Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әҫәрҙәр 1 сентябргә тиклем ҡабул ителә
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһын алыуға документтар тапшырыу өсөн ике аҙна ваҡыт ҡалды. Дәғүә итеүселәрҙең материалдары 1 сентябргә тиклем тапшырылырға тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы тапшырыу буйынса комиссия май айында документтар ҡабул ителеүе хаҡында иғлан иткәйне. Положениеға ярашлы, премия журналистарға, шулай уҡ журналист коллективтарына 2011 йылдың сентябренән быйыл авгусҡа тиклем донъя күргән журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн бирелә.
Комиссия ҡарамағына республиканың, Рәсәй йәки сит илдәрҙең матбуғат йәки электрон киң мәғлүмәт сараларында баҫылған репортаждар, очерктар, документаль повестар һәм публицистик мәҡәләләр, телерадиотапшырыуҙар, фотоэштәр серияһы, айырым китап булып сыҡҡан материалдар ебәрергә була.
Материалдарҙа замандаштарыбыҙҙың образдары, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, граждандар именлеге һәм йәмғиәттәге татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре сағылырға тейеш. Уларға түбәндәге талаптар ҡуйыла: эш иғлан ителгән темаға тап килергә, аналитик юҫыҡта яҙылырға, даими донъя күрергә, эшләнеше яғынан үҙенсәлекле булырға, объектив күҙлектән сығып, дәлилдәргә таянып яҙылырға, теманы тулыһынса асырға тейеш. Тел байлығы, аныҡ һәм аңлайышлы булыуы ла иғтибарға алына.
Премияға дәғүә итеүселәрҙең әҫәрҙәрен Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы, айырым авторҙар, гәзит һәм журнал редакциялары, телерадиостудиялар, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм башҡа ижади коллективтар тәҡдим итә. Журналистар союзы билдәләүенсә, эштәрҙең һаны сикләнмәгән, фотоэштәр серияһы кәмендә биш фотографиянан торорға тейеш.
Материалдар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 1007-се офис (Матбуғат йорто, 10-сы ҡат). Телефон (факс):(347) 276-42-66.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә