Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кеҫә үтә күренергә тейеш...
2013 йылдың 1 ғинуарынан бюджет һәм ҡаҙна учреждениелары етәкселәренән, мәктәп директорҙарынан шәхси килем һәм милек тураһында мәғлүмәт биреүҙе талап итә башлауҙары ихтимал. Был юғары вазифа биләгәндәрҙең яҡындарына ла ҡағыла. Сараның маҡсаты – дәүләт бюджетынан финансланған хеҙмәт хаҡы һәм премиялар түләү системаһының үтә күренмәлелеген тәьмин итеү. Үҙ сиратыбыҙҙа, яңылыҡты йәмәғәтселек нисек ҡабул итеүен асыҡлап ҡараныҡ.

Илья НИКИТИН, Өфө районы "Алексеевка" совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директорының малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса урынбаҫары:
– Әгәр ҙә был ғәмәл ил кимәлендәге закон булараҡ ҡабул ителһә, үтәмәйенсә сара юҡ. Мәгәр, был документтың шартына еткерелеп, тейешенсә эшләүенә шикләнәм. Рәсәйҙең яҙылмаған ҡанундары көслө: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мутлашам тигән кеше барыбер әмәлен таба... Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек Берҙәм дәүләт имтиханын иң ышаныслы, ғәҙел ысул тип ышандырырға тырышҡайнылар, ысынбарлыҡта иһә хәл күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты: әле тегендә, әле бында законды боҙоу хаҡында хәбәрҙәр ишетелеп тора, имтиханды "уңышлы" тапшырыуҙың тиҫтәләрсә алымы билдәле. Тәүге сиратта закон эшләргә тейеш: шылғаяҡтар уны урап үтерлек юл таба алмаһын. Шәхсән үҙемә килгәндә, декларация тултырырға бер ҙә ауырһынмайым.

Юрий АЛИКОВ, Мишкә районы үҙәк дауаханаһының баш табибы:
– Декларация быға тиклем дә тултыра инем – уның нимәһе бар? Тимәк, тейешле органдарға минең мөлкәти хәлем былай ҙа билдәле. Кәрәк икән кәрәк – эшләрбеҙ. Килемдәргә килгәндә, дауаханала эшләүсе табиптарҙың уртаса эш хаҡы 32 мең һумға тиң, йәш белгестәр 20 мең һум тирәһе ала. Әйткәндәй, быйыл "Ауыл табибы" федераль программаһы буйынса районға эшкә алты белгес ҡайтты, тағы икәүҙе көтәбеҙ.

Наталья ЕВДОКИМОВА, Республика кардиология диспансеры баш врачының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:
– Дәүләт ҡуша икән, тимәк, үтәргә кәрәк. Үҙемә килгәндә, йәшерер мөлкәтем юҡ, барыһы ла хәләл аҡса менән булдырылған.

Фәниә ЯҠШЫБАЕВА, Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе директоры:
– Дөрөҫөн әйткәндә, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан был хаҡта уйлағаным да юҡ: мәшәҡәттәр етерлек. Закон ҡабул ителһә, документ тултырырға тура киләсәк, әлбиттә. Ауыл уҡытыусыһының килеме ни тиклем генә инде? Эш хаҡына күҙ терәп торабыҙ. Байназар мәктәбендә дүрт тиҫтә уҡытыусы эшләй, уртаса эш хаҡы – 15 мең һум. Бына ошо – бар килем. Яҡындарыма килгәндә – балаларым үҙаллы тормош көтә, иремдең дә эш хаҡы әллә ни юғары түгел. Кәрәк икән, нисек бар, шулай яҙып бирербеҙ.

Ринат КИРАМОВ, гәзит уҡыусы:
– Бер яҡтан, әгәр ҙә дәүләт чиновниктарҙан килемдәре һәм мөлкәте хаҡында отчет биреүҙе талап итә икән, ни эшләп дәүләт хеҙмәтендә иҫәпләнмәгән, әммә дәүләт учреждениеларына идара иткән һәм административ ресурсҡа эйә булған кешеләр был ғәмәлдән ситтә ҡалырға тейеш? Икенсе яҡтан, илдә бюджет ойошмалары ифрат күп (мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, музейҙарҙың һаны ғына тиҫтәләрсә меңгә етә). Уларҙың етәкселәре биргән мөлкәти мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшереп бөтөү бик ҡатмарлы буласаҡ.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә