Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
Туфли кейгең килһә…

Октябрьский ҡалаһында 22 йәшлек ҡыҙ аяҡ кейеме магазинына килгән дә, иҫке туфлиҙарын кәштәгә ҡуйып, яңыһын кейеп, тағы бер парҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, сығып һыҙған.
Һатыусылар бындай оятһыҙлыҡтан албырғап ҡалмаған — тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән. Бурҙы магазиндан йыраҡ түгел урында тотҡандар. Ҡыҙ, быға тиклем дә урлашып, наркотик һатҡаны өсөн хөкөм ителгән булған. Күрәһең, һабаҡ алмаған: уға ҡарата сираттағы енәйәт эше асылған.

Һауала күренмәй, әммә тойола

Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр «Дубитель» химия заводының эшмәкәрлегенә ҡаршы прокуратураға ғариза яҙған.
Эш шунда: кешеләр һауалағы әскелтем химик еҫте һулай торғас, үҙҙәрен насар тоя башлаған. Тикшереү үткәргәндән һуң заводтың һауаға нормала билдәләнгәндән тыш, фенолды – 3,7, аммиакты 110 тапҡырға күберәк ташлағаны билдәле булған. Әле зыянлы производство туҡтатылған, хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Эскелек бәләһе

Өфөлә көпә-көндөҙ магазин алдынан ике йәшлек бала юғалған. Был хаҡта полицияға сабыйҙың 26 йәшлек әсәһе хәбәр иткән. Орджоникидзе районы эске эштәр бүлегенең 70 хеҙмәткәре кисекмәҫтән эҙләү эшенә тотонған.
Күп тә тормай Ҡулса урамында юғалған сабыйҙы табып алғандар. Уны әсәнең 18 йәшлек танышы алып киткән, имеш.
Баҡһаң, йәштәр алдан кәйеф-сафа ҡорған. Тормошҡа зарланып, «ҡайғыны» араҡы менән ҡойондора торғас, әсә үҙенең холоҡһоҙ, ҡул күтәрергә яратҡан өйҙәш иренә ҡаршы ғариза яҙырға тип, полицияға йүнәлгән. Балаһын бөтөнләй тиерлек таныш булмаған иҫерек ҡатындарға ҡалдырған. «Яуаплылыҡ» тойғоһо 18 йәшлек ҡыҙҙы «батырлыҡ»ҡа этәргән: баланы алып сығып киткән. Табиптар ҡыҙсыҡты тикшергәндән һуң, уның һалҡын тейҙереп сирләүен, ҡулы бешкәнен асыҡлаған. Сабый 17-се дауаханаға оҙатылған. Әсәнең ҡылығына тикшереү органдары баһа бирәсәк.

Үс алған, имеш

Беткә үсегеп, тун яғалармы? Үрге Йәркәй ауылында 28 йәшлек уҙаман йәйге кафела күңел асҡан. Саманан тыш иҫереп, тәртипһеҙләнә башлағас, кафе хужаһы уны сығарып ебәрергә мәжбүр булған.
Әммә «ҡунаҡ»ҡа был хәл һис тә оҡшамаған: ул, кафе хужаһының «ГАЗель» автомобилен яндырып, үс алмаҡсы булған. Йәйге селләлә «ҡыҙыл әтәс»кә күп кәрәкмәй: машина шунда уҡ дөрләй башлаған. Бәхеткә күрә, утты бензин багына барып еткәнсе һүндереп өлгөргәндәр… Енәйәтсе тотолған, кеше милкен юҡҡа сығарғаны өсөн уға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә