтеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Йыл да төрлө тарафтарға таралған ҡошсоҡтарын бергә туплап, ҡор йыйыусы тағы берәй ауыл бармы? Юҡтыр, сөнки Айбасовтар кеүек яҡшы башланғыстар менән янып йәшәүселәр бик һирәк арабыҙҙа. Әйткән һүҙе атҡан уҡтай булыусылар улар. Намыҫтары шулай ҡуша.
Рөстәм СӘЙЕТҒӘЛИЕВ.
Күгәрсен районы.
...РӘХМӘТ ӘЙТӘ
Бәләлә яңғыҙ ҡалманым
Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тиҙәр. Көтмәгәндә Баймаҡ районының Төрөкмән ауылында йортобоҙ янып китте.
Оло ҡаза килгәндә иң тәүгеләрҙән булып күршеләребеҙ Әхмәр Атанғолов, Риф Ҡужин, Руслан Кәримов ярҙамға килде. Улар әсәйемде – икенсе төркөм инвалиды Миңнур Төхвәтуллинаны — янғын ялмаған өйҙән күтәреп алып сыҡты. Утты һүндереүҙә участка инспекторы, полицияның кесе лейтенанты Нәзир Атанғолов бик йылдам эшләне.
Янғындан һуң беҙгә Сибай ҡалаһы, Баймаҡ районы хакимиәттәре ҙур ярҙам күрһәтте. Сибай ҡала хакимиәте башлығы Хәлил Сөләймәнов, уның урынбаҫары Илгиз Хәйруллин матди ярҙам бүлеү, шифаханаға путевка биреү тураһында ҡарар сығарҙы. Өфө ҡалаһындағы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял итеп, һаулығымды нығытып ҡайттым.
Барлыҡ изгелек ҡылыусыларға, беҙгә ауыр саҡта ярҙам итеүселәргә, ауылдаштарға, мәктәп коллективына, ауыл хакимиәтенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөтәгеҙгә лә эшегеҙҙә уңыштар, именлек, һаулыҡ теләйем.
Ришат УЙЫЛДАНОВ.
Баймаҡ ҡалаһы.
...ҡыуанысы менән уртаҡлаша
«Йәйләү»ҙән байып ҡайттым
Быйыл йәй миңә бәхет йылмайҙы. Район хакимиәтенең мәғариф бүлегенән путевка менән «Йәйләү» ял үҙәгендә булдым. Бында республика райондарынан йырға, бейеүгә, музыкаға маһир балалар йыйылғайны. 14-се тапҡыр ойошторолған был лагерь быйыл Ейәнсура яҡтарында тупланды.
Бындағы тәбиғәттең матурлығына һоҡланып туя алманыҡ. Программа иҫ киткес бай булды. Тыуған яҡтың тарихына арналған викториналар, конкурстар, йыр-бейеү өйрәнеү, тәбиғәт ҡосағына походтар, сәнғәт кешеләре менән даими осрашыуҙар, милли аш-һыу – былар барыһы ла бик оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ.
Ошондай әкиәти донъяла ял итеү, тиҫтерҙәр менән аралашыу күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ өҫтәй, яңы үрҙәргә әйҙәй, хыялдар тулҡынында йөҙҙөрә.
Ә күпме яңы дуҫтар таптым! Ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем, һыуҙа үҙемде ышаныслы тота башланым. Походтарға сыҡҡанда яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева тыуған яғыбыҙҙың тарихы, фольклоры менән таныштырҙы, ошо төбәктә үҫкән дарыу үләндәре тураһында күп мәғлүмәт алдыҡ, уларҙы ҡасан, нисек йыйырға, ҡулланырға кәңәш бирҙе.
«Йәйләү»ҙән байып ҡайттым. Дуҫтарым күбәйҙе, күңелем көрәйҙе, тағы ла тырышып уҡырға, белем тупларға илһам артты.
Рәмилә ФӘТТӘХОВА.
Борай районы,
Ҡайынлыҡ урта мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы.
...ғәжәпләнә
Күңелде өйкәп тора
Быйыл да улым менән “Красноусол” балалар шифаханаһында ял иттек.
Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан был учреждение ифрат оҡшай беҙгә. Медицина хеҙмәткәрҙәре ихлас, яҡты йөҙлө. Дауалау процедуралары яҡшы, төрлө күңел асыу саралары гөрләп тора.
Тик бер нәмә әле һаман күңелде өйкәй. Шифаханаға иғтибар етеңкерәмәгән кеүек тойола. Биләмә кәртәләнмәгән, балалар өсөн уйын майҙансығы үтә ярлы, булғандары ла иҫкергән. Ә үҙебеҙ бөтә яҡшы нәмә балаларға тип әйтергә яратабыҙ.
Суфия ВӘЛИЕВА.
Когалым ҡалаһы.
...хафалана
Мәктәп ниңә ябыла?
Былтыр Туймазы районындағы Балтай ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбен башланғыс мәктәпкә әйләндереп ҡуйҙылар.
Мин бында биш йыл уҡыттым. Балалар аҙ, кадрҙар етешмәй тип, уҡыу йылы башланырға бер аҙна ҡала тигәндә, ике кеше килеп, мәктәп ябылды тигән фарман биреп китте.
Апрель айында ғына, мәктәп тураһында икеле хәбәрҙәр йөрөгән ваҡытта, ата-әсәләр, был эшкә юл ҡуймайбыҙ тип, район башлығына хат яҙҙы. Шунда мәғариф бүлеге етәксеһе килеп, беҙҙе ыңғай яҡҡа ышандырып китте.
Бына бер йыл инде уҡыусыларыбыҙ иртән иртүк мәктәпкә барырға тип төрлө һауа шарттарында урамда машина көтөп тора.
Беҙҙең ауылға автобустар йөрөмәй, оло юлға ҡәҙәр — туғыҙ километр, унда асфальт түшәлмәгән. Ярай, был ҡышта ҡар аҙ булды, ә үткән йылдарҙа машиналар өйөлгән ҡарҙан сыға алмайынса, ярҙам көтөп торған осраҡтары күп булды.
Бер көндө йән өшөткөс күренешкә тап булдым: бер уҡыусым, битен ҡулдары менән ҡаплап, урман юлы буйлап атлап бара. Күрше ауылға йәйәү сығырға булған. “Машина көтөп өшөп бөттөм, ә бөгөн контроль эш булырға тейеш”, — тине ул минең һораулы ҡарашыма. Шоферҙан рөхсәт һорап, кире өйөнә алып барҙыҡ — бите өшөгән ине.
Белемле кадрҙар етешмәй тигән һүҙ ул — бер һылтау ғына. Эшһеҙ ҡалған хеҙмәттәштәрем дә күрше ауылдарға, ҡайһылары ҡала мәктәптәренә урынлашып, яҡшы ғына эшләп йөрөй. Күбеһенә тыуған йорттарын ташлап китергә тура килде.
Л. ФӘЙЕЗОВА.
Туймазы районы.
...хуплай
Лайыҡлыларҙың береһе
Салауат Юлаев исемендәге премияға дәғүә итеүселәр араһында Башҡортостан телевидениеһы хеҙмәткәре Салауат Ишмөхәмәт улы Хәмиҙуллин да бар. Мин уны иң лайыҡлыларҙың береһе тип һанайым. «Тарихи мөхит», «Белергә кәрәк» тапшырыуҙарын әҙерләү өсөн авторға күпме архив документын файҙаланырға тура килгәнен, күпме шәхес менән осрашыуын күҙ алдына килтерһәк, авторҙар тарафынан ғәйәт ҙур эш башҡарылыуына һоҡланабыҙ, уларҙың ысын патриотизмы менән ғорурланабыҙ.
Ошо тапшырыуҙар республикабыҙҙа ғына түгел, сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең үҙ асылына ҡайтыуына булышлыҡ итә.
Был программалар төрки халыҡтарының меңдәрсә йыллыҡ үткәнен, башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәш тарихын, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында бик асыҡ һәм тулы мәғлүмәт бирә.
Комиссия Салауат Хәмиҙуллиндың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирер, тип ышанабыҙ.
Рихард ӨМӨТБАЕВ,
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Иҫке Муса ауылы.
...Теләк белдерә
Хәстәрлек артһын ине
“Башҡортостан” гәзитендә һуғыш осоро балалары тураһындағы мәҡәләләрҙе уҡып барабыҙ. Гәзит уҡыусыларҙың фекеренә мин дә ҡушылам.
Ысынлап та, һуғыш беҙҙе атайһыҙ итте, михнәттәрен күп татытты, бала саҡтың бәхетле миҙгеленән мәхрүм булдыҡ. Әсәйҙәребеҙ ҙә итәк тулы балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы, күбеһе йүнле тормош күрмәй, мохтажлыҡта йәшәп, баҡыйлыҡҡа күсте. Хәҙер һуғыш осоронда үҫкән, бик иртә хеҙмәт юлын башлаған беҙҙең быуын ауылдарҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Пенсияны ла ус тултырып алмайбыҙ. Мин, мәҫәлән, ете бала тәрбиәләп үҫтергән әсә, минималь пенсияға көн күрәм.
Теләгем шул: депутаттарыбыҙ үҙҙәре тураһында ғына түгел, ә һуғыш осоро балалары хаҡында ла уйланһын һәм хәстәрлекте арттырһын ине. Аҙ ғына иғтибар ҙа күңелебеҙҙе күтәрер һәм беҙгә ҡарата хөрмәт күрһәтеү тип ҡабул итер инек.
Ф. АРЫҪЛАНОВА.
Дәүләкән районы,
Буранғол ауылы.