Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алданып ҡуймағыҙ...
Кешене алдау алымдары көндән-көн күбәйә. Ҡайһы бер ысулдары иҫкерһә, икенселәре, киреһенсә, эпидемия рәүешендә тарала. Әммә ҡанундарын яҡшы белгәндә, аферистарҙан һаҡланырға мөмкин.

Алдаҡсылар — оҫта психолог. Шуға күрә улар күп осраҡта ҡорбаны алдында яҡшы кеше булып күренә, үҙенә ылыҡтыра, бергә хеҙмәттәшлек итергә күндерә. Әгәр теле менән йыуып башын әйләндерһә, ул алданып ҡалыуын да аңлап өлгөрмәйәсәк.
Тәжрибәле аферист мутлыҡ ысулы тураһында ғына уйлап ҡалмай, киләсәген дә ҡайғырта. Үҙен нисегерәк тотоуҙы, аралашыуҙы ентекләп планлаштыра. Ул бик һәләтле булғанда урлашыу ыңғай һөҙөмтәгә килтерә. Психология фәненән шуны беләбеҙ: кеше тураһындағы тәүге тәьҫораттың 38 проценты тауышҡа бәйле, 55-е — визуаль тойғоға. Ни бары ете процент әңгәмәсенең нимә һөйләүендә сағыла. Дөйөм әйткәндә, кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар... Алдаҡсылар быны яҡшы ҡуллана. Шулай уҡ — вәғәҙә. Мут кеше байығыу, тауарҙы ярты хаҡҡа алыу, бурысын түләп, процентын кәметеү, мауыҡтырғыс ял ойоштороу һәм башҡа вәғәҙәләр биреүсән. Киләсәктәге эше тураһында ялған фекер тыуҙырып, ысынбарлыҡтағы мәкерле уйын күрһәтмәй. Төҫкә-башҡа матур сит кешелә оятһыҙ үткенсене абайлап та булмай. Шулай ҙа иғтибарлы кеше аферистың тотошонда көсөргәнешлекте һиҙеүсән. Шуны ла иҫтән сығарырға ярамай: әгәр кеше алдаша икән, үҙе лә һиҙмәҫтән ауыҙын ҡаплай. Ялғанды бер аҙ күтәрелгән ҡаш, тир бүленеү, ҡалтырап торған ҡул күрһәтә. Ғәмәлдә алдаҡсыны тиҙ генә фашлап булмай. Күп осраҡта кеше мөлкәтенә ҡул һуҙыусыларҙың йәше — 25 менән 45 араһында. Ни өсөндөр ныҡ урлашыу осоро октябрҙән февраль айҙарына тиклем күҙәтелә.
Мутлыҡтың бер нисә миҫалын килтерәбеҙ. Мәҫәлән, баҙарҙа ике һатыусы йәнәш тороп сауҙа итә. Әммә береһенән кешеләр күберәк тауар ала, ә икенсеһенә яҡын да бармай. Уңышлы һатыусы, ваҡыты етеңкерәмәгәнлектән, күршеһенә осһоҙға тауарын тәҡдим итә. Ғәмәлдә тауар яраҡһыҙ, ә һатып алыусылар төп башына ултыра.
Икенсе миҫал. Урланған автомобилде осһоҙ хаҡҡа тәҡдим итеү. Һатып алыусыға уның асҡысы тапшырыла, аҡсаһы алына. Һатыусы, документтарын алып киләм тип, ғәйеп тә була.
...Кемдер әйткән: “Ысынлап та байығырға теләһәң, яңы дин уйлап сығар”. Секталарҙың күбеһе кеше аҡсаһын талау өсөн булдырылған. Үҙ фекере булмаған әҙәмдәр уларҙың тоҙағына тиҙ эләгеүсән. Шуға күрә күрәҙәсегә йә халыҡ табиптарына ышанып бармаҫҡа кәңәш итер инек.
Әйтәйек, “компьютерҙа йыйыусы талап ителә” тигән иғлан бирелә, күп эш хаҡы вәғәҙә ителә. Конкурстан үтеүселәр генә эшкә алына, йәнәһе. Килеүселәргә ҙур тексты баҫып биреү бурысы йөкмәтелә. Бер-бер артлы бушлайға олоғара эш атҡара улар. Әлбиттә, эшкә алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ.
...Зауыҡлы кейенгән ҡыҙ эргәһенә автомобиль килеп туҡтай, унан сыҡҡан кешеләр ҡыҙҙы фотоға, видеоға төшөрә башлай. Матурлығы, рекламала төшә алыуы хаҡында тел сарлап, тегенең башын әйләндерәләр. Тунын, аҫыл ташлы балдаҡтарын, ҡиммәтле әйберҙәрен һалдырып алып, осһоҙ кейем кейҙертеп, фотоға төшөрәләр ҙә ҡыҙҙың байлығын урлап ҡасалар.
Ошоға оҡшаш миҫалдар бихисап. Шуға ла иғтибарлыраҡ булып, аферистарҙың ҡармағына эләкмәҫкә кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙе алдап ҡастылар икән, ашығыс сара күреү мотлаҡ. Ғариза яҙғанда, күргән-ишеткәнегеҙҙе ентекләп тасуирларға онотмағыҙ, ул һеҙҙең файҙаға буласаҡ. Эшенә яуаплы ҡараған һатыусы паспортын, документын күрһәтеүҙән тартынмаясаҡ. Хеҙмәттәшлек итергә йыйынған кешенән ҡайҙа йәшәгәнен, телефонын, паспортының төп нөсхәһен һорағыҙ. Был, әлбиттә, тауар документына ла ҡағыла. Сифаты хаҡында белешергә лә онотмағыҙ.
Тауар ҡағыҙҙары тулыһынса тултырылғанға тиклем аҡсағыҙҙы түләргә ашыҡмағыҙ. Иғтибарҙы йәлеп иткән иғландарға (уҡыу, эш, сәйәхәт, дауаланыу) бер ҡасан да почта аша аҡса ебәрмәгеҙ. Иң мөһиме: юлда осраған кешеләргә ышанып бармағыҙ.
Анфиса МӨХӘМӘТЙӘНОВА.


Илдус ХӘКИМОВ, Ҡыйғы районы:
— Бер заман төнгә ҡарай ҡайтырға тура килде. Иҫке генә автомобилдең артымдан бер тотам да ҡалмай килеүенә аптыраһам да, юлымды дауам иттем. Шулай ул, тиҙлеген арттырып, алдыма сыҡты ла йәһәт кенә тормозға баҫты. Һөҙөмтәлә — юл фажиғәһе. Улай ғына ла түгел, олпат кәүҙәле ирҙәр, мине ғәйепле итеп, автомобилемде алып ҡалды. Артабан да ошоға оҡшаш ваҡиғалар ҡабатланып торҙо. Үҙемдең баштан үткәс, башҡаларға ҡараңғыға ҡалмаҫҡа кәңәш итер инем, юлға сыҡҡанда яңғыҙ йөрөмәгеҙ.

Сәлимә БАЙМӨХӘМӘТОВА, Әбйәлил районы:
— Еҙ ҡомған, самауыр, үтек һәм башҡа боронғо һауыт-һабаны ҡомартҡы кеүек һаҡлай беҙҙең яҡта халыҡ. Ундай матур-матур йыһаз күп ине миндә. Шуға ла уларҙы һатып алырға теләүселәр булманы түгел, әммә һатманым. Бер ваҡыт телевидениенан килеп төшмәһендәрме!.. Башҡорт халҡы тураһында фильм төшөрөү өсөн ҡомартҡыларымды һоранылар, изге эш бит, тип бир ҙә ебәр. Күптәрҙе шулай талап сыҡҡан икән үткенселәр. Беҙ ни, ябай халыҡ, бигерәк бер ҡатлыбыҙ шул...

Әлиә САБИРОВА, Өфө ҡалаһы:
— Әлеге заманда аҙым һайын алдайҙар. Әҙ генә ауыҙыңды асып йөрөһәң, бер нәмәһеҙ ҡалырға мөмкин. Ҙур юғалтыуға килгәндә, бер ағай менән булған хәл әле лә онотолмай. Ҡатыны сирләп, дауаханаға эләккәс, эсә башлай. Яңғыҙына күңелһеҙ булғанлыҡтанмы, урамдан кешеләр индерә ул. Балалары булмаған ғаиләне ҡарап йөрөүселәр күп була. Уңайҙан файҙаланып, милиционер кейемендә бер ир килеп инә лә ниндәйҙер ҡағыҙға ҡултамғаһын ҡуйҙыртып ала. Эскеһенән айныуына, ир урамда тороп ҡала. Кемгәлер фатирын бүләк итеп ебәреүен ул хатта иҫләмәй ҙә.
Минеңсә, абай булғанда ғына мутлыҡтарҙан ҡотолоп була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21