Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхетлеләр йәшәй парлашып
Бәхетлеләр йәшәй парлашыпОктябрьский ҡалаһының 500-ҙән ашыу кеше көн иткән ҡарттар һәм инвалидтар йортонда һоҡланғыс ғаилә йәшәй. Гөлнур менән Юрий Вишевтар, әҙәм балаһын һындырырҙай һынауҙарҙы еңеп, бәхет кисергән.

Гөлнур Учалы районының Илсеғол ауылында донъяға килә. Ғаилә башлығы Салауат Йәғәфәров йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсә, йәмәғәте Зөһрә өс бала менән тороп ҡала. Гөлнур ҡыҙы, балалар церебраль фалижы менән ауырығанлыҡтан, айырым иғтибарға мохтаж була. Уҡытыусы Зөһрә ханым Гөлнурҙы 22 йәшенә тиклем тәрбиәләй, урта белемле итә.
Әсәһенең юлында бергә донъя көтөрҙәй кеше осрағас, Гөлнур ризалығын бирә. Шулай ҙа ҡәҙерле кешеһенең бәхетенә кәртә булырмын, тип борсола, сөнки үгәй атайҙың ауырыу ҡыҙҙы үҙһенеүе икеле. Бер гәзиттә Октябрьский ҡалаһындағы өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн интернат тураһында мәҡәлә уҡығас, шунда барырға ҡарар итә.
Тик ултырырға күнекмәгән Гөлнур. Бында килеү менән тегеү цехына эшкә урынлаша. Һуңынан көнкүреш бүлмәһенә күсә: ауырыуҙарға сәй ҡайната, ашнаҡсыларға ярҙамлаша.
Интернатта Гөлнур күңеленә ятҡан эшен генә түгел, һөйгән йәрен дә таба. Белорет ҡалаһынан килгән Юрий Вишевтың ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ: буяусы ла, слесарь ҙа.
Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәрҙәр, яҡындарын йыйып, ҡаланың бер кафеһында туй мәжлесе үткәрә һәм тормош ҡороп ебәрә.
Интернат етәкселеге йәш ғаиләгә айырым бүлмә бирә. Гөлнур менән Юрий туғыҙ йыл ошонда көн күрә. Ике уңғандың йәшәгән ере гөл һымаҡ: заманса көнкүреш техникаһы, башҡа йорт кәрәк-ярағы менән йыһазландырылған.
Кешеләр менән аралашырға яратҡан матур ғаиләнең бүлмәһенән күрше-күлән өҙөлмәй. Аш-һыуға оҫта Гөлнур һәммәһен дә асыҡ сырай, ҡайнар сәй, тәм-том менән һыйламайынса сығармай. Йыш ҡына икәүләшеп концерт һәм спектаклгә йөрөргә яраталар.
Вишевтарҙы сәйәхәтсе тиергә лә мөмкин. Улар һәр йыл отпуск алып, Гөлнурҙың тыуған төйәге Илсеғолға ҡайта. Әсәһе эргәһендә бер аҙ ҡунаҡ булғас, Бөрйән тарафтарына юл тоталар. Унда Гөлнурҙың бер туған һеңлеһе Эльвира ғаиләһе менән йәшәй. Сәйәхәттән Вишевтар ҙур тәьҫораттар ала, яңы уй-ниәттәр ҡора, көс-ҡеүәт туплай.
Октябрьский ҡалаһы хакимиәте был ғаиләне торлаҡлы итмәксе икән. Яңы фатирҙа йәшәү ҡыуанысын да күрергә яҙһын уларға!
Раил СӘЙЕТГӘРӘЕВ.
Октябрьский ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә